+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
21 Декабрь 2021, 14:47

Вазифа

Даниярҙың төнө бөгөн төн булманы. Карауатта тегеләй әйләнде, былай әйләнде. Ауырлы ҡатынын уятып ҡуймайым, тип диванға барып ятты. Баш аҫтындағы мендәре лә таш һымаҡ ҡаты тойолдо. Йоҡа юрғаны аяҡтарын өттө. Борғоланып ята торғас, һарыҡ һанарға булып китте. Белмәй һанамайҙарҙыр әле... Дөм ҡараңғы октябрь төнөндә стена буйлап берәм-һәрәм аңра һарыҡтар үтә башланы... Тора-бара улар, ҡаңғы­рышып, өй буйлап таралышырға булып китте. Тфү! Һыйыр һанаһаң да ваҡыт тиҙерәк үтер! Барыбер йоҡлап булмай! Данияр мендәрен иҙәнгә атып бәрҙе, юрғанын ырғытты. Ауыр көрһөнөп, күҙҙәрен йомдо ла хәрәкәтһеҙ ҡалды. Йоҡламаны ул, юҡ! Ҡайҙан йоҡлаһын?! Иртәгә буласаҡ ваҡиғаларҙы ҡабат-ҡабат, бәйнә-бәйнә күҙ алдына килтерҙе. Хыялланды, тип тә әйтеп булмай был кисереште. Уйланды ла уйланды. Уйланды ла уйланды...

Вазифа
Вазифа

Сәриәһенең мырылдап ҡына үлән еҫе сығып торған йомшаҡ сәстәре менән битен иркәләүенә уянып китте ул.
– Тор, йоҡосо! Тор! Сәй ҡайнаны!
Ҡайҙан белһен инде ҡатыны иренең таң атҡас ҡына йоҡоға талғанын! Данияр асылырға телә­мәгән күҙҙәрен ыуып тороп ултырҙы. Кәләшен ымлап янына саҡырып алды. Эргәһенә ултыртҡас, ипләп кенә уның етешеп бөткән ҡорһағын һыйпаны. Ҡарындағы сабый, ят ҡулды һиҙгәс, дөңк итеп тибеп ебәрҙе.
– Ҡара әле, ҡара! Атаһын да танымай! – тип ҡысҡырып көлдө Данияр.
– Танымай инде. Өйҙә торғаның бармы? – Сәриәнең тауышы үпкәле яңғыраны. Ул ҡапыл тороп китте лә кухняға йүнәлде. «Һин минең нагрузка менән эшләп ҡара! Көнөн-төнөн отчет! Тикшереү ҙә тикшереү!» – тип ярһып ҡысҡырғыһы килде уның артынан Даниярҙың. Ярамай. Бала ҡурҡыр. Ир кеше үҙен шулай тынысландырҙы ла ашығып кейенә башланы.

***
Ҡурғашлы урмансылығы етәксе­һеҙ ҡалғанға ярты йыл. Элекке начальнигы Булат Ғәзинурович уйламағанда эштән үҙ теләге менән китте лә барҙы. Шулай ҙа була икән. Әллә министрлыҡтан тикшереү килеүен ишетеп шыртланы, әллә... Балалары эргәһенә Мәскәүгә күсә, имеш. Мәскәүгә түгел, Америкаға кит, артың таҙа ҡалһын!
Даниярҙы начальник вазифаһын үтәүсе итеп ҡуйғас башланды... теге эш осланмаған, был документта хата ебәрелгән, ул килешеү дөрөҫ төҙөл­мәгән. Баш ҡына ҡатты инде. Вазифа үтәүсе генә булғас, эшкә илке-һалҡы ҡараусы ҡайһы бер әфәнделәргә лә ҡаты бәрелеп булмай. Хәҙер ялыу яҙырҙар, хәҙер урынына ултыр­тырҙар.
Шулай ҙа бөгөн Данияр уҫал. Идаралыҡ коридоры осонда пәйҙә булған шаталаҡ Рабиға ла, уның яман ҡарашын күреп, ҡайҙа барырға сыҡҡанын да онотоп, кабинетына кире сумды. Ғәҙәттәгесә ишекте шаҡымай ҙа килеп ингән бухгалтер Зифа ғына хужаһының кәйефенә иғтибар итмәне. Уның татлы йылмайыуын күреп, Данияр: «Әпәт премия!» – тип уйлап алды ла, һығылмалы эйелеп, документтарынан алда өҫтәлгә, танау аҫтына, һутлы, тиртеп торған түштәрен килтереп һалған ҡыҙға ҡысҡыра башланы:
– Тәүҙә әҙәмсә эшләргә өйрәнегеҙ! Шунан теләнселәрһегеҙ!
– Һуң... Экономия бит. Халыҡ көтә... – Зифа һалдат һымаҡ шыҡ итеп аяғүрә баҫты.
– Экономия! Экономия! Бына! Быға премия түгел, шелтә кәрәк! Исемлек башында тора! Оятһыҙ! Бына! Ике көн эшкә сыҡмай ятты. Күмертауҙа йөрөп! Ауырый һиңә. Беләбеҙ нимәнән ауырығанын! Бына...
Ҡағыҙҙарын рәхимһеҙ рәүештә сыймаҡлаған хужаһынан болан балаһылай өрккән ҡыҙ, ауыҙын турһайтып, артын уйнаҡлатып сығып тайҙы. Ул ҡалдырған документтарҙы Данияр йән асыуы менән йомарлап-йомарлап кәрзингә ырғытты ла ырылдап килеп баҫты. «Йоҡо туймаһа, кеше ҡалай бысих була икән ул», – тигән уйҙан ҡапыл айнып, кәнәфиенә ауҙы.
Тәк, уға хәҙер шылтыратырға тейештәр. Ун минут үтте. Ун биш. Егерме... Нишләп шылтыратмайҙар? Әллә кире уйланылармы? Урман­сылыҡ начальнигы урынына дәғүә­селәр күп. Самат Кәбировичты ғына алып ҡара. Йомортҡанан йөй эҙләй ҙә йөрөй. Башыңды ашарға ғына тора. Ярай әле юғарыла йөнтәҫ ҡулы юҡ. Әллә теге хәбәр дөрөҫ микән? Район хакимиәтендә яңы кандидатура эҙләйҙәр, тигән? Тапҡандар, тигән дә һүҙ йөрөй. Кем икән ул? Бәлки, ул минең эргәмдә генәлер, мине ҡапшап, тикшереп... бергә сәйен-мәйен эсеп... Элекке етәксенән ҡалған етешһеҙлектәрҙе минән бөтөртөп, сүп-сарын минән түктереп, хужалыҡ таҙарғас, булмаҫ тимә, булыр, – уйламаған ерҙән берәйһен килтереп ултыртырҙар әле... әҙергә. Мине ипле генә итеп ситкә шылдырып. Ундай хәлдәрҙе күргән бар.
Суйындай ауыр башында себен һымаҡ мейеһен һырып алған буталсыҡ, хафалы уйҙарын нисек ҡыуып ебәрергә белмәй ултырғанда телефон шылтыраны. Трубкаға үрелгәндә Данияр, һул ҡулы менән йөрәген тотоп, урынынан хатта ҡалҡына биреп ҡуйҙы.
– Вәғәләйкүмсәләм, Айҙар Ғәбитович! Эйе! Бөгөн киләме ни? Иртәгә, тигәйнегеҙ бит. Аңлашылды. Ярай. Бөгөн үкме ни? Улайһа, иртәгәгә инде... Юҡ, юҡ! Аңланым! Аңланым! Бөгөн икән, бөгөн! Иртәгә икән, иртәгә! Бер һүҙһеҙ! Ә? Әлбиттә! Әлбиттә! Килештек, Айҙар Ғәбитович! Һау булығыҙ!
Данияр телефон трубкаһын һалды ла әкрен генә өҫтәл артынан торҙо. Күҙен диуарҙағы сәғәткә төбәп, ҡатып ҡалды. Кеҫә телефоны шылтыраны. Кем икәнен күҙ ҡырыйы менән генә ҡапшағандан һуң, ир кеше өндәшеп тә торманы. Ә шулай ҙа, портфелен ҡулына алғас, үҙе шылтыратырға булды.
– Миңә шунда ул-был әҙерләп ҡуй инде, йәме. Йомортҡамы шунда, икмәк. Фәлән-төгән. Ашарға инде, үҙең беләһең. Оло термосҡа сәй тултыр. Һуҙылма. Хәҙер генә.
Сығып барышлай секретары Гөлсөмгә: «Кәрәк булһам, шылтыра­тырһың. Мин эш менән. Бөгөн булмайым». – тине лә, «Нива»һына ултырып, өйөнә ҡарай елдерҙе.
Сәриә өндәшмәй генә өҫтәлгә ымланы. Данияр тоҡсайына аҙыҡты үҙе тултырып алды. Диванда өнһөҙ генә ултырған ҡатынының маңлайынан эйелеп кенә үпте лә, ишеккә ҡарай атланы.
– Тороп тор әле. Ҡосаҡламайһың да...
Данияр алпан-толпан килеп еткән ҡатынын һаҡ ҡына ҡосаҡланы ла көрәктәй ҡулдары менән ебәк сәсенән һыйпаны:
– Төндә ҡайтып тормам инде. Иртәнсәк күрешербеҙ.
– Күпме әйттем мин һиңә. Тыңламайһың. Хәйерлегә булһын. – Сәриәнең моңһоу күҙҙәрен күргәс, Даниярҙың йөрәге жыу итеп ҡалды. Һуңғы тапҡыр шулай тултырып ҡарай, һуңғы һүҙҙәрен әйтә кеүек тойолдо ул...
– Ҡурҡма. Шулай кәрәк. Шунһыҙ булмай.
Данияр, машинаһына ултырғас, тәҙрәнән ҡул болғаған шәүлә кеүек һындан оҙаҡ ҡына күҙен алманы. Уның ошо минутта бөтә донъяһын ташлап, мәшәҡәттәренә, эшенә ласҡ иттереп бер төкөрөп, ҡәҙерле кәләшенең эргәһенә кире инеп киткеһе килде. Үҙен-үҙе еңеп, машинаһын ҡабыҙҙы. Алдан һөйлә­шеп ҡуйған егеттәргә йәһәт кенә һуғылып сыҡты. Саған өшөгән яғында ҡалдырған емтекте ауыҙ итеп өлгөргәндәрен ишеткәс: «Былай булғас – булды! Дөрөҫ юлдан барабыҙ икән!» – тип усын усҡа шап иттереп һуғып алды, ауыҙы йырылып китте. Хәҙер әйләнеп киләм, тип ары ҡуҙғалды.
– Нәҙир ағай, шәпме! – ҡапҡанан ингән Данияр утынлыҡта балта һаплап маташҡан ҡарттың арҡа­һынан бер туғанындай күреп һөйөп алды.
– Аллаға шөкөр әле, ҡустым. Һинең хәйер-фатихала. Күптән күренмәй инең, ни йомош? – туранан-тура һорау биргән оло кешенең һынсыл ҡарашынан Данияр уңайһыҙланып китте:
– Йомош, тип ни... Йомош та түгел инде. Бер нәмәне генә белешәйем, тигәйнем.
– Улайһа, әйҙә, ин. – Ҡарт һикәлтәгә менмәҫ борон уҡ аҫта сискән кирза итеген ҡулына тотоп, өй ишеген асты. Аяҡ кейеме менән йүгереп килеп менгән Данияр ҙа, уға ҡарап, тиҙ генә туфлиҙарын сисеп, тупһа аша атланы.
Өйҙә бер кем дә юҡ ине. Урмансылыҡ етәксеһе, кеҫәһендә бер туҡтауһыҙ шылтыраған телефонын ашыҡ-бошоҡ һүндереп ҡуйғас, йөҙө яҡтырып, һүҙ башланы:
– Һинең әхирәтең ҡайҙа йәшәй әле?
– Ә? Машкамы? Ул инде ул... Саған өшөгән аръяғында. Йәй буйы ҡурай уйнаным мин уға. Һағыналыр инде. – Көтөүсе яратҡан темаһына һүҙ ҡуҙғатҡан урмансыға ултырғыс биреп, бөтә кәүҙәһен һелкетеп көлдө. – Беҙ дуҫ уның менән. Күҙгә-күҙ осрашҡан саҡ та булды. Туңҡайып һыу эсеп ята инем, ҡаршымда бер нәмә шыптырҙаны. Шым ғына башымды күтәреп ҡараһам – айыу! Һыу эсергә төшкән. Минең һымаҡ, – ҡарт тағы ла рәхәтләнеп көлөп алды. – Ул мәлдә көлөү ҡайғыһымы ни! Ҡот китте бот буйына. Сәстәрем үрә тороуҙан, башымдағы кәпәсем осто. Ыжламай ҙа теге. Һыу эсә. Әкрен генә торҙом да, артым менән генә барып, атымдың йүгәнен һәрмәп алдым. Һоп итеп һикереп мендем дә, башланым бит тегене әрләргә! «Һин нимә мине ҡурҡытып йөрөйһөң? Һыу эсергә бүтән урын тапманыңмы?» – мәйтәм. Ат өҫтөндә булғас ни – мин батыр!
– Ағай, ул бит минең һыйырымды йыҡты.
– Һинең һыйырыңды икенсе айыу йыҡҡандыр. Үләкһәһе Үлек арҡа­һында ине бит. Машкам минең һыйырҙарымды таный, бер ҡасан да теймәй!
Көтөүсенең бер ҡатлы һүҙенә йәне көйгән Данияр тауышын көсәйтә төштө:
– Айыуҙың өйө юҡ. Гөлниса апайҙың башмағының янбашын йыртҡан. Зәбирә инәйҙең берҙән-бер һыйырын һуҡҡан...
– Ҡустым, – Нәҙир ҡарт, ултырғысын һөйрәп, Даниярҙың ҡаршыһына килеп ултырҙы. – Урманға кем хужа?
– Беҙ хужа!
– Яңылышаһың, ҡустым! Айыу хужа. Урман – уның йәшәгән йорто. Беҙ урманға рөхсәт һорап ҡына инеп йөрөргә тейешбеҙ.
Данияр, сырайын һытып, ситкә ҡарап ҡул һелтәне.
– Хужа нимә эшләй?
– Юҡты һөйләмә әле, ағай!
– Юҡ түгел был – ысын! Хужа беҙҙән һалым ала, балаҡай. Үҙ урманынан файҙаланған өсөн беҙ уға һалым түләйбеҙ. Бер баш малмы, ике башмы. Уныһын ул үҙе белә.
– Ә көтөүсе нимә өсөн һуң?
– Һин мине ҡыҫтырма, малай! Төрттөрөп маташма! Мин үҙ эшемде намыҫлы башҡарам! Ауылға төшөрөп еткергәнмен. Хужаһы ҡаршы алмаған. Малдың артабан ҡайҙа киткәне миңә билдәһеҙ! – Нәҙир, һүҙем бөттө, тигәндәй, ишеккә ҡарап тынып ҡалды. Бер аҙҙан ғына яңынан телгә килде. – Көтөүҙе тамамланым инде. Аллаһы әкбәр. Шәп булғас, кәртәгә ингәнсә инде үҙегеҙ ҡарағыҙ. Ысын... Бәшмәк ашап иҫереп йөрөгән һыйырҙарығыҙҙы...
Данияр ауыр атлап барып ишек тотҡаһына йәбеште, шунан әкрен генә боролоп:
– Барыбер дөмөктөрәм мин уны. Машкаңды. Уның ғына эше, – тип әйтеүе булды, Нәҙир ҡарт ҡысҡыра башланы:
– Нимә? Тейеп кенә ҡара! Бәләкәй балаһы бар! Ҡарғышы төшөр! Тояҡҡа тояҡ баҫа, аяҡҡа аяҡ баҫмай ул! Ҡарғышы төшөр!
Көтөүсенең һуңғы һүҙҙәре үҙенең артынан эйәреп килеп, еңенә йәбешкән һымаҡ булды Даниярға. «Ҡарғышы төшөр! Ҡарғышы төшөр!» Әммә күп уйлап, икеләнеп торорға ваҡыт ҡалмағайны. Айыуҙың ҡайһы ерҙе төйәк иткәне билдәле. Ау ҡороп, аңдып оҙаҡ йөрөргә түгел. Түрәләргә бит айыу хәҙер үк кәрәк. Улар ҙа ҡыҙыҡ инде – кәрәк, ти ҙә ҡуялар! Сығар ҙа һал алдына. Бөттө шуның менән!
Артабан Данияр йәшен тиҙлегендә эш итте. Һунарсыларҙы барып алып, урманға юл алды. Биштауҙы артыл­ғанда ғына ниәт емерелә яҙып ҡуйҙы. Машина тәгәрмәсе тайып, көҙгө яуындар йырған кәлиәгә төшөп китте. Ярай әле егеттәр мыҡты. Шулай ҙа техника менән мәж килеү байтаҡ ваҡытты алды.
Еҫ эйәртеп йөрөмәҫ өсөн һунарсылар тауҙы менеү менән тамаҡ ялғарға булды. Эсендә бүреләр олоған Данияр ҙа, тоҡсайын асып, ашъяу­лыҡҡа ашамлыҡтарын теҙҙе. Көрөш­кәләргә термостан боҫорап торған тәмле сәй ҡойҙо. Ләпелдәшмәй генә ҡапҡылап алғас, машинаны ҡалдырып, оҙаҡ ҡына йәйәү атланылар. Саған өшөгәнгә етәрәк, баш осонан киң ҡанатын елпеп, «ҡроҡ-ҡроҡ», тип ҡоҙғон осоп уҙҙы. Танауға емтек еҫе килеп бәрелде.
Көҙ бауыры ҡыҫҡа, эңере юҡ – хәҙер генә ҡараңғы төшөр! Һунар­сылар үләкһәнән йыраҡ түгел ағас башында таҙғаҡ яһап ҡуйҙылар. Яҡты саҡта менеп, урынлашып ҡалдылар.
Шомло тынлыҡтан ҡолағы зыңлаған Данияр эстән генә түрәләрҙе әрләргә кереште: «Әҙерәк кенә көтһәләр ни булған! Машкаға ла теймәҫ инек. Икенсе тайыштабанды табыр инек. Өңөнә ингәс, сәп һуғып китеп... алдан. Айыуҙар ҙа алйот түгел. Ятҡанса, эҙ яҙлыҡтырып, аптырата торған: һыу буйлап уратып йөрөһөнмө, арты менән үтһенме. Ҡырпаҡ ҡар ятмаған ерҙәрҙән генә атлаһынмы... торғаны менән йомаҡ! Айыу юллатҡандан һуң, ике-өс айҙан барып алыр инек әле... Ултыр инде хәҙер ошонда шыҡырайып...
Ә Машка килмәй ҡуйһа? Нимә тиермен? Айҙар Ғәбитовичҡа? Эй, эшкинмәгән! – тиер инде ул. Маңҡа! – яратмаған кешеһенә ул гел шулай ти. Шунан вазифаңдан яҙғаныңды көт тә тор. Эшеңдән яҙмаһаң әле... Ә Машка килһә! Атып алһаҡ!» – Даниярҙың эсенә йылы йүгерҙе. Инде ул үҙен урмансылыҡтың ысын етәксеһе тип хис итте. Район хакимиәте башлығы үткәргән йыйы­лыштарҙа ҡуҡырайып ултырғанын, министрлыҡтың йәшел келәмдәре буйлап күкрәк киреп үтеп йөрөүен, министр урынбаҫарҙары менән генә түгел, министрҙың үҙе менән дә ҡул биреп күрешеүен күҙ алдына килтерҙе. Айҙар Ғәбитович шәп кеше ул. Һүҙендә тора. Һүҙе үтә. Баш ҡалала бөтә ишектәрҙе лә аяҡ менән тибеп асып инеп йөрөй. Йылы һүҙ әйтеп ебәрермен, тине бит... вазифа йәһәтенән.
Талғын ғына иҫкән ел, тора-бара көсәйеп, ағастағы аҡтыҡ япраҡтарҙы йолҡорға тотондо. Күктә эленеп торған ҡараңғы болот йыртылып, тишектән ай күренде. «Ай әттәгенәһе! Ул айына нимә ҡалмаған! Бөгөн ҡалҡмай торһа ла булыр ине!» Был уй бер Даниярҙың ғына башынан үтмәгәндер. Ай яҡтыһында ирҙәрҙең ризаһыҙ йөҙҙәре сағылып ҡалды.
Бер аҙҙан әрәмә яғынан еңмеш сабый бәлә һалған һымаҡ тауыш ишетелде. Шыңшыған балаһына әсәһе «шаулама!» тип тондороп алды, ахыры, тегеһе таж итеп ҡалды. Талғаҡтағыларҙа көсөргәнешлек артты. Барыһы ла мылтығын шул яҡҡа тоҫҡаны. Бына-бына... шул саҡ аҫта тыңлауһыҙ айыу балаһы күренде. Тоноҡ ай нурында ерҙә тәгәрәгән тумалаҡ йомғаҡ бик яҡшы төҫмөрләнә ине. Машка «ыһ!» тине лә, ҡаршылағы муйылдарҙы болғай башланы. Хәүефте һиҙгән айыу балаһы ялп итеп ҡалды, әрәмәгә инеп боҫто. Һиҙҙе бит былар кеше барлыҡты! Нишләп кенә ай күренде икән һуң! Йыртҡыс әллә ағастарҙы төбө-тамырынан аҡтара инде – муйылдар шыйлап-фыйлап ҡына тора! Әйтерһең дә, бөтә урман терелеп шаулай! Данияр, иптәштәренең кәфен төҫөндәге йөҙҙәрен күреп, бында улар хужаның көтөлмәгән ҡунағы икәнен аңланы.
Аяҡ аҫты һил булғас та һунар­сылар төшөргә ашыҡманы. Йыртҡыс бит, уның уйында ни булғанын кем белгән.
Таҙғаҡтан, ян-яғына ҡаранып, иң тәүҙә Данияр төштө. Машинаға инеп ултырғас ҡына һунарсылар телгә килде.
– Их, әрәм иттек табышты...
– Данияр, мылтығыңды төбәгән инең бит айыу балаһына, нишләп атманың?
– Эйе шул, балаһын тәгәрәтһәк, әсәһе ажғырып сығыр ине. Унан уныһын да – бабах!
– Шәп булғас, Ғаффар, үҙең нишләп атманың? – Даниярҙың тауышы тоноҡ та, асыулы ла ине.
– Дөрөҫөн әйткәндә, йәлләнем дә ҡуйҙым. Минең малай һымаҡ тумыжнай ғына бит әле ул...
Ирҙәр дәррәү көлөп ебәрҙе. Уңышһыҙ һунар бик үкенесле булырға тейеш булһа ла, Даниярҙың өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй тойолдо.
Ауылға төшәрәк Данияр, аулаҡ урынға туҡтап, машинанан сығармай ғына иптәштәрен һыйлап алды. Йөҙәр грамдан һуң уларының теле сиселде. Береһенән-береһе уҙышып айыуҙар тураһында төрлө тарихтар һөйләнеләр. Үҙҙәре менән булған мажараларҙан һендәр ҡатты. Күпме ҡыҫтаһалар ҙа, үпкәләһәләр ҙә ирҙәр, Данияр «руль артындамын» тип эсеүҙән баш тартты. Айырылыша алмаған һуҡмыш иптәштәрен өйҙәренә оҙатып йөрөп, таң атҡас ҡына ҡайтып инде.
Ишектең бикле икәненә һис тә ышана алманы Данияр. Тәҙрә шаҡып та астыра алмағас, асҡысына йәбеште. Өҫтәлдә тигеҙһеҙ хәрефтәр менән яҙылған «Шылтыраттым, шылтыраттым, алманың. Тулғағым тота башланы. Скорый саҡырттым» тигән ҡағыҙ осмотон уҡығас, уның йөҙө асылды. Тиҙерәк Сәриәһенә шылтырата һалды.
– Сәләм! Шунан!? – тине ул, өйҙө яңғыратып.
– Шул. Система менән таптырып ҡарайбыҙ, тиҙәр. Хәҙер ятам инде. – Сәриәнең хәлһеҙ тауышы Даниярҙы һағайта төштө.
– Тулғағым тота, тигәнһең дә инде.
– Тота ла ул. Урыҡ-һурыҡ шул. Көслө түгел.
– Көсәйер әле...
– Ҡайҙан көсәйһен! Бала тонсоға ла инде...
Ҡатындарҙың бала табыу нескә­лектәрен аңламаған Данияр Сәриә­һен нисек йыуатырға белмәне, тын ҡалды.
– Ҡурҡам, – һүҙҙе ҡалтыранған тауышы менән ҡатын башланы, – ыһ...
«Ыһ!» Ошондайыраҡ өндө төндә Данияр урманда ишеткәйне түгелме һуң!
– Ҡурҡма. Медицина көслө. Хәҙер киләм эргәңә. Нимә алып киләйем? Нимә кәрәк?
– Төш күрҙем... ыһ!
– Кит әле! Төш тә булдымы бер нәмә! – Данияр көсләп йылмайған булды, ярай әле телефон аша ҡатыны уның ыржайған йөҙөн күрмәне.
– Ҡурҡыныс төш шул. Ныҡ ҡурҡыныс.
– Онот төшөңдө! Бала тураһында ғына уйла. Минең малайым тура­һында. Ярай. Хәҙер барып етәм эргәңә!
– Килмә, индермәйҙәр.
– Индерерҙәр!
– Данияр...
– Әү...
– Һин бүтән йөрөмә, йәме?
– Кем менән? Тотаһың да шул Зифаға ҡушаһың!
– Һунарға йөрөмә, тим. Ас түгелһең дә инде...
– Йөрөмәм, ярар, йөрөмәм.
– Төшөмдә айыу балаһын күрҙем.
– Вәт маладис! Матур инеме?
– Минең юлымды быуҙы. Үткәр­мәне. Һинең ирең минең әсәйемде үлтерҙе, ти. Әйттем мин һиңә, йөрөмә, тип...
– Илама инде, Сәриәкәйем. Нимә юҡҡа илайһың! Айыу үлтергәнем бармы минең?
– Өңөн күрһәтәһең дә инде! Барыбер инде! Үлтерәһең! Ярай, инделәр. Система ҡуйырға. – Ҡатынының телефоны ҡапыл һүнде.
Данияр шаңҡып диванға барып ултырҙы. Айыу балаһы Сәриәне үткәрмәгән. Тимәк, минең улым... шуға ла ул тулғаҡ тота алмай яфалана... шуға ла...
Эйе. Булғайны шул ул хәл. Уны нишләп һөйләгәндер инде Сәриәгә? Хисле кешегә етә ҡалды. Һунар тураһында ауыҙыңды ла асма, тип ҡырт киҫте.
Ул мәлдә лә, әлеге лә баяғы, түрәләрҙең күңелен күрелде инде. Ҡәҙерле ҡунаҡ, тәжрибәле һунарсыларға эйәреп, саңғы менән ҡар йырып, айыу ауларға китте, ә Данияр, усаҡ яғып, сәй ҡайнатып, йыраҡта тороп ҡалды. Урын алдан тамғаланған, өң билдәле, ҡалғаны оҫталыҡта!
Бер аҙҙан айыусылар ҡайтты. Ҡыуанышып, геү килеп йыртҡыстың тиреһен тунап ташланылар, һуҙып һалып ҡуйҙылар. Ыстағафирулла! Даниярҙың ҡото осто, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Алдында шәп-шәрә ҡатын-ҡыҙ кәүҙәһе ята ине! Инә айыу булып сыҡҡан был! Шуны ытырғанып һөйләгәйне бит ул Сәриәгә. Айыуҙың кешегә оҡшағанын!
«Йә, Аллам! Кисер мине, Аллам! Гонаһһыҙ йән эйәләрен рәнйет­кәнемә, Аллам! Инә айыуҙың башына еткәнемә, Аллам! Былай ҙа туғыҙ йыл бала төҫө күрмәнек. Инде сабый һөйөү бәхетенән яҙҙырмасы, Аллам! Ярҙам ит Сәриәмә, Аллам! Ғәфү ит мине, Аллам! Үтенеп һорайым, Аллам!..» Ғүмерҙә доға уҡымаған ир, ҡуш устарын алдына ҡуйып, теләне лә теләне, ғәфү үтенде лә ғәфү үтенде. Ошо ваҡытта уға абруйлы таныштар ҙа, юғары вазифа ла кәрәкмәй ине.

 

Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас: