+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Март 2022, 15:15

Матурҡай

Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙинаның прозала ла ең һыҙғанып эшләгән сағы. Хаҡлы ялға сыҡҡас, алыҫ Себер тарафтарына юлланып, вахтасылар тормошон үҙ елкәһендә татып, ошо хаҡта публицистик яҙмалары менән матбуғатта сығыш яһаны. Әлеге хикәйә хис менән аҡыл көрәше, хис менән ҡалыптар, сиктәр алышы хаҡында. Мөхәббәт барыһынан өҫтөнмө? Әллә ул шундай нескә, ләкин көслө кешеләр өлөшөмө?

Матурҡай
Матурҡай

Матурҡай

Хикәйә

Гөлсөмдөң Яңы йыл алдынан донъяһы әллә юрамал ҡыйрай башланы инде. Ҡапҡаһының хөрт генә йоҙағы бикләнмәҫ булды. Кеше көнләштереп өйөнә һыу үткәргәйне, ҡойо эсендәге насосы янды. Газ килеп етмәгәс, утын ярып ыҙалағансы тип, һәр тәҙрә аҫтына батарея элдереп, электр йылытҡысы ҡуйып рәхәтләнгәйне – уныһы сафтан сыҡты. Бөтә бәлә бер ваҡытта килде. Бәлә инде яңғыҙ ҡатынға. Ире булһа, ялпылдатып эшләп ҡуйыр ине лә. Юҡ шул... Балалар ни, үҫтеләр ҙә сығып остолар – һәр береһенең үҙ хәстәре, үҙ донъяһы. Кәртә йәмләп торған малды ла бөтөрттөләр. Кем бесән саба, беҙҙең ваҡыт юҡ, йәнәһе. Отпускыла әҙәмсә ял итәбеҙ, имеш. Килендәре лә: «Ыҙаланма, ҡәйнәм, кейәүгә сыҡ», – тип кенә тора. Әйтерһең, яңғыҙаҡ ирҙәр нигеҙ буйында теҙелешеп ултыра, маңлайҙарына сиртеп һайлап ал! Уф!
Интернетты соҡой торғас, йоҙаҡ тураһында яҡшы кәңәш тапты ул. Һыуыҡтан шулай икән дә. Асҡысты машина майы менән майлағас, бер хәсрәттән ҡотолдо. Аллаға шөкөр. Тик бына һыу насосының кабеле янған. Балалар яҙһыҙ ҡайтмай. Кемгә бәлә һалырға? Барыһында ла байрам кәйефе. Эй, ирһеҙлек! Бахыр ҡатын, йылан кеүек уралып ятҡан, бер урындан ҡара көйөп сыҡҡан кабелгә эсе бошоп ҡарап торҙо ла, эшкинмәгәнлегенә ҡайғырып, өйөнә инеп китте. Әлдә генә мейесен боҙҙороп өлгөрмәгән, тултырып ут яҡты. Өшөгән ҡулын ыуғылап, шартлап янған утындарға ҡарап, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы. «Эй, Ғәбитем иҫән булһа, ошо ыҙаларҙы күрмәҫ инем бит», – тип өҙгөләнде. Өйҙө һалып бөтөп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп кенә йәшәп ятҡанда ире юл һәләкәтенә осрап ҡуйҙы шул. Өр-яңы «Рено Логан»ында. Ғәзиз кешеһен харап иткән «тимер ат»ты ауыҙлыҡларға ҡурҡты ҡатын – тиҙерәк унан ҡотолоу сараһын ҡараны – һатып ебәрҙе. Үҙен дә берәй ергә ауҙарып, балаҡайҙарын етем итер кеүек ине машина.
Уйҙарҙан ҡаңғырып ултырғанда телефон шылтыраны:
– Сәләм, матурҡай! Ни эш бөтөрәһең?
– Сәләм! Ҡар көрәргә йыйынам.
– Көрәгеңә күп һалма, билең биртенер. Мин Орелға етеп киләм. Кискә тағы шылтыратырмын.
Бына мөғжизә – ошо кешекәй менән ҡыҫҡа ғына һөйләшеү ҙә Гөлсөмгә йән өрә. Күңеле була, ҡанатланып китә. Әле лә, ауыр уйҙарынан арынып, елпелдәтә баҫып, ҡапҡа тышына ҡар көрәргә сыҡты. Көрәге ялп-йолп килә, үҙенең ҡолағында «матурҡай» тигән һүҙ яңғырай.
– Һаумы, класташ! – хыялға бирелгән Гөлсөм терт итеп ҡалды.
– Уу, Фәнил! Һинме ни? Сәләм, сәләм! – ҡатын дуҫтарса ҡосаҡлап та алды танышын, үҙенең ҡыйыулығынан уңайһыҙланып китте.
– Ҡалай интегәһең, ҡайҙа, үҙем, – класташы Гөлсөмдөң ҡулынан көрәкте тартып тигәндәй алды. Ир кеше ир кеше инде, мамыҡ көрәйме ни, тип һоҡланып ҡарап торҙо уға ҡатын. Шунан өҙгөләнә башланы:
– Кеше күрһә, әллә нимә уйлар, ҡуй, рәхмәт.
– Уйлаһа ни. Уйлаһын. Миңә танһыҡ ҡына ул.
– Ҡуй, ҡатының күрһә...
– Мин бер үҙем ҡайттым.
Гөлсөм, һерәйеп торғанса, тип өйөнә инде, утынын ҡағыштырҙы, үҙе лә һиҙмәҫтән көҙгөгә күҙ һалды, кәпәсен рәтләп кейҙе. Мәктәптә ҡалай эре ҡыланғанмын, арыу ғына егет булған икән дә баһаң, тип йылмайҙы. Арыу инде. Подполковник булып киткән бит! Ой, бисәһе, бәлеш ауыҙын лапшайтып буяған мәрйә, алып китеп бармаһындар, тигән һымаҡ Фәнилде ҡултыҡлай ҙа йөрөй торғайны урам буйлап. Ҡайтҡан һайын. Ни эшләп яңғыҙы икән был юлы? Ыста, нимә уйлайһың ул?! Ипләп кенә ҡорған ситенән ҡарағайны урамға, тегеһе юҡ. Гөлсөм йәһәтләп тышҡа атылды. Ә Фәнил ҡапҡа эсен ялтыратып маташа икән дә!
– Уй Алла! Ҡалай матур! Ҙур рәхмәт инде... Әйҙә, сәй ҡуям!
– Юҡ, ыҙалама. Магазинға сыҡҡайным. Әсәйем көтә. Икенсе юлы эсермен, – уның кинәйәле ҡарашы ҡатынға оҡшаманы. Килмә, тип әйткеһе килде, тик хәтерен ҡалдырырмын тип өндәшмәне.
Сәй эсеп, ул-был иткәс, Гөлсөм телевизор ҡарарға ултырҙы. Уҡыусылары каникулда. Рәхәт... Телефон шылтыраны.
– Арыныңмы? – эй хәстәрлекле лә инде ошо бәғеркәйе!
– Юҡ, ҡарҙы класташым көрәне.
– Кем ул?
– Подполковник. Отпускыға ҡайтҡан.
– Улай икән.
– Эйе, йәш саҡта хәтәр артымдан йөрөй торғайны. Юҡҡа әҙәмгә һанамағанмын...
– Дөрөҫ эшләгәнһең.
– Ни эшләп?
– Улар бабник була.
– Булһын! – Был һүҙ «булһын, унда минең ни эшем бар» тигәнде аңлата ине. Һөйгәне «булһын, миңә бара ул» тип аңланы, ахыры.
– Үкенәһеңме?
– Әллә инде... Бәлки, бәхетле булыр инем. Уның менән.
– Бәхетле булырға әле лә һуң түгел.
– Женя! Женечка! – әллә телефон үҙе һүнде, әллә бәйләнеш өҙөлдө. Яңынан шылтыратырға йөрәк етмәне. Шулай ҙа күңелендә шайтандар һикереште. «Дөрөҫ эшләнең, дөрөҫ! Был бисәнең кемгә кәрәге бар, тип уйлай ине. Йөрәгенә ҡорт төштө. Кимерһен ҡорттар, кимерһен. Ирҙәрҙе ҡыҙғандырып алыу килешә ул, юғалтыуҙан ҡурҡып, нығыраҡ ярата башлайҙар», – тип туҡтауһыҙ ҡабатланы улар. Гөлсөмгә рәхәт булып китте. Көндәшем бар икән, тип ыҙалан әле, тип кинәнде. Үҙе һаман Евгенийҙың шылтыратыуын көттө.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:
Читайте нас: