+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
30 Июнь 2021, 21:15

ӘСӘЙ КҮБӘЛӘГЕ – ТАУИСКҮҘ

Хикәйә– Бөгөн күбәләк киләсәк! – тине Баязит, тыуған тупһаны атлап инеп, ҡарлы кейемдәрен элгәс тә. Йөҙө яҡтырып, нурланып китте. Башҡалар ҙа, бер туған апайҙары, ҡатыны, балалары, бер оло серҙе белгәндәй, шым ғына баш ҡаҡты. Юҡ, «осоп киләсәк» тимәне ул. «Киләсәк» тине. Бер йыл элек вафат булған әсәйҙәренең йәне, әллә ниндәй йыраҡ араларҙы, ҡатлам-ҡатлам донъяларҙы үтеп, әллә нисә төрлө әүерелештәр аша бөгөн тыуған өйҙәренә ҡайтырға тейеш һымаҡ уға. Кешенең рухы осоп йөрөймө икән? Уны кем күргән? Юҡ, хатта күбәләккә әйләнһә лә, әсәләре күҙгә күренмәгән шаршау артында уларҙы көтәлер. Ул килер, эйе, килер!

– Әллә инде, бынауы сатлама ҡыш көнөндә ниндәй күбәләк осоп йөрөһөн, туғаным?
– Мин әйтте тиерһегеҙ, киләсәк!
Берәү ҙә бәхәсләшмәне. Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл булды. Алла бирһә, бөгөн әсәйҙәренең йыллығын йола буйынса атҡарып, туған-тыумасаны йыйып, Ҡөрьән уҡытмаҡсылар. Хәҙер был бәләкәй генә ауылдағы тыуған йорттары ҡыш буш тора шул. Балалар, юғары белем алып, ҡалаларҙа төпләнде, ата-әсә иһә ғүмерҙәренең һуңғы ҡышын икәү яңғыҙы үткәрҙе. Йәй булһа инде – күмәк ғаилә йыйылып китә, табын янына балалар, ейән-ейәнсәрҙәр менән бергә ун туғыҙ кеше ултыра ине. Эй, ғүмерҙәр тиҙ үтә шул!
Баяғы күбәләк тураһындағы һөйләшеүҙең сәбәбе лә бар. Атайҙары мәрхүм булғас, ҡырҡын, аҙаҡ йылын үткәреп аят уҡытҡанда, бөтә кешене аптыратып, Ҡөрьән табынын уратып, бер илгәҙәк күбәләк осоп йөрөгәйне бит. «Иштимерҙең йәне килгән», – тигәйне күпте күргән инәйҙәр.
– Һин әйт әле, теге ваҡыт атайымдың күбәләге һәр кешене айырып иҫәнләшкән һымаҡ булды бит! Өйҙөң оло яғын иңләп-буйлап осоп йөрөнө, ҡыуанып! – тип, Таңһылыу тағы һүҙҙе баяғы юҫыҡҡа төшөрҙө, мейестән эҫе бәлештәрҙе өҫтәлдә әҙерләп ҡуйылған ҡуна таҡталарына ҡуя-ҡуя.
– Атайҙың күбәләге ғәжәп булды инде ул, – тине өлкән апайҙары ла, емеш-еләк, кипкән йөҙөм, күрәгә, хөрмәләрҙе әсәйҙәренең иң яратҡан матур быяла һауыттарына һалып.
Мәрхүмәнең аҫыл фарфор сынаяҡ-сәйнүктәре лә шкаф кәштәһенән төшөрөлдө. Эйе шул, бер байрам булһын әле уларға ла! Ҡайҙан-ҡайҙа ҡайтҡан, әллә ҡасанғы гүзәл йыһаз бит ул. Заманында атаһы менән әсәһе Мәскәүгә барғанда алынған. Әсәһенең унда бер туған һеңлеһе баш ҡала университетында профессор ине, быларҙы еҙнә менән икәүһе ҡунаҡҡа саҡырып алып, бөтә тарихи урындарҙы күрһәтеп йөрөгән. Аҡсаның алмашынған сағы, тип иҫләй ине шул әсәйҙәре, йыһанға Гагарин осҡан йыл, затлы сынаяҡтар, өҫтәлгә, карауатҡа ебәк япмалар арзан ғына һымаҡ күренгән. Ғүмер эсендә бер тапҡыр матур әйберҙәр алайыҡ әле, тип ҡыуанып алғандар. Эй-й, ғүмерҙәр!.. Әле ҡасан ғына атайҙары һуғышта хәбәрһеҙ юғалып, әсәйҙәре ауыр эштән өҙлөгөп, үкһеҙ етем ҡалған саҡтары. Кеше түҙмәҫлек ауырлыҡтарҙы үтеп, һеңлең Мәскәү тиклем Мәскәүҙә профессор тиклем профессор булһын да, затлы сынаяҡ та алма, имеш. Алғандар, тыуған ауылына ҡайтып, өйҙәрен саф ебәктән генә кейендергәндәр Сафия менән Иштимер.
Матур йәшәнеләр. Иштимер колхозда, Сафия мәктәптә эшләне. Балалары килеп яҡшы уҡыны, кәм-хур итмәне. Өсәр, дүртәр оя ҡаҙ бәпкәләре үҫтергән саҡтары булды, йылға буйынан урам тултырып ҡайтырҙар ине ҡаңғылдашып. Бәрәс, быҙау араһында, йәйен уларға бесән әҙерләйем, тип ғүмерҙәре үткән дә киткән шул инде.
– Әгәр ҙә теге ваҡыт, ысынлап та, атайҙың йәне күбәләккә ингән булһа, параллель донъя бар тигән һүҙ бит был, – тип ҡуйҙы Баязит та, сүкеш, ҡаҙаҡ алып, ҡырҡлап кешегә етерлек оҙон өҫтәл әтмәләргә тотонған арала.
Дөрөҫөрәге, уның туғандар йыйылған саҡтарға тип әҙерләп ҡуйған өҫтәл өлөштәре бар, шуларҙы ҡушып ҡаҙаҡларға ғына кәрәк. Атай-әсәһенең кинйә малайы, донъяны етеш тота ул. Йәш сағында бик яратып комбайнда эшләне, икһеҙ-сикһеҙ күренгән баҫыуҙарҙы иңләп иген һуғыу күңеленә бөтмәҫ көс, дәрт бирә ине. Хәҙер ул баҫыуҙарҙы ҡый үләне баҫты, яландар хужаһыҙ ҡалды. Нефть, нефть, нефть – бөтә йәшәйеш, кешелек цивилизацияһы, әйтерһең, бары тик нефть һәм ул тыуҙырған аҡсаға ғына бәйләнгән. Баязиттың быға йөрәге әсенә, тыуған ауылының яйлап бөтөүен күреп эстән һыҙа, баяғы, һиҙҙермәй генә инде.
Атайҙың күбәләге... Эйе, ул саҡта зиһендәрҙе икенсе яғына әйләндерҙе бит ул! Ғүмер буйы, юғары көс тә, башҡа донъя ла юҡ, тип ныҡлы ышанып йөрө-йөрө лә. Мәктәптә лә, институтта ла бары тик матди яҡтан кәрәге тейерлек белемдәр алды. Ул ғынамы ни, бөтәһе лә шулай. Әллә нисә быуын аллаһыҙ-муллаһыҙ йәштәр үҫеп сыҡты бит инде. Хәҙер килеп, ҡапыл бер бәләкәс кенә йән эйәһе, бер бахыр ғына мәхлүк һинең булмышыңды үҙгәртә, ҡатҡан фәлсәфәүи тышлығыңа үҙенең йомшаҡ бәрхәт ҡанаттары менән ҡаға...
Нефтселәрҙең дөйөм бер һыҙаты бар. Аҙ һүҙле улар. Нимәнән шулайҙыр был, әйтеүе ҡыйын. Әммә йөрәктәре ҡайнар. Саҡрым-саҡрым торбалар аша Ер ҡуйынынан урғып сыҡҡан ҡара май шикелле уларҙың хистәре. Ярай әле, килеп сыҡһа! Ҡара ҡан булып күңелендә ҡатмаһа.
Атаһының, һуғышты үткән фронтовик, абруйлы кешенең, мәрхүм булыуын Баязит бик ауыр кисерҙе. Һуңғы йылдарҙа бер йән булып ойошҡан һымаҡ инеләр. Атаһы, һис бер нотоҡ уҡымай, нимә эшләһә лә улына ярҙамға ашыҡты, эргәһендә булды. Ауырый башлағас та ҡарт төҫ ташламаны. Сырайына, ҡарашына мәғәнәүи тәрәнлек өҫтәлгәндәй булды. Яҡты донъя менән хушлашыуы ла уның – үҙе бер тарих.
...Иштимер үҙ хәлен аңлағайны инде. Ике йыл элек Өфөлә йәшәгән ҡыҙы, ай-вайына ҡуймай, баш ҡалаға алып китеп, дауаханала операция яһатҡандан һуң бер аҙ еңеллек тойоп ҡалғайны. Яйлап ҡына сир үҙенекен итте. Балаларының үҙенә уғата иғтибарлы, йомшаҡ мөнәсәбәтенән үк аңына: «Әллә?» – тигән борсоулы уй урынлашып алды шул. Табиптар татлы ризыҡ, һөт-май ашамаҫҡа ҡушҡан икән. Ҡыҙҙары күрмәгәндә генә, әбейе менән икәүләп, яңы ғына сепараттан аҡҡан йылы ҡаймаҡты күпереп бешкән икмәккә яғып, улдары баҡсалағы умартаны ҡарағанда алып ингән, гәрәбә төҫөндәге балы ағып торған кәрәҙҙе кертләтеп сәй эсергә әүәҫләнеп киттеләр. Бер инәйҙең, үлһәк тә ашап үләйек, тип әйткәнен иҫләп көлөшәләр. Был донъяларҙан танһығым ҡанып китәйем, тигәне инде бахырҙың. Сафия ла иренең хәленә инә. Йәшәгән хәтлем инде йәшәмәбеҙ, Хоҙайға шөкөр, ниндәй ауырлыҡтар алдында ла бөгөлөп төшмәнек, һуғыш мәлендә ауылда күпме кеше аслыҡтан ҡырылды, барыбыҙ ҙа иҫән ҡалдыҡ, инде яҙғанынса булыр, тип бер-береһен тынысландырҙылар.
Төш күрҙе. Урам ҡапҡаһынан ат арбаһында, елле генә бесән йөгө өҫтөндә, Иштимерҙең әсәһе ихатаға инеп килә икән. Иштимер әсәһенә йылмайып ҡаршы бара, ә теге оҙон ҡолға менән атты ҡыуа. Йөк нилектәндер аҙбар ҡыйығындағы бесән бушата торған ергә тура килмәй ҙә тура килмәй. Шул саҡ Сафия, йүгереп килеп, ат арбаһын арт яғынан ике ҡулы менән күтәреп, йөктө елтерәтеп күсереп тә ҡуя. Урам ҡоймаһы башынан, оҙон муйынын һуҙып, үткән аҙнала ғына яҡты донъя менән хушлашҡан Мөхәррәмдең әсәһе Миһри ҡарсыҡ ҡарап тора икән... Был хәлгә шаҡ ҡатҡан Иштимер ҡапыл уянып китте...
Йә, нишләйһең, ҡорҙаш, ти ул үҙенә. Һис аптырарға түгел. Бөтә кешегә килгән һине лә урап үтмәҫ. Һине әшкәрттеләр түгелме ул? Әле генә? Әҙерлән. Сафия йәл. Ана ниндәй ауыр йөктө уға күтәреп күсерергә тура киләсәк. Өҙлөкмәһә генә инде.
– Әбей, кил! Китәм!
Ай әттәгенәһе, әллә ишетмәй инде? Мал ҡарап, ҡош-ҡорт ашатып йөрөймө икән?
– Әбей! Китәм! – тип тағы ҡысҡырҙы Иштимер, ятҡан еренән тәҙрәгә үрелеп ҡарап.
Сафия йүгерә-атлай килеп инде.
– Миңә өндәшәһеңме әллә ул? Йөрәгем ҡупты...
– Кил! Ана, Ҡөрьән китабын ал. «Йасин» битен ас.
– Бабай... Нимә булды? – Сафия ҡапыл йәшенә быуылды.
– Ҡөрьәнде ас. «Йасин» уҡы миңә.
Әбейе Ҡөрьәнгә үрелде. Башы әйләнеп киттеме, сайҡала-сайҡала китапты алып, бабайы ятҡан һике эргәһенә ултырғысҡа ултырҙы. Күҙ йәштәре бите буйлап тупырлап ағып төшә лә Ҡөрьән битен еүешләй.
– Уҡы! «Йасин» битен астыңмы?
– Бабай, мин бер нәмә лә күрмәйем... Хәрефтәр һикерешә...
Сафияның әсе күҙ йәштәре китап битенә «тып» та «тып» тама. Үҙе, бар тырышлығын һалып, белгәненсә «Йасин» сүрәһен уҡый. Башта ҡул һырты менән, унан, эргәләге бәләкәй өҫтәлдә тәҫләп өйөп ҡуйылған аҡ митҡалдар, таҙа йүргәктәр араһынан береһен алып, йөҙөн һөртә лә тағы уҡый. Аңлай уны Иштимер. Ни тиһәң дә, ярты быуат ғүмер бергә йәшәлгән. Һөйөнөстәре лә, үкенестәре лә бергә татылған. Иштимер сибәр булды, ә ул аҡыл ҡаҙнаһы. Ирен ҡатын-ҡыҙҙар иғтибар үҙәгендә тотоуына, ҡайһы саҡ тәртәнән ысҡыныбыраҡ китеүенә түҙмәне түгел, түҙҙе. Ошо әле эргәһендә илай-илай йасин сығып ултырған сикһеҙ яҡын кешеһен йәлләүҙән, уға ҡарата ғүмер буйы күңелендә йөрөткән оло һөйөүенән, ҡотолғоһоҙ айырылышыу ғазабынан ир азаматының, аҡһаҡалдың да күҙ алды томанланды. Шулай ҙа, көсөн йыйып:
– Һин хәҙер күрше Йәғәфәргә әйт, Зәйнулла бажаны алып килһен, – тине.
Сафия йүгереп әйтеп килгәс, йасин дауам итте. Бажаһы килгәндә әбейе инде бер аҙ үҙен ҡулға алғайны, заманында ҡайныһынан отоп алған матур мәҡәмле көйө менән Иштимерҙе хатта иҙрәтеп тә ебәргәйне. Бажаһына:
– Күрҙеңме, минең әбей нисегерәк уҡый! – тип маҡтап алды Иштимер. – Ә хәҙер һин уҡы инде.
Күкрәктән сыҡҡан моңло мәҡәм өй диуарҙарына яғымлы яғылып, йөрәктәрҙе тәьҫирләндереп ебәрҙе. Тауышы матур шул бажаһының. Уның сүрәне ятҡа бикләп йөрөгәнен дә белә Иштимер. Үҙе улай уҡ булдыра алманы. Халыҡ араһында аят уҡып абруй ҡаҙанһа ла, бик тәрәнгә төшә алманы. Ә бажаһы был йәһәттән дә ғилемлерәк булмаҡсы.
Еңел генә түгел ул йасин сығыу. Кешенән ғәйәт ҙур күңел көсө талап итә. Әҙерлегең булмаһа, ҡеүәтең етмәҫкә лә мөмкин. Ябай һүҙҙәр теҙмәһе түгел бит. Әҙәм балаһының йәнен был донъянан теге донъяға оҙата бара. Зәйнулланың йөрәге ҙур, ул булдыра быны. Ғүмер буйына балалар уҡытып, кеше күңелдәренә юл һалыу серҙәрен белә инде ул. Бажаһы менән уға ғүмер тигән асыҡ майҙанда Хоҙай Тәғәлә бергә йәшәргә насип итте, дуҫ, фекерҙәш, рухташ яһаны. Эйе, колхозды, ауылды бергә күтәрҙеләр. Илдәге ҡоролоштоң етешһеҙ яҡтарын күрмәне түгел, үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр. Ғәҙелһеҙлекте елкәләрендә татыһалар ҙа, кәрәгенән артыҡ иғтибар бирмәнеләр, тормоштоң иң мөһим яғы итеп ҡараманылар. Беләләр бит: ҡайҙа власть – шунда ғәҙелһеҙлеккә юл асыла, ҡот осҡос ҙур аҡсалар әйләнә. Намыҫ менән йәшәүгә ни етә. Замандар нисек кенә борғоланһа ла, Ҡөрьән өйрәткәндәрҙән барыбер тайпылманы улар. Йөрәктәренән ялған тәғлимәттәрҙе ҡырып ташлап, атай-олатайҙар һаҡлап алып ҡалған изге аяттарҙы ятланылар. Ғүмеренең аҙағында шундай аҫыл кешенең эргәһендә булыуы, үҙенә йасин сығыуы Иштимер өсөн ҙур бәхет ине. Сүрә уҡылып бөткәс, Иштимер, яйлап ҡына ике усын күтәреп, ҡул сапҡан хәрәкәттәр яһаны. Бер аҙ өндәшмәй ятҡас, нимәлер һөйләргә уйлап, ауыҙын асҡайны, теле көрмәлде. Уң ҡулы менән Сафияның һул ҡулын тотоп алды ла, ҡатынының күҙенә туп-тура ҡарап, йән бирҙе. Зәйнулла ипләп кенә усы менән бажаһының күк йөҙө кеүек зәңгәр күҙҙәрен мәңгелеккә йомдорҙо.
...Ә бына үҙенең йыллығына күбәләк рәүешендә килде Иштимер. Ул саҡта әле ауылда ирҙәр шаҡтай күп ине. Табын тирәләй ҡорҙаштары урын алған. Өҫтәлдең икенсе сатында – ҡатын-ҡыҙҙар. Көслө тауыш менән берәй шаян һүҙ һөйләп ебәреп, бөтәһен көлдөрөр ине лә бит! Үтә күренмәле шаршауҙың был яғында шул. Уны берәү ҙә күрмәй. Ана, Зәйнулла бажаһы. Хәҙер Ҡөръән аяттары уҡыр ул. Бажаһының баш осондағы тәҙрә шаршауына барып ҡунды күбәләк.
Зәйнулланың моңло мәҡәме аша яйлап ҡына һәр кемдең күңеленә ҡот, бәрәкәт тула барҙы. Көндәлек хәстәрҙәренән арынғандай булып, ауылдаштары берсә уйсанланып, берсә йөрәктәре йомшарып ултырҙы. Иштимерҙең йәне уларҙың йөҙҙәренә ҡарай ҙа әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы иҫләгәндәй була. Бына ул, елпенеп, ирҙәр ултырған өҫтәлде урап осоп китте. Һуңынан һәр ҡорҙашын танығандай, сәләмләгәндәй, баш остарында түңәрәк яһап һауала бейене.
«Ҡауи абзый, һай, күрше, нисек йәшәйеш? Һуғыш яландарында, иң ҡаты яуҙарҙа ун һигеҙ килограмлыҡ ПТР (танкка ҡаршы мылтыҡ) күтәреп, «Тыуған ил өсөн! Сталин өсөн!» тип алға барғаныңды әле лә илап һөйләйһеңме, һалдат? Һинең менән һыуҙың әсеһен-сөсөһөн бергә эскән саҡтар күп булды, абзый, бирешмә әле һин! Береһенән-береһе егәрле балаларың өсөн йәшә лә йәшә!»
«Эй, Мотаһар ҡорҙаш, әйҙә бер елкенеп көлөп ал әле! Көлөүең ҡыҙыҡ бит һинең! Һуғышта штрафбатты нисек алға ташланылар, тиһең әле? Ағас мылтыҡ менән, тиһеңме? Йөҙ грамм йәки ике йөҙ грамды һелтәйһең дә, теге ҡотортҡос һыуҙы әйтәм, әйҙә, алға! Ажғырып сығып йүгерәһең окоптан! Күп серләштек һинең менән, яҙмыштың әсе дөрөҫлөгөн татыған уҙаман һин. Ә үҙең аҡыл эйәһе, ниндәй балалар үҫтерҙең! Һис болоҡһома!»
«Йәғәфәр ҡусты, Рәйес ҡустылар! Бала ғына көйө тылда күпме ауырлыҡ күтәрҙегеҙ! Тормоштоң йәмен татып йәшәгеҙ, бөтәһен ҡыуандырып!»
«Флүр ҡәйнеш, оҫтаҡул, хеҙмәт батыры! Һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне бит һинең менән. Ҡулың ғына түгел, фекерҙәрең дә алтын һинең! Тере саҡта өндәшмәйбеҙ шул инде. Тик шуны әйтәм: яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай икән ул, быны хәҙер беләм. Ныҡ бул әле, ҡәйнеш!»
«Зәйнулла бажам, дуҫым, ҡорҙашым! Һинең менән Ер йөҙөндә бергә йәшәүем менән ғорурланам бит мин! Намыҫ менән йәшәнек, бирешмәнек, бына тигән балалар үҫтерҙек, рәхмәт һиңә! Ә Ҡөрьән аяттарын шәп уҡыйһың һин. Йыллығымды һинең алып барыуың – оло мәртәбә минең өсөн!»
«Баязит, улым минең! Донъяла йәшәүемдең оло мәғәнәһе, ҡанымдың дауамы! Һәр саҡ алға бар, ауырлыҡтарға төкөрөп ҡара. Һин булғанда, мин дә йәшәрмен, улым!»
Шулай итеп һәр кемгә өндәшкеһе килде Иштимерҙең. Күбәләк елпенеп осто ла осто. Ҡатындар араһынан кемдер: «Ана, Иштимерҙең йәне!» – тип ҡуйҙы шым ғына. Ир-ат иһә өндәшмәне. Сәстәре салланып, һирәгәйеп бөтһә лә, ҡырылмаған баштарына таҡыя кейеп, битараф ҡиәфәттә ултыра бирҙеләр. Шулай инде, ирҙәр иламай. Эстән генә һыҙа улар. Уйлағанын тышҡа сығармай. Сығарһа ла, һаран ғына йылмайыу аша күҙҙәрен селт-селт йомоп ситкә ҡараған була. Ә үҙҙәре һуғыш ғәрәсәттәрен үткән, ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәгән. Күбәләкте лә улар күрмәмеш булып ултырҙы.
Иртәгеһен ҡыҙҙары менән килене өйҙө матурлап йыйыштырып, тәҙрәләрҙе ҡышҡылыҡҡа ҡатлап ҡуйырға булды. Рәсимә, Баязиттың ҡатыны, тәҙрәне һөртөп алайым тиһә, аҡ буяуы бер аҙ ҡуба төшкән рам өҫтөндә теге күбәләкте күреп туҡтаны. Кисәге күңелсәклеге бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан инде әллә? Ҡанаттарын бер-береһенә ҡушып, йомолоп ҡатып ҡалған. Рәсимә менән Баязиттың шунда уйнап йөрөгән сабыйы Нәзир бармағы менән төртөп тә ҡараны:
– Ҡалтатаймыуыл?
Күбәләк ҡуҙғалманы. Ул инде Иштимерҙең йәне түгел, ә ябай бөжәк ине. Шулай ҙа уға теймәй генә ҡалдырып, тәҙрәне ҡатлап ҡуйҙылар ул саҡта.
...Баязиттың, өндәшмәгән һымаҡ йөрөһә лә, был ваҡиға күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған икән шул. Ана бит, күбәләкте көтә. Кинйә малай. Әсәһенең йәнен көтә. Йөрөй-йөрөй ҙә үҙ алдына: «Килмәне... Килмәне күбәләк», – тип ҡуя, ауыр һулап.
Йыллығын матур ғына үткәреп ебәрҙеләр әсәйҙәренең дә. Кешеләр таралышҡас, күстәнәс-фәләнде бүлешеп, өйҙәге газ мейесен һүндереп ҡалаға китергә әҙерләнеп кенә бөткәйнеләр, әсәйҙәренең һеңлеһе, Зәйнулла еҙнәләренең ҡатыны, Гөлиә апай килеп инде.
– Ниңә улай ҡабаланаһығыҙ? Әллә нисек күңелгә ҡыйын булып тик тора. Иртәгә китерһегеҙ, әйҙәгеҙ, мунса яҡтым, аш һалдым. Беҙгә барайыҡ, – тине.
Шулай итеп, Гөлиә апай менән Зәйнулла еҙнәләренә барып, иҫтәлектәргә бирелеп, эсте бушатҡансы һөйләшеп, мунса инеп, төнгә генә тыуған йорттарына ҡайттылар. Баязит ишекте асып ингән мәлдә үк һауала нимәлер үҙгәргәнлеген тойҙо. Әллә өй яҡтыраҡ, әллә йылыраҡ, әйтеп аңлатыуы ҡыйын. Куфайкаһын сисеп сөйгә элеүе булды, күкрәгенә йомшаҡ ҡына тулҡын бәрелде. Ҡағайым тип ҡулын күтәрһә, шаҡ ҡатып, алға, яҡтыға атланы. Свитерының күкрәк тапҡырында ғәжәп матур, ҙур бәрхәт ҡанатлы тауискүҙ ултыра ине.
– Апайҙар, Рәсимә, ҡарағыҙ әле! Әйттем бит һеҙгә, килә ул, тип!
Бөтәһе лә, бер аҙ ҡаушап ҡалып, күбәләкте күҙәтте. Хәҙер осоп китер ҙә юғалыр, тип ҡурҡтылар. Ләкин тауискүҙ бер ҙә осоп юғалырға ашыҡманы. Баязит яйлап ҡына өйҙөң оло яғына үтте, йоморо өҫтәл янына килде. Бөтәһе лә иҫтәре китеп өҫтәлде уратып баҫты. Өҫтәлгә әсәйҙәре ҡасандыр Мәскәүҙән алып ҡайтҡан ебәк эскәтер ябылған, затлы буяуҙары күпертеп һалынған нәзәкәтле сынаяҡтар янында аҡ селтәрле һөлгө ята. Баязиттың свитерынан ысҡынып, күбәләк бүлмәне иңләп осоп алды ла өҫтәлдең ҡап уртаһына аҡ һөлгөгә ҡунды. Аҡ һөлгө ерлегендә уның бәрхәт ҡанаттары айырыуса сағыу йылҡылдап, төнгө лампа яҡтыһында нурланып күренде. Тауискүҙ ҡанаттарын яй ғына, үҙ бәҫен белеп кенә һелкетә, киң асып, гүйә, бөтә матурлығын бүләк итә. Баязит та, ҡатыны Рәсимә менән балалары ла, апайҙары ла көтөлмәгән был хәлдән ғажиз ҡалды. Бөтәһе лә уны өнһөҙ генә күҙәтте.
– Мин белдем, белдем уның килерен! Әлдә бөгөн ҡалаға китмәгәнбеҙ!
Баязит, ниһайәт, тынлыҡты боҙҙо. Ул тантана итә ине. Башҡаларҙың да күңеле күтәрелеп китте. Әйтерһең дә, әсәйҙәре ҡайтҡан балаларҙай ҡыуаныштылар. Күбәләк, урап килеп, әле береһенең беләгенә, әле береһенең маңлайына ҡунды. Таңһылыуҙың башында оҙаҡлап ултырҙы тауискүҙ. Маңлайына күбәләк ҡунған көйө өйҙөң бүлмәләрен урап уҙҙы ул, әйҙә, әсәй өйөн күреп ҡалһын, йәнәһе. Бәләкәй Нәзирҙең ҡулында ҡанаттарын елпеп туйманы гүзәл йән эйәһе. Көлөшөү тауыштары көсәйгән һайын ул да дәртләнеберәк осто.
– Ярай, ныҡ мауыҡмағыҙ әле һеҙ, – тине өлкән апайҙары. – Ул бит барыбер әсәй түгел. – Күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтыраны.
Шул саҡта ғына эреле-ваҡлы балалар, ҡасандыр ошо түңәрәк өҫтәл тирәләй атайҙарының, уларҙы йөкмәп, шаяра-шаяра йүгергәнен, әсәй­ҙәренең ҡыуанып көлөп күҙәткәнен, ошо йоморо өҫтәлдәге ебәк япма өҫтөндә ярышып дәрес ҡарауҙарын, ҡара һауытын яңылыш түгеп ебәрһәләр ҙә, һис тә әр һүҙе ишет­мәгәндәрен, бала саҡтың, күбәләк кеүек, ҡанат елпеп осоп киткәнен, шау-гөр килеп торған өйҙөң инде тынлыҡҡа сумғанын – үҙҙәренең инде мәңгелеккә етем ҡалыуҙарын аңланы. Тауискүҙ ҙә ҡышҡы сатлама һыуыҡта үҙенә ҡайҙандыр, кем тарафынандыр бирелгән нурлы, балҡышлы көс-ҡеүәтен яйлап ҡына юя барҙы. Йоморо өҫтәлдәге йәшел ебәк эскәтерҙә затлы нәфис сынаяҡтарға ябылған селтәрле аҡ һөлгөлә сағыу бәрхәт ҡанаттарын йомдо.
***
Һауаның әллә нисәнсе ҡатлам­дарында, ә бәлки, ваҡыттың беҙ һиҙмәй торған ағымдарында, бынан бер нисә көн элек шундай һөйләшеү булды.
«Йә, Раббым, һинең ҡөс-ҡөҙрәтеңдең сиге юҡ. Һинең мәрхәмәтең диңгеҙҙәрҙән тәрән, йыһандарҙан төпһөҙ. Һиңә: «Бул!» тип әйтеү етә, теләгән һәр нәмәне тыуҙыра ла, юҡ итә лә алаһың. Бөйөк Раббым, мине йыллығыма балалар күбәләк рәүешендә килер, тип көтә...»
«Ҡайҙан беләһең?»
«Атайҙарының йыллығына күбәләк килгәйне. Уныһы ла һинең ҡөҙрәтең менәндер... Йә, Раббым, балаларыма иман бир. Уларҙың күңел күҙҙәрен ас, юлдарында яҡшы кешеләр генә осрап торһон, Хызыр Ильяс үҙе юлдаш булһын, бар эштәре изгелеккә алып барһын. Файҙалы ғилемдәр, хәләл ризыҡтар, хәйерле ғәмәлдәр насип ит балаларыма, йә Бөйөк Мәрхәмәт һәм Көс эйәһе!»
«...»
«Минең дә балаларымды бер күргем килә...»
«Эй гонаһһыҙ йән, нисек теләгеңә ҡаршы торайым? Фәрештәләр ҙә һинең өсөн үтенгәйне шул...»
«Раббым, мөмкинме?»
«Ә һинең ниндәй күбәләк булғың килә? Донъяла ҡайһылай ғына матур күбәләктәр юҡ!»
«Үҙебеҙ йәшәгән яҡта иң матуры тауискүҙ ине, Раббым!..»
«Ярай. Теләгәнең ҡабул булыр. Тик өлгөрөрһөңмө икән? Күбәләк рәүешен алғансы һин йән һыҙ­ланыуҙары аша башта һөмһөҙ ҡарыш­лауыҡ булырға, шунан инде ҡатҡыл тышлыҡ эсендә түҙеп булмаҫлыҡ ғазап менән ҡанатлы бөжәккә әүерелергә, аҙаҡ ошо йән үрһәләнеүҙәреңдең ҡанатыңа сағыу биҙәк булып төшөүен байтаҡ көтөргә кәрәк буласаҡ бит».
«Өлгөрөрмөн, Бөйөк Рәхим эйәһе!»
Ул өлгөрҙө.

Тамара Искәндәриә.

2016 йыл, июль.

Артур Василов һүрәте.

Читайте нас: