+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Февраль 2022, 12:05

Бәхилләшкәндә...

Хикәйә Ә был ваҡытта Әнүәрҙең әсәһе Гөләйшә апай, улын эҙләп, өйөнә инде. Хәл белешергә ине ниәте. Ярай әле, Хәлит эшкә саҡырҙы, айныҡ ҡына йөрөһә ярар ине.

Бәхилләшкәндә...
Бәхилләшкәндә...

Донъяһы һис кенә лә кеше йәшәгән йортҡа оҡшамаған. Килендең балаларын алып ҡайтып китеүенә лә йылдан ашты шул. Айныҡмайынса килмәйем, ти. Утты яҡтыртты, иң тәүҙә күҙенә өҫтәлдәге ҡағыҙ салынды. Әллә яҙыу әтмәләгән инде? «Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй». Уф, Хоҙайым, әле генә ошонда йөрөй ине, һарайға ғына сыҡтымы икән? Үҙе бит иртән шпагат тотторҙо, көнө буйы Хәлиткә эшләп йөрөнө бит әле. Гөләйшәнең хәле бөттө, күҙ алдары ҡараңғыланды һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, диванға ултырҙы ла ҡолап та китте. Ҡуй инде, һуңғы сиккә еткәйне шул, үҙәгенә үткәйне, аптыраған көндән анау ебен тотторған булғайны.
Әсәнең күҙҙәренән йәш аға, үҙе урынынан да ҡуҙғала алмай. Улына бит үҙе тоттороп ебәрҙе. Бер көн Әнүзәгә шылтыратҡайны, уныһы ипкә килерлек һымаҡ, айнығандың икенсе көнөнә үк ҡайтырбыҙ, тип тора. Улы менән ҡыҙы йәл. Уларҙы бит аталары йәнендәй күреп ярата ине. Үкенә Гөләйшә, яҙыуын да ҡалдырған бит әле. Бәхилләшкән булған, әсәһенә өндәшкән.

* * *
Хәлиттең текә «Крузагы» Әнүәрҙең ҡатыны Әнүзә йәшәгән ауыл яғына елдерә. Хәлиттең үҙ планы: фермаһын киңәйткәйне, яңы таналар һатып алғайны, ә ауылда эш ышанып тапшырырлыҡ кеше юҡ. Эргәһендә бәүелеп килгән Әнүәргә нимә әйтәһең инде, бөгөн булмаһа, иртәгә ысҡынырға әҙер. Ә таналар оҙаҡламай килеп етәсәк, тағы ла үҙенә еңен һыҙғанырға тура килерме икән? Ә уның маҡсаты – һөттө һауыу ғына түгел, эшкәртеү, сауҙа нөктәләренә тапшырыу. Бының өсөн ҡаланан кеше саҡыртып булмай бит инде. Барлыҡ өмөт эргәлә йоҡомһорап килгән Әнүәрҙә. Фермер күрҙе, ҡулынан эш килерлек. Мастерға ла оҡшаны. Тегене ярты һүҙҙән аңлап тора. Эх, Әнүәр һымаҡты тағы ҡайҙан табаһың? Эсеп, юҡҡа сығып бөттөләр бит. Әгәр ул ышанысты аҡлаһа, ҡатыны ла килеп ҡушылһа, барлыҡ мәшәҡәттәр хәл ителәсәк. Ауылда башҡа кеше юҡ, өй аша мөрйәнән төтөн сыҡмай. Ошо Әнүәр һымаҡ берәм-һәрәм генә ҡалдылар. Улары ла йә ҡалаға китә, йә Әнүәрҙәй эскесегә әйләнеп үлә алмай йөрөйҙәр. Ярай әле, ул килеп сыҡты, һуңғы өмөт һәм ышаныс.
Хәлит күҙ ҡырыйы менән генә Әнүәрҙе күҙәтеп бара. Башҡа ваҡыт булһа, ай-вайына ҡуймай, төшөрөр ҙә китер ине. Юҡ, ярамай. Арыу кешегә сығарып, күҙенә ҡарап барырға тура килә. Ҡара, ниндәй олпат, ваҡ-төйәккә битараф ҡиәфәт менән ултыра белә ул, әйтерһең, бер ҙур етәксе. Үҙен ҡайҙа алып барғандарын һиҙә, буғай. Өндәшмәй. Тимәк, сәфәргә фатихаһын бирә. Алда нимә көтөрөн дә һиҙәлер. Ана, алыҫта ауыл уттары күренде, ҡеүәтле джипҡа юл түҙәме инде, килеп тә еттеләр.
– Өйҙәре ҡайҙа? – тине фермер.
– Ә-ә, минекеләрҙе әйтәһеңме? Ошо тирәлә була торғайны, – тип мөңгөрҙәне Әнүәр. – Туҡта, һин мине бында нимәгә килтерҙең?
– Ғаиләңде, балаларыңды күрһен, тип килдем. Ә улар һиңә лә, миңә лә кәрәк.
– Туҡта, һин мине тамам буйһондороп алдың түгелме һуң? – тине Әнүәр. – Һин ни эшләп минең ғаилә эшенә ҡыҫылаһың? – тип Әнүәр фермерға боролоп уҡ ултырҙы.
Фермер машинаһын туҡтатты, нимә әйтергә белмәй Әнүәргә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. Бер тапҡыр уфтанды, төкөрөп ҡуйҙы. Шулай итеп үҙен тынысландырҙы.
– Ҡана, бир әле телефоныңды, – тине ул, Әнүәргә ҡулын һондо.
– Мә, үҙеңдеке бит, – тине тегеһе.
– Онотма, мин бер биргән әйберҙе бер ваҡытта ла кире алмайым, – тине Хәлит һәм смартфонының экранында ниндәйҙер программаны асып, Әнүәргә күрһәтте. – Бына ҡара, Беларусь был. Күрәһеңме, бер-бер артлы биш нөктә килә? Беҙҙең таналарҙы тейәгән «фура»лар. Ике көндән ошонда килеп туҡтаясаҡтар. Уларҙы кеше һымаҡ ҡабул итергә, быҙаулаттырырға әҙерләр кәрәк. Бының өсөн тейешле техника һатып алынған, үҙең күрҙең. Ә эшләргә кеше юҡ. Мастерҙан бурыс төштө, ул һиңә күрһәтеп бирҙе, һин төшөндөң. Хәҙер барлыҡ эш – беҙҙең ҡулда.
Фермер машинаһын урынынан ҡуҙғатты. Оло урамды бер үттеләр, юҡ, күптән был яҡтарға килгәне юҡ, Әнүәр ҡәйнәһенең өйөн танымай ҙа ҡуя. Әллә яңы ҡойма тоттолармы икән? Хәлит әсе телле инде:
– Нимә, ағай, таныш ҡапҡа күренмәйме әллә? – тине. Төрттөрә, ныҡ көлә.
– Килгән юҡ бит – вис яңыртып бөткәндәр, – тип аҡланды тегеһе. – Юл да төшкәне юҡ. Хәйер, мине бында кем көтһөн. Туҡта! Бынау түгелме икән?
Джип еңелсә артҡа бирҙе. Йәйге кис, урам тулы бала-саға, өлкәндәр ҙә бар. Бындай автомобилде күргәндәре юҡтыр, моғайын, тиҙ арала бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәштәр йыйылып китте. Текә машинаны тотоп ҡарайҙар, саңын һөртәләр.
– Кемгә килдегеҙ? – тип кемуҙарҙан ҡыҙыҡһыналар.
– Кемгә килдек? – тип һорай фермер боролоп Әнүәрҙән.
Уныһы ҡаушай, бисәһенең Әнүзә икәнлеген белә лә ул, тик малайы менән ҡыҙының исемен иҫләй алмай ҙа ҡуя.
– Кемгә тип, хәҙер әйтәм, Гөлнара менән Иршатҡа инде, әсәләре Әнүзә, – тип яуапланы Әнүәр.
– Гөлнара менән Иршат ҡайҙа? – тип һөрәнләне «Крузак»тың водителе. – Әсәләре Әнүзә булырға тейеш.
Малайҙар менән ҡыҙҙар кемуҙарҙан Гөлнара исемле ҡыҙыҡай менән Иршат исемле малайҙы алға этеп сығарҙы. Эй, минең бәләкәстәрем, тип күңеле тулды Әнүәрҙең, хатта күҙҙәрендә йәш ялтыраны. Ҡайһылай үҫеп киткәндәр, хатта танырлыҡ та түгел.
– Ә һеҙ кем? – тине ҡыҙыҡай, өҫтөнә һуңғы мода менән тегелгән махсус кейем кейгән, ҡырынған атаһын үҙе сырамытҡандай ҙа кеүек.
Әнүәр өндәшмәне, ул өнһөҙ генә илай ине. Йә инде, хәҙер үҙ балалары ла танымай торһон әле.
– Атай килгән бит, – тине улы, үҙенеке шул, таныны.
Ул арала ҡапҡанан Әнүзә килеп сыҡты. Сыҡмаҫлыҡмы ни, ят автомобилде күреп, ярты ауыл балалары йыйылған. Әнүзә тиҙ таныны.
– Ни эшләп йөрөйһөң? – тине ул аптырап.
– Һаумы, еңгә? Бына һеҙҙең хәлде белергә килдек, – тип өндәште Хәлит. – Әнүәр ағай һеҙҙе һағындым, ти. Иртәрәк килер ине, бушамай, эше күп.
– Әйҙәгеҙ, өйгә үтәйек, – тип уңайһыҙланып ҡына саҡырҙы Әнүзә ҡунаҡтарҙы.
Өйгә керҙеләр, Хәлит күстәнәстәрен өҫтәлгә теҙҙе. Тыныс ҡына итеп бергә сәй эстеләр. Шул арала фермер ябай ғына итеп сит илдән таналар һатып алыуын, яңы ферма ҡороуын, эшләргә кеше кәрәклеген, был һынауҙы Әнүәрҙең лайыҡлы тотоуын бәйән итеп өлгөрҙө.
– Еңгә, әйҙә, балаларҙы алығыҙ ҙа ҡайтығыҙ, – тине фермер. – Һеҙҙән башҡа кешем юҡ. Һыйыр өсөн мин ҡырҙан кеше килтерә алмайым.
– Һин ошо кешегә ышанаһыңмы? – тине ҡатын, Әнүәргә ымлап. – Уға бит йөҙ һум бирһәң, мең һумлыҡ эсеп иҫерәсәк.
– Мин уға түгел, һеҙҙең икегеҙгә ышанам, был эште һеҙ генә башҡарып сығырлыҡ, – тине Хәлит. – Йөҙ һыйырҙы ла ҡарай алмаҫбыҙмы икән?
Шул ваҡыт Әнүзәнең телефоны шылтыраны. Ҡатын трубканы алды, бик оҙаҡ тыңланы.
– Нимә булһын, бына ултыра ул, – тине Әнүәргә ҡарап. – Ысынлап әйтәм, өр-яңынан кейенеп алған, хатта балалары ла танымай торҙо. Эйе, ошо хаҡта һөйләшеп ултырабыҙ.
– Нимә бар? – тине Әнүәр.
– Нимә бар, үҙең беләһең инде, – тине Әнүзә. – Ҡәйнәмә яҙыу ҡалдырып киткәнһең. Шуны уҡыған да йығылған да ҡуйған. Әле һине эҙләйҙәр.
– Юҡ, юҡ, мин бында, – тине Әнүәр. – Ул ҡағыҙ хәҙер иҫәпләнмәй.
– Ҡәйнәм менән бәхилләшеп, яҙыу ҡалдырманыңмы ни? – тине Әнүзә. – Әсәйеңдең ҡотон осорғанһың да баһа.
– Эй-й, булды инде, – тине Әнүәр ҡулын һелтәп. – Әйҙә, Әнүзә, ҡайт, яңынан тормош башлайыҡ. Бына Хәлит икебеҙгә лә эш бирә. Ниңә беҙ эшләрлек түгелме ни?! Эшләрбеҙ. Миңә ышан, һуңғы тапҡыр ышанып ҡара.
– Һуңғы тапҡыр, тиһеңме? – тине ҡатыны. – Һуңғыһы булмаһын шул... Тик бәхилләшергә ашыҡма... Ҡабаланма... Балаларҙы үҫтерергә кәрәк. Әйберҙәрҙе хәҙер йыяйыҡмы?
Әнүәр иртүк тороп ихатаһына сыҡты. Нигеҙ буйында ятҡан бүрәнәгә барып ултырҙы. Баш былай ауыртыуын ауыртмай, геүләп торған һымаҡ. Шул ваҡыт әсәһе яғындағы бәләкәй ҡапҡаның шығырҙап асылғаны ишетелде. Кем йөрөй икән? Үрелеп кенә ҡарағайны, һиҫкәнеп ҡуйҙы. Ап-аҡтан кейенгән әсәһе сығып баҫты. «Лә иләһә иллаллаһ Мөхәммәд рәсүлуллаһ», – тине, ете тапҡыр әйтте. Әнүәр ҙә тиҙ ятлап алды: «Лә иләһә иллаллаһ Мөхәммәд рәсүлуллаһ».
– Аллаһым, – тине әсәһе, тубыҡланып ултырып. – Миңә ҡылған изгелектәрең өсөн рәхмәт! Һинең, тик Һинең ярҙамың менән генә балаларымды үҫтереп, кеше иттем. Әнүәр улыма ла көс-ҡөҙрәт бир! Айнырға, саф юлға баҫырға ярҙам ит! Күреп тораһың бит, үҙе лә, килен дә эшкә шәп. Ҡыҙ менән ул үҫтерәләр. Быға тиклем ҡылған изгелектәрең, Аллаһым, барса кешегә лә етте. Ҡалдырмасы балаларымды изгелегеңдән! Лә иләһә иллаллаһ Мөхәммәд рәсүлуллаһ.
Әнүәр әсәһенән һуң тағы бер ҡабатланы: «Лә иләһә иллаллаһ Мөхәммәд рәсүлуллаһ». Әсәһе күҙ алдына нисек пәйҙә булһа, шулай шым ғына юҡҡа сыҡты.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

 

Аҙағы. Башы 1-се һанда.

Автор:
Читайте нас: