+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
26 Ғинуар 2022, 10:22

Йән сәйәхәте

Гөлназ ҠОТОЕВА ЙӘН СӘЙӘХӘТЕ Монохикәйә Ниңә фани донъяһына киләләр ҙә Көл булалар кешеләр ҙә, сәскәләр ҙә? Ҡан даръяһы яуыр ине Ергә күктән, Күк йөҙөнә осоп бөтһә көл әгәр ҙә! Ғүмәр Хәйәм. Һәр кем күңелендә бер ҡәберлек бар. Зыярат тапҡырынан тыныс ҡына үтә алмаған кеүек, үткәндәрҙе барлау ҙа тотош ғазапҡа әйләнә. Әсеттереп, ауырттырып шул ғазап һинең булмышыңа өңөлә. ...Ләхетең әҙер ине. Үҙеңде төшөрөп һалып, таҡталар менән көпләнеләр. Беҙгә, һабаҡташтарыңа, әле генә бергә етәкләшеп бергә уйнап йөрөгән кешене шулай итеүҙәре ҡот осҡос булып күренде. Йөрәгең тибеүҙән туҡтап, тәнең хәрәкәтһеҙ ҡалһа ла, һин беҙгә әле үлмәгән инең.

Йән сәйәхәте
Йән сәйәхәте

Яҡын кешеләренән берәүһе эшләргә тейешле ғәмәл булғанғамылыр, соҡорға ләхетеңде ябырға ҡустың төштө. Әсәйең, хәлһеҙләнеп, ҡулдары менән йөҙөн ҡапланы. Беҙҙә, башҡорттарҙа, мәйет алдында ҡысҡырып илау ярамай. Атайың күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торҙо. Ҡустыңдың йөҙөндә – ҡап-ҡара шәүлә. Ҡалай ирҙәрсә күтәрә ул был ҡайғыны. Һинән, минән бер генә йәшкә кесерәк булһа ла, әсәйегеҙ өсөн дә йөрәге өҙөлә, һине ғүмерлеккә ошо соҡорға бикләйәсәген уйлап, йәне телгеләнә микән? “Сыҡ, сыҡ инде, нимәһен ҡыландырып шунда”, – тип шаулашты ололар. Соҡорға төшкән икенсе берәү йәһәт кенә күтәрелде лә китте, ә ҡустың, буйға бәләкәйерәк инеме, әллә ҡаушап, аптыраулы ҡарап туҡтаны. Шул мәлдә унан күҙен алмай күҙәткән атай кеше ярҙамға ҡул һуҙҙы. Ҡустың уға һирпелеп кенә ҡараны, ҡулын бирмәне. Йән асыуы менән бер һикереүҙә ҡәберҙән сығып, халыҡ араһына инеп юғалды.

Өҫтөңә тупраҡ яптыҡ. Беренсе тапҡыр уның усымды өтөп, көйҙөрөп алыуын тойҙом. Класташ ҡыҙҙар менән илашып күҙҙәр шешенеп бөттө. Зыяраттан нисек ҡайтҡанды, кешеләрҙең йөҙөн, һүҙҙәрен асыҡ иҫләмәйем. Тик ошо ҡотһоҙ, шыҡһыҙ көн мәңгегә хәтеремә уйылды. Һалҡын таш, боҙ киҫәге булып йөрәгемә инеп ятты.

...Бығаса ошо таш гел минең менән булды. Ваҡыт-ваҡыт һине иҫләп ала инем. Гел күҙәтеп, һаҡсыл ҡарашың менән ҡарап тораһың кеүек ине.

Иҫләйһеңме, икебеҙ бер малайға ғашиҡ инек. Хәйер, был хаҡта һин белмәнең. Уға ҡарата тәүге һөйөү хистәре уянғанын кешеләрҙән түгел, үҙемдән йәшерҙем. Уның ҡарашынан ҡанаттар үҫкәненән, уның хаҡында күберәк белеүҙән донъям яҡтырғанынан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел кеүек ине ул саҡта миңә.

Бер көн алмағас төбөндә һөйләшеп ултырғанда сереңде систең. Уның исемен һинең ирендәреңдең ҡабатлауын ишетеп, тертләп киттем. Йәнем тоноп, бәләкәсәйеп ҡалғандай булды. Ысынлап та, уны яратмаҫлыҡ түгел ине шул! Әммә һиңә үҙемдең серемде асманым. Өрфөйә хистәреңә күләгә булырға теләмәнем. Мин дә бит уны, һинең кеүек, ситтән күҙәтеүсе генә инем. Һинең дә уның хаҡтағы хәбәрҙәрең “Ул минең яҡҡа шундай итеп ҡараны!... Йөрәк урынынан ҡупты!” тигәнерәк һүҙҙәрҙән ары китмәне.

Иманым камил, ул һине яратыр ине. Ҡашыҡҡа һалып йотмалы ғына булып өлгөрөп килә инең... Ә миңә килгәндә? Хыялым елкәндәре дауыл, асыҡ океан көҫәне. Юҡ, һин икенсе үлсәмгә күскәс, уны үҙемә ҡаратырлыҡ көс тә тоя инем. Һис юғында бит уны ла шул океанға алып сығып була ине? Һине уйлап баҙап ҡалдым. Бәлки, шул алма ағасы төбөндә ултырғанда, уйнап ҡына булһа ла: “Эх, миңә лә ул оҡшай шул!” – тигәнерәк һүҙ ысҡындырһам, был хәтлем һинең өлөшөңә төшкән кеүек булмаҫ ине. Былай ҙа һин һуламай киткән һауа, һин күрмәй киткән көндәр, һин эсә алмай киткән һыуҙар беҙгә яҙған. Ә һинең тәүге хистәреңде ҡуҙғатыусы, һине уятыусы миңә яҙыҡ кеүек тойолдо. Хәтереңә хыянат кеүек ине уны артабан яратыу. Уның донъяһында пәйҙә булырға, битарафлыҡ быялаһын онтарға йөрьәт итмәнем.

Әммә... ниндәйҙер ҡыймылдау ишараты булды бит. Күңелем һағыныуҙан ярылған бер мәлдә уға хат юлланым. Тик исемемде яҙманым. Сәләмде ебәргәс, рәхәт булып ҡалды. Донъяла уны яратҡан, уны йәндәй күргән берәү барлығын белергә уның да хаҡы бар бит! Ләкин был хатҡа яуап көтмәнем.

Шулай итеп, мин уға ҡарата хистәрҙе төбө-тамыры менән алып ташларға ҡарар итәм. Ул да һүнә. Һинең хаҡыңа күңелемде йылытып торған, ҙур океанға юл күрһәтеп, саҡырып торған маяҡты һүндерәм. Ҡалһын. Үҫмер саҡтың бер иҫтәлеге, шаңдағы булып ҡалһын.

Әммә хистәрҙе шулай рәхәт кенә итеп һүндереп булһа икән. Уны күңелемдә ерләр өсөн бик күп йылдар кәрәгер. Үҫмер саҡтың бер яҡты нуры, күңелдең тәүге тетрәнеүе, осошо булып ул да йөрәгемә мәңгелеккә бикләнә. Әммә ваҡыт-ваҡыты менән ул да ҡалҡып сығыусан. Онотолмай. Әммә ул да – мәңгелеккә күскән.

Аллаһ Тәғәлә кеше белергә тейешле серҙе барыбер аса. Әлеге хатты тап минең яҙыуым хаҡында уға мәғлүм булған. Әммә үткәндәрҙең шаңдағы кемгә кәрәк? Бәлки, минең кеүек хыялый кешегә генә ул ҡыҙыҡтыр.

“...Хеҙмәт иткәндә алған ул хат бик серле һәм тылсымлы булып сыҡты. Һәр һүҙе артында – наҙ, яратыу. Мин уның хаҡында байтаҡ хыялланып йөрөнөм. Кем икән ул? Ниндәй икән минең күңелде күккә сөйөрлөк һүҙҙәр яҙған ҡыҙ? Хатты түш кеҫәмдә йөрөттөм. Уҡый-уҡый ылйыратып, туҙҙырып бөтөрҙөм. Өфө мисәте һуғылғас, хеҙмәтемде тултырып ҡайтып барғанда, ул ҡыҙыҡайҙы осратмаммы тигән кеүек, баш ҡала урамдары буйлап үттем. Гөжләп торған миллионлы ҡалала табырһың, тапмай ни! Мин ул хыялдан яйлап төңөлдөм. Аҙаҡ күрше ҡыҙына өйләндем. Ул миңә алмалай өс бала тапты. Уны яратам!” – был сәләм дә минең Йыһанға ебәрелгән һорауыма яуап рәүешендә шаңдап килеп етте. Бик ҡәтғи яуап. Хыялдар менән йәшәмәҫкә яһалған ишара. Бәлки, шулайҙыр. Ә йән? Ул бит мәңгелек! Бәлки, был осошта беҙ бер-беребеҙгә Саҡ менән Суҡ булып йәшәргә яҙған йәндәрҙер? Әммә мин уны таныным бит, ул да мине таныған. Тик аймылыш! Йән мәңгелек тигән үлсәмдә Йыһандың яуабы шул. Әммә ошо йәнгә оҡшаш башҡа йәндәр бар. Минең сәйәхәтем дауам итә генә. Күңелемде нур итеп баҙлатыр, биҙәктәрен баҙығайтыр, хистәремде сәселдереп яраттырыр йәрем уға ғына оҡшағандыр. Был аймылыш-ҡыйралыштар юҡҡа түгел бит. Һәр кемдең ерҙә өлөшөнә төшкән көмөшө бар. Һәм... бер нәмәнең дә булмауы ла бар... Барыһы ла Хоҙай Тәғәләнең ихтыярында.

Ғазап та тоҡто тишер беҙ кеүек — кешеләрҙән уны һис йәшереп булмай, ҡасандыр барыбер төртөп килеп сыға. Бөгөн мин һине ерләйем. Унан алда, йөк итеп күңелемдә нимәләрҙе йөрөткәнмен, асып, сәтләүекте ярған кеүек онтайым, елгә елгәрәм.

Төндәрен ауылдың урамын ҡыҙырып, һөйләшеп йөрөү, көндөҙөрәк килһәң, баҡсаға инеп ләпелдәп ултырыуҙар... Нимә тураһында һөйләшкәнбеҙҙер? Мин һиңә ҡалын дәфтәремә ваҡ, тигеҙ хәрефтәр менән теҙеп яҙылған шиғырҙарымды уҡый инем. Төйөрлө ҡоймаҡтар кеүек сейле-бешлерәк булһа ла, яндырай ихласлығы менән улар хәҙер үҙемә лә оҡшай. Һин дә ихлас тыңлай инең уларҙы. Үҙемә хөкөмдө үҙем сығара барам. Оҫталыҡ етешмәүен үҙем дә тоям шул. Ә һин өндәшмәйһең, иң мөһиме — бик кәрәкле, ҡыҙыҡлы ижад эшенә тотоноуым һиндә миңә ҡарата хөрмәт уята. Аҡыллы ҡарашыңдан нимә әйтереңде тоям кеүек.

...10 -сы класты тамамлағас, беҙҙе, үҫмер ҡыҙҙарҙы, һыйыр һауырға йәйләүгә эшкә ебәрҙеләр. Миңә, нисектер, һыйыр төркөмө етмәй ҡалды. Әсәйем дә, бер ҡайҙа ла йөрөмәйһең, өйҙә эш күп, тип ҡырт киҫте. Ярты айҙан ашыу ҡыҙыу июнь ҡояшынан өтөлөп сөгөлдөр, картуф утағандан һуң, ниндәйҙер һауынсыны алмаштырырға кәрәк булды. Әсәйҙе лә яйлап күндерҙем. Йәй эшләгән ҡыҙҙарҙы Ленинградҡа путевка менән бүләкләйәсәктәрен әйтеп, күңелгә ойотҡо һалып ҡуйғайнылар шул! Бер ай самаһы гуртта эшләп, тәжрибә тупланым. Һағынып иҫләйем шул айымдың иртәләрен, Айыстандың серле төндәрен! Егерме көнләп үҙемдән олораҡ ҡыҙҙар менән эшләп, класташ ҡыҙҙарҙы һағынырға өлгөргәйнем. Өҫкө гуртта ла ял итергә теләүсе бар тигәс, ҡыҙҙарыма осоп барып еттем. Бында, Ҡарағайҙа, тәбиғәт тә ҡырыҫыраҡ, шарттар ҙа насар. Һөттө лә әллә ҡайҙа көйәнтә менән ташыйҙар. Бидон ҡапҡастары ла Аллам һаҡлаһын. Әллә һыйырҙар мине шул хәтлем ятһына, күптәр үҙҙәре, төркөм эсендә – 35! Һис өлгөрмәйем, ҡабаланып бедон ҡапҡасын йән көскә тартыуым булды, күҙгә уттар күренде. Бармағым өҙөлдө тип торам. Күҙемдән йәштәрем атылды! Бармағым ҡыҫылған ыңғайға тырнағым ҡуша килеп сыҡты! Ҡан субырлап аға. Һыҙлауға ла түҙеп булмай, йән дә әсей. “Эшкинмәгән, берәүҙе ышандырып ҡайтарып ебәр ҙә!” – тип тә үҙемде битәрләйем. Етмәһә, шул көндә мин – дежур. Шаңды йыуып, һыйыр һауыу аппаратын таҙалап түңкәреп ҡуйырға тейешмен. Һөт еҫе яман була. Ҡулымды бәйләп аҫҡа, йылға буйына төшөүгә, эшеңде алдараҡ тамамлаған Һин, миңә ярҙам итергә була, ул эштәрҙе башҡарып та ҡуйғанһың икән. Төнө буйы буҙлап һыҙланып сыҡҡан мин, ҡайҙа ул эшкә сығыу, иртән һөт алырға килгән машинаға ултырып ҡайтып киттем.

Баш бер тығылғас, сығырмын тимә, бармаҡ уңалып бөтөр-бөтмәҫтән өҫкө гуртҡа кире саҡырып алдылар. Кемдер ауырып киткәйне. Шунан, аяҙ көндә йәшен атҡандай, һинең үлем хәбәрең килде. Көнө буйы буҫлығып илап яттым. Кискә иҫән икәнлегеңде, тик ауыр хәлдә дауаханаға алып китеүҙәрен әйттеләр. Баҡтиһәң, талпан ҡаҙалған да, шул ағыулы булып сыҡҡан. Ҡаның буйлап таралған. Тәнеңде фалиж һуҡҡан икән. Әммә һин ышаныслы ҡулдарҙа, йүнәлеп сығыр, тип мине әүрәттеләр. Йөрәккә шом ятты шулай ҙа.

Бер аҙҙан беҙгә лә ҡайтырға ваҡыт етте. Ул ваҡытҡа һине лә дауахананан сыҡҡан тинеләр. Өйөгөҙгә хәлеңде белергә йүгерҙем. Ҡосаҡлашып күрештек. Күҙҙәреңдең нуры һүнгән кеүек. Мин илап ебәрҙем. “Оҙаҡ йәшәрһең, Алла бирһә”, – тинем, ҡапыл бирешеүемә оялыуҙан йәштәремде һыпыра һалып ташлап. Ә һин тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуяһың. Урындыҡҡа ултырып сәй эсәбеҙ. Һаман да ҡолағымда сыңлап тора һымаҡ: “Ышанаһыңмы, юҡмы, кәсә тоторға ла хәлем юҡ...” Ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатҡанмындыр, күңелең күтәрелеп киткәндәй булды мине күргәс.

Көҙҙөң һуңғы айында беҙҙе Ленинградҡа путевка менән бүләкләнеләр. Ә һин дауаханала ҡалдың... Түшәмгә ҡарап оҙаҡ уйланып ятҡанһыңдыр. Тормош, кеше ғүмере, үлем тураһында уйланған һиңә беҙ, һабаҡташтарың, ғәмһеҙерәк тә булып күренгәнбеҙҙер. Табиптарға барып эләккәс, әҙ генә дауаланып алырһың да йүнәлеп сығырһың кеүек инең. Үлерһең тип берәүҙең дә башына килмәне.

Шулай ҡыш үтте, яҙ ҙа етте. Беҙ, мәктәп тамамларға тейешле балалар, юғары уҡыу йортона уҡырға инеү хаҡында хыялланабыҙ. Ярыша-ярыша мәсьәләләр сисәбеҙ, иншалар яҙабыҙ.

Кесаҙна көнө таҡтала мәсьәләләр сисеп, “бишле” алып ултырҙың, иртәгәһенә һине «Ашығыс ярҙам»да дауаханаға алып китерҙәрен белдек микән? Әсәйең һине ҡалдырып ҡайтып киткән. Ул төндә һыйырҙарығыҙ үкергән, этегеҙ олоған, төндә тышҡа сығып ҡарап тора торған йондоҙоң атылған, ғүмер ебең өҙөлгән. “Үлгәндә лә бер үҙе булған, түшәмгә генә ҡарап ятып китте микән?” – тип илай ине бер ҡыҙыбыҙ.

...Ул шомло көндә мәктәп коридоры тып-тын ине. Яҡтыртылмаған класҡа инәм. Ҡыҙҙар бер ергә өйөлөшкән. Егеттәр юҡ. Класс шундай ҡотһоҙ. Кемдер эргәмә килә. Мөйөштә кемдер ҡысҡырып илап ебәрә...

...Бөгөн һине ипләп кенә ҡәбереңә һалам. Күҙ йәштәрем кипкән. Һин дә, бөрөшкән япраҡ кеүек, бәләкәсәйгәнһең. Хәҙер һин – нур. Күңелем төпкөлдәрен яҡтыртып тороусы бер нескә генә нур.

Йәнең ожмахта булыр, тим. Һин йәшәй алмай ҙа киттең. Беҙҙең кеүек хыянат ғазаптарын кисермәнең, ғәзиз әсәйеңде ҡәбергә һалыу әсеһен татыманың.

Шаян ҡараш ташлап, төртәмле таҡмаҡ әйтеп бейеп китеүең, һүҙҙе туранан һалдырыуың һине ғәйәт уңайһыҙ итә ине. “Нисек шулай ҡыйыу булырға мөмкин?” – тип көлөмһөрәй инем. Аҙаҡ оялсанға әйләндең. Йомолдоң. Әммә минең менән эс серҙәреңде бүлешә инең. Хәҙер беҙ икәү төбөндә леберҙәшкән алмағастар ҙа юҡ. Беләһеңме, улар ҙа мәңгелек түгел икән... Шулай ҙа ҡайһы ваҡыт минең төшөмә инәләр.

Һин – бер фәрештә генә. Бәлки, беҙгә мәғлүм булмаған нәмәләр һиңә беҙҙән иртәрәк тә билдәлелер. Хәҙер инде беләм: бөтәбеҙ ҙә бер ваҡыт һин киткән ергә барасаҡбыҙ.

Хәҙер яйлап ҡына йөҙөң дә хәтерҙән юйыла бара. Ә күңелдә ҡасандыр һинең хаҡыңа баш тартҡан мөхәббәт юйылмай. Ниндәйҙер бер ҙур ваҡиға булырға тейеш булып та, туҡтап ҡалған кеүек. Тамамланмағанлыҡ тойғоһо. Ул ваҡытта һинең хаҡыңа морнап килгән хистәрҙән баш тартыу үҙемдән ҡасыу ғына булған. Хәҙер ул кешенең йөҙө лә яйлап күҙ алдынан юйыла. Күңелдә һағыныу тойғоһо көсәйә. Тик уны түгел. Үҙемдең яратҡан мәлдәге халәтемде. Шул үҫмер саҡтағы кеүек итеп эскерһеҙ яратыу теләге миңә үҙемә яҡын килгән йәндәрҙе нығыраҡ тойорға ярҙам итә. Йән яҡынлығы. Хистәр ҡайнарлығы. Төштәргә ингән ғәзиз йәр. Ғәзиз йән. Һағыш булып күккә яҙыла. Диңгеҙ тулҡыны булып йәнемде дауалай. Һауаға ҡоштар тубы булып атыла. Һәм бер көн килә. Минең йәнем уны таный. Бөтә ғазаптар уны тап итеү, уны таныу, уны ошо ҡәҙәрем тәрән һәм ғажиз булып яратыу өсөн бирелгән һынау ғына икәнен аңлайым. Йөрәк ялҡынымды уның өсөн һаҡлағаным да тап бөгөн башыма барып етә. Элек йөрәгемде асыуға, асылыуға үҙемде дарға аҫылған ағас хәлендә ҡалырымдан ҡурҡыу, һаҡланыу, үҙ-үҙемде һаҡлау инстинкты тотоп ҡалған, был юлы мин, күпме тапҡыр хаталанып, ут йотоп, көлгә ҡалғандан да ҡалҡҡан йән, аҙағын уйламайым. Беҙ йәшәйбеҙ, йәшнәйбеҙ, әммә иртәгә нимә булырын аныҡ күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Был да шуның кеүек. Мин бөгөн йәшәйем. Бөгөн тын алам. Мин бөгөн ул йәнде яратам. Уның менән бергә һулыш алырға, бер тулҡында тирбәлергә, бер утта янырға, бер боҙға төшөргә риза.

Яҙмышта аймылыштар булмай. Әммә беҙ, кешеләр, күп осраҡта үҙебеҙгә булмағанды аймылышлыҡҡа һылтарға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Үҙеңдең өлөшөңдө көтөп алыуы оҙаҡ. Ҡапыл ғына килмәҫкә лә мөмкин ул һиңә. Төндәр буйына Аллаһтан ялбарып һорап, сабыр көтөп алына ул яҙмышҡа яҙылған. Өлөшһөҙ бәндәләр ҙә була. Уларҙы ниндәйҙәр гонаһтары өсөн Аллаһ Тәғәлә унан мәхрүм итә торғандыр. Был донъяла йәшәгәнендә йәне өлгөрөп бешһен, бөтәйһен һәм, ваҡыт үткәс, үҙ өлөшөнә етә алһын өсөн. Мәңгелеккә уҡталған йәндәрҙең хәрәкәте, йәндәрҙең сәйәхәтелер был.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: