

Бүләк
Хикәйә
Һуғыш тамамланды. Унан кешеләргә бай «мираҫ» ҡалды: ҡайғы, емереклек, аслыҡ, фәҡирлек... Бәләкәй тау ауылындағы фашистар ҡулынан башын һалған фронтовик ҡыҙы Ашураға бер кем дә көнләшмәҫ. Ул һалҡын һәм бушлыҡ хөкөм һөргән, төртһәң, ауырға торған алама өйҙә әсәһе һәм ике ҡустыһы менән йәшәй. Ҡул тирмәнендә тарттырылған ярты тоҡ он, ишек алдында мәңге ашарға эҙләп йөрөгән төләгән ябыҡ әтәс – уларҙың бөтә байлығы. Ашура етенселә уҡый, әммә белеме менән маҡтана алмай: уҡыу ҡайғыһымы ни, өйҙә мәшәҡәт баштан ашҡан, ә әсәһе көнө-төнө колхоз эшендә бил бөгә. Ауыр көн итһәләр ҙә, яҙмышҡа зарланманылар, тик ғаилә башлығын юғалтыу ғына ҡайһы берҙә йөрәктәрендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағыш тыуҙырҙы.
Бер ваҡыт, ә был иртә яҙҙа булды, Ашура мәктәпкә барып, парта артына ултырыу менән, янына иң яҡын әхирәте Хадижат атылып килеп етте.
– Беләһеңме, – тип һөйләй башланы ул, – беҙ бөтә класс менән Сакинатты, беҙҙең старостаны, ҡотларға булдыҡ. Уға губденка – тау ҡыҙҙарының хыялы – яулыҡ һатып алырға теләйбеҙ.
– Һәйбәт уй, ә ниңә тап Сакинат?
– Беләһеңме, тиҙҙән уның тыуған көнө.
– Улайһа, аҡса кәрәктер инде? – тип һораны күңелендә хәүеф уянған Ашура, яңы йолаға ғәжәпләнеп. Элек бындай байрамдарҙы бер ҡасан да билдәләмәйҙәр ине.
– Эйе, кем күпме бирә ала...
– Вай, һылыуҡайым, минең үҙем менән аҡсам юҡ.
– Юҡҡа борсолма, иртәгә килтерерһең.
«Минең иртәгә лә аҡсам булмаясаҡ, – тип уйланы Ашура. – Нисә йыл инде аҡса күргәнем юҡ. Әсәйемдә лә юҡ. Беҙҙе, өс етемде, саҡ ашата, кейендерә. Ни өсөн ҡыҙҙар тыуған көндө билдәләргә булды икән? Әйтерһең, башҡа эштәре бөткән? Кемдең башына килде икән бындай уй? Нисек кенә булмаһын, миңә лә үҙ өлөшөмдө индерергә кәрәк. Аптыраш...»
Иртәгәһен Ашура мәктәпкә башҡаларҙан һуң барҙы, бер кемгә лә күҙ һалмай, класҡа йылт итте. Хадижат шунда уҡ янына килеп тә баҫты.
– Нисек, әхирәткәйем? Аҡса алып килдеңме? Иртәгә район үҙәгенә бүләккә барабыҙ...
– Вай, бөтөнләй башымдан сыҡҡан, ғәфү ит, – Ашура ғәйепле йылмайҙы. Өйҙәрендә һуҡыр бер тин дә аҡса юҡлығын танырға ғорурлығы мөмкинлек бирмәне, иртәгә лә, иртәнән һуңға ла аҡсаһы булмаясаҡ уның.
Өйҙә ул төптө бойоҡто, күңелһеҙләнде, башында мыжғыған уйҙарҙан үҙенә урын тапманы: «Миңә тағы нәмә уйлап табырға икән? Гел генә «онотҡанмын», «һуңынан килтерермен» тип тылҡый алмайым да баһа... Оят, иң яҡын әхирәтенә күҙ күтәреп ҡарарға көсө юҡ. Улар үҙем күрмәгәндә артымда минән мыҫҡыллап көләлер хәҙер. Ни эшләргә миңә? Әлбиттә, әсәйгә лә һөйләргә мөмкин, тик кәрәкме икән? Аҡса булһа, ул миңә әллә ҡасан яңы күлдәк һатып алып бирер ине. Өҫтөмдәгеһе, ҡасандыр әсәйемдекенән кесерәйтеп тегелгәне, туҙып бөткән, иләктәй үтә күренеп тора».
Төндә Ашура күҙҙәрен йома алманы. Башында мыжғыған уйҙарҙан нисек кенә ҡасырға тырышһа ла килеп сыҡманы. Минут һайын әле бер, әле икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, ауыр көрһөндө. Әсәһе янына әллә нисә мәртәбә килде, усын маңлайына ҡуйып һөйләнде:
– Һинең менән ни эшләргә инде? Әллә сирләнеңме? Яҙғы көнгә ышанма, йылыраҡ кейенеп йөрө, тип күпме әйттем. Тыңламаның...
– Тыныслан, әсәй, үтеп китер әле.
Иртән, ҡыҙын түшәгендә күргәс, әсә:
– Һин мәктәпкә барырға йыйынмайһыңмы ни? – тип һораны.
– Әсәй, мин бөгөн өйҙә ҡалам. Ниңәлер башым ауырта. – Ашура стенаға боролоп ятты.
Әсәһе юрған өҫтөнә иҫке һарыҡ тиреһе япты, гөлйемеш төнәтмәһе әҙерләне, өйҙән сығып йөрөмөҫкә ҡушты.
Ашура ике көн түшәгенән торманы, ә өсөнсөһөндә шулай ҙа мәктәпкә барырға булды: «Гел генә кешеләрҙән ҡаса алмайым да баһа». Беренсе тапҡыр уның әхирәттәрен күргеһе, улар менән һөйләшкеһе, йылмайғыһы, шаярғыһы, күңел асҡыһы килмәне. Күңеленән ул үҙен кәрәкһеҙ, артыҡ, сит итеп тойҙо. Барыһынан элек, уға Хадижаттан ситләшергә тура килде. Ни генә тимә, ул барыбер әхирәтен алданы бит, һәм был алдашыу уның күкрәгенә әсе төйөр булып ултырҙы.
Тәнәфестә әхирәте үҙе беренсе булып һүҙ ҡатты:
– Ашура, Сакинаттың ҡыуанғанын күрһәң икән?! Беҙ бүләк иткән губденко уға ныҡ оҡшаны!
– Ә аҡса еттеме? Мин бирмәнем бит, – тип һораны Ашура йөрәге әрнеп.
– Етте, мин һинең өсөн дә түләнем.
– Нисек! Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан алдың?
– Атайым минән бер нәмә лә йәлләмәй: һин беләһең дә инде, мин ғаиләлә бер үҙем.
– Һиңә һәйбәт, Хадижат, атайымды мин төшөмдә генә хәтерләйем... Ни, мин һиңә аҡсаны бирермен, мотлаҡ бирермен!
– Иҫең киткән икән, юҡҡа борсолма.
Ошо уҡ көндөң кисендә әсәһе усаҡ тоҡандырғанда Ашура уның янына килде лә:
– Әсәй, беҙҙең бөтөнләй аҡсабыҙ юҡмы ни? – тип һораны.
– Ә һиңә аҡса ниңә кәрәк? – әсәһе ғәжәпләнеп уға боролоп ҡараны.
– Кәрәк ине шул...
– Ҡыҙым, минең һинән йәшерен серем юҡ. Аҡса булһын ине лә бит, вай-гарай, беҙгә былай ҙа күп нәмә етмәй... Йә, ярай, көҙгә колхоз беҙҙең менән иҫәпләшер. Ихтимал, аҡсабыҙ ҙа булыр, иген дә, май ҙа.
Әсәһе оҙаҡ ҡына төпсөнгәс, Ашура уға үҙенең ҡайғыһы хаҡында теләр-теләмәҫ кенә һөйләп бирҙе.
– Йә, Хоҙай, ә мин ҡыҙымдың танауы ни өсөн төштө икән, тип уйланым. Миңә асылып, һин дөрөҫ эшләнең. Үҙеңде юҡҡа яфаларға ярамай, кем менәндер бүлешергә кәрәк. Еңел булып ҡала. Аҡыллыҡайым минең. Барыһы ла үтеп китер, һин бойоҡма, үҙеңде шелтәләмә: фәҡирлек бәлә түгел. Ундайҙар бер беҙ генәме ни. Тирә-яғыңа күҙ һал, күпме мәхрүм ителгәндәр. Һуғыш кешеләрҙән барыһын да тартып алды.
Әсә лә, ҡыҙ ҙа был һөйләшеүгә яңынан әйләнеп ҡайтманы.
Ҡояштың тәүге нурҙары төшкәс, Ашура мәктәпкә йыйынғанда тәҙрә төбөндәге китаптарға үрелде. Шунда ул аңғармаҫтан уларҙың береһен төшөрөп ебәрҙе: иҙәнгә бер нисә таушалған һумлыҡ ҡағыҙ сәселде. «Ниндәй бәхет! – тип ҡыуанды Ашура, аҡсаларҙы йәһәт кенә йыйып алып. – Ҡайҙан килеп сыҡты икән улар? Был ниндәй мөғжизә? Кисә генә юҡтар ине бит! Әсәй? Әһә... Әлбиттә, унан башҡа кем булһын? Ул беҙҙең өсөн ни генә эшләмәй? Күрәһең, күршеләрҙән һорап торғандыр. Миңә сюрприз яһап, үҙе таң һарыһынан эшкә киткән. Һөйөклө әсәкәйем минең! Мин һине бик ныҡ яратам!»
Өйҙән сығып, ишек алдының төләгән «хужаһын» – берҙән-бер әтәсте күрмәгәс, Ашура, ниһайәт, үҙенә был таушалған һумлыҡтарҙың нисек килеп юлығыуын төшөндө...
Уҡыу йылы аҙағына яҡынлашты. Май көндәренең береһендә Ашура, ғәҙәттәгесә, ҡустыһын етәкләп мәктәпкә барҙы. Класҡа инеү менән, уны тәьҫирләнгән йәштәштәре уратып алды, ә йылмайыуҙан балҡыған Хадижат уға яңы ситса күлдәк тотторҙо.
– Һөйкөмлө Ашура! Һине тыуған көнөң менән ҡотлайбыҙ!
Ә бисара ҡыҙҙың үҙенең ошо көндә тыуыуы уйында ла юҡ ине.
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.