-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
20 Ғинуар 2022, 11:30

Тауыҡ һурпаһы

Хикәйә Октябрь байрамы ине. Фәнүр класташы Данил менән урамға сығып йөрөп килергә булды. Ул – ҡарт буйҙаҡ, ә дуҫының ҡатыны менән аралары боҙолошоп торған мәл. Майҙанда халыҡ йыйыла башлаған. «Әйҙә, туғандарым менән таныштырам», – тип, Данил балалар коляскаһы тотоп торған ир менән ҡатын янына алып килде уны. Фәнүр уларҙы бер аҙ таный. Ире милицияла эшләй, өйҙәре эргәһенән эшкә үтә. Ҡатыны уҡыта, шикелле. Ә бына эргәләрендә торған ҡыҙ таныш түгел.

Тауыҡ һурпаһы
Тауыҡ һурпаһы

Күҙҙәре моңһоу күренгән һылыу уның иғтибарын йәлеп итмәне башта. Данил туғандарса шаярып һөйләшә башлағас, ҡыҙыҡай ниндәйҙер шаян һүҙгә сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Фәнүр уның күҙҙәренә ҡараны ла ҡатып ҡалды. Шундай ҙа матур күҙҙәр булыр икән! Әйтерһең, ҡояш болот араһынан сыҡты ла тирә-яҡҡа алтын нурҙарын һипте. Егет, уның нурына ҡойоноп, ят йөҙгә текәлеп тик торҙо. Данил еңенән тартҡас ҡына ҡайҙа­лығын иҫенә төшөрҙө. Бер аҙ ситкә киткәс, дуҫы:
– Һеңлемә күҙең төштөмө әллә? Телһеҙ ҡалдың, – тип көлдө.
– Таныштыр һеңлең менән? – тип сат йәбеште уға Фәнүр.
– Ярай, улайһа, төшкө сәйҙәренә барайыҡ һуң, – тип килеште уныһы.
Ҡыҙҙың исеме Рәмилә икән. Улар барып ингәндә өйҙә байрам табыны әҙерләнә ине. Ҡыҙ, нәҙекәй биленә алъяпҡыс быуып, өҫтәл менән аш-һыу бүлмәһе араһында йүгереп йөрөй. Ҡайнар билмәндәр ташый. Уға еҙнәһе өҫтәл әҙерләшә. Апаһы бала менән була.
Ашанымы Фәнүр, әллә юҡмы, нимә һөйләштеләр – береһен дә иҫләмәй. Ул Рәмиләнән күҙен ала алманы. Йөҙөндә моңһоулоҡтоң эҙе лә юҡ. Үҙе көлмәһә лә, күҙҙәре көлөп тора. Табын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Еҙнәһе менән апаһының һөйләгән хәбәренә сыңғыратып көлөп тә ебәрә. Данил ағаһына ла һүҙ ҡушып ала. Тик Фәнүргә генә: «Ағай, ашап ултырығыҙ», – тип бер өндәште лә ҡабат һүҙ ҡушманы.
Ошо көндән Фәнүрҙең яйлы ғына барған тормошо юҡҡа сыҡты. Ятһа ла, торһа ла сыңғыратып көлөү тауышы йә моңһоу ғына ҡараш күҙе алдында тик тора. Ай күрҙе, ҡояш алды булды шул осрашыуҙары ла. Рәмилә күрше райондан булғас, тиҙ генә күрешеү ҙә мөмкин түгел. Улай тиһәң, ҡыҙ уның донъяла барлығын да онотҡандыр инде.
Аңҡы-тиңке йөрөгәндә мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде. Данил систе уны. Ике туған ҡустыларының өйләнеүен, туйға Рәмиләнең дә саҡырылыуын әйтеп ҡыуандырҙы. Тимәк, Рәмилә үҙе киләсәк Оҫҡонға!
Район үҙәгенең Оҫҡон тип аталыуы оҡшап етмәй Фәнүргә. «Боҫҡон» һүҙенән алынманымы икән ул? Булыуы ла мөмкин, сөнки бик уңайлы ғына ике тау араһында урынлашҡан. Боҫоп ҡына ятып, дошманға ташланырға һәләк уңайлы урын. Әллә инде тау итәгендә күпләп үҫкән оҫҡон йыуаһынан алындымы икән ауыл атамаһы? Хәҙер инде, күпләп үҫкән, тип әйтерлеге лә ҡалманы. Ә элек, бала сағында, тауға уйнарға сығып, ҡосаҡ-ҡосаҡ оҫҡон йыуаһы алып ҡайта ине Фәнүр. Йыуанан әсәһе бешергән аштың тәме һаман теле осонда.

***
Рәмилә менән үткән бәхетле көндәрен иҫенә төшөрөп, Оҫҡонда боҫоп ята Фәнүр. Кешеләрҙән боҫоп булһа ла, үҙ-үҙеңдән ҡасып булһасы. Ошо урында уның уйҙарын ишекте асҡан улы өҙҙө: «Пап, если можешь, торопись, а», – тине лә, яуап көтөп торманы, тышҡа атланы. Тиҙерәк, тип ҡабаландыра, итәктәренә ут ҡапҡас ней. Йәштәр алдан эште боҙа ла, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, саба шул. Кәләше, килен бала була инде, йортҡа төшмәҫ борон ҡәйнәһе менән талашҡан. Ә Фәнүр үҙ ҡатынын белә, уны әлегә талашып берәү ҙә еңә алғаны юҡ. Әсәһе лә бит тәүҙә, Рәмилә кеүек күреп, үҙенекен иҫбатларға маташҡайны, урынына тиҙ ултыртты: «Һинең разведенный малайыңа мин барғас, рәхмәт әйт әле!» – тип кенә ебәрҙе.
Айырылып та өлгөрмәгәйнеләр бит, үсегештеләр генә. Фәнүр, әсәһенең һүҙен тыңлап, ҡыуып сығарҙы бит Рәмиләһен. Шул ваҡыттағы кәләшенең күҙҙәрендәге һорау ҡатыш аптырауҙы әле лә күтәрә алмай ул.
Күҙҙәрен мөлдөрәтеп артына боролоп ҡараны. Фәнүрҙең уны ҡыуғаны аңына барып етмәне булһа кәрәк. Бына-бына йәштәре тәгәрәп китер һымаҡ тойолғайны. Тәгәрәмәне, йотоп ебәрҙе, шикелле. Иламаны, илаһа, еңелерәк булыр ине.
Шул мөлдөрәмә күҙҙәрҙең һағышы баҫа хәҙер Фәнүрҙе. Әгәр ҙә ул көндәрҙе кире ҡайтара алһа, аяғына тәгәрәр, ерҙе тырнап инәлер, ялбарыр, барыбер алып ҡалыр ине.
Әсәһе ҡаты булырға өйрәтте: «Бигерәк әллә кем булып ҡылана. Әллә ҡайҙағы төпкөл ауылдан Оҫҡонға килгәнен онотҡан. Әҙерәк аҡылға өйрәтеп ал. Ана, ағайың­дарҙың береһенең дә бисәһе ҡыуһалар ҙа китмәне. Дүртәр ай, йылға яҡын айырым торҙолар ҙа кире килделәр. Шулай итһәң, ҡатындар майланған ҡайыш һымаҡ булалар…»
Кире килмәне шул Рәмиләһе. Килде бер тапҡыр. Кейемдәрен, китаптарын ғына теүәлләп йыйып алды ла сығып китте. Фәнүр, ҡәй­нәһе ҡасандыр биргән бүләктәрҙең береһен дә алманы.
Ә бына яңынан өйләнгән кәләше Мәймүнәгә көсө етмәне әсәһенең. Мәймүнә, Фәнүр менән Рәмиләнең араһы боҙолоуын ишеткәс, муйынына ебәк булып уралды. Теле ниндәй ине. Әсәһе лә ихлас тырышты, ҡоҙағыйы, Фәнүрҙең әсәһе, менән әхирәттәр булып киттеләр хатта. Хәҙер генә әхирәтлектәре һиҙелмәй.
Рәмиләһе ауыл ҡыҙҙарынса ябай, тотанаҡлы, егәрле ине. Ата-әсә ҡулында үҫеп, бер ниндәй ауырлыҡ күрмәһә лә, һәр эшкә лә тилбер булды. Ҡунаҡҡа алып ҡайтҡандың иртәгәһенә, башына аҡ яулыҡ ябынып, ҡоймаҡ ҡойоп торғаны әле лә күҙ алдында. Уныҡы кеүек йоҡа, ауыҙҙа иреп торған тәмле ҡоймаҡты Фәнүр ауыҙ иткәне юҡ хәҙер. Ҡәйнәһе лә аш-һыуға оҫта булды. Ҡыш барһалар, бишбармағы, билмәне ҡунаҡ көтөп торған һымаҡ әҙер булды. Йәйгеһен тауыҡ тултырып бешерер ине. Күстәнәскә ите-майынан, һөтө-ҡаймағынан өлөш сығарҙы. Бер шулай йәй көнө ҡәйнәһе Фәнүргә тауыҡ ите биреп ҡайтарҙы. Өйҙә һыуытҡыс юҡ, газдың да бөткән мәле. «Нишләп алдым был итте?» – тип уйлап та өлгөрмәне, Рәмиләһе һис тә аптырап торманы: тауыҡты өлөштәргә турап, йыуып, тоҙлап-борослап самауырға тултырҙы ла, ҡаҙалығына тап һалып, ҡайнатырға ҡуйҙы. Онон иләп, һалма баҫты. Ит бешеп сыҡҡас, уны алып, һурпаһын һөҙөп, кире сама­уырға ҡойҙо һәм һалма төшөрҙө. Шул тауыҡ итенең, һалмаһының тәме!.. Һис оноторлоҡ түгел. Рәмилә ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатырлыҡ уңған ине. Фәнүр хәҙер самауырҙа бешкән тауыҡ итен ашап, һурпаһын эсеү түгел, тере ҡуҙҙа ҡайнаған уның сәйен дә ауыҙ иткәне юҡ. Бына әле лә самауырҙа әҙерләнгән тауыҡ һурпаһын көҫәп ятыуы.
Ошо ерҙә баш ҡалала йәшәгән Кинйәғәле ағаһының әйткән әсе һүҙҙәре иҫенә төштө. Рәмилә менән айырылышыуҙарын ишетеп, Оҫҡонға килеп төшкәйне ул. «Тура әйткән туғанына ярамаған, ҡустым, үпкәләмә. Беҙ йәш саҡта ҡатын айырһалар, бәлеше тәмһеҙ булған инде, тәмле бәлешкә күскән, тип әйтә торғайнылар. Һин, киреһенсә, тәмле бәлеште тәмһеҙгә алыштырғанһың. Килен гөл кеүек ине, урынына бер бисураны алып ҡайтҡанһың икән», – тине. Ағаһының һүҙҙәренә бик турһайып йөрөгәйне. Уның алдында бәхетле булып күренергә лә маташты ул. Тормош тәжрибәһе ҙур кешеләрҙе алдауы еңел түгел икән шул. Ни юғалтҡаныңды белер өсөн юғалтып ҡара, тигән әйтемде уҡып иҫе киткәйне Фәнүрҙең. Юғалтып ҡарап буламы икән? Юғалтһаң, бөтөнләйгә юғалтаһың инде ул. Һуңынан, кире табылмаҫмы икән, тип көтөп ғүмерең үтә.
Айырылышыу сәбәптәре лә сәбәп инеме һуң? Был хаҡта уйлаһа, Фәнүр үҙенән ояла. Ул саҡта әле йорттарға газ үтмәгән, газ баллоны ташып көн иттеләр. Айына бер килтерәләр, алып өлгөрмәһәң, тағы бер ай көтөргә ҡала. Шул баллонды алып ҡалайыҡ тип, Рәмиләһе уның артынан дуҫы Саша менән эсеп ултырған өйгә йүгереп килгәйне.
Быны күтәрә алманы Фәнүр. Йәнәһе, ҡатыны артынан килде, уны дуҫы алдында хур итте. Шуны сәбәп итеп, Рәмиләһен өйҙән ҡыуҙы. Дөрөҫөрәге, әсәһе күптән ныҡыған ғәмәлде атҡарып ҡуйҙы. Һылтауҙы сәбәп итте. Ҡыҙыҡһынған кеше­ләргә уның иң анһатын уйлап сығарҙы: ҡатыны уға хыянат иткән, имеш. Дуҫтарының ышанмауын һиҙһә лә, һүҙенән кире ҡайтманы.
Хыянат тураһындағы уйҙырма ул мәлдә тыныслыҡ биргән кеүек ине. Фәнүрҙән китеп, бер аҙ ваҡыт үтеүгә Рәмиләнең ҡыҙы тыуҙы. Фәнүр, үҙен-үҙе тынысландырып: «Ана бит!» – тип ҡуйҙы. Баланың Рәмилә йөрәк аҫтында алып киткән үҙ ҡыҙы икәнлеге ике ятып бер төшөнә инмәне. Ул арала янында сыуалып йөрөгән Мәймүнәһе ауырға ҡалды. Бала тыуыр алдынан ғына никах уҡытып ҡуйған булдылар. Ә Рәмилә райондан бөтөнләйгә китте. Өфөгә барып төпләнде.

***
Бәхет тигән мөғжизә уны тағы бер һынаны. Рәмилә осрашыу ойошторҙо, айырылышыу тураһында эш ҡуҙғатты. Бүлер нәмәләре юҡ, судлашып торманылар. Айырылышыу тураһындағы таныҡлыҡты загс бүлегендә генә теркәнеләр.
Ҡыҙы менән килгәйне Рәмилә. Сәскә кеүек ошо бала Фәнүрҙең күңелен арбаны ла ҡуйҙы. Документтарға ҡул ҡуйғансы ҡыҙ бала тик кенә ултырҙы. Сығырға булғас ҡына:
– Әсәй, хәҙер ҡайҙа барабыҙ? – тип һораны саф башҡорт телендә.
– Инәйеңдәргә, – тип яуапланы Рәмилә.
– Ә ағайҙы алып барабыҙмы? – ҡыҙҙың был һорауы Рәмиләне генә түгел, загс хеҙмәткәрҙәрен дә һиҫкәндерҙе.
– Юҡ, ағай үҙҙәренә ҡайта...
Шулай тине лә Рәмилә, ҡыҙын етәкләп алды. «Хуш, Фәнүр!» – тигән һүҙҙәре һауала эленеп ҡалды. Фәнүр өнһөҙ ине. Бәхете әле генә уның янында булды. Бер генә аҙым ара. Һуңынан ғына аңланы. Рәмиләһенән көткән аҙым да яһалған, тик Фәнүр үҙе генә һуҡыр булған. Тома һуҡыр. Баланың үҙ ҡыҙы икәнен ул бик һуңлап белде. Атаһының ҡарындашы, Мәрфүғә апаһы, ҡаты ауырып, түшәккә ятҡас, саҡыртып алды.
– Фәнүр, минең көнөм күп ҡалмаған. Үҙ хәлемде үҙем беләм. Тик бер сер йөрәгемде өйкәй. Мин уны ҡәбергә алып китә алмайым. Атайыңдың үлеме әсәйеңдең еңмеш­леге арҡаһында булды. Әсәйең Оҫҡон ҡыҙы булғас, Ҡыйҙашта йәшәргә теләмәне. Ә ағайым, ауылын ташлап, Оҫҡонға килмәҫкә ҡыр­талашты. Ул арала һеҙ өсәү инегеҙ инде. Бер көндө әсәйең, барығыҙҙы ла алып, Оҫҡонға ҡайтып китте. Ағайым, артығыҙҙан барып, һеҙҙе кире алып ҡайтырға тип, көнө буйы әсәйеңде өгөтләй. Күндерә алмағас, мотоцикл менән кис яңғыҙы ҡай­тырға сыға. Фары булмай. Ҡаршы килгән атҡа бәрелә, тәртәһе күкрәген үтә сыға. Бына шулай, һуғыштан тере ҡайтҡан ағайым еңгәмдең еңмешлеге арҡаһында һәләк булды. Уның шул холҡо һине лә бәхетһеҙ итте. Рәмилә килендең ҡыҙы – һинең балаң. Мөмкин булһа, барып тап һин уларҙы. Ҡыҙың, исмаһам, атаһының кем икәнен белһен. Ғүмер бик ҡыҫҡа, әйтер һүҙҙе ваҡытында әйтеп ҡалырға кәрәк. Бәхил бул, туғаным, минең һүҙҙәрҙе онотма, – тип күңеленә үрт һалды.
Мәрфүғә, оҙон һүҙҙән арып, күҙҙәрен йомдо. Өс көндән һуң уны һуңғы юлға оҙаттылар. Фәнүр өсөн тормоштоң бер ҡыҙығы ла ҡалманы. Хәҙер килеп түшәктә ята. Ҡатыны ишекте шарт итеп асып ебәрҙе лә өҫтөнә гәзит-журналдар һелтәне: «На, почитай!» – тигән һүҙҙәре ҡолағына салынып ҡалды. Ауырып саҡ ятҡан кешенең гәзит уҡырға хәле бар тип уйлай микән? Үҙенсә хәстәрләп йөрөүе инде, йәнәһе. Икеһе лә башҡорт була тороп, өй эсендә урыҫса аралашалар. Туған телеңдә мөхәббәт һүҙҙәре генә әйтелә шул.
Фәнүр ҡатынының гәзит-журнал, китап уҡып ултырғанын бер ваҡытта ла күргәне булманы. Ә үҙе алдынғы уҡытыусы булып иҫәпләнә. Алдынғылыҡ билдәһен дә тағып йөрөй. Яңыраҡ үҙенә-үҙе ҡылыҡ­һырлама яҙып ултырғанын күреп, аптырауҙың сигенә етеп һорай ҡуйҙы:
– Нишләп үҙеңде үҙең маҡтап яҙаһың ул? – тип һорай ҡуйҙы.
– Мне награда положена. Никто не хочет писать. Мне самой предложили написать, – тип кенә яуап бирҙе Мәймүнә.
– Нисек инде «положена», һинең бар ҙа инде?
– А я за сына главы сдала ЕГЭ, вот за это хочет наградить...
Үҙе менән туған телендә һөйлә­шергә лә теләмәгән ҡатыны менән артабан әңгәмәләшеүҙең мәғәнә­һеҙлеген тулы кимәлдә аңланы Фәнүр. Гәзит-журналдарҙы ла үҙе яҙҙыра ул. Уның ҡарауы, Мәймүнә уҡытыусылар араһында иң күп ваҡытлы баҫма яҙҙырыусы булып иҫәпләнә.
Ә Фәнүрҙең гәзит-журналдар менән ҡыҙыҡһыныуына Рәмиләнең фән юлынан китеүе сәбәпсе булды. Әленән-әле уның ғилми мәҡәләләре баҫылып тора. Уларҙың береһен дә ҡалдырмай уҡып бара Фәнүр. Ҡаты­нының матбуғат уҡымауы уның өсөн яҡшыраҡ та.
Айырылышыу тураһында документ юллауы кейәүгә сығыр өсөндөр тип янғайны теге ваҡыт. Бушҡа булған. Ситләтеп-ҡырлатып ҡына һорашып йөрөнө, сыҡманы Рәми­ләһе ҡабат кейәүгә. Ә теге ваҡыт ҡыҙын алып айырылышырға килеүе осрашыуға сәбәп кенә булған. Ҡыҙын күрһәтергә килгән. Шуны ла аңламаған туң баш Фәнүр. Шуға хәҙер йүнәлеп алһа, бер нәмәгә ҡарамай, Рәмиләһен эҙләп китәсәк, теге тылсымлы өс һүҙҙе әйтәсәк: «Ғәфү ит, Рәмилә! Мин ғүмер буйы һине яраттым, ҡыҙымды атайлы итергә ярҙам ит».
Улы уның һауығыуын үҙе өсөн көтә. Бер бәләкәй иҫке өй алып йүнәтә башлағайнылар, шунда һалҡын алдырҙы. Тирләп һыу эсте. Өйҙөң ишеген дә, тәҙрәләрен дә алып таҙаларға тотонғайнылар. Килендәренең көнө етә, үҙҙәре әле яҙылышмаған. Ҡәйнә менән ҡайны йортона аяҡ баҫыуҙан баш тартты килендәре. Аяҡҡа баҫһа, йәһәтләр эште. Шуларҙы атҡарһа, уны был өйҙә бер ни ҙә бәйләмәйәсәк. Кеше алдында бәхетле булып ҡыланып оҙаҡ йәшәне. Етте!
Уҡырға ла хәле юҡ. Шулай ҙа ҡулына эләккән тәүге гәзиткә күҙ һалды. Иғтибарын таныш йөҙ йәлеп итте. «Республикабыҙ фәне ҙур юғалтыу кисерҙе. Күренекле фән эшмәкәре Рәмилә Ғәлимйәнова...»
Фәнүрҙең күҙҙәре томаланды. Нисек? Рәмилә? Уның Рәмиләһе? Юҡ. Булмаҫ. Булыуы мөмкин түгел. Фәнүр бит бер сеүәтә тауыҡ һурпаһы көтөп ята. Шуны эсеп алһа...

Флүрә НИЗАМОВА.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: