-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Октябрь 2021, 10:15

«Ҡосағымда – мөлдөрәмә яҙлы, наҙлы, сазлы далан...»

Рәшиҙә Шәмсетдинова 1961 йылдың 24 октябрендә Ишембай районы Иҫәкәй ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Илеш районы Сеңрән һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире итеп эшкә ебәрелә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының (хәҙер БДУ филиалы) башланғыс синыфтар факультетына башҡорт-рус кафедраһына эшкә саҡырыла. Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһына әҙәби консультант итеп тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ медицина колледжында китапхана мөдире булып эшләй. РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы. Намыҫлы хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Шағирәне күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

«Ҡосағымда – мөлдөрәмә яҙлы, наҙлы,  сазлы далан...»
«Ҡосағымда – мөлдөрәмә яҙлы, наҙлы, сазлы далан...»

Ҡосағымда

Ҡосағымда – зәңгәр сәскә,

                               арыш ҡарынында тыуған.

Ҡосағымда – ләйсән ямғыр,

                               таңда биттәремде йыуған.

Ҡосағымда – ҡайнар ҡояш,

                               ҡойолғандыр һитә балдан.

Ҡосағымда йәйем көлә.

                               Шуға ҡаса нахаҡ, ялған.

 

Ҡосағымда – йомарланып ҡына ятҡан

                               тыуған ерем.

Ҡосағымда – ҡурай моңо булып һыҙған

                               башҡорт телем.

 

Ҡосағымда – ғәзиз илем.

                               Бәпләп, сәңгелдәккә һалам.

Ҡосағымда – мөлдөрәмә яҙлы, наҙлы,

                               сазлы далан.

Ҡосағымда имә балам!

 

Ҡояш, ҡыҙым һәм мин

Балконыма ҡунып ҡояш,

Күреште ҡыҙым менән.

Ҡунаҡ килгәс, өлтөрәнеп

Ап-аҡ икмәгем теләм.

 

Яҡтырып китте өй эсе

Өҫтәлдәге телемдән.

–Афарин! – тип, ҡояш, һығып

Ҡосоп алды билемдән.

 

 

Ғәзиз телем

Ғәзиз телемде күрәм мин

Ҡыҙҙарымдың күҙендә.

Майҙай наҙлы сабырлыҡта,

Ҡорос  төҫлө түҙемдә.

 

Ғәзиз телемде ишетәм

Һандуғас тауышында.

Хан һарайҙарында түгел,

Бесәнсе ҡыуышында.

 

Ғәзиз телемде тоям мин

Балаға уҙған саҡта.

Яңы ғына һауған һөттә,

Таңда ысыҡта, аҡта.

 

Йәйғор төҫлө балҡып китә

Эй ҡыуанған сағымда.

Ғәзиз телем тыуғандыр ул

Минең тыуған яғымда.

 

Тыуған көн

Тыуған көнөнә әсәмдең

Мин осоп  барам.

Ауылыма яҡыная

Баралыр арам.

 

Ҡояш апай сос та инде,

Белеп тә ҡалған.

Ғәзиземде ҡотлайым  тип,

Йүгерә алдан.

 

***

Әсәмдеке кеүек уңмай

Табикмәгем, сәк-сәгем.

Сабыр итеп, шөкөр итеп

Килһә лә бик йәшәгем.

 

Бер мәлдә ете эште лә

Ҡоя алмай интегәм.

Ярсыҡтарҙы сүпләп, үҙем

Быялалай кителәм.

 

Йә ондай ыуалып төшәм

Ҡаушаған саҡтарымда.

Ә яҙмыш өлөшкә һала

Ҡараһын, аҡтарын да.

 

Уңғаным, тип күҙ ҡыҫыр бер

Бәлеш  ҡабаҡ, тарынан.

Имтихандар бирә-бирә

Тормош һабаҡтарынан.

 

Ғүмерҙәрем үтеп бара,

Гүйә, ҡанат ҡағышы.

Сабыр итеп, шөкөр итеп

Офоҡтарға барышым.

 

Йәһәннәм

           Донъяла 1 йыл эсендә

          30 миллион аборт яһала.  

                           Гәзиттәрҙән.

Ярлыҡауҙар көтмәм,

Әсә

Тигән исемемде һаттым.

Иң илаһи бер гөлөмдөң

Ҡыяғынан,

таждарынан,

Тамырынан өҙөп ҡайттым.

 

Шул ҡырағай ҡылыҡтан һуң

Аталаммы «әсә» тиеп?

Фәрештәләр алдарында

Торам өнһөҙ, башым эйеп.

 

Енәйәтем әрем,

Телдән китмәҫ әсе һалған.

Әруахтар ғәфү итһә,

Йәшәүҙәргә хаҡым ҡалған.

 

Раббым!

Кисермәйем үҙем,

Әгәр ғәфү ителмәһәм.

Йөрәк аҫтым – йәннәт ине,

Йөрәк аҫтым – тик йәһәннәм.

 

***

Тәҙрә ҡаршыһында ҡарт ҡарама

Ниңә икән моңһоу ҡарай тағы?

Аҫты-өҫкә килгән урман һымаҡ

Уйҙарымдың, аһ, буталған сағы.

 

Ҡарт ҡарама!

                               Һутлы тупрағыңда,

Елек тупрағыңда һин бит көслө.

Килер  бер  көн...

                               Мин дә күккә ашмам,

Ергә  берегермен  һинең төҫлө.

 

Һорау

Оҙатҡанда һуңғы юлға

Донъя тойолғанда тар,

– Изге кеше инеме? – тип,

Һорау ғәҙәте лә бар.

 

Яҡшыларҙың, яҡтыларҙың

Тупрағы йомшаҡ ҡына.

Моңдан яралған ҡоштар бит

Өҙҙөрөп һайрап тына.

 

Ер ҡуйынына биргәндә,

Ап-аҡ биләүгә биләп,

– Кешеләргә ни ҡалдырҙым?

Уй булыр силәк-силәк.

 

– Изге кеше инеме? – тип,

Бер һорар сал бабайым.

Ғүмер үтер…

                               Изгелектәр

Тиҙерәк ҡылып ҡалайым.

 

Ҡәҙер төнө

Ҡәҙер төнө асылдымы?

Ҡабул булды теләгем.

Бешеп кенә өҙөлөп төштө

Ҡыҙым – ҡурай еләгем.

 

Йәме күсә йәндәремә,

Тәме – телем осонда.

Ожмах ишектәре миңә

Асылалыр ошонда.

 

Күкрәгемә ҡыҫып ҡосһам,

Иҫерәм бәхетемдән.

Эй, Илаһым!

Яҙҙырмасы

Әсәлек тәхетемдән.

Автор:
Читайте нас: