+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
27 Ғинуар 2022, 15:01

Бәхилләшкәндә... Хикәйә

Башҡорт журналисы, яҙыусы һәм драматург Рәлиф Мөстәҡим улы Кинйәбаев 1957 йылдың 1 ғинуарында Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. 1990 йылдан – СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (2021). Уны 65 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Бәхилләшкәндә...

Хикәйә

 

Әнүәр ҡалтыранып өшөп уянып китте. Уң ҡулы ойоған, ҡулбашын күтәрерлек тә түгел. Бәй, иҙәндә ята ла инде, ул бит һикегә лә менеп етә алмаған. Ярай, иҙәндә йоҡлаһа ни, ҡомаҡ-сысҡан-маҙар юҡ. Икмәк валсығы ла төшмәгәс, улар бында нисек йәшәһен. Совет дәүеренән ҡалған сәғәткә күҙ ташланы, уныһы текелдәй әле, герен генә күтәреп ҡуйырға кәрәк. У-у, баш ауырта. Ҡайҙан нимә табып, башын төҙәтергә икән? Бөгөн нисәһе әле? Кисә 12-һе ине, бөгөн 13-ө. Эйе, бөгөн 13-ө, әсәһенең пенсияһы килгән көн. Почтальон иртән иртүк таратып сыға торған. Моғайын, ҡалдырып та сыҡҡандыр. Әсәһе үҙенеке, ситкә типмәҫ, бер яртылыҡ булһа ла арттырыр ул. Магазиндан алырға ике йөҙ тәңкә бирһә, юғары оста Мәрхәттән бер литр алырға мөмкин. Былай булһа, йәшәйбеҙ!

Айнығыр-айныҡмаҫ ир әсәһенең ишеген ҡаҡҡанда хужабикә сәй эсеп ултыра ине. Урынынан ҡуҙғалып ишекте асһа, улы тора. Бер һүҙ өндәшмәне, тегеһе эйәреп эскә үтте. Саҡырғанын да көтмәй өҫтәл эргәһенә ултырҙы һәм нимә бар, ҡапҡылай башланы. Әсәһе лә белеп тора, ул ғынаһы ас, аш күргәне юҡ, ризыҡты алдынараҡ этеп ҡуйҙы. Аш ҡына етәме һуң инде, пенсияңды алдыңмы, әсәй, тине, йәнәһе, мине онотманыңмы?

– Алдым, – тине әсәһе, – алһа, нимә булған? Минең пенсиямда һинең ниндәй өлөшөң бар? Пенсияны дәүләт һиңә түгел, миңә түләй.

– Былай ғына һорайым, – тип мөңгөрләне улы, – бәлки, берәй эшең барҙыр, әсәй.

– Түләһәм, эшләйһеңме? – тине әсәһе һынсыл ғына, – Ана, утын ята, ай һайын йөҙ тәңкә түләйем, ярам, тиһең дә, юҡ.

– Бер аҙ кипһен, кипкән утын еңел ярыла, – тип сәбәбен дә тапты улы.

– Ә унан алда яңы бысылған утын сей килеш анһат ярыла, тип һөйләнгәйнең, – тине әсәһе, бер ыңғай хәтеренең яҡшы икәнлеген дә иҫкәртте.

– Бер ҙә хәл юҡ, әсәй, баш ауырта, – тип йәлләтергә тырышты улы.

– Эсмә, һиңә кем эсергә ҡуша. Эшкә тотон, – тип тоҡанды әсәһе. – Эш юҡ, тип әйтергә итәһеңме? Эшләгән кешегә эш бар ул. Ана, фермер Хәлит һауынсы эҙләй, йәш сағым булһа, үҙем барыр инем. Көн һайын мең тәңкә түләй. Айына утыҙ мең. Минең өс айлыҡ пенсиям. Үҙем барам, тигәйнем, Хәлит һүҙен дә таба, һине, инәй, ялларға оялам, ти. Әйҙә, үҙем алып барам.

Әнүәр, әйтерһең дә, һыйыр имсәгенә йәбешергә ҡурҡты инде, хатта урынынан һикереп торҙо:

– Юҡ, әсәй, үлһәм үләм, һыйыр һауып йөрөйһөм юҡ. Һыйыр һауғансы, үләм, биллаһи, аҫылынам да ҡуям.

– Һинме һуң инде элмәккә һикерер кеше, ғүмерҙә ҡулыңдан бер нәмә лә килмәне, йүнле булһаң, ике балаһын эйәртеп, килен ҡайтып китмәҫ ине, – тине әсәһе улының алдына шәшке ултыртып.

Әнүәр өндәшмәй, әсәһе әйтһә әйтә лә ҡуя шул.

– Йә инде, әсәй, бер яртылыҡ ҡына, башҡа бимазаламам, – тип инәлә.

– Юҡ, бер сәкүшкәлек тә булмаясаҡ.

– Әсәй, әтеү аҫылынам, – тип шыңшыны улы.

– Аҫылынһаң, үҙеңә лә, миңә лә еңел булыр, исмаһам, аҡса һорап йөрөүсе булмаҫ, – тине әсәһе. – Улайһа, мә, һинән ҡотолоу юҡ, мине гонаһлы итеп бөттөң инде.

Мә, тигән һүҙ ишетелде һәм Әнүәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. Әсәһе эргәһенән үрелеп бер тоҡсай алды һәм улына һондо. Улы ҡалтыранған ҡулдары менән тоҡсайҙы эләктереп сығып йүгерҙе һәм уны асып ҡараны: бәй, был нимә ул?

Тоҡсайҙа шпагат, һалам төрә торған ап-аҡ шпагат ята ине. Тағатып ҡараны, ике метр ярым булыр. Быныһы нимәгә тағы? Туҡта, әсәһе аҫылынырға шпагат тоттороп ебәргән түгелме һуң? Йәне көйгән Әнүәр һөйләнә-һөйләнә өйөнә инеп китте, ултырғысын һөйрәп алды, өрлөктә сөй эҙләй башланы. Шпагат тоттороп ебәргән... Хәҙер шунан үҙең ысҡындырып ал инде. Инде ултырғысҡа менеп баҫҡайны, элмәкте муйынына элә лә башлағайны, туҡтап ҡалды. Берәй яҙыу яҙырға кәрәк, былай үлеп тороуҙан ни файҙа. Белһендәр, күрһендәр, Әнүәр юҡҡа үлмәне, уның да ғорурлығы бар. Бына ҡәләм, ҡағыҙ ярпыһы ла бар. «Үҙ иркем менән донъяны ҡалдырам. Минең үлемемдә берәүҙе лә ғәйепләмәгеҙ. Бәхил бул, әсәй»,  тип яҙҙы Әнүәр аҡ ҡағыҙға. Хатта әсәһе менән бәхилләшкәндә күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. Эй, илар инде бахыр ғынаһы... Ә быны нимәгә яҙып ултыра инде? Былтыр Оҙон Ғиссам үҙенә ҡул һалғайны, хатта яҙыу ҙа ҡалдырмаған. Кешеләр, ниңә улай китеп барҙы икән, тип аптыраштылар. Ә бына Әнүәргә бындай дәғүә юҡ, ҡағыҙы яҙылған, бөтәһе лә аңлашыла, ҡыҫҡаһы, һуңынан берәү ҙә һорап йөрөмәйәсәк.

Әнүәр өрлөктәге сөйҙө барланы, ныҡ булырға тейеш, үҙен күтәрер, буғай. Ошо сөйгә малайы менән ҡыҙының сәңгелдәген элә торғайнылар. Эй, малайы оҡшата торғайны, сәңгелдәкһеҙ йоҡламай ҙа ҡуя инде. Аҙаҡ Әнүәр хатта бер-ике көн ҡулда йөрөтөп йоҡлатты. Булған бит заманалар! Ошонда Әнүәр балалар үҫтерҙе, тип һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Бынауы алкаш ошонда ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ара-тирә ҡунаҡ йыйып, донъя көттөмө, тип аптырашырҙар. Ә ҡатыны ниндәй уңған һәм егәрле ине. Нисек инде уңған һәм егәрле ине, ул әле лә бар, күрше генә ауылда, ҡарт әсәһе менән геүләтеп донъя көтә, тиҙәр. Әнүәр ишеткеләп йөрөй, әсәһе бер-ике тапҡыр, балаларҙы һағындым, тип барып та ҡайтҡан, киленен кире ҡушылырға өгөтләп тә ҡараған шикелле. Белә нимә тип яуап биргәнен Әнүзәнең. Ай-һай, егәрле лә, телгә лә әсе шул. Нимә тигән әле, иҫерек ирҙе ҡосаҡлап ятҡансы, бер үҙем йоҡлайым, тигән.

Әнүәр хәтирәләренән арынды. Етәр, күпмегә һуҙырға мөмкин, инде ултырғысҡа менеп баҫты, шпагатын сөйгә эләктерҙе. Эленергә генә ҡалғайны, тышта автомобиль сигналы ишетелде. Кем йөрөй тағы? Ир йүгереп мәңге йыуылмаған, саң баҫҡан, үрмәксе ауынан саҡ күренгән тәҙрә аша урамға ҡараны һәм ҙур иномарка күрҙе. Бәй, фермер Хәлит килгән түгелме һуң, уға нимә ҡалмаған тағы? Их, өлгөрөрмө икән?

– Хужалар өйҙәме? – тип йыраҡтан уҡ һөрәнләп килә ул. Бына соланда дөбөрҙәгәне ишетелде. Ҡара, үҙен хужа һымаҡ тота, үҙ өйөнә инеп киләме ни.

– Өйҙә! Мин ҡайҙа булайым, – тине Әнүәр, ярай өлгөрҙө, шпагатын түшәмдән йолҡоп алды, кеҫәһенә тыға һалды.

– Һиндә йомош бар ине, ағай, – тине тегеһе, баштан-аяҡ күҙҙән кисереп. – Һине бөтәһе лә маҡтай, эшкә шәп, тиҙәр. Мин бит хужалыҡты киңәйтәм. «Биш йөҙ ферма» программаһын ишеткәнең бармы? Вәт, мине шуға индерҙеләр. Ярҙам ит, ағай. Биш йөҙ ферма!

Биш йөҙ ферма, тиме, их, бынан бер 500 тәңкә һығып алғанда, шәп булыр ине, тип хыялға бирелде Әнүәр. Тик сиселеп бармаҫ шул. Бәлки, 200 тәңкә лә етер. Һорарғамы, юҡмы?

– Минең эш мөшкөл бит әле, – тине алкаш, айныҡ фермерҙың күҙҙәренә ҡыҙғаныс ҡиәфәттә ҡарап. – Кисәгенән баш ауырта...

– Был ниндәй халыҡ, күҙ алдында бөтөп баралар, – тип һөйләнә башланы фермер. – Мин уға эш тәҡдим итәм, ә ул эсергә аҡса һорай. Нисек оялмайынса баш төҙәтергә аҡса һорайһың минән?! Оятһыҙ! Мин бит һиңә эш менән килдем.

– Килһәң ни, унда минең ни эшем бар. Һыйырыңды әтеү үҙең һауаһың инде, йөҙ тәңкәңде лә йәлләп тораһың, – тине Әнүәр битараф төҫ менән. – Ә һин минең һыйыр елененә ҡағылыу менән ниҙәр кисереүемде беләһеңме?

– Нимә булды тағы? Әллә һыйыр имсәгенә ҡағылғаным юҡ, тиһеңме?

– Эйе, тап шул хаҡта һөйләп торам да инде. Электән миндә шундай сир бар, һыйыр имсәгенә ҡағылһам, ҡатын-ҡыҙға йәбешә башлайым.

– Кит әле, булмаҫ! – Фермер хатта башындағы кәпәсен систе. – Йәле, ентекләп һөйлә. Һин һыйыр имсәгенә йәбешәһең, үҙең шунда уҡ ҡатын-ҡыҙ хаҡында уйлай башлайһың...

– Тап шулай, ҡустым, һин мине лутсы һыйырҙарың тирәһенә ебәрмә. Бәләһенән баш-аяҡ, бер-бер хәл булып ҡуйыр. Ишеттем, һыйырҙарың сит илдән ҡайта, бик ҡиммәттер, тип уйлайым. Берлиндың үҙенә генә билет хаҡы егерме меңләп, тиҙәр. Ә һыйырыңдың ите, һөтө тағы ла күберәктер әле. Ҡара иҫәп менән иң кәмендә 100 – 150 мең һум. Ә һин миңә шул һыйырҙы ышанып тапшырырға итәһең, ә үҙең баш төҙәтергә йөҙ тәңкә йәлләйһең.

Фермер аптыранып ҡулын кеҫәһенә тыҡты, хатта аҡса ҡыштырҙағаны ишетелде. Алкаштың ҡолаҡтары ҡарпайҙы.

– Йөҙ тәңкә тинеңме?

– Эйе, йөҙ тәңкә, бәлки, ул минең ғүмеремде ҡотҡарыр.

Фермер кеҫәһендә аҡсаға ғына хас ҡыштырлау тағы ла ҡабатланды һәм ҡулға эйәреп ике йөҙлөк килеп сыҡты. Әнүәрҙең тын алышы йышайҙы, ҡан баҫымы күтәрелде, хатта еңелсә тирләп сыҡты.

– Ә ике йөҙ тәңкә күп булмаҫмы? – тине фермер, ә үҙе һаман икеләнә. – Ярай, мин риза, тик тәүҙә барып эшләп ҡарайбыҙ, ҡулыңдан килһә, ошо аҡса кискә һинеке.

Әнүәр үҙе лә белә, башҡа юл юҡ, ризалашырға ғына ҡала. Тәүҙә кеҫәһенә тығылды, был нимә ята ул? Ә-ә, теге һалам төргән шпагат икән.

– Ҡасан тотонабыҙ? – тине алкаш.

– Ҡасан булһын, хәҙер үк. Әйҙә сыҡтыҡ, ҡуҙғалабыҙ.

Сығыуҙарына ишек төбөндә Әнүәрҙең әсәһе тора ине.

– Һаумы, улым, – тип иҫәнләште ул фермер менән. – Быны ҡайҙа алып бараһың? Эшкә? Ошонан эш сығыр тиһеңме? Ғүмерҙә изгелек күрһәтмәйәсәк. Эсермәй, бикләп кенә тотмаһаң, бер файҙаһы ла булмаясаҡ.

– Ҡарарбыҙ, – тине фермер, – тәүҙә эшләп күрһәтһен әле.

Хәлит Әнүәрҙе «Крузак»ка алға ултыртты, тегенең хатта тағы ҡан баҫымы күтәрелде. Еңелсә тирләр ине, кондиционерын эшкә ҡушты. Бына ҡайҙа рәхәт, һыуыҡ һауа секунд эсендә салонды еләҫләне лә ҡуйҙы.

– Был машина күпме тора? – тине Әнүәр.

– Был машина бик ҡиммәт тора, – тине фермер. – Шуны бел: һин уға ултырып йөрөүгә лайыҡ, сөнки һин ошо машинанан да ҡиммәтерәк техника һәм һыйырҙар менән эш итәсәкһең.

Килеп төштөләр. Фермер алкашты иң тәүҙә бер бүлмәгә индереп, уға ярашлы кейем тотторҙо, икенсе бүлмәлә душта йыуынырға, ҡырынырға ҡушты. Тартҡылашманы Әнүәр, тиҙ генә йыуына һалып, өр-яңы кейемдәрҙе кейеп килеп тә сыҡты.

Тышта сит илдән килгән мастер көтөп тора икән, эргәһендә тәржемәсе ҡыҙыҡай өлтөрәп йөрөгән була. Өҫтәүенә, телекамера, фотоаппараттар тотҡан биш-алты хәбәрсе күренә.

Фермер нимә эшләй инде: тәржемәсегә Әнүәрҙе маҡтай, бая уның һыйыр елененә йәбешкәндә нимәләр кисергәнен һөйләй. Мастер менән тәржемәсе әллә ҡыуанып, әллә шатланып, көлөштөләр. Мастер тигәндәре, хатта Әнүәрҙең арҡаһынан яратып, ниҙер әйтте. Иң тәүҙә һөт боксына инделәр. Ҡайҙа ҡарама – тутыҡмай торған тимерҙән эшләнгән көҙгө һымаҡ ҙур-ҙур һауыттар. Бына дүртәүләп киләләр. Әнүәр үҙен улар араһында айырмай ҙа хатта, кисерештәренән башы еңелсә әйләнеп ҡуйҙы. Ул инде хәҙер кисәге алкаш түгел, фермер әйтмешләй, мастер, үҙ эшенең оҫтаһы. Әнүәр, көҙгө һымаҡ тимергә ҡарап, бер килке һоҡланып торҙо, түҙмәйенсә үҙен тотоп ҡараны. Ҡара әле, кешене кейем ҡалай ирәйтә. Ҡайтҡан саҡта һалдырып алырҙармы икән?

Алдан мастер атлай, ул бөтәһен дә һөйләп бара, тәржемәсе шул ыңғай нимә хаҡында һүҙ барғанын аңлата. Бәй, бының бер мәшәҡәте лә юҡ та инде. Ошоға оҡшаған ҡорамалдар менән эшләне Әнүәр колхозда, тик ул заман артта ҡалды. Бына хәҙер яңыртып маташалар, тик әле аҡса түләйҙәрме икән?

Көнө буйы булаштылар, Әнүәрҙең ете ҡат тире сыҡты инде, хәле бөттө. Төшкө ялға туҡтанылар, ашарға алып керҙеләр. Бына дүртәүләшеп бер өҫтәл артында ултыралар, типә-тиң һөйләшәләр бит әле. Ә теге мастер тигәндәре Әнүәрҙе маҡтай ҙа маҡтай. Уның нимәһен маҡтайһың инде. Шул элекке бер алкаш  инде, әле бына эш сығырға тора. Тик түләргә йыйыналармы икән? Эшләй башлаһа, эш хаҡы сыҡһа, бәлки, ғаиләһен килтерер, әҙәм рәтле йәшәй башлар ине.

Төштән һуң яңынан эшкә тотондолар, мастер Әнүәргә һоҡланыуын йәшермәне, уртаҡ телде тиҙ таптылар. Ваҡыт та һеүләй икән, бына кис тә етте. Фермерҙың кабинетында бәләкәй генә кәңәшмә үткәрҙеләр. Күберәк мастер һөйләне.

– Мин һыйырҙарҙың яҙмышы өсөн борсолмайым, Рәсәйҙең үҙендә оҫталар күп икән. Миңә Әнүәр әфәнде бигерәк тә оҡшаны, – тине ул. – Ҡыҫҡаһы, һеҙ яңы шарттарҙа эшләргә әҙер. Мин һеҙгә уңыштар теләйем.

Кәңәшмә бөткәс, таралышыр алдынан Әнүәр фермер эргәһенә килде:

– Спецовканы ҡайҙа ҡалдырырға? – тип һораны.

– Ә һин ҡалдыраһыңмы ни? – тине ғәжәпләнеп Хәлит. – Хәҙер ул һинеке, йылы тәнеңдә туҙһын, ә иҫкеһен бына тоҡсайға һалып ал, бәлки, кәрәк булыр.

Әнүәр кейемдәрен барлап тоҡсайға һалыр алдынан кеҫәләрен тикшерҙе, берәй кәрәкле әйбер ятып ҡалмаһын. Уң яғында нимәлер бар шикелле, был нимә тағы? Тартып алһа, баяғы шпагат килеп сыҡты. Үҙе лә уңайһыҙланып тертләп ҡуйҙы. Кеше күреп ҡалмаһын тағы.

– Әнүәр ағай, – тип өндәште фермер, эргәһенә килеп. – Телефоныңды яҙып алайыҡ әле.

– Ниндәй телефон? – тип аптыранды тегеһе.

– Кеҫә телефоныңдың номерын әйт әле, – тип ныҡыша һаман Хәлит.

– Телефон?.. Минең телефоным юҡ бит.

– Ысынлап әйтәһеңме? Ә телефон менән эш итә беләһеңме?

– Әллә тағы, ҡулға килеп эләкһә, өйрәнер инек әле, – тип һөйләнде Әнүәр.

– Улайһа, мә, Әнүәр ағай, һин хәҙер олпат кеше, оператор, телефонһыҙ килешмәй. Минекен тотон, быныһы менән мин Мәскәүҙә генә һөйләшәм, – тип Әнүәргә трубкаһын бирҙе.

Әнүәр тағы ла еңелсә генә тетрәнеү кисерҙе. Бына ғәжәп, уға ышаныр һәм телефон тотторор кешеләр ҙә булыр икән. Бер көн өсөн бик күп түгелме? Тәүҙә эшкә саҡырҙылар, баштан-аяҡ кейендерҙеләр, бушлай, тинеләр. Хәҙер килеп, телефоны ла бар.

– Ә миңә ул нимәгә?

– Нисек нимәгә? Бына ике-өс көндән таналар килә, улар әле Брест таможняһында. Малҡайҙарҙы һин ҡаршы аласаҡһың, хәҙер һин уларға хужа.

– Минән эш сығырмы икән һуң?

– Сығыр, мин һиңә ышанам, ағай. Әйҙә, ултыр, бер ергә барып киләбеҙ.

– Ә ҡайҙа барабыҙ?

– Ултыр, барып еткәс әйтермен. Тиҙ бул!

– Тиҙ бул? – Әнүәр үсегә яҙҙы. – Әле мин һиңә ялланмаған! Иртәнән бирле баш төҙәткән юҡ. Һин мине ашың-сәйең менән алдама!

– Һине берәү ҙә алдамай. Мин һине кеше итергә теләйем, – тине фермер.

– Кеше итәм, тиһеңме?

– Ултыр. Аҙаҡ һөйләшербеҙ.

Әнүәр ыңғыр-һыңғыр килеп машинаға ултырҙы. Ярай, әллә ҡайҙа алып китмәҫ. Ә машинаһы шәп! Текә, бейек.

(Дауамы киләһе һанда.)

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: