+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
24 Сентябрь , 10:24

«Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем, Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары...»

Римма Солтанова 1970 йылда Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуа. Наурыҙ урта мәктәбен, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Учалы ҡалаһында – уҡытыусы, райондың «Яйыҡ» гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй. Әлеге көндә «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләй. Шиғырҙары республика, район матбуғатында баҫылып тора, «Йәшмәләр иле» йыйынтығында донъя күргән.  Римма Солтанова  Бәләбәй ҡалаһында үткән «Илһам шишмәләре – 2019» ХVII төбәк-ара шиғриәт фестивалендә Гран-при яулай. Быйыл республика Яҙыусылар союзына ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.

«Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем, Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары...»

Гәлсәр-бәхет

Мәңгелеккә тиеп юрағайным,

Гәлсәр кеүек булды бәхеткенәм.

Төшөп ватылғайны, ярсыҡтарын

Йыйып алған булдым йәһәт кенә.

 

Йәбештерҙем йәштәремә мансып,

Ситтәр күрмәһен тип йөйҙәрен.

Өмөттәрем ҡанаттары һынғас,

Күмеп ҡуйҙым, йыуып эҙҙәрен.

 

...Ваҡыт – дауа, гәлсәр-бәхетемдең

Хәтирәһен яйлап юя, юя.

Ярсыҡтары әллә йөрәгемә

Ҡаҙалғандар? Һаман өйкәп ҡуя...

 

Йәшлек хаталары

Йәшлек хаталары – үҙемдеке,

Бер кемгә лә ғәйеп таҡмайым.

Үткәндәрҙе соҡор әмәлем юҡ,

Яҙмышыма яла яҡмайым.

Мине рәнйеткәндәр борсолмаһын,

Яуап итеп таштар атмайым.

Күңел тәҙрәләрем һәр саҡ асыҡ,

Селтәр пәрҙәләрен япмайым.

Үпкә-хаталарҙан торған йөктө,

Күптән инде артҡа ташланым.

Тормошомдоң яңы битен асып,

Яңы һуҡмаҡ буйлап атланым.

 

Ташлап китте йәшлегем…

Һүгеп алам ҡай саҡ йәшлегемде:

«Нимә етмәне, тип, иҫәркәй?»

Инглиздәрҙән әллә отоп алған –

Ташлап китте әйтмәй, иҫкәртмәй.

 

Бейек күтәрмәле итектәрҙе,

Ҡыҫҡаҡ итәктәрҙе урлаған.

Ҡырҡып алып ҡалын толомомдо

Билдәренә әллә ураған?

 

Йүгерәһе килде, ҡыуып етеп

Күрер өсөн алдаҡ күҙҙәрҙе.

Хыянаты өсөн әйтке килде

Ярһып сыҡҡан үпкә һүҙҙәрҙе.

 

...Туҡтап ҡалдым. Фотоһүрәттәрҙе

Ҡалдырған бит, нисек алмаған?!

Хәтирәләр барҙа – беҙ бергә, тип

Әйтергәме әллә уйлаған?

 

Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары

Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем,

Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.

Ана, ҡара, ниндәй матур донъя,

Ары торһон хатта яҙҙары.

Урмандарҙы күрсе – нисәмә төҫ

Йәйғор булып ергә түгелгән.

Алтын япраҡтары, миләштәре

Хәтфә болондарға сигелгән.

Һары һағыш, тиеп әйтмәсе һин,

Йәштәр түгел, ямғыр тамсылай.

Хушлашыуҙар мәлен мин дә тоям,

Күңелемде аһ-зар ҡамсылай.

...Күҙ йәштәре кибер, өмөт өҫтәп

Иркәләгәс ҡояш нурҙары.

Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем,

Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.

 

Көҙ-ижадсы

Көҙ бейетә ерҙе үҙ көйөнә,

Сиртә-сиртә алтын ҡылдарын.

Һары япраҡтарҙы өй(ө)рөлтә,

Һуңғы вальстың һуҙып йырҙарын.

Тып-тып итә ямғыр тамсылары,

Талғын ғына моңға эйәреп.

Сафҡа баҫҡан ғорур ҡарағайҙар

Көҙ сығышын ҡарай ирәйеп.

Ҡайын, миләштәр ҙә илһамланып

Бәүеләләр, наҙлы көй тыңлап.

Йылғыр елдәр һыйпап иҫкән саҡта,

Тәңкәләре ҡала сылтырап.

Сәхнәләрҙең бәрхәт келәменә

Йәйғор булып төҫтәр һибелгән.

Нурҙарынан күҙҙәр ҡамашырлыҡ

Сәйләндәрҙән биҙәк сигелгән.

...Бар донъяны үҙ көйөнә имләп,

Көҙ-ижадсы ҡорған тамаша.

Аҡ шаршауҙар төшөр алдынан

Һуңғы йырын һуҙа йәш аша.

 

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы

Таш йорттарға инеп бикләнгәнбеҙ,

Мөйөш һанап үтә ғүмерҙәр.

Таш йорттарҙың шыҡһыҙ һыуығынан

Әллә ҡата инде күңелдәр.

Күрше генә торған фатирҙа ла

Кемдәр йәшәгәнен белмәйбеҙ.

Ҡулды биреп һаулыҡ һорашмайбыҙ,

Хәлен белешергә кермәйбеҙ.

Тишек аша ғына күҙәтәбеҙ,

Кеме инеп, кеме сыҡҡанын.

Әҙәп һаҡлап, юрый ишетмәйбеҙ

Ығы-зығы, тауыш ҡупҡанын.

Мәжлес-ҡунаҡтарға йөрөшмәйбеҙ,

Доға ҡылып хәйер бирмәйбеҙ.

Йортта ясин сыҡһа, мәрхүмкәйҙең

Исем-шәрифен дә белмәйбеҙ.

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр,

Заман өсөн былар – ят һүҙҙәр.

Ҡала үҫә. Яңы биҫтәһендә

Ҡалҡып сыҡты йәнә таш өйҙәр.

 

Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән...

Бөгөн бына тормош китабының

Таҙа битен тағы асабыҙ.

Тиҫтәләрҙе ваҡлай-ваҡлай яйлап,

Ғүмер үрҙәренә баҫабыҙ.

Эйе, тула тормош китабыбыҙ,

Ҡалынайған төҫлө тойола.

Тулһын әйҙә, үкенмәйек, дуҫҡай,

Беҙ йәшәйбеҙ әле донъяла.

Беҙ йәшәйбеҙ быҫҡып түгел, дөрләп,

Минут-секундтарҙы һанамай.

Ә уйлаһаң, был аяуһыҙ яҙмыш

Нисек кенә беҙҙе һынамай.

Шатлыҡтарын бирә шаштырғансы,

Хәсрәттәрен – һыуһын ҡандырып.

Һөйөүҙәрен, беҙҙән һорамайса,

Зәһәр уттарында яндырып.

Бирһен әйҙә, тормош даръяһында

Аҙашмаһаҡ – беҙгә шул еткән.

Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай, тиҙәр,

Йәшәү ҡанундары шул микән?

Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән,

Кеше булып ҡалһаҡ, шул еткән...

Автор: