+18 °С
Дождь
Әҙәби балҡыш
5 Августа 2021, 11:45

«Беҙ бәхетле – мөхәббәттән, Йәндә – наҙ туйы...»

Шағир Радик Хәкимйән 1941 йылдың 25 авгусында Башҡортостандың Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылында  донъяға килгән.  Унда 1-се һанлы урта мәктәпте тамамлай, Златоуст ҡалаһында техник училищела уҡый, хәрби заводта эшләй. 1961–1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндә данлыҡлы Байконурҙа тәүге космонавтарҙы йыһанға осороуҙа ҡатнаша.  Армиянан  ҡайтҡас, Башҡорт  дәүләт университетын тамамлай.

«Беҙ бәхетле – мөхәббәттән, Йәндә – наҙ туйы...»«Беҙ бәхетле – мөхәббәттән, Йәндә – наҙ туйы...»
«Беҙ бәхетле – мөхәббәттән, Йәндә – наҙ туйы...»

Радик Хәкимйән – 15 шиғырҙар китабы авторы, 800-ҙән артыҡ шиғырына Башҡортостан һәм Татарстан  композиторҙары көй яҙған, күп йырҙары төрлө конкурстар лауреаты булды. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Шағирҙы 80 йәше тулыуы уңайы менән ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ.

 

Туймамын һөйөп

Әсәйҙең күкрәк һөтөнән

Күскән бит йәшәү көсө,

Унан бит һеңгән йөрәккә

Мәрхәмәт, дуҫлыҡ хисе.

 

Матурлыҡ йәнгә яғылған

Саф бала саҡ иленән,

Әсәй-атай наҙҙарынан,

Изге тыуған еремдән.

 

Яҡшылыҡтарҙы йыйғанмын

Яҡташтар күңеленән,

Ҡеүәт-ғәйрәттәр алғанмын

Тәбиғәттең үҙенән.

 

Баш өҫтөмдә ҡояш көлә,

Йәшәйем янып-көйөп,

Тормош ал-гөл булмаһа ла,

Туймамын уны һөйөп!

 

Тик тапманым...

Был донъяның күп ерҙәрен күрҙем,

Йыраҡтарға илтте юлдарым,

Йондоҙҙарҙы, ай-ҡояшты күҙләп,

Бар ғаләмде иңләп-буйланым.

 

Күпме матур, гүзәл яҡтар күрҙем,

Кешеләрҙең төрлө тормошон,

Биҙмәнем һис юлдар-саҡрымдарҙан,

Ҡайҙа ташлаһа ла яҙмышым.

 

...Офоҡтарҙы байҡап, елеп үттем,

Ярып үттем дауыл-елдәрҙе,

Уралҡайым, илем – Башҡортостан,

Тик тапманым һеҙгә тиңдәрҙе!

 

Донъя йәме

Сибәр булмаған ҡатын-ҡыҙ

Юҡтыр, юҡтыр донъяла,

Гүзәллеге арта һымаҡ,

Улар ғашиҡ булғанда.

 

Ҡатын-ҡыҙҙы сибәр итеп

Хоҙай үҙе яратҡан,

Ҡатын-ҡыҙ – ул мәңгелек сер,

Бар ир-атты ҡаратҡан!

 

Ҡатын-ҡыҙ бит – сәскә кеүек,

Бик тиҙ шиңә һалҡындан,

Ваҡытында һыу һипмәһәң,

Ҡорой һағыш-ялҡындан!

 

Тормош матур парҙар менән,

Юлдашың булһа янда,

Серләшеп туймай күңелдәр,

Ай, ҡояш балҡый йәндә!

 

...Бәхетле итә ир-атты,

Ҡатын-ҡыҙ – тормош шәме,

Ғаиләнең йылы усағы,

Донъяның ҡото, йәме!

 

Йәшәһендәр фәһем алып

Үткәндәрҙән һабаҡ алмай

Йәшәй кеше тормошта,

Хаталарын, яңылыштарын

Яҙғандыр, ти, яҙмышҡа.

 

Баҫа шул уҡ тырмаларға,

Бәрә яңылыш маңлайын,

Шунда ғына тәүбә итә,

Иҫкә ала Хоҙайын!

 

Ауыҙ бешкән саҡтар була,

Өрөп ҡабабыҙ һуңлап,

Уңыр ине бөтә эштәр,

Башҡарһаҡ ныҡлы уйлап.

 

...Яңы быуын килә ергә,

Һоҡланам мин уларға,

Хаталарҙан фәһем алып

Йәшәһендәр донъяла!

Имен-аман ояла!

 

Мин яҙҙар булам

Ҡышын йәйҙәрҙе һағынам,

Көҙөн – яҙҙарҙы,

Һин булмаһаң, эҙләйем, көтәм

Һинең наҙҙарҙы.

 

Һин килдеңме, ҡышым – йәйҙәй,

Көҙөм – яҙ кеүек.

Беҙ бәхетле – мөхәббәттән,

Йәндә – наҙ туйы.

 

Һинһеҙ  йәшәү  еңел түгел –

Һағыштан тулам.

Һинең йәнең өшөй ҡалһа,

Мин яҙҙар  булам!

Автор:
Читайте нас