+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Ғинуар 2022, 11:15

Юғалған ер

Хикәйә   Ямғыр ҡоя. Күктәр күптән бындай ямғыр яуҙырғаны юҡ ине. Әммә уға бер кем дә иғтибар итмәне... Аяғында баҫып тора алған һәр кем, үтәнән-үтә һыуланыуҙан да ҡурҡмай, Ғарибтың бәләкәй генә өй йоратына ашыҡты. Мөслим, тупһаға еттем генә тигәндә, нимәгәлер эләгеп, күләүеккә ҡолай яҙҙы. Кемдер беләгенән тотоп өлгөрҙө:– Ипләберәк, аҡһаҡал, йығылып, имгәнеп ҡуйыуығыҙ бар бит...

Юғалған ер
Юғалған ер

Ишек янындағылар, икегә айырылып, ҡартҡа юл бирҙе, ул, кепкаһындағы ямғыр тамсыларын ашығып ҡына һелкте лә түргә уҙҙы. Ғариб, ҡулдарын түш тәңгәлендә ҡаушырып, өйҙөң ҡап уртаһында ята, йолаға ярашлы, башын Мәккәгә ҡаратып һалғандар. Саҡ ҡына ситтәрәк ир туғандары, күрше-тирәһе теҙелгән. Мөйөшкә һырыҡҡан бер нисә ҡатын Ғарибтың һис ҡасан бойоғоу белмәҫ хәләл ефете Гөликәйҙе тынысландырып маташа, ә уның күҙ йәштәре тыштағы ямғыр кеүек түгелә генә.
Мөслим, еүеш кепкаһын ситкә ҡуйып, ауырыуҙың баш осона сүгәләне лә, муйынын алғараҡ һоноп, ҡалтыраҡ тауыш менән:
– Һиңә ни булып китте, Ғариб? – тип һораны.
Ғариб Мөслимде ишетте, әммә яуап бирә алманы. Тулҡынланды, тыны быуыла башланы, күҙ алдары томанланды.
Арыраҡ ултырған Йософ-киши Мөслимгә битараф ҡына бойоҡ ҡараш ташланы, йәнәһе, бында һин бер нисек тә ярҙам итә алмайһың, бына Ғариб та китеп бара...
Тыш яҡтан ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҙөк-өҙөк һыҡтауы ишетелде. Ғарибтың ҡоро һөйәк менән тирегә ҡалып, йәнһеҙ һәленгән ҡулдарын тотоуҙан Мөслим ҡарттың күҙҙәренә йәш төйөлдө. Әммә шунда уҡ, ебеп төшөүен йәшерергә теләгәндәй, ҡысҡырыбыраҡ өндәште:
– Әй, унда, ишек артындағыларға әйтегеҙ, балауыҙ һығыуҙы туҡтатһындар! Аллаға шөкөр, Ғарибтың хәле бирешерлек түгел. Аҙ ғына сырхаулаған инде... – Унан һүнгән ҡарашын ауылдаштарына төбәп: – Ә Рәсим табип ҡайҙа? – тип һораны.
– Бәлә яңғыҙ йөрөмәй бит, Мөслим. Һин килерҙән алда ғына докторҙы Баһшали саҡыртып алды, уның ейәнен эт тешләгән, – тип тоноҡ тауыш менән яуапланы Йософ-киши. – Ул да һин әйткәнде әйтте инде. Тыуған ауылын иҫләп, йөрәге тотҡандыр, артыҡ ҡурҡыныс юҡ, бер-ике көн ятыр ҙа йүнәлер, тине. – Хәбәрен һөйләп бөтөүгә Йософ, ҡаҡ иҙәнгә ҡолап китмәҫ өсөн, ныҡ итеп тубыҡтарын ҡосаҡланы.
Көсөргәнеште аҙ булһа ла кәметеү өсөн Алыш-киши ҙа һүҙ ҡушты:
– Элгәре көн минең дә шулай ҡапыл башым әйләнеп китте, ҡолап үлермен кеүек булды хатта. Ысынды һөйләйем, Тәңрем менән ант итәм, туғаным!
Түшәктә ятҡан Ғариб, ниҙер әйтергә теләгәндәй, ҡыбырлап ҡуйҙы, тик аңлайышһыҙ, тоноҡ ыңғырашыуҙан башҡа өн сығара алманы.
«Ҡәһәр һуҡҡыр яҙмыш, – тип эстән генә әсенеп уйланды Мөслим. – Бына Ғариб та китә, күрәһең, уның артынса беҙ ҙә юлланырбыҙ инде. Былайтып йәшәүҙең мәғәнәһе бармы? Юҡ, мең тапҡыр юҡ! Үҙ төйәгебеҙҙә – тауҙарыбыҙҙа үлеп, шунда ерләнһәк ине лә бит...»
Ғариб тағы ыңғырашты, янындағыларға өндәшергә маташып, ирендәрен йыбырлатты, тик ауыҙынан аңлайышлы һүҙ сыҡманы. Теле саҡ-саҡ ҡыбырланы, ә аяҡ-ҡулдарына ауыр таш аҫып ҡуйғандармы ни. Төпкә батҡан күҙҙәре генә нимәлер аңлатырға теләгән кеүек, тик уларға ла үлем күләгәһе ятҡан ине инде.
Ҡараңғы төшөүгә өй эсендәге һәм тыштағы халыҡ кәмене. Мөйөштәге теге ҡатындар, көс-хәл менән бер аҙ тынысландырып, Гөликәй менән балаларҙы ағаһының ошондай уҡ аласығына алып китте. Мөслим аҡһаҡал етәкселегендәге олораҡ ир-ат Ғариб янында ултырып ҡалды.
...Төн тулыһынса үҙ хакимлығына инде. Ҡасаҡтарҙың ваҡытлыса тип төҙөгән ҡасаба-лагеры урынлашҡан уйһыулыҡ ҡойма ямғыр аҫтында йоҡоға талды. Йәйгеһен Ғариб ҡул аҫтындағы алам-һоламдан ашығыс ҡына әтмәләгән өй ишараты көҙ етеүгә бар етешһеҙлектәрен асып һалды. Иҙәнгә теҙелгән һауыт-һаба – биҙрә, тас, кәстрүлдәр ҡыйыҡтан аҡҡан һыу менән тулды. Ваҡыты-ваҡыты менән берәйһе тороп, йәнгә тейеп шығырлаған ишекте асып, ямғыр һыуын тышҡа түгеп инде.
Ғариб күҙҙәрен йоммай ятһа ла, шундай асыҡ төш күрҙе.
...Бала ғына килеш әсәһе менән ҡайҙалыр китеп бара. Атлай-атлай ҙа башын күтәреп һорап ала:
– Тағы алыҫмы әле?
Ә әсәһе һәр ваҡыттағыса хәстәрлекле, яғымлы тауыш менән йыуата:
– Аҙ ғына ҡалды, улым, тағы саҡ ҡына.
Ҡапыл юл өҙөлдө. Улар упҡын ситендә тороп ҡалды. Әсәһе, артҡа боролоп, әле генә атлаған юлға ҡарай. Ә ундағы ер ҡом шикелле ҡайҙалыр ишелеп төшә. Әсәһе уны етәкләп ала ла хәүефле тауыш менән өндәшә:
– Бер нәмәнән дә ҡурҡма, беҙ упҡынға ҡолап төшмәйәсәкбеҙ, юл бер ҡасан да бөтмәй, ул мотлаҡ икенсеһенә алып сыға. Һәм был шулай булырға тейеш.
Тик ҡайҙа ул ҡотолоу юлы?!
Ғарибтың күҙ алдары берсә ҡараңғыланды, берсә ҡыйыҡты терәткән бағанала элеүле лампаның тоноҡ яҡтыһында ҡамыштан үрелгән стена буйлап шәүләләр йүгереште. Тәүҙә был күләгәләр уға баштары өҙөлгән ҡоштар сүрәтендә күренде. Ул ҡурҡты, ҡысҡырырға, өрәктәрҙе ҡыуырға теләне, әммә ҡапыл улар ниндәйҙер яҡын, йәненә ғәзиз күренешкә әйләнде. Шәүләләрҙә ул тыуған төйәгенең билдәһеҙлектән юғалып, баҙап ҡалған, арыуҙан, ояттан, ҡайғынан баштарын түбән эйгән ирҙәрен таныны. Башһыҙ күләгәләр Ғарибтың йөрәген өттө. Уның һыу эскеһе килде – үҙенең тауҙарындағы, тарлауыҡтарындағы гәлсәр шишмәләр һыуын. Их, бер генә йотом тау шишмәһе һыуы булһасы...
...Таң алдынан үлем, аласыҡ ярыҡтары аша үтеп инеп, тауыш-тынһыҙ ғына Ғарибты алып китте.
...Ямғыр туҡтамай ҡойоуын дауам итте, ошо ямғыр аҫтында етемһерәп ҡалған кешеләр Ғарибтың һуңғы үтенесен үтәү өсөн нимәнелер эҙләне лә эҙләне. Мөслим аҡһаҡал, ерләүҙе мөмкин булғанса кисектерергә теләп, күрше ауылдан килтерелгән мулланы хәбәр менән әүрәтергә тырышты.
– Ҡорҙаш, беҙҙе ошо хәлгә ҡалдырған ул халыҡтың үҙенә Аллаһ ҡәһәре төшһөн ине! Ҡара дауыл тыуған төйәгебеҙҙән айырып, ошо тарафтарға алып килеп ташлағас, беҙ бит еребеҙҙе генә түгел, үҙебеҙҙе лә юғалттыҡ төҫлө. Ер – айырым ҡиммәт бит ул, туған! Ғәзиз йәнтөйәгебеҙҙе ҡалдырған көндән алып барыһы ла арҡыры китте. Мәрхүм шул тиклем яҡшы, хөрмәткә лайыҡ кеше ине. Баштан-аяҡ ҡоралланған әрмәндәр ауылыбыҙға баҫып ингәндә ҡаршы торор көсөбөҙ ҙә, әмәлебеҙ ҙә булманы. Ҡорал юҡ, юлдар ҡамалған. Бына ошо мәрхүм туғаныбыҙ яулыҡҡа ҡуш ус тупраҡ һалып өлгөрә һәм уны тыуған ер ҡөҙрәтен тойор өсөн ошонда алып килә. Тупраҡ өйөмө сит кешеләр ҡулына эләкмәһен тип, уны бер урындан икенсеһенә күсереп, йәшереп тотто. Һәм гел әйтә килде: мин үлһәм, шул тупраҡты күҙемә һибегеҙ, юғиһә һеҙ ҡайғы күреүҙән туҡтамаясаҡһығыҙ. Ҡапыл ғына ятты ла телдән яҙҙы ла ҡуйҙы меҫкен, ә теге тупраҡ өйөмөнөң ҡайҙа икәнлеген әйтеп өлгөрмәне. Иртә таңдан ана шул төйөнсөктө эҙләйбеҙ, ҡарамаған ер ҡалманы, ҡайҙа йәшергәндер инде – белмәйбеҙ.
Кискә табан, эңер беленә башлауға, эштең оҙаҡҡа һуҙылырын аңлаған мулла ҡайтыу яғына ыңғайланы...
...Нисәмә йыл инде ямғыр туҡтамай, нисәмә йыл үлем аласыҡ, өй йораттарынан, мәмерйәләрҙән кешеләрҙе берәм-һәрәм алып китеп тора, нисәмә йыл миллионлаған халыҡ Ғарибтың һуңғы үтенесен үтәү өсөн эҙләүҙән туҡтамай. Нисәмә йыл ҡойма ямғыр аҫтында Ғарибтың табуты ер ҡуйынына тапшырылыуын көтә. Ә теге ҡуш ус тупраҡ табылмай ҙа табылмай...

Тарана ВӘХИД.

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: