

Тартай теленән таба
Хикәйә
Алаҡсын ауылы егеттәре:
– Беҙ гөрләшеп үткән саҡта,
Киң урамдар тар ине, –
тип, гармунда уйнап, йырлашып үтә алмай. Сөнки Алаҡсын урамдары бик тар. Бигерәк тә йәйге мәлдәрҙә кешеләр һәләк интегә. Көтөү ҡайтҡан саҡта бөтә тәҙрәләрҙе ябалар, ихатаға элгән керҙәрен өйгә индерәләр. Йыйыштырырға өлгөрмәһәләр, бөттө: һәммә нәмәләре саңға сума. Халыҡ, тар урамдарҙан тамам ялҡып, яңыһын булдырҙы – Алаҡсындан алыҫ түгел иркен ергә йорттар һалды. Кәңәшләштеләр: «Есеменә тап килһен исеме – Йәштәр урамы, тип атайыҡ», – тинеләр. Киң урамлы төйәк тиҙ үҫте, хәҙер ҡаланыҡылар ҙа ауылға тартыла бит.
Алаҡсында ҡарт-ҡоро ла яңы йорт һалырға мөмкинлеге булмағандар ғына ҡалған. Күрше-күләндәр араһында бәхәстәр, үпкәләшеүҙәр сығып тороуын кем белмәй. Бына Бәһәр әбей менән Вәжиҙә ханымдың дәғүәләшеүен үҙҙәре генә түгел, ауылдаштары ла оҙаҡ онотмаҫ. Ә бит уларҙың «ифрат татыуҙар, араларынан ел дә үтмәҫ» тигән дандары таралғайны. Өйҙәре ҡапма-ҡаршы ғына. Асмалы тәҙрәләрҙе шар асып, һөйләшергә әүәҫләнгәйнеләр. Ул матур мәлдәр йән рәхәте булған. Бер рәхәттең мең михнәте лә күп көттөрмәй икән.
Вәжиҙә ханым күршеһенең бешеренергә һис кенә лә яратмауын һәйбәт белгәс:
– Бәһәр апай, манты бешерҙем, йәһәт кенә кер! – тип саҡыра.
Елтәнләп-өлтөрәп килеп етә әбекәй. Ризыҡты бик яратып ашай – йыпыра ғына. Буйтым туйғас, тәғәмдең етешһеҙлектәрен һанай башлай:
– Кисә ашатҡан былауыңдың ите әҙ ине. Әле мантыңдың ҡамыры ҡалын, – ул, кикерә-кикерә, шыбыр тиргә батҡан йонсоу йөҙөн яулыҡ остары, күлдәк еңдәре менән ҡороторға тотона. – Һиңә рәхәт, ризыҡ әҙерләргә йыбанмайһың. Килендәрең дә ҡунаҡҡа йыш саҡыра. Тамағың туҡ, күңелең көр.
Бәһәр ҡарсыҡтың битәрләгән кеүек һөйләгәненә Вәжиҙә ханым өндәшмәй. Дөрөҫ һүҙгә үпкәләмәйҙәр. Уның уландары Ураҡай менән Ураҙбай бер-бер артлы өйләнде. Кәләштәренән уңдылар: сибәрҙәр, егәрлеләр, саф күңеллеләр. Йәштәр урамында донъя көткән балалары үҙҙәрендә йәшәргә ни ҡәҙәре өгөтләһә лә, күнмәне ул:
– Көсөм барҙа үҙемсә йәшәйем әле. Күсенһәм, әтейегеҙҙең рухы үпкәләр, өй өсөн күпме көс түкте. Ҡырҡ биш йәшендә генә йөрәк сиренән мәңгелеккә күсте. Мәлем еткәс, кәрем киткәс, тәрбиәләрһегеҙ. Шөкөр, аралар алыҫ түгел, көнөнә әллә нисә осрашабыҙ, – тине балаларының иғтибарына, ихтирамына ныҡ шатланып.
Ханым яңыраҡ Өфөлә йәшәгән Вәҡиф ҡустыһына ҡунаҡҡа барғайны. Күп нәмә күрҙе, күп нәмә белде. Мәсеткә кереп, әруахтарға аят уҡытты. Баш ҡаланан ҡыуанып-ҡанатланып ҡайтты. «Бәһәр апай ни хәлдә икән?» – тип, йәһәт кенә тәҙрәһен асырға йүнәлде. Әбекәй тәҙрәһенән ҡарап ултыра ине. Вәжиҙә ханым: «Күстәнәстәр менән сәй эсәйек, йәһәт кенә кер», – тиергә лә өлгөрмәне, күршеһе:
– Нимә күҙәтәһең, хәйерсе? – тип аҡырҙы.
– Апай, ауыҙыңды ипләп ас: ике һыйыр һауам, һигеҙ һарығым бар, ҡош-ҡорт аҫрайым, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә үҫтерәм! Үҙең бит астан үлмәҫлек пенсияға ғына йәшәйһең! Шулай булғас, кем хәйерсе? – Вәжиҙә, ғүмерҙә ирешергә, әрләшергә яратмаған әҙәпле ханым, ҡапыл ҡыҙҙы ла китте. – «Баҫымсаҡҡа баҡа айғыр», – тиҙәр. Ни әйтеп, нисек кәмһетһәң дә өндәшмәнем, ә һин тамам шаштың!
Бындай ҡаршылыҡҡа бер ҙә осрамаған ҡарсыҡ китте ярһып, асырғанып ажғырҙы:
– Өфөлә мәсет янында туҡтаған машиналар араһында нимәштәп йөрөнөң һәптәндәп?
Вәжиҙә, был мәғәнәһеҙ талашыуға сик ҡуйырға уйлап, шаяртып яуап бирергә булды:
– Бабай эҙләнем. Мәсет янында яҡшы машиналы ҡарт ҡырына кереп ултырырға ла, ҡыуһа ла сыҡмаҫҡа уйлағайным.
– Ҡыҙ сағыңда Алаҡсындың алаҡандағы инең – һаман тартандайһың икән!
Ханым уның яман баҡырыуына баҙаманы, көлөп ебәрҙе:
– Кем алаҡандаҡ икәнде иҫкә төшөрәйек әле. Мин егерме йәштә кейәүгә сыҡтым. Ә һиңә утыҙың тулғансы берәү ҙә ҡараманы, урап уҙҙы: «Теле әсе, эш һөймәй, үҙе бигерәк һөймәләкһеҙ», – тип ҡылыҡһырланылар. Шулай ҙа биш балалы ирҙе әүрәтә алдың – сат йәбештең бит. Әммә ике-өс ай йәшәнегеҙме-юҡмы, ир ғаиләһенә һыпыртты: ай күрҙе, ҡояш алды.
Ул күршеһен күҙәтте: ни эшләр ҙә ни әйтер икән?
Бәһәр ҡарсыҡтың төҫһөҙ күҙҙәре таҫырайҙы, йөҙө үҙгәрҙе, ирендәре күгәрҙе. Күҙенең ағы менән ҡараны ла быяланы сатнатырҙай итеп шаҡылдатып тәҙрәһен япты.
Вәжиҙә ханым ифрат аптыраны: Өфөгә бер туған ҡустыма ҡунаҡҡа барыуымды белә ине. Ә мәсеткә йөрөгәнемде кемдән ишетте икән? Ғәжәп бит: мине күргәндәр, Бәһәргә еткергәндәр.
Ханымды мәсеткә Вәҡиф ҡустыһы машинала алып барғайны. Аят уҡытырға килгәндәр хәтһеҙ икәнен күргәс, ул:
– Оҙаҡ көтөргә тура килер. Ваҡыт әрәм итмәйем, машинаға кәрәкле деталдәр эҙләйем. Йәһәт йөрөргә тырышырмын. Һин аят уҡытҡансы килеп етмәһәм, мәсет алдында көт, – тигәйне.
Ханым туғанын оҙаҡ көттө. Көткән кешегә минуты сәғәттәй тойола. Вәжиҙә түҙмәне: «Әллә мин мәсеттә саҡта килгәндер ҙә, ауыр эштән миктәгән кеше машина эсендә йоҡлағандыр», – тип уйланы. Вәҡифтең машинаһы аҡ төҫтә – шундайҙарҙы һайлап ҡына тәҙрәләренән ҡарап йөрөгәйне. Машинаның номерын ятларға тырышмауына бик үкенгәйне. Ул арала Вәҡиф мәсет алдына килеп тә туҡтаны.
...Вәжиҙә ханым Бәһәр күршеһенә кеҫә телефоны бүләк иткәненә бик үкенде. «Етмеш йәше тулды – юбилей бит, көндәр буйы бер үҙе, өйрәнһен дә һөйләшеп кинәнһен», тигәйне. Ҡарсыҡ ифрат сос булып сыҡты. Вәжиҙә ханым телефонды нисек ҡулланырға кәрәкте ике-өс мәртәбә генә күрһәткәйне, йәһәт өйрәнде. Ләстит һатырға кешеләрҙе лә тиҙ тапты, тешһеҙ ауыҙын шышылдатып, гәпләшә лә башланы.
...Ҡыҫҡаһы, әрепләшеүгә ике-өс көн үткәс, һары таңда Вәжиҙә ханымдың ишеген бик ҡаты ҡаҡтылар. Хужабикә ишеген ҡабаланып асһа, күлдәгенең иҙеүе самаһыҙ асыҡ, күлдәк итәге ҡыҫҡа, сәстәрен ялбыратҡан бик яшыҡ ҡатын тора. Эргәһендә – инвалид коляскаһында бөршәйеп кенә ҡарт ултыра.
– Беҙгә Мәжитова Вәжиҙә кәрәк! – тине ҡатын талапсан тауыш менән.
– Мин булам. Ни йомош?..
– Һиңә ир кәрәк икән. Атайымды алығыҙ!
Вәжиҙә ханым: «Кем әйтте? Ҡайҙан килдегеҙ?» – тип һорарға ла өлгөрмәне, ҡатынҡай ҡапҡаға ташланды, еңел машинаһына ултырып китеп тә барҙы.
Аптыраған ханым ҡартҡа ҡарап шаҡ ҡатты: «Хәҙер был бахыр бәндәне ни эшләтергә? Уландарыма хәбәр итәйем».
Ураҙбай менән Ураҡай килеп етергә өлгөрмәне, ишекте тағы шаҡынылар. Был юлы, тубыҡтары ҡалтыранған кәрһеҙ бабайҙы ике яҡтан ҡултыҡлап, урта йәштәрҙәге уҫлаптай ике ир даһыр-доһор килеп керҙе.
– Вот, тётенька, вам супруг, – ирҙәрҙең береһе йылмайҙы. Йылмайыуы ыржайыуға оҡшаған. – Наш отец – бывший летчик, очень по женщине скучает. Мать умерла десять лет назад. Купайте, одевайте в чистое, хорошо кормите.
Ханым йәнә бер ни белешергә өлгөрмәне, тегеләр йәһәт кенә күҙҙән юғалды.
Шөҡәтһеҙ ҡарт, хужабикәгә ҡарап, күҙҙәрен ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. «Глаукомамы икән, әллә катарактамы?» – тип аптырай Вәжиҙә.
Ураҙбай менән Ураҡай килеүгә өсөнсө бисараны ҡалдырҙылар. Кис етеүгә саҡырылмаған ҡунаҡтар бишәүгә етте.
Ураҡай телефондан Уйылдан улына әмер бирҙе:
– Минең өҫтәлдә ҙур форматлы аҡ ҡағыҙ ята. Ҡағыҙға эре хәрефтәр менән «Хужалар өйҙә юҡ! Ихатала бик уҫал эт!» тип яҙ ҙа елем алып тиҙ генә килеп ет! Ҡартинәйеңдең ҡапҡаһына йәбештерәйек. Мөхтәрҙе ҡалдырма! Ихаталағы бағанаға бәйләп ҡуйырбыҙ. Сит кеше килгәнен белеп, яман ярһып өрә ул. Мәнеһеҙ бәндәләрҙе өркөтөр.
Ҡыҫҡаһы, тәүлек эсендә биш бабай – биш милләт кешеһе – береһе йүткереп, икенсеһе бер туҡтауһыҙ нимәлер мөңгөрләп, өсөнсөһө илап, дүртенсеһе йырлап, бишенсеһе иҫ белмәй хырылдап йоҡлап, өй эсен яңғыратты.
Ҙур кәстрүлдә бутҡа бешереп, ҡоймаҡ ашатып, һөт өҫтө менән сәй эсереп байғоштарҙы йоҡларға һалдылар. Хужабикә үҙенә урынды соландағы диванға йәйҙе.
Ярай, ханымдың уландары ифрат уңған, килендәре һәләк егәрле.
Икенсе көндә Ураҡай менән Уразбай ҡарттарға таман булырлыҡ кейемдәр алды. Уның өсөн район баҙарына барырға, кейем-һалым кибеттәрен ҡыҙырырға тура килде. Ҡайтыу менән мунса яҡтылар – бабайҙарҙы сиратлап сабындырып, йыуындырып сығарҙылар.
Асҡаҡлаған ҡарттар, көнөнә дүрт-биш мәртәбә буйтым ашатһалар ҙа, алдарына ризыҡ ҡуйһаң, тағы йыпыралар.
Вәжиҙә ханым ирекһеҙҙән Бәһәр ҡарсыҡтың тәҙрәһенә күҙ төшөрҙө. Ҡарсыҡ, мөкиббән китеп, күршеһе яғына текәлгән. Күңеле күтәренке икәне һәйбәт күренә: төҫһөҙ күҙҙәре зәһәр бәзрәйгән, туҡтауһыҙ йылмая. Яңы яулыҡ ябынған, Вәжиҙә ханым бүләк иткән берҙән-бер ямауһыҙ күлдәген кейгән. Шул ҡәҙәре шау-шыу тыуыуына күршеһе сәбәпсе икәнен Вәжиҙә һиҙенә ине. Ҡарсыҡтың самаһыҙ шатлығы уның дөрөҫлөгөн раҫланы.
Тәрбиә үҙенекен итә шул: аҙна үтеүгә ҡарттар теремекләнде, лыбыр-лыбыр һөйләшкән булалар.
Ҡапҡаны тағы ҡаты ҡаҡтылар. Иғланды күрептер, әлегәсә бимазалаусы булмағайны. Мөхтәр аяуһыҙ өрөргә тотондо.
Уйылдан йүгереп өйгә керҙе лә ҡото осоп татылданы:
– Урамда, ҡапҡа артында, полиция машинаһы тора! Полицейскийҙар килгән!
– Тиҙерәк асайыҡ ҡапҡаны! Уйылдан, Мөхтәр янына бар. Тынысландыр, – Ураҡай ҡапҡаға табан ашыҡты.
Полицейскийҙар, һөйләшеп ҡуйғандай, бер тауыштан:
– Мәжитова Вәжиҙә бында йәшәйме? – тип һораны.
– Бында йәшәйем, бында! Ни йомош, уландар? – Хужабикә улар янына ашыҡты.
– Бабайҙар йыйыусы һеҙ булаһығыҙмы? Быларҙы ҡайҙан таптығыҙ ҙа ҡасан килтерҙегеҙ? Өйҙә хеҙмәтләндерергә рөхсәтегеҙ бармы? – Оҙон буйлы полицейский ҡарттарға берәм-берәм текләп ҡараны.
– Ниндәй рөхсәт? – Вәжиҙә ханым сикһеҙ ғәжәпләнде.
– «Ҡарттарҙы ҡарауға алған ғаилә» тигән проект бар. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән тәрбиәгә алған ғаилә араһында мотлаҡ килешеү булырға тейеш. Ҡарттар йортонан йә шунда йүнәлтмәһе булғандар ғына ҡарауға алынырға тейеш. Ҡарауға алыныусылар өс кеше генә булырға тейеш.
– О-һо, «тейештәр» күп икән... – Уйылдан көләмәсләне.
– Тыныс ҡына тыңла! Көләмәс ҡайғыһы юҡ бында, – Ураҡай уны ярты һүҙҙән тыйҙы.
Закон һаҡлаусылар уларҙың һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәне:
– Ә бында өсәү түгел, бишәү! Закондарҙы боҙған өсөн һәр ҡарт өсөн – йөҙ мең, тимәк, биш йөҙ мең штраф түләгеҙ! Түләмәһәгеҙ, пеня арта. Бына рөхсәтһеҙ эш асҡанға протокол – ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйығыҙ!
– Уларҙы балалары килтерҙе, – Вәжиҙә ханым, ниһайәт, дөрөҫлөктө әйтергә ашыҡты.
– Әкиәтеңде бабайҙарға һөйлә! – Йыуан полицейскийҙың аҡ йөҙө бурлаттай ҡыҙарғайны.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, биш йөҙ мең һум штраф алғас, хужаларға һауалы ҡаранылар ҙа сығып киттеләр.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлаусыларҙы оҙатҡас, ҡарттарҙы ғаиләләренә таратырға уйлап, ҡайһы төбәктәрҙән икәнен асыҡларға тотондолар. «Ҡартлыҡ – шатлыҡ түгел» тигән мәҡәл дөрөҫ шул: меҫкендәрҙең ҡайһы береһе ҡайҙа йәшәгәнен, ә ҡайһыһы исем-шәрифен иҫкә төшөрә алмай интекте. «Бывший летчик»тың ғына паспорты бар ине. Мең бәлә менән барыһын да асыҡлағас, юлға йыйындылар. Хужабикә һәр береһенә тәғәм әҙерләне, кейемдәрен төрҙө.
Ураҙбай менән Ураҡайға, үҙҙәренең эштәре муйындан булһа ла, илдең төрлө төбәгенән йыйылған бисараларҙы таратып сығырға тура килде. Сетерекле мәшәҡәткә ҡәҙерле ваҡыттары сарыфланды.
...Барыһы ла йыйылғас, табынға ултырҙылар.
– Йәш саҡта ауырлыҡтарҙы ауырһынмай күтәрәһең. Бәхет ҡартлыҡта кәрәк. Балаларҙы бәләкәй саҡтарынан олоғайған әтей-инәйҙе ташламаҫҡа, тәрбиәләргә өйрәтеү мотлаҡ. Инәй, һиңә рәхмәт, мәрхүмә ҡартинәйебеҙгә рәхмәт – беҙҙе күркәм ғәҙәткә өйрәтеп үҫтерҙегеҙ, – Ураҡай ихлас йылмайҙы.
– Һеҙҙе хафаландырҙым, ғәфү итегеҙ! Бәһәр апайҙың хәтәр тупаҫ һүҙҙәренә үҙемсә шаяртырға теләгәйнем. «Мәсет тирәһендә бабай эҙләнем», тип мәрәкәләгән булғайным. Ҡайһылай ҙа насар хәлдәргә тарыныҡ. Хәбәреңде кешенең холоҡ-ғәҙәтен белеп һөйләргә кәрәк шул. Мин әлеге мәсхәрәне телемдән таптым. «Уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә», «Тартай теленән таба» тигәндәре ифрат дөрөҫ. Мин дә телемдән таптым, – Вәжиҙә ханым тәрән көрһөндө лә өҫтәп ҡуйҙы – Бәһәр кеүек көнсөлдәрҙән, ғәйбәтселәрҙән, ҡәҙер белмәгәндәрҙән йыраҡ йөрөргә кәрәк.
...Вәжиҙә ханым уландары янындағы иркен урынға өйөн йәһәтләп күсертте.
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.