+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Февраль 2022, 12:09

«Көлдә сәскә ата һөйөү гөлөм, үҙ-үҙемде асыл һатмаған...»

Лариса Абдуллина 1975 йылда Дәүләкән районының Мәкәш ауылында тыуған. Башҡорт һәм рус телдәрендә китаптар авторы. Өфө ҡалаһында йәшәй. Өс бала әсәһе. «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире. «Шиғриәт – иң юғары һүҙ сәнғәте. Ул донъя мине үҙенең илаһи көсө, ышыҡ булыуы менән арбай!» – ти шағирә.

«Көлдә сәскә ата һөйөү гөлөм,  үҙ-үҙемде асыл һатмаған...»
«Көлдә сәскә ата һөйөү гөлөм, үҙ-үҙемде асыл һатмаған...»

Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй
Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй:
«Борон-борон-борон заманда...»
Арбап ала мине һүҙ тылсымы,
Яҡшылыҡтың көсө ямандан.

Йылдар үтә.
Шул әкиәт менән
Мин атлайым йәшлек үренә.
Хәҙер инде яҡшы, яман яуы
Минең заманда ла күренә.

Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй,
Кем булды һуң әле батыры?
Ғәҙеллектең хаҡы бөгөн ниндәй?
Ниндәй хәлдә икән йорт-ырыу?

Әсәй миңә бер әкиәт һөйләй:
«Борон-борон-борон заманда...»
Һүҙ ҡаҙнаһын мәңге маяҡ итеп,
Әкиәт серен сисәм һаман да...

 

***
Һине тегендә күргәндәр,
Күргәндәр һине бында.
Сит кешеләр араһында,
Яттарҙың ҡуйынында.

Әллә йырлап маташҡанһың...
Мөмкин микән булыуы?..
Хисең яңырыуы микән?
Иҫкеһенең һулыуы?

Һине ҡайҙалыр күргәндәр,
Көләһең икән шашып.
Сәсһеҙ ҡалып бара, тиҙәр,
Инде салланған башың...

Һине баҙарҙа күргәндәр,
Нимәлер эҙләгәнһең.
Уртаҡ таныш ҡарашында
Кемделер күҙләгәнһең.

Һине ҡайҙалыр күрәләр,
Мин генә күрмәй ҡалам.
Күләгәһе итеп хистең
Хәтер төбөнә һалам.

 

Ҡарашың
Ҡайҙа ҡуйырға һуң ҡарашыңды?
Устарыма һалһам, ҡул бешә.
Ташлап китә алмай яфаланам:
Миндә ике тойғо көрәшә...

Ҡайҙа ҡуйырға һуң ҡарашыңды?
Йөрәгемә ҡурҡам һалырға.
Әллә һүҙе итеп алырғамы
Үҙәгемдән сыҡҡан бер йырға?!.

Ҡайҙа ҡуйырға һуң ҡарашыңды?
Ул эйәрә төҫлө артымдан.
Йәшереүе ауыр тойғоларҙы
Уҡыусыһы булғас һәр ымдан.

Ҡайҙа ҡуйырға һуң ҡарашыңды?
Ул уята төҫлө һәр иртә.
Юғалған да булыр инем,
Ҡараш
Ысҡындырмай Ерҙә йөрөтә.

Ҡайҙа ҡуйырға һуң ҡарашыңды?
Хәҙер унһыҙ йәшәү юҡ һымаҡ.
Ҡарашыңды йотам...
Бар асылым –
Эстән дөрләп янған йорт һымаҡ.

 

Инйәр
Ағышыңда болоттарҙы күрәм,
Ғорур һынын ҡая таштарҙың,
Ишетәмен кеүек ярҙарыңда
Боронғоноң һағыш-аһтарын.

Тау йылғаһы тигән даның белгәс,
Бейеклектәр тоям сәмеңдә.
Ғәййәрлектәр көҫәп килдем, Инйәр,
Заманым да шундай хәлендә.

Ашығаһың һаман Уралтауҙың
Еткерәм, тип, илгә сәләмен.
Биргән бит ул Күктәр кешегә лә
Йылға телен аңлау ғәмәлен.

Тауҙар ғорурлығын һиҙгән саҡта,
Шаршы тилберлеген алғанда,
Сәмле ағым үҙе генә белгән
Быуат ҡомарҙарын тойғандай.

Тигеҙ ерҙә лә бит һәр тулҡының
Раҫлағандай рухи ҡеүәтен,
Айбарланып бар ғәйрәтен сәсә,
Ул тарата илгә көс-дәртен.

Һәр тулҡының тере!
Һәр бер тамсың
Йәншишмәләй ерҙе һуғара.
Уралтауҙың ҡан тамыры кеүек,
Йөрәк тибештәре – һәр ынтылыш,
Ғәскәр рухын илтә ул ара.

Үҙ илеңдә тауҙар ҡотон һаҡлап,
Боронғоноң төҫө булғанда,
Тау йылғаһы иңен ҡуйыр һәр саҡ,
Шүлгән үте илгә тулғанда.

Ғәййәрлектәр көҫәп килдем, Инйәр!
Илгә һеңһен һинең дарманың.
Мең ғүмергә етер ҡөҙрәт бирҙең,
Бер көнөмә ҡеүәт һораным!..

 

Һөйгәнемдән мәхрүм иттеләр...
Һөйгәнемдән мәхрүм иттеләр ҙә,
Йөрәгемде тапап үттеләр.
Хыялынан башҡа осмаҫ, тиеп,
Йырһыҙ ҡалыуымды көттөләр...

Һөйгәнемдән мәхрүм иттеләр ҙә,
Бәғеремде утта өттөләр.
Хыянатсыл һинең йәрең тиеп,
Уны хыянатҡа эттеләр...

Хыянатҡа уны эттеләр ҙә,
Минең хыянатты көттөләр.
Һөйөү ғазабында янған саҡта
Күңел нағыштарын һүттеләр.

Һөйгәнемдән мәхрүм итһәләр ҙә,
Хыянатҡа уны этһәләр ҙә,
Йөрәктәрҙе утта өтһәләр ҙә,
Күңел нағыштарын һүтһәләр ҙә,
Түгелмен дә мәхрүм мөхәббәттән,
Хыянаттан йәнем ҡатмаған.
Көлдә сәскә ата һөйөү гөлөм,
Үҙ-үҙемде асыл һатмаған.

Һөйгәнемдән мәхрүм иттеләр шул...
Ул тик берәү ине – йәнкиҫәк.
Инде ул да берәү булғанлығын,
Мәңгелеккә йәнгә тулғанлығын
Белмәйенсә Ерҙән китәсәк!..

 

 

Автор:
Читайте нас: