+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
23 Декабрь 2021, 15:48

«Өр-яңы йыл ишек ҡағыр мәлдә Булайыҡ гел изге доғала...»

Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина 1968 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем ала. 11 йыл Ҡолғана мәктәбендә – уҡытыусы, 20 йыл Бөрйән районының «Таң» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 3 китап авторы, Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премияһы лауреаты.

«Өр-яңы йыл ишек ҡағыр мәлдә Булайыҡ гел изге доғала...»
«Өр-яңы йыл ишек ҡағыр мәлдә Булайыҡ гел изге доғала...»

Булайыҡ гел изге доғала!

Өр-яңы йыл елеп килә Ергә –

Быуат үлсәмендә бер тамсы.

Тик тарихта уның кеүеге юҡ –

Юҡ көнөнә көнө оҡшашы!

Имен генә килһен Барыҫ йылы,

Үгеҙенә инде үпкә юҡ.

Тыуыр йәндәр тыумай ҡалмаҫ бер ҙә,

Киткәндәргә – бәхил, күптәр юҡ...

Беҙ бәхетле: быуатташтар булып,

Замандаштар булып йәшәйбеҙ.

Донъя малы йыйнап, ваҡыт ҡыуып,

Өлгөрмәгән булып сәсәйбеҙ.

Беҙ өлөшлө – ошо изге Ерҙә

Ейер ризыҡ, юлдар көткәнгә.

Уйламаған ерҙән бирә бит ул,

Шөкөр, тиеп, сабыр иткәнгә.

Өр-яңы йыл ишек ҡағыр мәлдә

Булайыҡ гел изге доғала.

Бәндә тәҡдиренә яҙғанса гел –

Йылдар үлсәмендә һынала...

 

Ҡыш

Әкрен-әкертенләп

Ҡар ятты.

Көмөш менән күлде

Ялатты.

Аҡ бөркәнсек кейҙе

Ҡайын, тал.

Тут ашағас, селт аҡ

Ҡайындар.

Кеш яға һалынған

Ҡарағай.

Өйрәнгәнсе сасҡауы

Ҡырағай.

Бешәләрҙең тороуҙары

Тып баҫып.

Йондоҙ һырған ҡыптыр тун –

Түш асыҡ.

Ҡар менән сәптәмәксе

Ҡарағай.

Бешә сағың үткән бит –

Ярамай.

 

Туң тәҙрәләр

Аръяҡ урамынан үтеп барам,

Һул тарафта – туңған тәҙрәләр.

Йөрәгемде ярып инде һағыш

Йәнде иҙыратыр йәҙрәләй...

Туң ҡараштар атманы ла инде

Ошо таныш өйҙөң йәндәре.

Барыһы ла ауыл ҡото ине,

Барыһы ла – урам йәмдәре...

Туң тәҙрәләр мине ҡаршы алды,

Туң тәҙрәләр моңһоу оҙатты.

Ҡалай ҡыйын икән ауылыңдың

Утлы тәҙрәләрен юғалтыу...

 

***

Былтыр Бөрйәндә Ағиҙелдә бер аҡҡош ҡышланы –

Һомай булманымы икән?

Айырылып ҡалып ҙур тубынан

Иҙел ҡаранында ҡышланы.

Уйламаны әллә ошо аҡҡош

Алдарында оҙон ҡыш барын.

Бәхетенә, ҡышы йылы килде,

Өйрәктәрҙән тапты дуҫтарын.

Әллә Һомай, һағ(ы)нып Уралҡайын

Эйәртте лә килде ҡоштарын.

Сәйерерәк булды ошо тарих –

Иҙел ҡаранында – ҡошҡайҙар.

Ата ҡаҙ ҙа, ихатаһын ташлап,

Аҡҡош эргәһенә бит тайған!

Ни булһа ла, бөрйәндәре менән

Яҙҙар ҡаршыланы Һомайы.

Урал рухын, батыр ғәййәрлеген

Алып ҡайтып бирҙе, моғайын...

 

Кеше булып ҡалыу ғына ҡыйын...

Был кешегә бер ни ярамайсы  –

Һыуыҡ булһа, кәрәк йылыһы.

Былай ҙа ҡыш, ана, европаса –

Ҡыш ҡыҙарған ҡайын сыбығы.

Ҡыш йылы, тип, күпме зарландыҡ та,

Туңдырғайны, тағы әрләйбеҙ.

Әллә ни ғәләмәт булып бөттөк –

Үҙебеҙҙе генә йәлләйбеҙ.

Яңылышып һут йүгерткән сыбыҡ,

Туптан яҙып ҡалған аҡҡош йәл.

Ҡырҡ градус һыуыҡ булғанда ла

Йылы өйөндә бит кешеләр...

Ҡышы ҡышса булһын инде уның,

Йәйе – йәйсә, көҙө көҙсә гел.

Кеше булып ҡалыу ғына ҡыйын –

Талап итә аҡыл, көсәнеү...

 

Тажлы үләт

Тажлы һынауын ебәрҙе

Кешегә Аллаһ.

Аҡсалы-аҡсаһыҙын да

Торманы һайлап.

Тажлы-тажһыҙ батшаларҙы

Ҡайғыға һалды.

Миллион-триллиондарҙы

Тартты ла алды.

Тажлы вирус – оло һынау

Тотош донъяға.

Уға бер иш бай, ярлыһы

Йәнен ҡыймаға.

Тажлы һынауҙан кем йолор?

Аптырай донъя.

Күҙгә күренмәҫ был дошман

Йәндәрҙе ҡыя.

Тәүбәбеҙгә ҡайтыр кәрәк –

Ысын асылға.

Аңды эшкә егер кәрәк,

Күҙҙе асырға.

Иман ғына йолор беҙҙе

Ошо үләттән.

Хөкөмдар – бер, ғәҙел, уяу –

Беҙҙән түләтә...

Аллаһ, Раббым, тимәй хатта

Вирус тиәбеҙ.

Нимәгә лайыҡбыҙ бөгөн –

Шуға эйәбеҙ.

Кем ебәргән был һынауҙы –

Ҡотҡарыусы – шул.

Эй, кешелек, аңыңа кил –

Был – берҙән-бер юл!

 

Ысынбарлыҡ

Ҡояш менән бергә тороп

Эшкә китә ҡатындар.

Ирҙәр әле төштәр күрә –

Белмәйем – ни хаҡында.

Төшкө ашҡа түгел, эшкә

Ҡабалана ҡыҙ-ҡатын.

Мал һуғара, ашын һоҫа –

Булмай уны туҡтатып.

Эңер төшкәс эштән ҡайта

Пакет тотҡан бисәләр.

Ҡырын тейәгән ир-аттар –

Йыҡҡан теге шешәләр.

Төнгә ҡарай эш теүәлләй

Әлеге шул ҡатындар.

Был моңһоуыраҡ әкиәт

Ысынбарлыҡ хаҡында.

 

Инаныу

Көстә икән көс, тиеп мин

Көс тупланым беләккә.

Был да булды һыуҙар ҡойоу

Иләк менән силәккә.

Һылыулығым һыу буйлар, тип,

Һөрмә тарттым күҙемә.

Яҙатайым китте уғым

Теймәй сәптең үҙенә.

Һәләт икән танылыу, тип,

Һәләк иттем төндәрҙе.

Был аҙымым ҡара итте

Аҡыҡтан аҡ көндәрҙе.

Ҡайҙа икән юлым, тигән

Һорауҙарым йөңкөттө.

Күңелемдең һандуғасын

Ҡарғалары өркөттө.

Иман бирҙе – инаныуым

Бер Аллама икән дә.

Асылғынам ошо икән:

Аллаһ – бөйөк, мин – бәндә!

 

Тел

Йәшәй-йәшәй төшөндөм

Телемдең байлығына.

Мең йондоҙҙар араһында

Нур һибер айлығына.

Мәҡәл менән мейе ярыр,

Йөрәк телер йырҙары.

Телемдә – күк бейеклеге

Һәм киңлеге ҡырҙарҙың.

Төрттөрөп тә, йыуатып та,

Көлдөрөп тә әйтер ул.

Рух юймаған эйәһенә –

Саф башҡортҡа тәтер ул.

Мин юлыҡтым телгенәмдең

Хазина келәтенә.

Фатихалап алғандарым –

Әйтерем милләтемә.

 

Ҡышҡы ямғыр

Ямғырлы йәйгә алмашҡа

Килде ямғырлы көҙө.

Инде ҡыш килдеме, тиһәк –

Ямғыр. Юлдарҙа – көҙгө.

Эрзинкә итектән шундуҡ

Күсә инек быймаға.

Ҡыштың ажар зәһәрлеген

Беҙ түгел дә тоймаған!

Сана, саңғы эҙҙәренән

Сыбар ине тирә-йүн.

Шыҡырайып ҡайтаһың да

Мейескә арт терәйһең...

Ҡыштары ҡыш ине элек,

Йәйҙәре лә булды йәй.

Әллә шуға микән инде

Ғүмер үткән һиҙелмәй.

Яуып торған ямғыры ла

Ҡарға әйләнер бер мәл –

Тәҡдиреңдән уҙа торған

Юҡ был донъяла әмәл...

 

Түңгәүерем

Түңгәүермен, тиң дәүерҙең

Тилбер ҡыҙымын.

Ырыуымдың ҡотон һаҡлар

Тере ҡуҙымын.

Быҫҡыр торон хәлдәре ят

Булһын халҡыма.

Ниәттәре, изге булғас,

Килә алдына.

Тамырҙарым тәрәнлеген

Һөйләй быуаттар.

Шәжәрәмдең йондоҙҙары

Илем ҡеүәтләр.

Түңгәүермен, тиҙ дәүерҙең

Гөлтләр ҡуҙымын.

Халҡыма хеҙмәткә китһен

Ғүмер һуҙымым.

Автор:
Читайте нас: