+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
1 Июль 2021, 21:10

Эҫе һыу

ХикәйәИке жандарм, эңер төшкәндә ауылдың ситенә етеп, аттарынан төштө һәм, теҙгендәрен ҡаршы яҡтан йүгереп килгән ҡәһүәсенең ярҙамсыһына тоттороп, киң аҙымдар менән атлап китте.Ауыл урамында бер кем дә юҡ ине. Алыҫта һыйыр мөңрәүе тоноҡ ҡына ишетелә. Ел тал ботаҡтарында еңелсә һыҙғырып йөрөй. Ауылдың көнбайыш тарафындағы һырттарҙы ҡаплаған урман унда төшкән болот өйөмө кеүек ҡыймылдай.

Жандармдар, ҡәһүәханаға инеп ҡәһүәсе менән яй ғына һөйләшеп алғандан һуң, тышҡа сығып ауылға табан атланы. Өйҙәр тулыһынса ҡараңғылыҡҡа сумғайны…
Ауылдың нәҡ теге осонда, урман башланған ерҙә торған бәләкәй генә йортҡа яҡынлаштылар. Тауыш сығармаҫҡа теләүҙәре аңлашыла ине. Өйҙө уратып алған ҡойма янына килгәс, аяҡ остарына баҫып, утлы тәҙрәгә күҙ һалдылар. Өй эсендә бер ҡатын тубыҡланып аш эсә. Бер нисә толом итеп үрелгән сәстәре арҡаһынан һалынып төшкән. Ара-тирә йәшертен генә тәҙрәнән тышҡа күҙ һала.
Жандармдарҙың береһе:
– Теге ҡәбәхәттең ҡатыны, ҡалай бер нәмә лә белмәгән кеүек ҡылана! – тине. Иптәше:
– Дүртенсегә киләбеҙ. Береһендә лә тота алманыҡ. Был юлы ла Исмәғил юҡ, шикелле. Тик ҡарап ҡарарбыҙ! – тине.
Ҡапҡаны этеп эскә инделәр. Жандармдарҙың береһе баҡсаны урап сыҡты, икенсеһе ишек шаҡыны.
Эстә бер ниндәй ҙә ығы-зығы һиҙелмәне. Бары тик урынынан торған ҡатындың өс итәкле күлдәге ҡыштырлағаны ишетелде. Шунан ишек артынан бер саф тауыш:
– Кем бар унда? – тип һораны.
– Ас… Исмәғилде эҙләйбеҙ!
Келә алынды һәм ҡатын ишекте асып өндәште:
– Рәхим итеп эҙләгеҙ, Исмәғил өйҙә юҡ. Теге ваҡыт килгәндә әйткәйнем инде, яҙҙан бирле Исмәғилдең күренгәне юҡ. Дүрт ай үтте шикелле…
Жандарм ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ауыҙыңды яп! Бына инде ике көн ул бында икән. Беҙгә хәбәр иттеләр!
Ҡатын йомшаҡ тауыш менән:
– Ялған, ялған! Исмәғил енәйәт эшләгәндән һуң был яҡтарҙа күренмәне лә хатта. Ҡай тарафтарға киткәнен Хоҙай үҙе генә белә. Бәлки, тауҙар араһында үлеп ҡалғандыр?
Жандарм тоҡтарҙы асты, йоҡо урынын аҡтарып ташланы, һуңынан тирә-яғына ҡаранды. Өй бер бүлмәнән һәм тар ғына коридорҙан ғибәрәт ине. Коридорҙа зәйтүн майы сүлмәге менән турағыс таҡта һәм тағы ла ни икәне аңлашылмаған бер нисә әйбер тора. Бик киң бүлмәнең бер яғында түшәк йәйелгән, уның мөйөшөндә иһә асыҡ Ҡөрьән ята.
Жандарм, эште яҡшылыҡ менән башларға теләп, ҡатынға яҡын­лашты:
– Тыңла мине, Әминә! – тине. – Былай инҡар итеүеңде ҡуй. Был кешенән һиңә бер ниндәй яҡшылыҡ көтөргә кәрәкмәгәнлеген аңланың. Хөкүмәт уға тынғы бирмәҫ. Ҡылғаны өсөн яуап тоторға тейеш. Нимә тип йәлләйһең шул кеше үлтереүсене? Әлбиттә, һин, ул тик торғандан үлтермәне, үҙ йәнен һаҡлар өсөн шулай эшләне, тиерһең. Ярай, тик улай булғас, ни өсөн тауҙарға ҡасты? Хөкүмәттең мәхкәмәһе юҡмы? Әллә ул, түрә балаһы булғас, язаға тартты­рылмаҫҡа тейешме? Өлөшөнә күпме төшһә, шул тиклем ултырып сығасаҡ. Әйтеп торам һиңә, ташла уны, хәҙер ҡайҙа икәнен, был кис ҡайҙа йәшенгәнен әйт беҙгә. Ҡара, һин әле йәшһең. Үҙеңде ҡорбан итмә. Йә, Әминә, өндәшә һал, Исмәғил яңыраҡ бында ине, шулай бит? Кем еткерҙе беҙҙең килеребеҙҙе?
– Әйттем бит, нимә тип ныҡышаһығыҙ?! Исмәғилде инде дүрт ай күргәнем юҡ!
– Әминә, бының насар бөтөүе ихтимал. Беҙ ҙә бында күңел асырға килмәйбеҙ. Капитан күҙҙе астырмай, был юлы ла буш ҡайтһаҡ, иманыбыҙҙы уҡытасаҡ. Берәй төпкөлгә эшкә ебәрмәҫ тимә.
Ҡатын, бер нөктәгә төбәлеп, шымып ҡалды.
Жандармдар бер-береһенә ҡарашты. Бышылдап ҡына ниҙер һөйләштеләр. Береһе:
– Ошаҡ ысын булдымы икән? – тине.
Икенсеһе хәйләкәр йылмайып:
– Хәҙер беләбеҙ уны! – тип яуапланы һәм, бындай эштәрҙең оҫтаһы булыуын күрһәтергә телә­гәндәй, ҡулын болғаны. Һуңынан ҡатын яғына боролоп:
– Ошо ишекте ас! – тип ҡысҡырып ебәрҙе һәм ҡулы менән бүлмәнең бер мөйөшөндәге таҡта ишеккә күрһәтте.
Ҡатын бер аҙға ғына икелән­гәндәй итте, һуңынан шул яҡҡа барып, ағас келәне күтәрҙе һәм ишек үҙенән-үҙе асылып китте. Был тәһәрәт алыу һәм ғөсөл ҡойоноу өсөн тәғәйенләнгән бәләкәй генә бүлмә ине.
Эстә бер кем дә юҡ. Жандармдарҙың береһе һораулы ҡарашын иптәшенә төбәне:
– Быға нимә тип әйтерһең? – тип мығырҙаны. – Шым!
Шунан эсендә ҡоромланған ҡаҙан менән бәләкәй генә эскәмйә булған ғөсөл бүлмәһенә инеп, ҡулын ҡаҙан эсенә тыҡты. Һуңынан бармаҡтарын бешергән кеүек тиҙ генә тартып алды.
– Был ниндәй эҫе һыу тағы? – тине.
– Былай ғына…
– Нисек инде былай ғына? – тип серле генә йылмайҙы.
Ҡатын асыуланып:
– Һыу ҡойонорға уйлағайным… – тине.
– Быны көндөҙ эшләргә мөмкин түгел инеме? Кемде алдатырға уйлайһың? Иреңде бында юҡ тиһең, үҙең, төн тип тормай, эҫе һыу әҙерләп ҡуйғанһың?
Иптәшенә боролоп:
– Был иң дөрөҫ ысул, – тине. – Берәй ҡасҡындың өйөн тентегәндә тәү сиратта ғөсөл бүлмәһен ҡарайым.
Шунан ҡапыл ҡатынды ҡулынан тотоп үҙенә табан тартты:
– Бынан һуң инҡар итә алмаҫһың! Йә әйт, Исмәғил ҡайҙа? Һыу бик эҫе булыуына ҡарағанда, яңы ғына сығып ҡасҡандыр. Бик алыҫ китә алмағандыр. Әйтмәһәң, үҙеңә үпкәлә!
Йөҙө ағарынған ҡатын ҡулын ысҡындырырға тырышты, ҡал­тыраған тауыш менән:
– Белмәйем!.. – тине.
Жандарм, ҡатындың ҡулын ебәреп, бүлмә буйлап йөрөй башланы. Иптәше, стенаға һөйәлеп, ҡатындың йыш тын алыуҙан бер күтәрелеп бер төшкән күкрәгенә ҡарап торҙо. Беренсе жандарм ҡапыл туҡтап, ым менән иптәшен саҡырҙы. Аҡрын, әммә ҡатын ишетерлек итеп:
– Исмәғил бик алыҫта түгелдер. Беҙгә бирелергә теләмәһә лә, ҡатынын ҡотҡарырға килеп етер! – тине. Шунан, тауышын тағы ла баҫа төшөп, өҫтәп ҡуйҙы: – Мин хәҙер Әминәне тотоп түшәккә һалырмын, ҡысҡыра башлаһа, Исмәғил түҙмә­йенсә бында ташланыр, моғайын. Һин шул ваҡыт ишек артында тороп, йә үле, йә тере килеш эләктереп алырһың үҙен… Әгәр ҡысҡырмаһа… Эх, ул саҡта инде… Һин дә тәмләп ҡарарһың!..
Ҡатын ағарынды, дер-дер ҡалтырай башланы, аҫҡы ирендәрен ҡанатырлыҡ итеп тешләне. Яҡ-яғына ҡаранды. Бүлмәлә дүрт стена менән ике жандармдан башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
Яңы ғына эҫе һыуға ҡулын тығып ҡараған жандарм, күҙҙәрен ялтыратып, Әминәнең беләгенән тотоп алды һәм уны түшәккә табан өҫтөрәй башланы. Иптәше, ҡоралын ҡулына алып, тышҡа сыҡты. Ирҙәр күпме тырышһа ла, ҡатындың ауыҙынан бер һүҙ сыҡманы. Тәне, йәне өҙгөләнгән бисара бер кемде лә ярҙамға саҡырманы.
Бер аҙҙан жандармдар, ҡоралдарын иңдәренә һалып, йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек сағылдырып, эстән бер аҙ хафаланып өйҙән алыҫлашҡанда, Әминә лә аҡрын ғына улар артынан тышҡа сыҡты. Ситәнгә һыйына-һыйына барып урманға инеп китте.
Иртәнгә тиклем алыҫтағы ҡыуаҡтар араһында көткән Исмәғил, яҡтыра башлауға ҡарамаҫтан өйҙә һаман да ут яныуын күреп, шыуыша-шыуыша ҡайтты һәм, йөҙөнә бор­солоу һыҙаттары сығарып, ярым асыҡ ишектән эскә үтте. Бүлмәнең аҫты-өҫкә килгән. Майы бөтөргә торған лампа ғыжлап янырға тырыша. Бүлмәлә бер кем юҡ.
Ишек алдына сығып һыҙғырҙы. Ауыл яғынан ун дүрт йәштәрҙәге бер малай күренде. Ул тирә-яғына ҡарана-ҡарана йүгереп килеп етте. Исмәғил уны шунда уҡ ҡәһүәханаға ебәрҙе. «Жандармдар Әминәне алып киткән булһа, нимә эшләргә икән?», – тип уйланы. Тик ярты сәғәт эсендә урап килгән малай жандармдарҙың төн уртаһында аттарына атланып ҡасабаға юлланыуы һәм үҙҙәре менән бер кемде лә алып китмәүе хаҡында әйтте.
Ауылдан килгән бер нисә кеше менән Әминәне эҙләп ҡаранылар. Һәр өйгә тиерлек инеп һораш­тырҙылар. Урманда: «Әминә, һин ҡайҙа?» – тип һөрәнләп йөрөнөләр. Тик ул көндө лә, унан һуң да Әминә тураһында бер хәбәр ҙә ишетелмәне.

Сабахатдин Али.


Төрөксәнән Фәйрүзә Ғарипова тәржемәһе.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: