

Башҡортостан
Осона сыға алмайым
Йөрәк хисенең…
Киләсәккә ҡалырмы һуң
Минең исемем?
Тыуған телен онотмаһа
Башҡорт балаһы,
Яҙған китаптар уҡылыр,
Булыр дауамы,
Ҡурай моңдары дәрт өҫтәр
Бишек көйөнә…
Ошо илдә тыуғанына
Һәр кем һөйөнә.
Сөнки беҙҙең Ватаныбыҙ –
Меңгә берәү ул.
Башҡортостан – илебеҙгә
Көслө терәү ул.
Гөл-баҡсалай ошо илдә
Йәшәйбеҙ күптән,
Тыуған яҡтың тартыу көсө,
Һауаһы бүтән!
Һауа ярып иламаным,
Булды осҡаным…
Күктәргә күтәрҙе мине
Башҡортостаным!
Стәрлетамаҡ
Өфөләргә барһам – аҙашам мин,
Стәрлетамаҡ миңә – баш ҡала.
Йәшләй генә һине һайлағанмын,
Йырҙарымды ихлас башҡарам.
Шул фекерҙән мәңге баш тартмам мин,
Ни әйтһә лә миңә башҡалар,
Йылғалар күп: миңә иң яҡыны
Эстәрлекәй менән Ашҡаҙар.
Ҡолас йәйеп киләм ҡала буйлап,
Тирәктәре сәләм бирәләр.
Сәскә түтәлдәре ҡала йөҙөн
Серле матурлыҡҡа күмәләр.
Мөхәббәтем сәскә атты бында,
Шуға ла һин, ҡалам, ҡәҙерле,
Зәңгәр томандарың иртә-таңдан
Моңһоулыҡҡа күмә бәғерҙе.
Бәғерҙәрем мәңге ҡатмаҫ һиндә,
Бәхетте лә бында аңланым.
Кендек ҡаным һиндә таммаһа ла,
Мин мәңгегә һиндә ҡаламын.
Балҡыр өсөн бер тамсыһы булып
Миңә йәшәү биргән ҡаланың,
Ауылымда бөрөләнгән хистәр
Бында тапты ижад яланын.
Стәрлетамаҡ, һин уратҡан мөхит
Минең булмышыма ҡағыла.
Һин биләгән урын Ер йөҙөндә,
Йыһан киңлегендә сағыла.
Ауылыма
Ҡайтам тим дә ҡайталмайса ҡалам,
Бәндәне бит яҙмыш йөрөтә.
Тыуған ерҙән ситтә йәшәгәнде
Һағыш-һағыныуҙан йән өтә.
Йәш саҡтағы тәүге мөхәббәт тип
Егеттәр юҡ беҙҙе илатҡан.
Ауылдаштар араһынан кемдәр
Ғәзиз яҡындарын юғалтҡан?
Баҫыу ҡапҡаһына етеү менән
Күҙҙәремде минең йәш өтә.
Ошо ҡапҡаларҙан яуға киткән,
Сит тарафта ризыҡтары бөткән
Яугирҙәрҙең рухы йәшәтә…
Эй, ауылым, ҡайталмаған саҡта
Төштәрҙә лә йөрәк яралы.
Ғүмер булһа, әллә күпме тағы
Ҡайтыр саҡтарым да бар әле!
Йөрәктә йылғалар таша
Әтей төҫө һиндә, ҡустым,
Әней аҡылы!
Ер йөҙөндә ҡалманы бит
Һинән яҡыны.
Икебеҙҙә туғанлыҡтың
Берҙәм көстәре,
Яҙмыш беҙҙе һынағанда
Дарман өҫтәне.
Әтей-әней – баҡыйлыҡта,
Иңгә-иң ҡалдыҡ,
Артабан йәшәп китергә
Ерҙән көс алдыҡ.
Ҡайғы-хәсрәт килгәнгәлер
Ошо миҙгелдә,
Туғандың туғанлығы ла
Шунда һиҙелә.
Йөрәктә йылғалар таша
Боҙ ҡуҙғалғансы…
Әтей-әнейҙән ҡалғанбыҙ
Беҙ – ике тамсы.
Ишелгән яр
Һинһеҙ йәшәргә өйрәндем,
Күнегеп булмаһа ла,
Шатланған булып ҡыланам,
Күңелем тулмаһа ла.
Башты ташҡа бәреп булмай,
Ҡаш емерелеүе бар.
Терһәкте тешләп тә булмай,
Йөрәк тилереүе бар.
Үкенестәр менән бергә
Аҡыл арттан һөйрәлә.
Минең баштан үткәндәрҙе
Башҡаларға һөйләмә.
Икәү ишкән кәмәбеҙ бит
Ярға килеп бәрелде.
Яр аҫтында ҡалған ғүмер
Өтә минең бәғерҙе.
Ишелгән яр күмде беҙҙе,
Тонсоҡторҙо балсығы.
Беҙҙең һөйөүҙән ҡалманы,
Исмаһам, бер валсығы…