+8 °С
Ясно
Әҙәби балҡыш
28 Августа 2021, 14:10

Етди мәҙәклек

Рәсүл Хәсән улы Сәғитов радиожурналист, яҙыусы, тәржемәсе булараҡ билдәле. Ул 1964 йылда Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған,  төрлө йылдарҙа донъя күргән тиҫтәнән ашыу китап авторы. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Етди мәҙәклекЕтди мәҙәклек
Етди мәҙәклек

Хикәйә

 

Кемде генә осратмаһын, ул ҡайһы йәштә-енестә булмаһын, ҡарашы менән ҡамап, еңенә йәбешә, тыуған яғын һорашып алып китә әбей. Райондарҙы белеп етмәй һәм был кәрәкмәй ҙә – кешене тыңлау түгел, үҙенекен тәфсирләү мөһим уға.

Беҙҙең палатаға ла ингеләй. Әле лә, ана, һикһән һигеҙҙәге дәү  бабайҙың карауатына ултырып алған.

Үҙе юҡта керһә:

– Был егет ҡайҙа йөрөй? – тип ҡылансыҡлай. – Һаман һаулыҡ нығытамы?

Ҡарт та «ҡыҙыҡай»ҙан һалдыра.  

– Капиль ҡуйҙылар нәкәнисте, әй. – Бөгөн «ҡыҙ» һуҡрана. – Ҙур малайым кисә званиткән, әйткән. Ул бит – хирург медицинский наук. Белә... Унды эшләргә тейештәр, инәкәй, тине.

«Егет» тә, «ҡыҙ» ҙа ҡолаҡҡа хөрт – билдәле көләмәстәге ише һәр береһе үҙенекен дә һөйләп ҡуя. 

Әле хужа йүнәлеште дөрөҫ эләктерҙе:

– Миңә лә ҡаҙанылар. Бер юлы икене. – Бармаҡтарын саталаны. – Ишшеү анализ һорайҙар – бынан. – Кендек түбәненә ишара яһалды.

– Ә-ә-ә...

– Ишшеү ҡан алдылар. – Ҙур башын мәғәнәле сайҡаны бабай. Тәрән мәғәнә – быны үҙенең тәртип боҙоуына бәйләүендә икән: – Ярты ҡалаҡ ҡына эскәйнем, вращ белгән. 

Шунан ашмаһа, ай-һа-а-й, төнө буйы ыңғырашып сығыр инеме икән. Күберәк булғанын кисен бик күңелләнеп китеүе лә дәлилләгәйне. Ныҡ ашанды. Тығынды ғына – ултырып та, ятып та. Йомортҡа ҡабығын түшәгенә, иҙәнгә ҡойоп бөттө. Үтеп барған санитарка әрләй-әрләй йыйып алды.  

Бәләкәй шешәсектән ипләп кенә, ләкин алан-йоланһыҙ   йотҡолағаны салынды. Дарыу эсә, тиер инең – улары тейелмәй ята.    

Күпмелер ваҡыттан, ҡараштар осрашҡанда, муйынына сиртеп, эйәген һораулы ҡаҡты. Һәйбәт ым, шундуҡ аңлашыла торған хәрәкәт.

– Ә мин ауылда күберәк ошоноң менән торам, – тине. – Үҙем эшләп алам. Бөтһә, тағы ҡайнатам.

Тик «дарыуы» килешеп етмәне. Түңәрәк кәүҙәле йылмаяҡ ханым килгәйне кисә – шуның күстәнәселер, сөнки бабайҙың урамға сығып йөрөгәне юҡ. Еҙнә, тип өндәште. Апайы үлһә лә, ташламай икән әле, тип хөрмәт менән уйлап ҡуйылғайны. 

Иртәнсәк табип бының нисектер ибәтәйһеҙерәк ятҡанына иғтибар итте:

– Олатай, тор, баҫымыңды үлсәйек!

Ыңғырашыу менән генә сикләнде уныһы. Табип, борсолоп, тиҙ генә аппаратын ҡулайланы. Пышыл­датҡас, шәфҡәт туташтарына һөрәнләне. Елле кәүҙәне көс-хәлгә ултыртып, реанимацияға этеп алып киттеләр.

Оҙаҡламай кире килтерҙеләр, әбейгә һөйләгән баяғы ике һауыт шыйыҡсаны тамсылаттылар. Күҙгә күренеп арыуланды.

Ултыра торғас:

– Бинсейәң күпме? – тип һораны «ҡыҙ»ҙан.

– Кемдең? Минеңме? – Уныһы шулай йыш ҡына өҫтәмә теүәлләп ҡуя.

– Эйе.

– Ун ике. Ә ниңә? – Һорауһыҙ тағы килеп сыҡманы.

– Шунса ғынамы ни? – «Егет» аптырау белдерҙе лә, мотлаҡ һорауҙы көтмәй, үҙенең пенсияһы буйынса яуап бирҙе – ҙур ғына һанды атаны.

Бынан «ҡыҙ»ҙың йөҙө боҙола төштө:

– Ниңә һинең шул хәтлем күп?

Сәбәбе асыҡланманы.

– Минең ун меңде лә малайҙар бүлешә алмай бер була, һинекеләр нишләйҙер, – тип күҙ менән ҡаш араһында ике меңгә кәметте. – Үҙем бында, өлкән улымда, йәшәйем. Ауылдағы кинйәм алып тора, шуға олоһо асыулана. – Үҙе арҡаһында балаларының татыуһыҙлығына ысынлап көйөп ебәрҙе. – Умырып ашай ҙа алмайым инде хәҙер.

Бабай был мәлдә әбейҙең халаты яғаһын ипләп маташа – йәлләп китте шикелле. Оҙаҡ мыҙыла, шулай ҙа эйәһе сыҙамлы ғына ултыра, ҡыбырҙамай.

Ләкин теле тик тора алмай ҙаһа – ҡартының баҡыйлыҡҡа күскәнен әйтте.

– Һатыусы булып эшләнем. Гел базанан тауар ташыным. Ә был шунда берәүгә эйәләшеп алған. – Артыҡ асыуһыҙ ғына яманланы. – Ир кеше шулай тиҙ бирешә лә ҡуя бит ул. Әллә берәй нәмә эсереп сихырлап ҡуйҙы.

Вафаты сәбәбен асыҡлап торманы.

– Йәш кеүекһең әле, нисәләһең? – «Егет» яға менән эшен, ниһайәт, осланы.

– Кем? Минме?

– Һин инде, һин.

– Етмеш һигеҙҙә. – Йәшереп маташманы.

– У-у-у.

Әммә был яңылыш аңланды:

– Нимә, олораҡ күренәмме? Шулай инде, һыуыҡ магазинда һаулыҡ бөттө, иртә ҡартайҙым.

Быныһын шыттыра – магазины нисек булғандыр, ә һатыусыһы яман сәләмәт ҡиәфәтле. Ауырыу кешенең палатанан палатаға йөрөрлөк хәле лә булмай уның.

– Йәшһең әле, тием, – «егет» дауам итте, – хазяйстваға рәхәтләнеп егерлекһең. – Әллә тәҡдим яһап маташты, әллә үҙенең тормош, көнкүреш фәлсәфәһен иғлан ҡылды.

Ризалыҡ белдереп баш ҡаҡһа ла, аңғарып етмәне тегеһе. Шулай ҙа фекер алышынған мәсьәләнән ситләшмәне:

– Пенсияң күп булғас, ҡараусы күптер һине. Бында ла йыш киләләр бит, йәп-йәш балаларға тиклем баҫмаҡлай. Анау көндө берәү үлтереп йылмая ине үҙеңә. Кеүәртиргә аҡсаңды һураларҙыр – хәҙер кеше бушҡа бер аҙым да яһамай. – Уныһына ла иғтибар итә йөрөй икән.

Хужа аңламанымы, кәрәк тапманымы, Өфөләге әле студент ҡына бүләсәренә фатирға миллион ярым биргәнен, палаталаштарына билдәле нәмәне, ҡабатлап торманы. 

Бөтөнләй икенсене әйтте:

– Бер ярты алам да, йылғаға төшөп, ау һалам.

– Йортоң арыумы? – Әбейебеҙ ысынлап иптәшләнергә булды ахырыһы.

– Яҡшы. Тағы йөҙ йылға еткелек. Алабыҙ, тиҙәр ҙә, һатмайым. Уның менән байыйыммы.

Һүҙ ебен әбей тиҙ тотто:

– Беҙҙеке лә һәйбәт. Дүрт бүлмә. Буйынан-буйына калидор. Ҙур аҡса бирәбеҙ, тигәндәр, һатмайбыҙ. Әле бикле тора. Дүрт малайҙың ҡайһыһы ҡайтып йәшәр инде.

Бер кем дә ҡайтмаҫ, тигән уй үтә баштан – ауылды бер ташлаған ҡасҡалаҡтарҙың кире әйләнере шикле.

Хужа бының торлаҡ шарттарына ҡыҙыҡһыныу белдермәне, йәнә үҙенекен хәбәр итте:     

– Утын килтереп ауҙаралар. Кешенән быстырып алам.

– Үҙеңдең дорожваң юҡмы ни? – «Дружба» һүҙе йылы итеп, яратып әйтелде.

– Нимәгә ул миңә хәҙер? Булды, кешелә булмаған саҡта ла нәйәт бысҡы тоттом. Тәүҙә «Дорожва» ине, аҙаҡ «Урал» алып ебәрҙем. – Бабай һыр бирмәне.

– Йорт янында ғына гараж – «Урал» матайы ултыра. Бөтә кеше йәйәү йөрөгәндә үк әле алғайныҡ, – тип ҡушылды «ҡыҙ».

Быны ишеткән палаталаштарҙың береһе шым көлөмһөрәп ҡуйҙы – йәнәһе: «Алаһығыҙ инде – райпола, хазиналар утрауында, эшләгәс».  

– Бәләкәй өй ҙә бар, мал өйө лә. – Әбей ауылдағы донъяһын ары байҡаны уйында. Һағынғандыр ҙа.

Процедурамы, аш мәлеме еткәнсе, йә шәфҡәт туташы көр бүлдергәнсе, дауам итә ҡарттар күҙлегенән етди, йәштәр ҡолағына, айырыуса ҡала кешеһенекенә, мәҙәк яңғыраған был әңгәмәләр. Мәҙәк, сөнки, насар ишетеүҙәре арҡаһында, балыҡҡа барғанмы, әллә ҡайтҡанмы – анау ике һаңғырау һөйләшеүен хәтерләтә. Уйынсыҡтары менән маҡтанған балаларҙай мал-ҡаралтыларын һанауҙары ла йылмайтмай ҡалмай – олоғайғас бала аҡылы инеүе лә барҙыр. Ғүмер аҙағына яҡынлашыу уға баһа күҙлегенән әйләнеп ҡараталыр, бәләкәс ҡаҙанышты ла ҙурайтып күрһәтеү үҙенән-үҙе килеп сығалыр. Ләкин бер кемгә лә оронсоҡ түгел был, көн тәртибенең көтөп алынған бер өлөшөләй хатта.

 

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Автор:
Читайте нас