+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
21 Ғинуар 2022, 10:12

Айғыр әбей

Хикәйә   Туҡһан йәшкә етеп килгән әбейҙең иҫе лә дөрөҫ, күҙҙәре лә аяҡ-юллыҡ күрә, һаулығы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, зарланырлыҡ та түгел. Һәр хәлдә, ошо йәшкә етеп, дауаханала ятҡаны юҡ. Яр башында ултырған ҙур ихатаның бер ситендәге бәләкәй өйҙә йәшәй ул. Берҙән-бер улы ғаиләһе менән оло йортта. Әбейгә унда ла урын бар. Килене менән улы ла, ейәндәре лә ситләтмәй уны, киреһенсә, өҙөлөп торалар.

Айғыр әбей
Айғыр әбей

Эйе-эйе, уға ошонда, үҙ мөйөшөндә рәхәт тә, тыныс та. Электән яңғыҙлыҡты яратты ул. Үҙе менән генә ҡалып һөйләшкән, серләшкән, бәхәсләшкән, хатта әрләшеп-әрепләшеп киткән саҡтары йыш була. Үҙен яратмаған кеше генә үҙе менән яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа, тиҙәр. Ә ул яратамы үҙен? Йәки башҡалар уны яраттымы икән? Ғүмер буйы тиерлек яңғыҙ йәшәһә лә, үҙенән ялҡманы ла, биҙрәмәне лә. Мулла ҡушҡан ысын исеме Миңсара булһа ла, ауылында ла, тирә-яҡта ла уны «Айғыр әбей» тип беләләр. Ул бының өсөн берәүгә лә асыуланмай ҙа, үпкәләмәй ҙә. Бала саҡтан уҡ әле өләсәһенән башҡа уға бер кем дә үҙ исеме менән өндәшкәне булманы: Малайша, Ирғаҙаҡ, Айғырша…
Әбейҙең уйҙарын иртәнге сәйгә эҫе ҡоймаҡ индергән килене бүлде:
– Ҡәйнәм, Тимерйән әйтергә ҡушты – бөгөн төштән һуң райондан кешеләр килә. Миҙал бирәләр, тей, һиңә… Юбилей миҙалы. Матур ғына итеп кейенеп ҡуй инде, йәме, – ул һуңғы һүҙҙәрен, ҡәйнәһенең кейенеп-төҙәнергә яратмағанын белгәнгә күрә, бәләкәй баланы иҫкәрткән кеүек әйтеп ҡуйҙы.
– Һе, миҙал…– тип ҡуйҙы әбей, килене сығып киткәс.
Ҡайһы берҙә миҙалдарҙы уға Өфөнән Сынтимер ағаһы ебәреп ята кеүек тойола. Байтаҡ булып китте инде улар хәҙер. Берәй тантанаға йә ҡунаҡҡа һирәк кенә кейеп бара торған ҡалын йөн костюмына ҡаҙап ҡуйған, кейгәндә зыңлап китәләр. Был сың йыш ҡына әбейгә аттар муйынындағы ҡыңғырауҙар тауышы булып ишетелә…
Әле лә уйҙары, өйөр-өйөр аттар булып сабышып, туҙышып киттеләр. Ана, иң алда колхоз айғыры Ҡаран саба. Унан ҡала бейәләр, ҡолондар… Арттан Ҡарсығаморондо эйәрләгән өләсәһе Бибисара елә. Ул йәш һәм көслө. Ә теге бәләкәй генә һыбай бала кем, тиһегеҙме? Етем ҡыҙыҡай Миңсара ул. Туҡта, ни эшләп етем булһын ул? Алыҫ Себер тайгала­рының бер мөйөшөндә ата-әсәһе лә, бәлки, иҫән-һау йәшәп яталыр. Тик хат яҙырға ла, кире ҡайтырға ла ярамай ғыналыр. Ҡыҙ уларға рәнйемәй. Ике йәшенән ҡарап үҫтергән өләсәһенә сикһеҙ рәхмәтле. Юғиһә, әсәләре менән йөрөр ине башҡайҙары әллә ҡайҙарҙа ҡаңғырып! Иҫән булһа, әлбиттә…
Атаһын һәм уның бер туған ағаһын, кулак яһап, ғаиләләре менән Себергә һөрөргә булғас, ошо өләсәһе өтәләнеп килеп еткән: «Кейәү, ҡайҙа-ҡасан барып етерегеҙҙе, ҡайҙарҙа морон төртөрөгөҙҙө лә белмәйһегеҙ. Оҙон юлда нимәләр генә булып бөтмәҫ…Миңсараны миңә ҡалдырып тороғоҙ. Һеҙгә, ана, ҡалған дүртәүһе лә баштан ашҡан. Шулары иҫән-һау барып етһен. Кем белә, Хоҙай насип итеп, тиҙ арала әйләнеп тә ҡайтырһығыҙ әле, иншалла…» Нисек күндергәндер, ниндәй һүҙҙәр табып ризалат­ҡандыр өләсәһе уның ата-әсәһен, әммә НКВД кешеләре уларҙы ылауҙарға тейәп алып китеү менән Бибисара кескәй ейәнсәрен үҙенең ергә һеңеп бөткән иҫке генә өйөнә алып та ҡайтты. Ире Граждандар һуғышынан ҡайтманы, ике ҡыҙын кейәүгә биргәне бирле бер үҙе йәшәй ине ул. Колхоз аттары торған «кунидуырҙа» төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Аҙбарындағы берҙән-бер атын биреп ингәйне ул колхозға, «иренең төҫө» булған һәм ҡолонларға йөрөгән шул бейәһенән айырылғыһы килмәү сәбәплеме, әллә өйөнөң ат һарайына яҡын ғына булыуымы, Бибисара төнгө эшен дә, йылҡы малын да ныҡ яратты. Өйҙә уянып, ҡурҡып илап ятмаһын, ҡото осоп ҡуймаһын тип, ейәнсәре Миңсараны ла үҙе менән ала.
Миңсараға 14 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ауылдың ир-егеттәрен генә түгел, аттарҙы ла һуғышҡа алдылар. Малҡайҙар ҙа, уларҙың көтөүселәре лә фронтҡа китеп бөткәс, бөтә «кунидуыр»ға хужа булып Бибисара һәм уның ейәнсәре ҡалды.
Э-э-й-й, ул йылдарҙы уйлап та, һөйләп тә бөтөрөрлөкмө инде!.. Сабый сағынан өләсәһенән һәм аттарҙан башҡа нәмә күрмәгән, хайуандарҙы яратҡан, уларҙың «телен белгән» үҫмер ҡыҙ донъя йөгөнә төптән егелде. Уҡыуы ла шул 5 синыф менән ҡалды. Яңғыҙ әбей янында, атай-әсәйһеҙ, бер туғанһыҙ, гел генә мал араһында үҫкән ҡыҙҙың холҡо ла йомоҡ һәм ҡырыҫ ине. Бәләкәйҙән кеше менән аралашманы, тиҫтерҙәре менән уйнаманы ул. Малайҙарса кейенеп өйрәнгән ейәнсәренең өҫ-башына өләсәһе лә артыҡ иғтибар бирмәне. Туғаны ла, дуҫы ла, серҙәше лә шул аттар булды. Айырыуса һуғышҡа алынғанға тиклем гел өләсәһе менеп йөрөгән Ҡарсығаморондоң ҡалған ҡолоно Аҡморондо яратты ул. Уға йүгән кейҙерергә, эйәр һалырға күпме генә тырышмаһындар, берәүгә лә баш бирмәне. Йыш ҡына тибелеп, тешләнеп йә ҡолап ҡалған малайҙар аҙаҡ ҡул һелтәне уға. Миңсара быға ҡыуанды ғына. Аҡморон уныҡы ғына буласаҡ. Ул үҙе өйрәтә башланы тайҙы. Гел генә уның янына барып ялын тарай, ҡойроғон бөрмәктән таҙарта, икмәк һынығы ҡаптыра. Их-х, ҡана һуң, әҙерәк шәкәр ҙә булһа… Ҡайҙа инде ул! Халыҡ ҡына түгел, малдар ҙа ас. Ҡыҙ ипләп кенә Аҡморондоң арҡаһына шәлен йә көпөһөн һалып ҡуя. Таныш еҫ булғанғамы, тай ҡарышмай. Йүгән кейергә лә өйрәнде. Ҡыҙ быға ҡыуана, яйлап ҡына аттың һыртына ауырыраҡ әйберҙәр ҡуйып ҡарай… Һарай өйөнән ҙур ғына иҫке яҫтыҡты алып сығып һалды. Тай терт итеп ҡуйһа ла, ырғып-һикереп сапманы, уны һелкеп ташламаны. Яҫтыҡ көнө буйы уның һыртында йөрөнө. Бер-ике көндән мендәр урынына эйәр һала башланылар. Шунан инде эйәр өҫтөнә ҡыҙҙың нисек менеп ултырғанын икеһе лә һиҙмәй ҙә ҡалды. Шулай итеп, ашыҡмай, ҡабаланмай, әрләмәй-туҡмамай менгегә лә, еккегә лә өйрәтеп алды уны Миңсара. Аҡморон өҫтөндә ҡоштай осҡан ҡыҙҙы күргән малайҙар көнләшеүҙән тештәрен шығырлатты, улар телендә Ирғаҙаҡ «Сарайғыр»ға әйләнде. Атҡа атланып сапҡанда ҡыҙ үҙен сикһеҙ бәхетле хис итә, уға шул тикле рәхәт, һүҙҙәр менән генә аңла­тырлыҡ булмаған көслө һәм серле тойғолар кисерә, тайы менән бер бөтөнгә әйләнә, уның тән йылыһын ғына түгел, ә һәр мускулын тоя, һәр тын алышын, йөрәк тибешен ишетә…
Ә «Айғыр» ҡушаматын Миңсараға аҙағыраҡ, һуғыштан һуң бирҙеләр. Инде егерме йәшкә еткән ҡыҙҙың һаман кейәүгә сыҡмауы, өләсәһенең вафатынан һуң шул яр башындағы иҫке өйҙә япа-яңғыҙ йәшәүе инде бөтәһен дә ғәжәп­ләндерә һәм шомландыра ине. Уны киске уйынға йәки ҡунаҡҡа саҡырыу түгел, өйөнә йомошҡа ла инмәнеләр.
Яңғыҙлыҡҡа күптән күнгән Миңсараға аттары янында бер ҙә күңелһеҙ түгел. Ул һәр бер бейәнең, һәр алашаның холҡон белә. Һәр ҡолондоң тиерлек «кендек инәһе» лә үҙе булды. Уларға матур-матур исемдәрҙе лә үҙе теләгәнсә ҡушты. Йәйге кистәрҙә аттары менән яланда ҡуныу, усаҡ янында көлгә күмелгән картуф тәме, болон сәйенең хуш еҫтәре, төпһөҙ күккә, серле йондоҙҙарға ҡарап, хыялланып ятыуҙарҙы башҡа бер нәмә лә алыштыра алмаясаҡ уға. Ошо аттары кеүек ул да – тәбиғәт балаһы! Йылҡы малы ла, урмандағы кейектәр ҙә, һауалағы ҡоштар ҙа, һыуҙағы балыҡтар ҙа, хатта ошо теңкәгә тейгән себен-күгәүендәре менән бергә үҙен бер бөтөн итеп тоя ул.
Ул төндә лә күңеле бер ниндәй ҙә шом һиҙмәне. Усаҡ янында ерҙә ятҡан эйәренә терәлеп ойоп барған Миңсараны бейәләрҙең тынысһыҙланып бышҡырыуы, өйөр айғырының кешнәп ебәреүе һиҫкәндерҙе. Ләкин тороп өлгөрмәне, ниндәйҙер көслө ҡулдар уны ҡармап алды, һаҫыҡ араҡы еҫе тынын быуҙы. «Ат урларға килгәндәр!..» – беренсе уйы шул булды. Ләкин тегеләр уны бәйләп ырғытырға, ауыҙына сепрәк тығырға ашыҡманы, киреһенсә, уны сисендерергә маташып, ҡалтыранған ҡулдары менән ашыға-ашыға ыштан бауын өҙә тартырға тырыша: «Йә-йә, ҡарышма-а-а! Һиңә лә рәхәт буласаҡ…» Шул мәлдә ҡыҙҙағы тәбиғи йыртҡыс һиҙгерлеге һәм етеҙлеге уянды, ул, ятҡан килеш бөтә көсөн йыйып, өҫтөнә менеп килгәненең бот араһына йән көсөнә тибеп ебәрҙе. Уныһы ҡаты итеп һүгенде лә лып итеп ергә ултырҙы. Арт яҡтан ҡыҙҙың кәүҙәһен шаҡарып тотҡан икенсеһенең ҡулына тештәрен батырҙы. Уныһы ауыртыуға сыҙамай аҡырып ебәрҙе лә: «Әле һин шулаймы?.. – тип, икенсе ҡулы менән Миңсараның битенә һуҡты. Танауының ҡанай башлағанын тойған ҡыҙ ҡан еҫенә тағы ла шашып киткәндәй булды, ерҙә ятҡан сыбыртҡыһын эләктереп алды ла тегеләр яғына алмаш-тилмәш яман һелтәнә башланы. Осона ҡорос сым ҡушып үрелгән сыбыртҡының эләгеүенән теге ике ир ыңғырашыу ғына түгел, үкереп ебәрҙе.
– Йә, килегеҙ яҡыныраҡ!.. Кемгә тағы кәрәк? – ҡыҙ аһылдап төшһә лә, һаман сыбыртҡыһын һелтәй-һелтәй тегеләргә яҡынлаша. Иҫерек егет йораттары артҡа сигенә-сигенә:
– У-у-у, Айғыр… Бисә түгел икәнһең!.. – тип ауыл яғына һыпыртты. Ҡыҙ улар артынан баҫтыра биреп тороп ҡалды. Шунда ғына иҫенә килгәндәй, хәлдең айышына төшөнгәндәй булып, сеңләп илап ебәрҙе. Йылҡылары уның хәлен аңлаған һымаҡ, төнгө усаҡ яҡтыһында күҙҙәре мөлдөрәшеп-йылтырашып, үлән утлауҙарынан туҡтап, көтөүсе ҡыҙға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо…
Булған хәлде Миңсара берәүгә лә һөйләмәне, идараға ошаҡларға ла барманы. Хатта төнгө «ҡунаҡтар»ҙың кемдәр икәнен бер аҙ сырамытһа ла… Ләкин ауылда «Айғыр әбей» тигән яңы ҡушамат таралды һәм ул «ҡарт ҡыҙ»ға ғүмерлеккә сат йәбеште.
Йәше утыҙға яҡынлағанда Миңсара үҙендә сәйер бер тойғо яралыуын тойҙо. Ҡолон көҫәгән бейәләрҙең тынысһыҙланыуының йыш шаһиты булған ҡыҙ үҙ хәлен аңлаған да кеүек. Ләкин был уйынан үҙе ояла. Тере йәнгә тәбиғәт ҡанундарын һанға һуҡмау мөмкин дә түгелдер инде. Хоҙай бит әҙәм балаларын, ир һәм ҡатын итеп, ике енестән яралтҡан! Һәр кем үҙенең ишен табырға һәм нәҫелен – үҙенең дауамын ҡалдырырға тейештер… Ә һөйөү? Мөхәббәт? Ҡайҙа ул? Ошо йәшкә етеп берәүҙе лә яратмай йәшәп буламы икән? Кит, мин әллә ысынлап та ҡатын-ҡыҙ затынан түгелме икән? Зәғиф тә түгелмен. Әллә күңелем зәғиф микән? Бәләкәй сағымда ен алмаштырмағандыр ҙа?..
Көндәре уның аттары араһында эш менән тиҙ үтә лә ул. Ә бына оҙон ҡышҡы йоҡоһоҙ төндәрҙә ошо болоҡһоу уйҙары тынғы бирмәгән мәлдәрҙә килеп сыҡты Сынтимер ағаһы уларҙың колхозына. Техниканың сәсеүгә әҙерлеген ҡыштан тикшерә башлайҙар ине ул заманда. «Райондан килгәнсе уполномуштың аты арыған, һарайҙа ҡалдырып китәбеҙ, туғарып, ашарына һал, аҙаҡ һуғарырға онотма», – тине лә рәйес, эргәһендә торған кешене үҙенең санаһына ултырыртып, сығып та киттеләр. Тиргә батҡан ат ниңәлер сирле кеүек тойолдо Миңсараға. Ысынлап та, тәне бер туҡтауһыҙ дерелдәй, күҙенән сорлап йәш, ауыҙынан шайыҡ аға, мороно ла күпереп күбекләнеп тора. Алдына һайлап ҡына матур йәшел бесән, саҡ ҡына һоло һалды, ләкин ат, боролоп та ҡарамай, мөйөшкә барып ятты. Ҡыҙҙың ҡото осто. Ысынлап ауырый бит был малҡай! Температураһы ла бар! Үпкәһе шешкәнгә оҡшаған, ана бит хорхолдап саҡ тын ала… Үлеп кенә ҡуймаһын! «Ни эшләргә?» – тип баш ватып торорға ваҡыт юҡ, үҙе белгәнсә дауаларға булды. Малсылар өйөндәге йәшниктән ветфельдшер ҡалдырған антибиотик табып, һыуға ҡушып атҡа эсереп ҡараны. Янып барған малҡай дарыу ҡушылған аҙ ғына һыуҙы бер тынала эсеп ҡуйҙы. Ләкин алдындағы аҙыҡҡа ҡағылманы. Аяғына ла баҫмай, бар нәмәгә иғтибарһыҙ ғына ята бирҙе. Ҡыҙ уның эргәһенән китмәне. Ҡараңғы төшөүгә рәйес менән район түрәһе әйләнеп ҡайтты.
– Ағай, атығыҙ ныҡ ауырый. Үпкәһе шешкәнгә оҡшаған. Мин дарыу эсерҙем былай… Тире ҡатмаҫ борон һыуыҡ һыу эскән йәки берәй төрлө вирус эләккән… – ҡыҙ ят кешенең үткер ҡарашынан әллә ни эшләне, хәбәрен әйтеп бөтә алмай, теле тотлоҡто, сикәләре янып китте. Ярай, рәйестең унда ҡайғыһы юҡ.
– Э-э-э-й-й, сәпсим ята бит малҡай… Йә, ни эштәйбеҙ инде хәҙер? Үлеп ҡуймаһын. Һин, ҡустым, минең ат менән ҡайтмаһаң булмаҫ… Ветеринар саҡыртырмын, ҡараһын… Йүнәлгәс, районға үҙем егеп апарып, атымды апҡайтырмын әле… – тип аптыранды рәйес. «Уполномуш»тың риза булмай башҡа сараһы юҡ ине.
Ләкин ул рәйестең атын килтергәнен көтөп тормаған, ике көндән кисләтеп кенә ат һарайына килеп инде. Һаман сирле хайуан янында мәш килгән ҡыҙ янына килеп: «Нисек, мал булырҙаймы? Салайыҡ микән әллә, тип килеүем әле…» – тип һөйләнде.
– Я-а-а-а-ҡ, ағай, аяғына баҫты, әҙҙәп ашай баштаны. Тик әле егергә ярамаҫ, һәле юҡ…
– Алай икән… Күрше колхоздан ҡайтышлай һуғылғайным.
– Сәй эсеп китегеҙ. Мейестә көлдә бешкән кәртүк бар… – тома ят кешене сәйгә саҡырып тороуына үҙенең дә иҫе китте.
Малсылар өйөндә йылы, плитәләге сәйнүктән үлән сәйенең хуш еҫе таралған. Үҙен Булатов Сынтимер тип таныштырған ағай колхоз хәлдәрен, нисә баш йылҡы барлығын, йәйгә ҡымыҙ яһарлыҡ күпме һауын бейә буласағын һорашып ултырҙы. Фронт юлдарын үтеп ҡайтҡан ирҙең алсаҡ йөҙөнән, һынсыл-утлы ҡарашынан ҡаушаған ҡыҙҙың йөҙө ҡыҙарған, тауышы ла ҡалтыранып сыға, бөтә тәне туҡтауһыҙ дерелдәй. Бергә эшләгән ауылдаш ирҙәрҙе бар тип тә белмәгән ҡыҙға Сынтимер ағаһы бер серле илгиҙәр, аҙашып килеп ингән юлсы, хатта күктән төшкән Хызыр Ильяс кеүек изге бер йән булып тойола. Фуфайкаһын, шәлен сискәс тә, йәш ҡыҙҙың тупаҫ кейеме аша ла тиртеп торған түштәре, нескә билдәре, көслө ҡулдары, арҡаһына һуҙылған оҙон толомо, алһыуланған йөҙө ирҙең дәртен ҡуҙғатҡайны. Һүҙһеҙ ҙә аңлашыла һәм туҡтатып булмай торған ниндәйҙер сихри тартыу көсөн икеһе лә тоя. Ҡунаҡ түҙмәне, уға күтәрелеп ҡарамай ғына сәй яһаған ҡыҙҙы, ҡапыл тороп, көслө ҡулдары менән ҡосаҡлап алды. Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр ҡарышманы Миңсара, башы әйләнде, хатта йөрәге туҡтаған кеүек булды, уның наҙға тилмергән йәне лә, тәне лә ғәййәр ирҙең иркәләүенә бирелде…
Өс көндән район түрәһенең атын алып барып ҡайтҡан рәйес: «Алай ҙа өлгөрҙөм әле, Булатовты Өфөгә обкомға алалар икән», – тигәс, һуңғы көндәрҙә үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй өҙгөләнгән Миңсара еңел һулап ҡуйҙы.
Бер төрлө ялҡытҡыс оҙон ҡышҡы төндәр дауам итте, ләкин ҡатынды инде ниндәйҙер күңел тыныслығы биләп алғайны. Ҡырыҫ йөҙөнән йәшерен серле шатлыҡ һирпелә, элек һағыш менән тулы күҙҙәре бәхет менән яналар. Ул серен берәүгә лә әйтмәне, хәйер, уның менән ҡыҙыҡһынған кеше булдымы икән? Яҙы ла, йәйе лә эске ҡыуаныстар менән тиҙ генә үтеп китте. Бар тәбиғәт ҡышҡа ингән мәлдә ул әсә булыу бәхетен кисерҙе. Ҡурҡыу тойғоһо ла булманы уның. Бейәләрен гел үҙе ҡолонлатып алған ҡыҙ тыуымға ниндәйҙер бер эске һиҙенеү менән үҙ аллы әҙерләнгәйне. Тыныс ҡына бушанды, балаһының кендеген дә үҙе киҫте. Малай икәнен күргәс кенә албырғап ҡалды, улар нәҫелендә ҡыҙҙар күберәк тыуа. Өләсәһе, әсәһе, үҙе һәм… бына улы!
Балаға Йәнтимер тип ҡушты, атаһының исемен «Хоҙайбирҙе улы» тип яҙҙырҙы. Аңы ла, тәне лә сәләмәт бала биргәне өсөн тик Хоҙайға ғына рәхмәт уҡыны ла уҡыны. Ауыл халҡы был яңылыҡҡа тәүҙә хайран ҡалды, аптырашты: «Үәт шымтоя-а-а-а-ҡ!.. Ярар, үҙ ризығы менән тыуғандыр… Аһ, айғырҙың балаһы буламы ней?..» Ә Сынтимер ағаһын башҡа күрмәне, уны оноторға тырышты. Ғаиләһе, балалары булыуына шиге юҡ ине. Етмәһә, хәҙер баш ҡалала ҙур урында эшләй. Булатовтан хәҙер уға бер нәмә лә кәрәкмәй! Һәр хәлдә уға оҡшаған, тамырҙарында уның ҡаны аҡҡан бер кеше уның тоҡомон дауам итә. Шул үҙе бәхет бит! Ейәндәре лә уның нәҫелен дауам итәсәк!
Улын һәм эшен яратып, көндәр, айҙар, йылдар үткәнен дә тойманы ул. Һуғыштан тере ҡайтҡан һалдат ҡатындары һәм балалары күргән хөрмәтте һәм рәхәтте күрмәһә лә, яҙмышына һәләк риза ине. «Аллаға шөкөр, минең дә бына тигән улым бар!» – тип үҙен йыуатты. Улы сирләмәй генә үҫеп китте, эшкә әрһеҙ, уҡыуға шәп булды. Әсәһенә ат ҡарашырға ла, уҡыуына ла өлгөрҙө. Холҡо ҡырыҫыраҡ булһа ла, аралашыусан, дуҫтары ла күп. Тәүҙәрәк Миңсара уны янынан ебәрергә ҡурҡты, кемдер килеп алып китер һымаҡ ине ниңәлер. Йә рәнйетерҙәр кеүек. «Уйнаштан тыуған»… «Тыума»… Һуғыштан һуң ундай балалар һирәк түгел ине. Йәнтимерҙең йөҙөнә бәреп әйтмәһәләр ҙә, малайҙар үҙ-ара һуғышып киткәндә, кемдәндер ишеткән был ят һүҙҙе ысҡындыралар ине. Ләкин улы бер ваҡытта ла әсәһе иң ҡурҡҡан: «Атайым кем?» – тигән һорауҙы бирмәне. Нимә тиер ине икән Миңсара? Һуғышта үлде, тиер ине, моғайын. Шулайыраҡ яуап әҙерләп тә ҡуйғайны хатта. Атайҙары фронттан ҡайтмаған балалар һәр йортта тиерлек. Шуға ла улы үҙенең атайһыҙлығына артыҡ аптырамағандыр ҙа. Ә аҙаҡ, үҫкәс, ул һорауҙы бирергә әсә хаҡы тигән изге тойғо рөхсәт итмәгәндер. Көтөү-көтөү йылҡы араһында Йәнтимер ҙә, әсәһе лә үҙҙәрен бик етем итеп тә тойманылар. Улы армияла яҡшы хеҙмәт итеп ҡайтты. Мал яратҡан егет ауыл хужалығы техникумын, аҙаҡ ситтән тороп институт тамамланы, кәләш алды. Әле күптән пенсияла булһа ла, ауыл ерендә ветврач һөнәренең кәрәге сығып ҡына тора. Үҙе менән бергә ҡартайып килгән улынан ғүмер эсендә бер ауыр һүҙ ишетмәне Миңсара: «Эйе-е-е, тоҡомо яҡшы нәҫел балаһы шул! Алма ағасынан алыҫ төшмәгән… Шөкөр, донъяһы етеш, ҡатыны менән татыу йәшәй, балалары аҡыллы…» Һуңғы йылдарҙа ла әле гәзиттән Булатовтың исем-шәрифен уҡыһа, йә телевизорҙан үҙен күреп ҡалһа ла терт итеп ҡала ине Айғыр әбей. Улы бигерәк атаһына оҡшаған шул! Уны кемдер килеп, әсәһенән тартып алып, әллә ҡайҙа алып ҡасыр кеүек ине. Шул ҡурҡыу тойғоһо тынғы бирмәне ғүмер буйы. Еңеү байрамдарында хәҙер аҙ ғына ҡалған һуғыш һәм тыл ветерандарына хөрмәт ҙур: миҙалын да, күстәнәстәрен дә бирәләр. Уларҙы Өфөнән Сынтимер ағаһы ебәрә һымаҡ тойола ниңәлер Миңсараға.
– Яра-а-а-р… Сығып киләйем әле, – оҙаҡ уйланып ултырып ҡатып киткән аяҡтарын көскә яҙып, әбей урындыҡтан төштө, тупһала яҙғы көнгә һоҡланып тора бирҙе лә аҙбар яғына ыңғайланы. Уның яҡынлағанын күреп, ялан кәртәләге аттары бышҡырып сәләм бирҙе. Колхоздар тарҡалып, ат һарайҙары күптән бушап ҡалһа ла, Айғыр әбей йылҡы малынан айырылманы. Ана шул Ҡаранайғыр менән Аҡморондоң нәҫелен һаҡлап ҡалды. Йәй буйы ҡымыҙҙан өҙөлмәйҙәр, шөкөр, Күкморон йыл да ҡолоно менән ҡыуандырып тора.
– И-и-х-х, миҙалдарҙы мин аттарға бирер инем. Иң ауыр йылдарҙы бергә үткәргән арҡаҙаштарым кеүекһегеҙ бит. Һеҙ фронтта ла һуғыштығыҙ, тылда ла йән аямай тир түктегеҙ… Ҡайҙалыр аттарға һәйкәлдәр ҙә бар, тиҙәр…
Айғыр әбейҙең ҡапыл ныҡ итеп йөрәге сәнсте, ҡара тарамыш ҡулдары менән ҡоймаға тотондо. Күкморон ниҙер һиҙенгән кеүек зарлы итеп кешнәп ебәрҙе, ә ҡолоно әсәһенә килеп һыйынды.

Зилә ПСӘНЧИНА.

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: