-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Декабрь 2021, 12:17

Йәшлеккә ҡайтыу

Бәйән   Медицина училищеһына уҡырға инеп ҡайтҡайным, әсәйем, алдан төйнәнеп ҡуйыуың хәйерле, тип көнэлгәре мине юлға йыйындыра ла башланы. Ҡабаланмай-ҡарһаланмай, һәммәһен тәфсирләп тыҡшырып әҙерләнеү – ҡулай һәм кәрәкле эш. Беҙгә уҡыуҙың беренсе көнөнән үк өҫкә – аҡ халат, башҡа ҡалпаҡ кейеп килергә ҡушҡай­нылар. Дауаханала ашнаҡсы булып эшләгән әсәйем уңып бешкән икмәктәй ҡабарынҡы башлығын бүләк итте, санитарка Мәрхәбә апайҙан, бер айға ғына тип, үтес­кәгә халатын алып торҙом. Шулай итеп, уҡыу йортона барыуға бәйле иң беренсе мөҡәддәс бурыс үтәлде, ә ҡалғандары инде – ваҡ мәсьәлә.

Йәшлеккә ҡайтыу
Йәшлеккә ҡайтыу

Ул саҡта беҙҙең тарафҡа автобус маршруты булмағанлыҡтан, уңыш мәлендә элеваторға ашлыҡ ташыған машинаның кузов башына һағып киттем. Иҙәндәй тигеҙ, туптай тығыҙ иген өҫтөнә ябылған брезентта тырпырап ятыуы үтә лә яйһыҙ, йә берәй йәбешеп барыр тотанағы юҡ, соҡор-саҡыр боролмаларҙа бына-бына тәгәрәп төшөп ҡалыр хәлдәмен. Баймаҡҡа еткәнсе һалынған ҡырсынташ юлдан үткән-һүткән ылауҙарҙан күтәрелгән саң бейектә болоттай ауалап күренә. Сибайға килеп төшкәндә юл туҙаны ҡаплауҙан өҫ-башым бысранып, буялып бөт­кәйне, тештәрем, күҙ аҡтарым ғына ағарып күренә, ә сырайым, негрға уҡ тартмаһа ла, тән тиреһе һоро-көңгөрт сүл ғәрәбенә оҡшап ҡалғайны. Шуғалырмы ҡунаҡ­ханала, көтмәгәндә ҡайҙан килеп юлыҡты был берәҙәк, тигәндәй шикләнеп, тексәйеп, паспорт мәғлүмәттәрен ентекләп тикшереп, теләр-теләмәҫ рыя ғына ҡабул иттеләр. Кис буйы кейем-һалымымды таҙартып, йыуынып, әҙәм рәүешенә инергә тырыштым. Иртәнсәк тамаҡ ялғап алыу уйы менән беренсе ҡаттағы буфетҡа төштөм, оҙон муйынлы һауытҡа ҡойолған ҡатыҡ, майикмәккә тартым түңәрәк ҡабартма һатып алдым. Һауыттың башы ҡурғаш менән көпләнгәйне. Үҙем менән бәке-маҙар йөрөтмәгәнлектән, быны нисегерәк асалар икән, тип тәғәмләнергә ингәндәрҙе бер килке ситтән күҙәтергә тура килде. Ә асыу өсөн һауыттың өҫтөнә бармаҡ менән баҫырға ғына кәрәк икән дә баһа, бына бит донъя күрмәгәнлек, рәт-яй белмәгәнлек нишләтә!
Ҡаланың беренсе участкаһында 6-8 барактан ойошҡан училище ҡаласығына йәйәүләп киттем, барып еткәс, әлегә иртәрәк булған­лыҡтан, артмаҡлаған әйберҙәремде өй мөйөшөнә һалдым да килгән-киткәндәрҙе күҙәтә башланым. Байрамса кейенеп, шау-гөр килеп тантанаға ағылғандарҙың исмаһам берәүһе минең яҡҡа ҡараш ташлаһасы, юҡ бит, әйтерһең дә, иғтибарға лайыҡһыҙ бер түңгәкмен, ҡош-ҡорт өркө­төргә ҡуйылған ҡарасҡымын. Ҡапыл ғына ауылға ҡайтҡым килеп китте нишләптер, әсәйемде, ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған халаттың хужаһы, әҙәм күҙенә салына һалып бармаған, күрмәлекһеҙ, ҡылыйлауыраҡ, уң аяғы аҡһаҡ Мәрхәбә апайҙы, машина башына мендереп ултыртып, оҙатып тороп ҡалған ырҙын табағы мөдире Ғиниәт ағайҙы, туҡал һыйы­рыбыҙҙы, этебеҙ Алғырҙы яман­һыулап юҡһындым. Күрәм – минең ише сәйер кейенгәндәр башҡаса күренмәй, тимәк, мин берҙән-бермен, ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле өлгөмөн, шуғалырмы, ситләп, ятһырап, ғәжәпләнеп, таһырайып ҡарап үтәләр янымдан. Мин дә, үҙ сиратымда, юғарынан аҫҡа, тегеләрҙе түбәнһетеп-кәмһетеп, һауалы ҡыланып, аяҡтарымды тарбайтып, төрөк солтанылай бойондороҡһоҙ ҡиәфәттә баҫҡанмын. Ниһайәт, төркөмдәргә бүленеп, төп корпус алдына линейкаға теҙелергә ҡуштылар. Арттан эленмәле, күп йыуыуҙан һарғылт төҫкә инеп һиҙерәй төшкән санитарка халатын, ҡабарынҡы башлыҡты кейеп ебәргәйнем, беҙҙең ауылдағы Үҙәк ферманың алдынғы һауынсыһына оҡшаным да ҡалдым. Иң алға баҫып ҡайҡайырға өмөт иткәйнем дә, тотош күренеште боҙаһың, тулайым йәмде ебәрәһең, типмелер, төркөм етәксеһе Миңлекамал Әхмәт ҡыҙы мине ипле генә итеп арт яҡҡа ҡарай етәкләне. Иҫем дә китмәй әле, ҡайҙа торһам да миңә ни барыбер, юғалып ҡалмам!
Төҫ-башы артистыҡылай ылыҡтырғыс, 30–35 йәштәр тирәһендәге директор оҙон-оҙаҡ телмәр тотто, кәүҙәһе солоҡ умартаһылай мөһабәт уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар, һөйәк тирәсле күҙлеген бер һалып, бер кейеп, апаруҡ ваҡыт тәртип хаҡында нотоҡ тыҡыны, шунан уҙған йылда уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатна­шыусыларҙы Маҡтау ҡағыҙ­ҙары менән бүләкләргә тотондолар. Ауыҙымды күккә өңрәйтеп иҫнәп алдым, сөнки был нимәләр миңә кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Линейка тамамланғас, беҙҙе тәғәйен кабинеттарға тараттылар. Бит-йөҙөн һылап-һыйпаған, ҡурсаҡтай итеп кейенеп алған осоҡ ҡала ҡыҙҙары мине күҙгә лә элмәйҙәр, бәғзеләре кейемемә ишаралап пырх та пырх көләләр, өҫтәүенә. «Әйҙә, шиҡраңлағыҙ, һуңынан аҫыл­дарҙан-аҫыл егетте бүлешә алмай талашып та йөрөрһөгөҙ әле, ә мин һеҙҙең бешкәнме-сейме икәнле­гегеҙҙе бармаҡ менән сиртеп кенә самалармын!» – тип тынысландырам үҙемде. Шул мәлдә кемдер арттан килеп йомшаҡ ҡына итеп етәкләп алды. Ҡайырылып ҡараһам – һылыу бер ҡыҙ йылмая биреп баҫып тора, кейеме лә йыйнаҡ, ҡаштарын, ирендәрен дә буямаған, хас та – ябай, итәғәтле, бәләкәйҙән минең менән уйнап үҫкән ауыл балаһы. «Әһә, егеттең алтынын, бер тигәнен танырлыҡтар ҙа бар икән әле бында!» – тип тантана иттем эстән.
– Здравствуйте, меня зовут Лена, если вы не против, сядем вместе?
– Кәнишне, не прутив, давай! – Кабинеттың урта тирәһендәге партаны биләнек.
Шулай итеп, ҡала ҡыҙы Лена менән танышып киттек. Бик мөләйем, баҫалҡы, тәрбиәле, зыялы ине ул. Нишләптер, мине яҡын күрҙе, ҡайҙа барһам, ул шунда тағыла, ҡайҙа ултырһам, яныма килә һалып етә.
Дәрестә тема буйынса яуап тотоуым күптәр өсөн ҡабатланмаҫ бер тамаша була торғайны. Руссаны ватам, емерәм генә, аң кимәлдәре түбәндәр, йыйын наҙандар, зиһен офоҡтары сикләнгәндәр еренә еткереп төшөнһөн өсөн ымлайым, ишаралайым, ҡәтғилекте күрһәтергә теләгәндә ҡылыс менән һелтәнгәндәй ҡулдарымды болғап ебәрәм. Күҙҙәренән йәш сыҡҡансы һаһылдай тотош төркөм, әйтерһең дә, айыу бейетәләр. Лена ғына өнһөҙ, ул ғына минең яҡлы: ярҙам итергә, күтәрмәләргә теләгәндәй, урынында ултырып сыҙамай, талпынып-талпынып ала. Ҙур ауырлыҡ менән, этеп-төртөп яуап биреүҙе тамамлайым, уҡытыусы журналға бәләкәй генә итеп «өслө»нө ҡуя, сығышым күңеленә ятып етмәһә, «ике»лене сәпәй ҡайһы саҡ.
Бер-ике ай үткәс, ҡиәфәтемде ҡала кәлебенә яраҡлаштырып, һоро буҫтауҙан, ул заманда «клёш» тип аталған киң, ярпылдаҡ балаҡлы салбар тектереп кейҙем, өҫтөмдә егеттәр өсөн үтә модалы иҫәпләнгән асыҡ сәскәле күлдәк, буҙ төҫөндәге киң салғыйлы пинжәк. Әгәр оҙон сәс ебәргән зимагор башыма шаҡмаҡлы кепка ла һалһам, һуйған да ҡаплаған клоун Олег Попов булыр инем, билләһи. Мыйыҡ ишараты шытмағанлыҡтан, ҡырынмайым әлегә, иллә көн оҙоно ҡыҙҙар янында ҡыялғас, битемә иртәле-кисле мул ғына итеп дефицит тауар – «Саша» одеколонын бөркәм. Шулай ҙа, нишләптер, тотошо менән ҡала кешеһенә әүерелеп булмай ҙа ҡуя, ҡайҙа ла танып алалар, сәбәбен табып бәйләнәләр, һуғышып ҡайтҡан, туҡмауҙан бигерәк туҡмалған саҡтар күп булды. Ленаның яратып йөрөгән егете лә бар ине, ә беҙҙең мөнәсәбәт – егет менән ҡыҙ араһында һирәк осрай торған ысын дуҫлыҡ. Ул мине русса һөйләшергә, үҙеңде йәмәғәт урындарында, мәҙәни сараларҙа нисегерәк тоторға, башҡалар менән итәғәтле аралашырға өйрәтте.
Ә теге, Ленаның егете менән танышыу былайыраҡ булды.
Бер көн мине Лена һинд киноһына саҡырҙы. Киттек. Кинола ҡараған хисле мөхәббәт тулҡынында йөҙөп, ҡала үҙәгендә урынлашҡан фатир янына килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Подъезд ауыҙында дүрт-биш егет тора, һиҙемләүемсә, беҙҙе көтәүелләйҙәр. Яҡынлағайныҡ, тегеләрҙең һомғол буйлыһы алғараҡ сыҡты:
– Ты кто?!
– Здороваться надо, молодой человек! – Русса апаруҡ арыу ғына һупалай инем инде, шуға теш араһынан серт иттереп төкөрөп эренән сирттерҙем. Лена, бер яҡ ситкәрәк китеп, ҡулдарын ҡаушырып, күренеште тамаша ҡылғандай, һынағандай итеп баҫты.
– Если хочешь, привет! Что ты здесь делаешь?
– Вы особо мне не тыкайте, вам понятно! Как видите, девушку проводил до дома.
– Хватить с ним нянчится, давай мы его оформим! – Төркөмдән бер сабырһыҙының тауышы ишетелде.
– Только попробуйте! – Боксерға оҡшатып һуғышсан ҡиәфәт алдым.
– Успеем. – Һомғол ҡырт киҫте лә ары ҡыҙыҡһынды: – Знаешь, чья эта девушка?
– Не знаю и знать не хочу!
– А она для тебя кто?
– Она моя… зазноба!
Ян-яғымдан уратҡан егеттәр көтөлмәгән яуаптан бер аҙға ғына шаңҡып ҡалдылар ҙа ысын күңелдән көлөп ебәрҙеләр, хатта Лена ла йылмая биреп ҡуйҙы.
– Ты говором говорящий старовер из средних веков? – тине ауыҙын йыя алмай рәхәтләнгән тәбәнәк буйлыһы. Ул педучилище студенты ине шикелле, әле үҙенең төплө белемен күрһәтеп тороуы.
– Да, масаль, – тинем тегене ирештереп, сөнки беҙҙә Йылайыр урыҫтарын шулай атайҙар.
– Какой масаль, он прямо-таки смахивает на арапа Петра Великого! – Өҙмәй ҙә ҡуймай ҙа баһа был студент.
Хахылдап туйған Һомғол тәкәббер һораны:
– Если Лена твоя зазноба, значит ты знойный парень?
– Какой знойный, задохлик он!
– Не видите что ли, упал с молотилки!
– Деревенский мужик, Герасим из «Муму»! – Егеттәр шау-гөр килеп мине кәмһетергә тотонғайнылар, Һомғол ҡулын юғары күтәрҙе.
– Хватит базарить, ребята, а ты, – миңә бармағы менән төрттө, – оставь нас в покое, иди домой. Подоброму!
Урынымдан ҡымшанманым да, шунан артҡа сигеп, Ленаны ҡапланым:
– Сами идите, я никуда не пойду!
– Вон сказал!
– Попробуйте только подойти, убью всех! – Йоҙроҡтарымды төйнәнем.
– Что ты сказал?
– То, что слышал. Уничтожу! По очереди! Лена, иди домой!
Ниһайәт, Һомғолдың сабырлығы һынды шикелле, ниндәйҙер мөһим нимәне хәл иткәндәй, битараф ҡул һелтәне:
– Да ну его, пошли, ребята, действительно, маньяк какой-то контуженный, невменяемый, связываться с ним, потом беды не оберешься!
Егеттәр теләкһеҙ генә ҡыймылдап күҙҙән юғалғас, Лена яныма килеп ҡосаҡлап уҡ алды:
– Действительно ты классный парень, на тебя можно положиться. А знаешь, кто это был!
– Хулиган городской!
– Нет, мой любимый парень. Ревнует, вот и ходит…
...Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан телефон шылтыраны ла унан шат тауыш яңғыраны:
– С праздником тебя!
– Прошу прощения, кто вы?
– Я – Лена, твоя зазноба, помнишь?
– Помню, здравствуй, дорогая моя Елена, зазноба из зазноб!
Хәтерләмәгән ҡайҙа, хәтерләйем, кем генә йәшлеген хәтерләмәй һәм һағынмай икән?!.

 

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Илһам Ноғоманов һүрәте.

Автор:
Читайте нас: