+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Март 2022, 10:10

«Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш, Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул...»

Заманыбыҙҙың ярһыу рухлы ижадсыһы, йәмғиәт эшмәкәре, матбуғат ветераны Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева – әле лә ҡолас ташлап шиғриәт киңлектәрендә иркен йөҙгән шағирә – илем-көнөм тип яна, рух һаҡсыһы, ил инәһе булараҡ сығыш яһай.

«Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш, Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул...»
«Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш, Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул...»

Ҡыҙа мейес
Ҡыҙа мейес, ҡыҙа бара,
Сей утын да яна бара.
Йорто ситтә торғандар ҙа,
Иле янһа, яна, ана!
Мейес булһа, ҡыҙһа донъя,
Ҡасаҡты ла эҙләп таба:
Көтә уны буш ашъяулыҡ,
Ҡоро ҡашыҡ, майһыҙ таба.
Мейес яҡһа мейеһеҙҙәр,
Ялҡынлана ғәрәсәттәр.
Йәшеренеү, боҫоп ҡалыу
Мөмкин микән сәйәсәттән?
Мөмкин микән азат булыу
Үҙең йәшәп ятҡан саҡтан,
Булһа әгәр томаналар
Залим менән бер үк заттан?
Ҡасырһыңмы үҙ мәлеңдән
Ишек бикләп, тәҙрә ҡаплап?
Йән мейесен үртәүселәр
Килеп етһә бер саҡ арттан?
Ҡыҙа мейес, ҡыҙа бара...
Килеп еттек шундай көнгә:
Сей утын да дөрләп яна,
Әйләнмәккә көлдән гөлгә!

Нәсихәт
Үҫкән ерҙән төшкән ер ҡәҙерле,
Төшкән ерҙә таштай бат, балам,
Ҡәйнә тупрағынан тыуа килен,
Тупрағыңды һаҡла, баҡ, балам.
Яңы ҡыйығыңды һөйөү кәрәк,
Аҡыл кәрәк ғүмер иткәндә:
Һылыулығың менән һыу буйлама,
Ир йортонда донъя көткәндә.
Көтмә бәхет ҡыйғас ҡаштарыңдан,
Зифа буйың, нескә билеңдән.
Уйҙар уйлап буйла һыуҙарыңды,
Гәүһәрҙәр тап күңел төбөңдән.
Ахмаҡҡа тик диңгеҙ тубыҡтандыр,
Баштан ашырлыҡтыр күләүек.
Төптөр-төптөр үҫкән төп йортоңа
Ишеттермә йәнең сеңләүен.
Таянырлыҡ ҡатын бул иреңә,
Йыйырылмаҫ ҡашлы, алсаҡ бул,
Ғаиләңә сыраҡ, һүнмәҫ ҡояш,
Йылынырлыҡ яҡты усаҡ бул.
Һин тәүге лә һәм һуңғы ла түгел,
Яҙмыш алыр һинән алаһын:
Әсә иткән ата балаһына
Үҫтереп бир халыҡ балаһын!
Төшкән ерҙә ултыраҡлы килен,
Бүҙәнәләй түлле – көслө бул.
Ҡайҙа төшһәң, шунда имен ҡартай:
Ап-аҡ сәсле, һары тешле бул!

Яулыҡ
Ҡатын-ҡыҙ яулыҡ ташлаһа,
Яу туҡтаған яланда!
Булған шундай ғәжәп ғөрөф
Шундай ғәжәп заманда.
Булған, булған һәйбәт йола,
Талаптар булған ҡаты:
Ҡатын хөрмәтләнһә генә,
Хөрмәтләнгән ир заты.
Ҡатын һүҙе өҫтөн булған
Ҡылыс-хәнйәр һүҙенән.
Яуға яулыҡ ташлар ҡатын
Өҫтөн булған үҙенән.
Асмандарға ашҡан оран,
Ҡурсаған ерле халҡын!
Шартлап ауған имән түгел,
Һығылмалы тал аҡыл.
Яланбаш ҡаламын мин дә,
Дәғүәм – яңы заманға:
Яулығымды атып бәрәм
Ирҙәр туҡтатмаҫ яуға!

Автор:
Читайте нас: