+21 °С
Облачно
Әҙәби балҡыш
23 Ноября 2021, 11:28

«Иң бәхетле минуттарым – Күктәрҙән килгән илһам...»

Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы ҡыҙы Миңлегөл Хисамова – әҙәбиәттә киң билдәле шағирә. Уның туғыҙ шиғри йыйынтығы донъя күргән, 10-сыһы әлеге ваҡытта әҙерләнеү өҫтөндә. Ике бала әсәһе, биш ейәнгә өләсәй ҙә ул. Оҙаҡ йылдар 28-се махсус коррекцион мәктәп-интернатта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан шағирә һаман да ҡолас йәйеп ижад итә, «Башҡортостан ҡыҙы»нда уның шиғри шәлкеме йыл да донъя күреп тора.

«Иң бәхетле минуттарым – Күктәрҙән килгән илһам...»«Иң бәхетле минуттарым – Күктәрҙән килгән илһам...»
«Иң бәхетле минуттарым – Күктәрҙән килгән илһам...»

Үҫһендәрсе һөйгән ейәндәрем

Сыңғыр-сыңғыр ғына сыңғырлатып,

Кемдәр көлә икән янымда,

Үҙекәйемде бәхет тирбәлдерә,

Шат тауыштар тирә-яғымда.

 

Хәлдәремдең ниндәй сағында ла

Сабыйҙарҙың йондоҙ күҙҙәре

Хаяһыҙлыҡ аҙымынан һаҡлар,

Ҡалһын ине яҡты эҙҙәрем.

 

Тәтелдәшеп хәбәрҙәрен һөйләп,

Алдаштыра улар, йыуата,

Эскерһеҙлек балҡый йөҙҙәрендә,

Унда киләсәкке уй ята.

 

Өләсәйҙең шифа ҡулы тейһә,

Сабып китә осор толпарҙай,

Урап үтһен барлыҡ көйөнөстәр,

Кәйеф китмәһенсе юҡ-барҙан.

 

Үҫһендәрсе шаян ейәндәрем,

Изгелектең тойоп йылыһын.

Тамыр йәйһен сабый күңелендә

Һөйөүҙең дә иң-иң олоһо.

 

Боронғонан килә

Тәмле-татлы ризыҡ өҫтәл тулы,

Күркәм табын – һыйҙың муллығы!

Боронғонан килә был йомартлыҡ,

Көҙгө байлыҡ – үҙе йыл һыйы.

 

Боронғонан килә халҡыбыҙҙың

Уңғанлығы, бөтмөр булмышы,

Нәҫел-нәсәптәрен ҡыуандырыр

Тирен түгеп тапҡан уңышы.

 

Матур йола – тирә-яҡты һыйлау,

Йомарт ҡулдың артыр малы ла,

Етем-еҫерҙәрҙе онотмау ҙа

Шәфҡәт өҫтәп торор тағы ла.

 

Шундай йолалар бар халҡыбыҙҙа...

Юғалмаһын ине тормошта,

Онотмаһаҡ изге ғәмәлдәрҙе,

Бәҫең, ғәмең артыр булмышта...

 

Изгеләр һүҙе кәрәк

Изгеләрҙең һүҙе бөгөн кәрәк,

Кешеләргә ауыр сағында,

Күңелдәргә инеп йыуатыр ул,

Иманлылар һис тә абынмаҫ.

 

Ышаныстар китеп юғалғанда,

Изге һүҙҙәр кәрәк терәккә,

Упҡын ситтәренән тартып алыр,

Майҙай яғылыр ул йөрәккә.

 

Изгеләрҙең һүҙе кәрәк беҙгә,

Көсөң бөтөп, тайған саҡтарҙа,

Ул күтәреп алыр, иңен ҡуйыр,

Кәмһеттермәҫ тә ул яттарҙан.

 

Изгеләрҙең һүҙе – аҡыл тажы,

Мәңгелектән килгән аманат,

Халҡымдың ул – аҫыл хазинаһы,

Бәҫе уңмаҫ уның, ҡалыр аҡ.

 

Тормошом ҡәҙере

Этеп-төрткән яҙмышыма

Үпкәләрем юйылды,

Иң ҡәҙерле миҙгелдәрем

Йөрәгемә уйылды.

 

Иң бәхетле минуттарым –

Күктәрҙән килгән илһам,

Ынйылай шиғыр теҙелә,

Йондоҙҙар һибә Йыһан.

 

Иң ҡыуаныслы көндәрем –

Бәпес сөйгән мәлдәрем,

Сабый сәңгелдәге үҙе –

Өй эсенең йәмдәре.

 

Хеҙмәт менән яндым-көйҙөм,

Хөрмәтендә – хәҙергем,

Ошондалыр әле, бәлки,

Тормошомдоң ҡәҙере.

 

Фатихаңда ҡалам

Тышта буран, тәҙрәләрҙә

Әсе елдәр һыҙғыра,

Әйтерһең дә, был уйында

Бер-береһен уҙҙыра.

 

Өйҙә йылы, өйҙә рәхәт,

Тәҙрәм – әкиәт урманы,

Ҡарап торам иҫем китеп,

Сал батшалыҡ торғаны!

 

Бала саҡтың хәтирәһе

Ойоп тора күңелдә,

Уяна ул иҫкә төшһә,

Ҡанат үҫә иңемдә.

 

Әсәйемдең йәп-йәш сағы

Һөйөнөп ҡарап тора,

Ике ҡыҙға – терәк үҙе,

Беҙгә бәхеттәр юрай...

 

Уттары ла ҡыҙыу шул ул

Бала саҡ өйҙәренең,

Бер ниндәй йыр тиңләшмәҫ, тим,

Сабый саҡ көйҙәренә.

 

Юҡһыныуым сиктән аша,

Төштәремдә күргәндә,

Фатихаңда ҡалам, әсәй,

Ниҙәр генә күрһәм дә.

 

Ҡайғырмасы...

Ниндәй гөлдәр һине йыуатҡан,

Ниндәй елдәр һине уятҡан?

Ҡайһы ерҙә таптың шатлығың,

Әҙәмдең бит һин бер ҡатлыһы?

 

Бер ҡатлыға ҡай саҡ аяныс,

Эргәһендә юҡтыр таяныс.

Тик үҙеңә-үҙең таянып,

Үрмәләйһең тауға – ҡая ныҡ.

 

Ҡайғырмасы, Әҙәм балаһы,

Атлай-атлай алға бараһы.

Аллаһының ҡушҡан бойомо,

Һиңә теләктәшлек – уйылыр.

 

Алға атла, алға, тик алға...

 

Күңел тулды

Күңелең тулды нилектән, тип,

Һорамағыҙ бер ни ҙә,

Уйҙар дауылдары ҡубып,

Хәтеремде тергеҙә.

 

Үткән, бөткән, тиһәләр ҙә,

Үткәндәр китә алмай,

Улар һинең янда ҡала,

Тәҡдирҙе ташлай алмай.

 

Күңел тулды, һөртөп алдым

Тамып ҡалған йәшемде,

Үткәндәрем дауылдары

Хәтеремә йәшенде.

 

Бар ул, бар ул...

Ихласлыҡты юҡһынам мин,

Һәм эскерһеҙ дуҫлыҡты,

Нимә менән тултырайым

Күңелдәге бушлыҡты?!

 

Ниңә, тиеп аптырама,

Аяуһыҙ замандары,

Яҡшыларҙы тапап үтеп,

Ҡотора ямандары.

 

Ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек –

Иҫкелек ҡалдыҡтары,

Шулай ышандырмаҡ була

Байҙар – доллар тоҡтары.

 

Улай булмай торһон әле,

Бар ул, бар ул яҡшылар,

Ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек

Өлгөһө бит тап шулар.

 

Рәнйеш алма

Рәнйеш алма бер кемдән дә,

Рәнйеш игеҙ әрнешкә,

Күңелеңде болартыр бер,

Һин түгел, тип, фәрештә.

 

Рәнйеш үтеп китә һалмаҫ,

Алыр ғәмең, сәмеңде,

Бикләр юлды уңыштарға,

Юйып донъя йәмен дә.

 

Рәнйеш алма берүк кенә,

Донъя бит йәйғор төҫлө,

Йылмайыу кәрәк кешегә,

Йылмайған кеше көслө!

Автор:
Читайте нас