+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
14 Апрель 2022, 10:10

Хаҡлы дама

Мар. СӘЛИМ Юмористик хикәйә Был донъяла һәр кемдең бай булғыһы, бәхетле йәшәгеһе килә. Мин дә шуны теләйем. Ә ниңә, мин кешенән кәмме ни!? Ҡалын кеҫәле бай ҙа, йыуан ҡорһаҡлы түрә лә булырлығым бар. Өйрәтһендәр генә.

Хаҡлы дама
Хаҡлы дама

Шөкөр, өйрәтеүселәргә ҡытлыҡ түгел хәҙер. Мәскәүҙән килеп, бизнес, карьера серҙәренә төшөндөрөүселәр бихисап. Әле бына шундайҙарҙың тағы береһе килгән, тип ишеттем. Беләһегеҙме, кем ул? Теге... элекке Дума депутаты... япон ҡыҙы... Хамакада... Хатамака... Хадакама... Эйе, Хакадама, йәғни хаҡлы дама! Бына шул Хаҡлы дама филармонияла, арыу ғына хаҡҡа лекция уҡып, Өфө кешеләрен нисек бай һәм түрә булырға өйрәтә икән. Оҙаҡ уйлап торманым, саптым шунда.
Мин килгәндә филармония алдында Ҡыҙыҡ йөрөп ята ине. Ул сәхнәлә уйнағандағы ҡатын-ҡыҙ күлдәген кейеп алған.
– Нимә, Ҡыҙыҡ дуҫ, Көлкө кисәһенә тип килгәйнеңме әллә?
– Филармонияла хәҙер шәп көлкө кисәһе була. Тик унда көлдөрөүсе мин түгел, ә Хака... мака. Әле бына шуны күрергә килгәйнем. Индермәйҙәр. «Әртистәргә ничу делать», – тиҙәр.
Ярай әле, Ҡыҙыҡ кеүек бөтә кешегә лә билдәле артист түгелмен, тип ҡыуанып филармония ишеген асҡайным, юлыма арҡыры төштөләр.
– Ирҙәргә инергә ярамай! Мастер-класс фәҡәт бизнес-ледиҙар өсөн генә, – тинеләр.
– Ә минең билетым бар!
– Ҡатыныңа бир. Уның өсөн бик файҙалы лекция: «Драйв, кайф һәм карьера».
Кайфауайт итмәй торһон әле бисәкәй! Ҡыҙыҡ дуҫтың яулығын һалдырып алдым да башыма бөркәнем. Билет тикшереүсе аңғармай ҙа ҡалды, мин «ялт» – тамаша залына!
Сәхнә алдында Хакадама – Хаҡлы дама үҙе баҫып тора ине. Ул миңә, яғымлы йылмайып:
– Алға үтегеҙ, хөрмәтле ханым! – тине. – Яулығығыҙҙы һалып ҡуйырға ла ярай.
– Ярамай! Мин мосолман ҡатыны.
– О леди-мусульманка! Мин үҙем дә, мусульманкалар кеүек, сибәрмен. Шуға һеҙҙе ихтирам итәм!
Хакадама мине үбеп алырға иткәйне, ирененә мыйығым ҡаҙалды ла ҡысҡырып ебәрҙе:
– Боже мой! Ир кеше инде әллә?
– Һеҙ нимә?! Мин ысын... саф... дивушка! Ксения Собчак кеүек. Тик мин мужикообразный... Элек ир инем, хәҙер бына... ҡатын-ҡыҙ һымаҡ шикелле кеүек...
Теге миңә ғәжәпләнеп ҡараны ла:
– Нимә, пол поменяли, што ли? – тине.
Мин ауыҙымды асып, ҡатып ҡалдым. Үәт, күрәҙәсе! Күҙен дә йоммай, «пол» тип әйтә. Ҡайҙан белгән ул минең иҙән алыштырғанды? Ҡатын бик теңкәгә тейгәс, кисә йоҡо бүлмәһенең иҙәнен ҡутарып ташлағайным шул.
– Төнө буйы шиғыр яҙып, иҙән шығырлатып ултыраһың, – тип башты ҡатырҙы бит бисә. – Күршеләрҙең, карауат шығырлаталар, тип уйлауы ихтимал. Белмәҫтәр һинең төндә шиғыр шығырлатып ултырғаныңды!
Бисәнең бер ҡатлылығына иҫем китмәй. Мине Хака­даманың зирәклеге таң ҡалдырҙы. Ҡойоп ҡуйған күрәҙәсе, улай ғына түгел, гениаль ҡатын икән дәһә! Супер-лидер! Юҡҡа уны президент итеп һайламағанбыҙ. Шундай эшлекле! Үҙе бигерәк һөйкөмлө. Кешелекле, кеселекле. Минең нисек иҙән алыштырыуым менән дә ҡыҙыҡһынды хатта.
– Бындай ҡатмарлы операцияны уңышлы үткәреүегеҙгә мин бик шатмын, – тине. – Һөҙөмтәһенән ҡәнәғәтһегеҙҙер бит?
– Минән бигерәк ҡатын ҡәнәғәт!
Ләкин был яуабым Хакадамаға оҡшаманы.
– Һеҙгә хәҙер үҙегеҙҙең драйв, кайф хаҡында уйларға кәрәк, – тине ул етди генә. – Азатлыҡҡа сыҡҡан мусульманка булараҡ, иҫ киткес карьера эшләргә хаҡлыһығыҙ. Һеҙ мотлаҡ етәксе булырға, бай йәшәргә тейеш!
– Бик ризамын... Тик нисек?
– Мин психолог та, менеджер ҙа түгел, – тине Хакадама ханым, тыйнаҡ йылмайып. – Әммә шулай ҙа, тәжрибәмдән сығып, карьера һәм бизнеста уңышҡа ирешеүҙең тура юлын күрһәтә алам.
– Һай, афарин! – Шатлығымдан Хакадаманы саҡ ҡосаҡлап алманым. – Давай, тиҙерәк күрһәт!
Хакадама, шуны ғына көткәндәй, трибунаға ме­неп, аяҡтарын бөкләп ултырҙы ла экстрасенстар­ға хас тыныс тауыш менән һөйләй башланы:
– Президент итеп һай­ламаһалар ҙа, Нобель пре­мияһы бирмәһәләр ҙә, мин үҙемде бәхетле һанайым. Сөнки мин – ҡатын-ҡыҙ, помойкала тыуманым, мин – супер! Мин булдырам, ҡулымдан бөтә эш тә килә. Мин һеҙҙе, хөрмәтле ледиҙар, бәхетле итергә теләйем. Шуға һеҙгә шәхси уңыштың анатомияһын, тормош даоһын өйрәтәм. Ҡатын-ҡыҙ сибәрлеге менән түгел, энер­гияһы менән үҙенә ҡаратырға тейеш. Ир-атты башы-тояғы менән яулап алығыҙ! Беҙгә ирҙәр шатлыҡ өсөн кәрәк. Драйв, кайф... кәйеф күтәрергә! Һеҙ, моғайын, минең «Sex в большой политике» тигән китабымды уҡығанһығыҙҙыр. – Хакадама ҡарашын миңә төбәне. – Оҡшанымы?
Ундай китаптың донъяла барлығын белмәһәм дә:
– Оҡшаны, – тинем. – Сәйәсәттән бигерәк сексы нығыраҡ оҡшаны.
Был һүҙҙәрем Хакадаманың күңеленә һары май кеүек яғылды.
– Леди-мусульман драйв менән кайфты яҡшы аңлай, – тип мине маҡтап алды ла, дәртләнеп, лекцияһын дауам итте: – Ишетеүемсә, һеҙҙең ҡалала ирҙәр, мосолман ҡанундарына таянып, кәм тигәндә дүрт ҡатын менән йәшәй. Минеңсә, бөгөнгө модернизация заманында бизнес-вумендарҙың да минимум дүрт ире булырға тейеш.
Залда ултырған ҡатын-ҡыҙ шаулаша башланы:
– Дүртәүҙе түгел, берәүҙе лә аҫрап булмай әле!
– Һеҙ мине дөрөҫ аңламанығыҙ, ледиҙар. Һеҙ түгел, улар һеҙҙе ҡарарға бурыслы. Шуға күрә бер ирегеҙ – начальник, икенсеһе бизнесмен булырға тейеш, өсөнсөһө өйҙә хеҙмәтсе эштәрен атҡарһа, дүртенсеһе ял иткәндә яҡшы кайф өсөн кәрәк. Ирҙәр бит ул кәзә тәкәһе кеүек. Тәүге биш йылда бөтә «тәкә» лә принц төҫлө күренә. Шуға уларҙы биш йыл һайын алыштырып торорға кәрәк. Драйв, кайф!.. Ҡатын-ҡыҙҙар дәүере килә!
Бынағайыш... Хакадама, ниһайәт, тураһын ярып һалды. Асты бит әй күҙемде! Матриархат кире ҡайта, былай булғас... Тимәк, был донъяла ир булып йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ. «Пол» тип, миңә йоҡо бүлмәһе иҙәнен түгел, үҙемдең енесте алыштырырға кәрәк.
– Ҡатын-ҡыҙҙар дәүерендә кайфта йәшәгем килә-ә-ә!
Яулығымды сисеп ырғыттым да пеләш башымды өҫтәлдә аяғын бөкләп ултырған Хакадаманың – беҙҙең өсөн бик юғары хаҡлы даманың – яланғас табанына килтереп терәнем...

 

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: