+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Июль 2021, 20:15

Еңел һулыш

Зыяраттағы ҡәберлектә, яңы сығарылған балсыҡ өйөмө өҫтөндә ныҡлы имән ағасынан эшләнгән ауыр, шыма яңы тәре тора. Апрель, көндәр йонсоу; иркен өйәҙ зыяратының ҡәбер таштары яланғас ағастар араһынан алыҫҡа күренә, һалҡын ел фарфор венок менән тәрегә ҡағылып зыңлай ҙа зыңлай.

Тап бына ошо тәрегә ҙур ғына ҡабарынҡы фарфор медальон уйылған, ә медальон эсендә – шат йөҙлө, ут күҙле гимназистканың фотоһүрәте. Был – Оля Мещерская. Гимназияла уҡығанда ул һоро күлдәкле әхирәттәренән айырылманы: һөйкөмлөкәй, бай, бәхетле ҡыҙҙар иҫәбендә һаналыуынан, һәләтле, әммә шаян холоҡло һәм класс етәксеһенең иҫкәрмәләренә вайымһыҙ ҡыланыуынан башҡа, уның тураһында тағы нимә әйтеп булыр ине икән? Һуңынан ул бик тиҙ, ай үҫәһен көн үҫеп тигәндәй, ҙурайып, сәскәгә тумаланды. Ун дүрт йәшендә нәҙекәй билле, төҙ аяҡлы ҡыҙҙың түштәре һәм башҡа ерҙәре лә кеше күҙен ымһындырырлыҡ итеп йомроҡасланды; ун биш йәшендә инде ул сибәрлеге менән дан алды. Бәғзе әхирәттәре таралған сәстәрен тарттырып үреп, бөхтә йөрөнө, үҙҙәрен баҫалҡы, ипле тотто. Ә ул, бармаҡтары ҡараға буялһа ла, биттәренең алланыуынан да, сәстәренең ялбырап туҙып китеүенән дә, йүгереп барғанда ҡолап тубығы асылыуҙан да ҡурҡманы ла, оялманы ла. Гимназия тарихында булмағанса, уны башҡа ҡыҙҙарҙан айырған нәзәкәтлек, ҡупшылыҡ, етеҙлек, күҙҙәр балҡышы Оляға һуңғы ике йылда бер ниндәй тырышлыҡһыҙ һиҙҙермәйенсә генә килде… Ҙур бейеү кисәләрендә Оля Мещерская кеүек матур өйрөлгән кеше юҡ ине, тимераяҡта шыуыуҙа ла ҡыҙға етеүсе булманы, егеттәр ҙә бөтәһенән алда уның күңелен күрергә тырышты, нишләптер башланғыс класс уҡыусылары ла яратты уны.
Аңғармаҫтан еткән ҡыҙға әйләнгәс, елбәҙәклеге, егеттәрһеҙ йәшәй алмауы асыҡланыуға, гимназист Шеншиндың иҫе китеп ғашиҡ булыуы, йәнәһе ҡыҙҙың да уны яратам тип, әммә үҙенең мөғәмәләһенең үҙгәреп тороуы егетте хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыу сигенә еткергән, тигән даны ныҡлап урынлашты.
Гимназияла һөйләүҙәренсә, Оля Мещерская һуңғы ҡышта уйын-көлкө, кәйеф-сафанан бөтөнләй аҡылынан шаша яҙған. Ҡыш ҡарлы, һалҡын һәм ҡояшлы ине. Ҡояш гимназия баҡсаһындағы бейек шыршылар артында иртә байый, иртәгәһенә һалҡын һәм салт аяҙ һауа вәғәҙәләүсе көндә, Собор урамындағы байрамда, ҡала баҡсаһындағы боҙ майҙансығында, күңелле көйҙәр менән оҙатылған алһыу кистә боҙҙа төрлө яҡҡа шыуыусы кешеләр араһында Оля Ме­щерская үҙен иң бәхетле, бер ҡайғыһыҙ итеп тойҙо. Бына бер мәл, оҙон тәнәфестә, йыйылыш залында сәрелдәшеп үҙен баҫтырған беренсе класс ҡыҙҙарынан һыпыртып ҡасып барған Оляны көтмәгәндә директорға саҡырҙылар. Йүгергән еренән туҡтап, ул тәрән тын алып ҡуйҙы ла ҡатын-ҡыҙға ғына хас етеҙ хәрәкәт менән сәстәрен рәтләне, алъяпҡысының итәген тартты һәм, күҙҙәрендә нур балҡытып, өҫкә ҡарай сапты. Ә унда, батша һүрәте аҫтындағы яҙыу-һыҙыу өҫтәле артында, ҡулдарына бәйләм тотҡан йәш сырайлы, әммә сал сәсле директор ҡатынҡай тыныс ҡына ултыра ине.
– Һаумыһығыҙ, мадемуазель Мещерская, – тине ул французсалап, күҙҙәрен бәйләмдән айырмай ғына. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙе тәртибегеҙ хаҡында һөйләшергә беренсегә саҡырмайым.
– Тыңлайым, мадам, – тип Мещерская, өҫтәл эргәһенә яҡынайып, уға асыҡ һәм теремек ҡараш менән баҡты, әммә йөҙөнә һис үҙгәреш сығарманы, уға ғына хас булғанса еңеллек һәм нәзәкәтлек менән ултырғыс ситенә ултырҙы.
– Һеҙ мине насар тыңлаясаҡһығыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға мин инандым, – тине директор һәм, ебен тартып, лаклы иҙәндә әйләнеп киткән йомғаҡты ҡыҙыҡһынып күҙәткән Мещерскаяға ҡарашын йүнәлтте. – Бүтән ҡабатламайым, тәфсирләп тә тормайым, – тине ул.
Мещерскаяға һалҡын көндәрҙә ялтырап торған голланд мейесенең йылыһы таралған, яҙыу өҫтәлендәге ынйы сәскәһенең еҫе аңҡыған был таҙа, ҙур бүлмә оҡшай ине. Баҫҡан килеш күркәм бер залда һүрәткә төшкән йәш батшаға, һөт төҫөндәге сәстәрен тигеҙләп ярып тарап, бөхтә итеп йыйып ҡуйған директорға ҡарап алды ла өндәшмәй тынып ҡалды ҡыҙ.
– Һеҙ инде ҡыҙ бала түгел, – эстән ярһый башлап, тәрән мәғәнә менән әйтеп ҡуйҙы директор.
– Эйе, мадам, – ябай итеп, күңелле генә яуапланы Мещерская.
– Мәгәр ҡатын да түгелһегеҙ, – тағы ла етдиерәк дауам итте түрә ханым, үҙенең биттәре еңелсә ҡыҙарҙы. – Иң тәүҙә әйтегеҙ әле – был ниндәй прическа ул? Был – ҡатындар прическаһы!
– Мадам, сәстәремдең матур булыуына мин ғәйепле түгел, – тине Мещерская һәм йәтеш итеп йыйылған сәстәренә ҡулдары менән һаҡ ҡына ҡағылып алды.
– Аһ, бына нисек, һеҙ ғәйепле түгел! – тине директор. – Прическағыҙ ҙа ғәйепле түгел, ҡыйбатлы тараҡ, атай-әсәйегеҙҙе бөлгөнлөккә төшөрөп, егерме һумлыҡ туфлиҙар һаттырып алдырыуығыҙҙа ла ғәйебегеҙ юҡ! Тағы ҡабатлап әйтәм: үҙегеҙҙең әле уҡыусы ғына икәнегеҙҙе бөтөнләй күҙҙән ысҡындыраһығыҙ…
Шул ваҡыт Мещерская, эскерһеҙ ябайлыҡ һәм тыныслыҡ һаҡлап, ҡапыл уны әҙәпле генә бүлдерҙе:
– Ғәфү итегеҙ, мадам, һеҙ яңылышаһығыҙ: мин – ҡатын. Беләһегеҙме быға кем ғәйепле? Атайымдың дуҫы һәм күршеһе, һеҙҙең ағайығыҙ Алексей Михайлович Малютин. Был хәл ауылда үткән йәй булды…
Әлеге һөйләшеүҙән һуң бер ай үткәс, вокзал платформаһында яңы ғына поездан төшкән бихисап кеше араһында Оля Мещерскаяны бөтөнләй уға уртаҡлығы булмаған йәмһеҙ, түбән ҡатлам кешеһенә оҡшаған казак офицеры атып китә. Оля Мещерскаяның директорҙы шаҡ ҡатырған белдереүе дөрөҫкә сыҡҡан. Хөкөм тәфтишсеһенә офицер бына нимә һөйләгән: Мещерская, уның күңелен биләп, яҡынлыҡҡа ингән, ҡатыны булырға ант иткән, ә үлер көнөндә, вокзалда уны Новочеркасскийға оҙатҡан саҡта, кинәт кенә егетте яратмауын, никах тураһындағы хәбәрҙең бары унан көлөү, мыҫҡыллау өсөн генә уйлап сығарылғанын әйтеп, уға көндәлегенең Малютин тураһында яҙылған битен уҡырға биргән.
– Мин был юлдарға күҙ йүгерттем дә, уҡып та бөтмәҫтән атып ебәрҙем, – тигән офицер. – Бына көндәлеге, былтыр унынсы июлдә нимә яҙғанын ҡарағыҙ.
Көндәлектән: «Әле төнгө сәғәт ике. Ҡаты йоҡлап китһәм дә, шундуҡ уяндым… Бөгөн мин ҡатын булдым! Атайым да, әсәйем дә, Толя ла – бөтәһе лә ҡалаға китте, өйҙә бер үҙем ҡалдым. Шуға үҙемде бик бәхетле тойҙом! Иртән баҡсала йөрөнөм, ялан, урман гиҙҙем, ғүмерҙә булмағанса, бөтә донъяла бер үҙем генә икән тип хис иттем, күңелгә рәхәт ине. Төшкө ашты ла яңғыҙ ашаным, шунан бер сәғәт буйы уйнаным, музыка тәьҫиренән үҙемде, бер кемгә лә оҡшамағанса, мәңге йәшәрмен һәм шундай бәхетле булырмын кеүек тойҙом. Шунан атайымдың эш бүлмәһендә йоҡлап киткәнмен. Катя, сәғәт дүрттә мине уятып, Алексей Михайлович килгәнлеген әйтте. Шатландым, сөнки уны ҡабул итеү һәм мауыҡтырыу шундай кинәнес ине. Ул үҙенең матур тоҡомло пар атында килгәйне, уларҙы күтәрмә эргәһенә ҡуйып, өйгә инде. Тышта ямғыр туҡтамағас, беҙҙә ҡалды. Атайым өйҙә булмағанға бик үкенде, әммә алдымда үҙен егеттәрсә күңелсәк тотто, ғашиҡлығы тураһында шаяртты. Сәй алдынан баҡсала йөрөнөк, көн яңынан асылды, ныҡ ҡына һыуытып ебәрһә лә, еүеш баҡсала ағастар араһынан ҡояш балҡый ине. Ул минең ҡулдарымдан тотто, үҙен – Фауст, ә мине Маргарита тип атаны. Илле алты йәштә булһа ла, һаман сибәр һәм һәр ваҡыт матур кейенде – миңә уның ҡанатлы санала килеүе генә оҡшаманы, – инглиз хушбуйы еҫе сыға, ҡара күҙҙәре бөтөнләй йәш, көмөш төҫкә ингән һаҡалы күркәм булып ике оҙон өлөшкә бүленгән.
Быяла верандала сәй эсеп ултырғанда миңә ҡыйын булып китте лә ағас карауатҡа ятып торҙом. Ул тәмәке тартты, шунан эргәмә күсеп ултырып, наҙлы һүҙҙәр әйтте, ҡулдарымды тотоп иркәләй, үбә башланы. Мин битемде ебәк яулыҡ менән ҡапланым, ул яулыҡ аша ирендәремдән үпте… Нисек улай килеп сыҡҡанын аңламай ҙа ҡалдым, мин аҡылдан яҙҙым, бер ҡасан да улай булырын уйламағайным! Хәҙер миңә бер юл… Миндә уға ҡарата үҙем кисерә алмаҫлыҡ ытырғаныу ғына ҡалды!..»
Апрелдә ҡала таҙарҙы, кипте, уның таҙа аҡ таштарынан атлап йөрөүе рәхәт. Йәкшәмбе һайын төшкө ғибәҙәттән һуң ҡара кейемдә, ҡара лайка бирсәткәләрҙә, ҡара ағастан яһалған ҡулсатыр тотҡан бәләкәй генә бер ҡатын ҡаланан алып сыға торған Собор урамы буйлап төшә. Ул ыҫланып бөткән тимерлектәр теҙелгән, саф ялан һауаһы өргән бысраҡ майҙан аша сыға; артабан уға ирҙәр монастыры һәм төрмә араһынан болотло күк йөҙө буҙарып күренә, яҙғы ялан һорғолтлана, һуңынан монастырь стенаһы аҫтында йыйылған күләүектәрҙе үтеп һулға боролғас, аҡ ҡойма менән уратылған, ҡапҡаһының өҫтөнә «Успение Божией Матери» тип яҙылған ҙур ғына тәпәш баҡсаға етә.
Шунда арлы-бирле генә суҡына ла ҡураныс ҡатын күнегелгән юлдан – төп аллея буйлап атлай. Имән тәре ҡаршыһындағы эскәмйәгә еткәс, яҙғы һалҡын елдә еңел ботинка эсендәге аяҡтары һәм лайка бирсәткәләге ҡулдары туңғансы бер-ике сәғәт ултыра. Яҙғы ҡоштарҙың һыуыҡта ла һайраған йырын һәм фарфорҙан яһалған үле сәскә бәйләмен зыңлатыусы елде тыңлап, ошо венокты күрмәҫ өсөн генә лә ярты ғүмерен бирерҙәй була ҡайһы саҡ. Бынау гөлдәрҙе, ҡәберлек өҫтөндәге түбәләсте, имән тәрене! Тәреләге ҡабарынҡы фарфор медальондан баҡҡан нурлы үлемһеҙ күҙҙәр хужаһының тупраҡ аҫтында ятыуы мөмкинме һуң? Нисек итеп Оля Мещерскаяны, теремек ҡыҙҙы, үлгән тип уйлап булһын? Әммә ялҡынлы хыялына тоғро барса кешеләр кеүек, был бәләкәй ҡатын да күңелендә бәхетле. Ул – Оля Мещерскаяның класс етәксеһе, ҡарт ҡыҙ, үҙенең ысынбарлыҡтағы тормошон әллә ҡасан инде хыял иленә алмаштырған. Тәүҙә уйҙырмалары ярлы прапорщик ағаһына бәйле ине, – уның киләсәген ни эшләптер уңышлы булыр тип күҙаллап, ҡыҙ бөтә күңелен ағаһына һалды. Мукден янындағы һуғышта уны үлтергәстәре, ҡыҙ үҙен «идеялы эшмәкәр» тип ышандырҙы. Оля Мещерскаяның үлеме уны яңы хыял менән ялманы. Хәҙер осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарының һәм хистәренең сәбәпсеһе – Оля Мещерская. Ҡәберенә байрам һайын бара, сәғәттәр буйы имән тәрегә текәлеп ултыра. Оля Мещерскаяның сәскәгә күмелгән табуттағы аҡһыл йөҙө күҙ алдынан китмәй, ҡолағы төбөндә бер тапҡыр оҙон тәнәфестә гимназия баҡсаһында йөрөгән Оляның яратҡан әхирәте, тулы кәүҙәле, һомғол буйлы Субботинаға тиҙ-тиҙ әйткән һүҙҙәре яңғырай:
– Мин атайымдың бер китабында, – уның боронғо, ҡыҙыҡлы китаптары күп, – ҡатын-ҡыҙ матурлығы нимәлә икәнлеге тураһында уҡығайным… Беләһеңме, күп нәмәлә, бөтәһен иҫтә ҡалдырырлыҡ та түгел: әлбиттә, ҡайнар ыҫмалалай ҡара күҙҙәрҙә – валлаһи-билләһи шулай тип яҙылған: ҡайнар ыҫмалалай! Төн кеүек ҡара керпектәрҙә, биттең нәфис алһыулығында, нәҙек буй-һында, ғәҙәттәгенән оҙонораҡ ҡулдарҙа, аңлайһыңмы, ғәҙәттәгенән оҙонораҡ! Ыҡсым аяҡтарҙа, кәрәгенсә ҙур түштәрҙә, төҙ йомро балтырҙарҙа, ҡабырсаҡ төҫөндәге тубыҡтарҙа, иңкеү яурындарҙа – мин бөтәһен дә ятлап алдым тиерлек, быларҙың барыһы ла дөрөҫ! Әммә иң мөһиме, беләһеңме, нимә? Еңел һулыш! Миндә бит ул бар, тыңла әле, нисек һулыш алам, бар бит, эйеме?!
Әле тирә-яҡта, ошо болотло күктә, һалҡын яҙғы елдә шул еңел һулыш яңынан таралды.

Иван Бунин.


Әлфиә Зәбдинова тәржемәһе.

А. ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: