+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
8 Ғинуар 2022, 16:10

Ағастар

Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Мөсифуллин 1957 йылдың 25 мартында Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылында тыуған. Исмаил урта мәктәбен тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёрҙар бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Дүртөйлө районы халыҡ театрында башлай. Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, район мәҙәниәт йорто директоры, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире булып эшләй. «Урман баһадиры – 1995», «Алтын Урал» халыҡ, Н. Нәжми исемендәге район премиялары лауреаты. Р. Солтангәрәев исемендәге республика хикәйәләр бәйгеһе дипломанты.

Ағастар
Ағастар

Ағастар

Хикәйә

Ишек алдында бер төптән, саттарға бүленеп, дүрт ағас үҫә. Кем ултыртҡан уларҙы?.. Ниңә баҡсала, башҡа ағастар менән бергә түгелдәр?.. Үҙ-үҙемде белә башлағанда, улар, арыу ғына күтәрелеп, быуындарын нығытып өлгөргәндәр ине. Танып белгән уҫаҡ, ҡайын, муйыл, балан, миләш түгелдәр – емештәре лә юҡ. Бәлки, сағандарҙыр? Әллә һөйәндәрме?..

Мин армиянан ҡайтканда ғәйәт ҙур, өй бейеклеген күптән уҙып киткән ине улар.

– Дүрт ағасым – дүрт ҡыҙым! – тине әсәй бер саҡ, көтмәгәндә. – Яндарынан уҙған һайын яратып, һөйөп үтәм...

– Ә-ә-ә... Нисек?

– Хоҙай Тәғәлә биргән ағастар улар! – тине әсәйем, уйланып. – Ҡунаҡтан ҡайтканда урман ситендә «бына беҙ» тигәндәй күҙемә салынып ҡалдылар. Сәйер көс шунда тартты. Юҡҡа ғына ауылда «Фәүзиәгә ағас эйәһе ене ҡағылған» тимәгәндәр бит...  Собханалла, бер төптән дүрт ботаҡ үҫкән дәһә! Ул саҡта улар бәләкәй, ат арбаһы бейеклеге генә ине. Ниндәй үҫенте һуң был?.. Шул мәлдә башыма «ағастың һабағы – үҙем, ботаҡтары ҡыҙҙарым бит» тигән фекер килде... Алтын көҙ ине, атайың менән был сәйер үҫентене алып ҡайтып, ҡойма буйына ултырттыҡ.

– Ә беҙ, ике улың? – Мин көнләшеп, әсәйгә текәлеп ҡарайым. «Ни әйтер икән? Беҙ бит уның йылы ҡуйынында алты бала, алты нарасый үҫтек».

– Һеҙгә, улдарыма, иҫтәлеккә... ҡайындарым да бар бит әле!

– Эйе шул, Фәүзиә ҡайындары!

– Йоҡоһоҙ төндәрҙә Хоҙай Тәғәләнән барығыҙға ла бәхет, тәүфиҡ, сәләмәтлек һорап доғалар уҡыйым... Ҡыҙҙарымдың ҡолаҡтарына айыу баҫҡан. Ә һиңә рәхмәт, улым, миңә бағышлап йыр яҙҙың.

Аңлашылды. Һүҙ ауылдан биш саҡырым ситтә үҫкән ҡайындар хаҡында бара. Һуғыштан һуң өмә эшләп ултыртҡандар уларҙы. Әсәйем етәксе – бригадир булған. Бына шул осорҙа  уҡ ағастарға «Фәүзиә ҡайындары» тип исем ҡушҡандар...

– Ә теге пар ҡайындар? – тип һораным мин, баҡса яғына ымлап.

– Уларҙы ла шул Лаяшты урманынан алып ҡайтҡан инек, – тине әсәй, уйланып. – Күптәр яратманы. Ҡайындарҙы өй тирәһенә ултыртырға ярамай – бәлә-ҡаза килтерә, тигән боронғолар. Атайың имеш-мимешкә, ырым-шырымга ышанмай ине – бөтөнләй ҡолаҡ һалманы...

Өндәшмәй тынып ҡалдым. «Бәлә-ҡаза тигәндән?..» Хәтеремдә: мин хәрби хеҙмәттә саҡта торба тишелеп баҙҙы һыу баҫҡан, ундағы бәрәңге, кишер, сөгөлдөр, кәбеҫтәләр яраҡһыҙ хәлгә килеп әрәм булған. Саҡ өйҙөң нигеҙе емерелмәй ҡалған.

Икенсе бәла-ҡаза... Миңә ҡырҡ өс йәш ине. Электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы арҡаһында сыҡҡан янғын йортобоҙҙан бер ни ҡалдырманы. «Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай», – тигәндәр бит. Шул саҡта ҡайындарҙың аҡ туҙы, япраҡтары арыу ғына зыян күрһә лә, уларға ут ҡапмаған. Аҙаҡтан ағастарҙың яҙмышы хәл ителгәндә: «Ана, Зиннәттәрҙең дә өйҙәре янды. Уларҙың йорто янында, ишек алдында ҡайындар үҫмәй ҙә инде, – тип, әсәйем бәхәскә ҙур нөктә ҡуйҙы. – Ағастарҙың ни ғәйебе бар? Үҫһендәр!..»

Атай ситтәрәк үҫкән ҡарт өйәңкегә тотондорманы. «Янғын ваҡытында һарайҙы уттан һаҡланы», – тине ул, йәшле күҙҙәрен беҙҙән йәшереп.

Пар ҡайындарҙан йыраҡҡараҡ һалынған  яңы йортта ҡәҙерле кешеләребеҙ тыныс ҡына ун биш йылдан артыҡ ғүмер кисерҙе. Атай гүр эйәһе булғас, тағын да бер ғәжәйеп хәлгә шаһит булдым: алдағы яҙҙа яратҡан, иң тәмле емешле алмағасы башҡаса сәскә атманы...

 

***

Йәй көнө ғаилә менән ауылға, баҡсала эшләргә ҡайттыҡ.

Ҡапҡа төбөндә үк беҙҙе бор­соулы йөҙлө әсәй ҡаршы алды.

– Ағастарымды ҡорт баҫты! – тине ул, иларҙай булып. – Ана, күҙ һал – береһе бигерәк яланғас ҡалып бара...

Йөрәгем, семерҙәп, һыҡрап ҡуйҙы. Ағастарға яҡынайған һайын моронға ят, таныш булмаған яман еҫ бәреп инде, япраҡтарҙа  йәшкелт төҫтәге бөжәктәр күҙгә салынды.

– Бәлки, – тине әсәй, һаман борсолоп, – бәрәңге ҡорттарына ҡаршы һипкән ағыу ҙа ярайҙыр?

– Таң менән урман хужалығы контораһына инермен, белешермен, әсәй...

– И, Хоҙайым, ҡыҙҙарыма афәт килтерә күрмә, берүк...

Кис яҡынлашып килә ине. Беҙ һуған, кишер, сөгөлдөр түтәлдәренә һыу һиптек, сүп үләндәрен утаныҡ. Бер саҡ күрше ауылда самолет  геүелдәне. Ул саҡта АН-2 самолеты (халыҡ уны «кукурузник» тип йөрөтә) колхоз баҫыуҙарына иртәле-кисле (ғәҙәттә, ел булмағанда) йә ашлама, йә ағыу һибә ине.

Бер аҙҙан «кукурузник», һауаға күтәрелеп, беҙҙең яҡҡа боролдо.

– Самолет килә, самолет! – тип һикереште малайҙар, бер-береһен уҙҙырырға тырышып. – Туп-тура килә – беҙҙең өҫкә...

Тик АН-2  үҙ бейеклеген алғас, янтая биреп һулға боролдо һәм үр буйлап, ауылға  иң яҡын урын­лашҡан баҫыу өҫтөнән осоп үтте. Хәҙер ул йыраҡтан урап килә лә икенсе тапҡыр һибә...

– Фу-у-у, ниндәй яман еҫ был? – тине ҡатын, танауын тарта-тарта. – Күҙҙәрем дә әсетә...

– Ҡәһәр һуҡҡыры, ел баҫыу  яғынан иҫә ләһә. Ағыу...

Беҙ, ҡабалана-ҡабалана йы­йындыҡ та машинаға йүгерҙек. Өйгә инеп ашыҡ-бошоҡ әсәй менән һаубуллаштым, «таңға тиклем өйҙән сыҡмаҫҡа ҡушып, иртәгә ҡайтырға вәғәҙә биреп», йәһәт кенә ҡала яғына юл алдыҡ.

Таң менән медпункттан әсәй шылтыратты. Ул саҡта кәрәҙле кеҫә телефондары юҡ ине.

– Ашығып ҡайтма, эштәреңде ҡара, – тине ул, шат тауыш менән. – Ҡорттар менән ағас төбө тулған, тәгәрәшеп үлеп яталар. Аллаға шөкөр, Хоҙай Тәғәлә уҡыған доғаларымды ишетте...

Таң атҡансы ауылда нимә булған?.. Ә-ә-ә, самолет... Ағыу... Ел кисә үк уның тамсыларын баҡсаға тиклем осороп алып килде түгелме һуң? Эйе...

Шатлығыбыҙҙың сиге булманы.

 

***

Алдағы яҙҙа «Дүрт ағас – дүрт ҡыҙ»  ҡабат япраҡ ярҙы. Тик әсәйебеҙ генә ботаҡтарҙы һырып алған йәшел бөрөләрҙе күрә алманы – ҡыш, һалҡын көндәрҙең береһендә, сирҙән мантый алмайынса мыштым ғына әхирәткә күсте. Әсәйемде, һуңғы һулышын алғансы,  яҡ-яғына ултырып, дүрт ҡыҙы һаҡланы.

Пар ҡайындар, үткән хәл-ваҡиғаларҙы ҡат-ҡат хәтергә төшөрөп, бөгөлөп-һығылып үҫә бирә.  Әсәйемдең: «Ағастарҙың ни ғәйебе бар? Үҫһендәр!..» тигән һүҙҙәре онотолмай, ҡайтауаз булып һаман ҡолаҡта яңғырап тора.

Фәүзиә ҡайындары – әсәйем ҡайындары(!) – юлсыларҙы, ауылдаштарҙы, килгән-киткән ҡунаҡтарҙы йырҙағыса сәләмләй:

Ҡайтҡан саҡта ҡаршы ала,

Киткән саҡта оҙатып ҡала,

Әсәйем ҡайындары –

Фәүзиә ҡайындары!..

Ындыр артына, яр буйына, ултыртҡан «алты ағасым  – алты шыршым» да (беҙ бит алты бала!), собханалла, күптән инде ҡойма бейеклеге. Мине уҙып, юғарыға, аҡ болоттарға ынтылдылар!..

Ғүмер үтә, йылдар аға, ағастар үҫә бирә!..

Автор:
Читайте нас: