+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Ғинуар 2022, 15:35

«Һәр бер иртә, барса килер йылдар Һиңә бары балҡыш өҫтәһен!..»

Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова – дәүләт һәм матбуғат эшмәкәре, журналист һәм шағирә. 1999–2013 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 2013 йылдан – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары. Бөтә әсәй, өләсәйҙәр кеүек үк, ғаилә мәшәҡәттәре, ғаилә ҡыуаныстары менән йәшәй һәм, әлбиттә, ижад итә. Ул бит шағирә!

«Һәр бер иртә, барса килер йылдар Һиңә бары балҡыш өҫтәһен!..»
«Һәр бер иртә, барса килер йылдар Һиңә бары балҡыш өҫтәһен!..»

Хәйерле көн, Башҡортостаным

Хәйерле көн, изге башҡорт ере,

Хәйерле көн, Башҡортостаным,

Һин тағы ла яңы тыуған таңға

Иркен ҡосағыңды асҡанһың.

Йәшәү бөркә иген баҫыуҙарың,

Һәр тарафта – йәнле хәрәкәт,

Тупраҡ көсө, хеҙмәт дәрте менән

Юғалмайса килә бәрәкәт.

Үлән ышығында бешә еләк,

Сәскәләрҙән ысыҡ һирпелә,

Сикһеҙ хозурлыҡҡа кинәнестән

Ҡоштар моңо ихлас һибелә.

Тауҙан төшөп, туғай буйлап киләм,

Бәхет менән тулы күңелем,

Офоҡтарҙы офоҡтарға бәйләп,

Йәйрәп ята минең киң илем.

Хәйерле көн, изге башҡорт ере,

Хәйерле көн, Башҡортостаным,

Һәр бер иртә, барса килер йылдар

Һиңә бары балҡыш өҫтәһен!

 

Донъяға

Әсәһенә һис бер шикһеҙ

Һыйынған сабый кеүек,

Һыйынғы килә донъяға,

Бары изгелек көтөп.

 

Тынысланғы килә шулай,

Сумып йәшәү наҙына,

Ҡурсаласы мине, донъя,

Саҡ-саҡ ҡына, аҙ ғына...

 

Алдамай тор, алдатмай тор,

Хаталаныуҙан һаҡла,

Саҡ-саҡ ҡына, бик аҙ ғына

Әсәйем төҫлө яҡла!

 

***

Күп нәмәләр инде урландылар,

Яҡтылыҡҡа төштө күләгә,

Таланып та бөткән илгенәмдә

Кемгә тағы нимә эләгә?..

 

Тик минеке, тик минеке генә

Шау йондоҙға сумған ошо төн,

Тулып ҡына торған ай барында

Юғалмаһын әле өмөтөм.

 

Килде быуат, килде ауыр быуат,

Ул сайҡалта тотош Ер шарын,

Күктең сикһеҙ гүзәллеген күреп,

Юҡҡа сыҡты минең бар зарым.

 

***

Элегерәк, эйе, элегерәк

Хыялдарға мин дә алдандым,

Хатта бөртөк кенә хыялым да

Ҡалмағанын бөгөн аңланым.

Олоғайыу барыбер тетрәндерә,

Уйландыра үлем тигәнең,

Аттай елеп барған ғүмеремдең

Тарта алмайым шул теҙгенен.

 

***

Был арала тиҙ үпкәләп барам,

Беләм дә бит яҡшы түгелен,

Донъя дөрөҫ кенә булмағандай,

Тигеҙ генә түгел күңелем.

 

Сәскәләрҙең наҙлы таждарылай

Өҙөлөргә тора ҡай саҡта,

Ҡайһы мәлдә яна ялҡынланып,

Дөрләгәндәй утын усаҡта.

 

Яҙғы ташҡындарҙай ғәйрәтле ул,

Сабый бала һымаҡ алдана,

Ниҙәр генә кисерһә лә күңел,

Ул бәхетле, кемдер аңлаһа.

 

***

Рәхмәт һиңә, тормош, рәхмәт һиңә,

Төн артынан тыуа яңы таңың,

Төн уҙғандай, үтә ауырлыҡтар,

Һине, тормош, нисек яратмайһың?

Рәхмәт һиңә, тормош, рәхмәт һиңә,

Ҡыш яңынан алмашынды яҙға,

Яҙҙың ярһыуҙарын, күкрәүҙәрен

Тағы кисерергә миңә яҙған.

Рәхмәт һиңә, тормош, рәхмәт һиңә,

Һынауҙарың менән үҙем иттең,

Ҡайһы мәлдә сабыр булмаһам да,

Кәрәк мәлдәрҙә Һин түҙем иттең.

Рәхмәт һиңә, тормош, рәхмәт һиңә,

Инде кире ҡайтмаҫ көндәр өсөн,

Бәхеттәрем, ғазаптарым өсөн

Һәм биргәнең өсөн йәшәү көсөн!

 

***

Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,

Үтә нескә улар күңеле,

Йөрәгенең һәр тибеше һайын

Һеҙ тип янған әсәй түгелме?..

Кәрәк икән, балаҡайы өсөн

Тотош Ер шарын ул күтәрер,

Аунап илар ауыр саҡтарын да

Һеҙгә һиҙҙермәйсә үткәрер.

Тик ҡулдары ҡағылыуы менән,

Йәнгә һеңгән боҙҙар юҡ булыр,

Әсә һөйөүенең ҡөҙрәтеләй

Бүтән изгелектәр юҡтыр ул.

Әсәйҙәргә ауыр һүҙ әйтмәгеҙ,

Улар белдермәйҙәр әрнеүен...

Тик, әсәйҙәр был донъянан киткәс,

Үҙең генә әрнеп йөрөйһөң.

 

***

Бары көтөлмәгән ҡыуаныстан

Тик бөртөк йәш ҡунһын күҙеңә,

Сәскәләге ысыҡ кеүек кенә

Балҡыш өҫтәһен ул йөҙөңә.

Бар йөрәктән яҡын күреүселәр

Күҙ йәшенән һине ҡурсалар,

Улар һиңә ауыр һүҙ әйтеүҙән,

Һине рәнйетеүҙән ҡурҡалар.

Ә ҡалғандар, күпме йәш түкһәң дә,

Ҡәҙереңде белмәҫ барыбер,

Кемдәргәлер ҡәҙерлеһең икән,

Йылмайыуыңды ла һағыныр.

Автор:
Читайте нас: