+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
29 Июнь 2021, 15:32

Аҙаштырған болан балаһы

(романдан өҙөк)Уларҙы атаһының класташы, мөдир ярҙамсыһы Тәзкирә апай ҡаршы алды. – Күҙ теймәһен, ҡайһылай үҫеп киткәнһең! – тип Гөлназды арҡаһынан яратып һөйҙө лә ашығып аш-һыу әҙерләнгән урынға инеп китте. Үтеп барышлай, бер бүлмәнең ишеген асып:– Марфуша, Зина килгәнсе Артурыңды ашатып ал, аҙаҡ ваҡытың булмаҫ! Кисәге кеүек ас ҡалмаһын – илар әтеү, – тип өндәште.Ниндәйҙер күңелгә яҡын, яғымлы тауыш ишетелде:– Хәҙер! Үҙе юҡта кабинетын йыуып сығарайым тигәйнем…

Тиҙҙән Тәзкирә апай батмус менән ике кешелек аҙыҡ индереп, өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Ашай тор, Гөлназ, асыҡҡанһыңдыр, атайыңа документ яҙғас, ул да килер.
Гөлназдың бер үҙенең генә ашағыһы килмәне. Тәҙрә төбөндәге гөлдәрҙе, стеналағы емеш-еләк төшөрөлгән һүрәттәрҙе ҡарай башланы. Ҡапыл һул яҡтағы асыҡ ишектән, алпан-толпан атлап, бәләкәй малай килеп сыҡты. Ниңәлер терт итеп ҡалды Гөлназ. Шикләнеүҙән түгел, аптырауҙан… Үҙе, малай ҡурҡып ҡуймаһын тип, күҙҙәрен унан алмай йылмайҙы, бармаҡтарын тирбәтеп, ҡулын алға һуҙҙы.
– Ар-тур!.. Һине Тәзкирә апай, Артур, тип әйтте бит әле. Әйҙә, кил миңә.
Малай ҙа унан ситһенеп торманы, ҡулдарын болғай-болғай, күҙҙәрен ялтыратып көлә-көлә Гөлназға ынтылды.
– Ар-тур! Ана шулай… Атла, атла, бәләкәсем!.. Кил, аҡыллым!..
Ауыҙынан сыҡҡан яғымлы һүҙҙәргә Гөлназ үҙе лә аптырап китте. Һағынған ҡустыһын күргәндәй, ҡыҫып ҡосаҡлап алды. Ә малай аяҡтарын ҡыуанып тыпырлатты, үҙенсә тәтелдәп, нимәлер һөйләгән булды.
– Әйҙә, мин һине үҙем ашатайым, сәй ҙә эсерәйем.
Күтәреп ултырғысҡа ултыртты ла үҙенә һалынған бутҡаны бәләкәс алдына ҡуйҙы. Ҡалағына саҡ ҡына эләктереп алып, ашата башланы. Гөлназға күңелле ине, ниндәйҙер яҡынлыҡ тартымы һиҙелде бәләкәстән. Сәсенән һыйпаны, йомшаҡ ҡулынан тотто. Икеһе бер-береһенә ҡарап, бер туҡтауһыҙ йылмайҙы. Ултырғысында сәбәләнә башлағас, иҙәнгә төшөрҙө. Әсәһенең аяҡ тауышын ишеткән икән, шуға борғоланған.
– Артур, һин ҡайҙа? Артур улым…
– Беҙ бында! – Гөлназ инеүсегә күҙ һирпте. Башына аҡ яулыҡ бәйләгән, һорғолт ҡыҫҡа халат кейгән йәш ҡатын да уға бер аҙ текәлеп торҙо. Унан, Гөлназға барырға теләп сәбәләнгән улын, әсәйеңдең эше күп шул, тип алып китеп барҙы.
Гөлназ шым ғына урынына барып ултырҙы, ике күҙен мөлдөрәтеп, улар артынан ҡарап ҡалды. Ниңәлер һулҡылдап илағыһы килде…
– Артур… Марфуша апай…Яңыраҡ төшөмдә күрҙем бит мин һеҙҙе. Тик бик алыҫта кеүек инегеҙ…
– Ҡыҙым, кем менән һөйләшәһең тағы? Әйҙә, Тәзкирә апайың беҙгә әҙерләгән бәлештәр менән сәй эсеп алайыҡ та, тыуған ауылыбыҙға ҡарай һыпыртайыҡ. Бында эш бөттө.
– Атай… Мин бер бәләкәй малай менән ашаным инде. Исеме – Артур. Яңы атлай башлаған… Ә ул… бында ҡаламы?.. Уны алып ҡайтмайбыҙмы?
Миҙхәт көлөмһөрәне, тирә-яғына ҡарап алды.
– Нимә, ҡыҙым, әсәһе юҡмы әллә малайҙың, алып ҡайтырға?..
Эштәрен тамамлаған Тәзкирә апай ҙа килеп ҡушылғас, тәмләп сәй эсергә ултырҙылар.
– Тағы яңы хеҙмәткәрме? – тип белеште Миҙхәт, Артур тураһында һүҙ сыҡҡас. – Бындағы кешеме?
Гөлназ Тәзкирә апайы янына шылып ултырҙы, күҙҙәренә ҡараны.
– Ашнаҡсыға уҡып алғас, ике айҙай ғына эшләп ҡалды беҙҙә Марфа. Элекке мөдир – Нюра апайҙың балалар йортонан алған ҡыҙы. Ваҡыт тиҙ үтте шул, һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, Миҙхәт.
Миҙхәт көлөмһөрәне, үргә ҡарап, нимәнелер хәтеренә төшөрөргә тырышты, аҙаҡ башын сайҡаны.
– Хәтерләмәйем һымаҡ… Күргәнем булмағандыр…
– Күрергә ни, ул өй ҡошо. Димләп тигәндәй кейәүгә биргәйнеләр, яҙылышып өлгөрмәнеләр, туйҙан һуң айырып та ҡуйҙылар. Бер саҡ Нюра ҡарсыҡтан һораһам: «Үҙ-ара һөйөү булмағас, шулай инде…» – тине лә ҡуйҙы. Бөгөн ҡарттар гүр эйәһе, Марфа малайы менән иҫке өйҙә тороп ҡалды. Яңы өйөнә Кузьма ҡарттың Ташкентта торған ҡустыһы бисәһе менән ҡайтып төштө. Кеше һөйләүенсә, был икәүгә көн күрһәтмәй, тиҙәр. Бында ла… уҡып сығып, аш-һыу рәтен яҡшы белһә лә, һаман элекке хужабикә Нюраға үс итеп, Зина Мөрсәлимовна уны плитә тирәһенә ебәрмәй, практика үтһен, тип көлөп, тик ҡара эшкә ҡуша. Йүгереп йөрөп, бөтөрөлөп эшләй, барыбер хужабикәгә ярай алмай… Ә иртәгә әрмәндәр янына ебәрергә самалай… Йәш бит әле, ҡурҡам…
Тәзкирә аш-һыу һауыттарын тиҙ генә йыйыштырҙы, әле һыуып өлгөрмәгән компот алып килде.
– Хәтерләргә тырышһаң да, һаман да иҫеңә төшөрмәнең шикелле, Миҙхәт, Марфаны. Һуңғы уҡыу йылындағы беренсе ҡыңғырауҙы оноттоңмо әллә? – Тәзкирә еңелсә йылмайып ҡуйҙы. – Бер матур ғына ҡыҙыҡайҙы яурыныңа ултыртып, байрамда ҡыңғырау биргәйнегеҙ бит… Ҡыҙҙы ергә төшөргәндә, нимәлер әйтеп, көлдөрөп тә алғайның. Хәтерләйһеңме?..
– Эйе… Ундай көн онотолмай инде… Ҡыҙҙан: «Күбәләк кеүек еңелһең, осоп ҡалманыңмы, зыңғырҙаҡ-ҡыңғырау?» – тип көлөп һорағайным. Шаяртҡанды аңлап, ул да йылмайҙы… Уҡыуҙы бөткәндән бирле уны бер тапҡыр ҙа осратманым шикелле.
– Ана шул күбәләк ҡыҙыҡай Артур малайҙың әсәһе – Марфуша.
– Марфуша… Беренсе ҡыңғырау ҙа, беренсе синыфтар ҙа хәтергә төштө. Рәхмәт һиңә, Тәзкирә, уҡыу йылдарын тағы берҙе иҫкә алдыҡ. Беҙгә лә, бәлки, үҙебеҙҙекеләр менән йышыраҡ осрашып торорға кәрәктер.
Ҡапыл артҡы ишек ҡаты итеп ябылды, нимәлер иҙәнгә төшөп тәгәрәне. Аш-һыу бүлмәһенән ишетелеп торған ҡатын-ҡыҙ тауышы өҙөлдө. Ҡашығаяҡ өҙлөкһөҙ сыңланы.
– Ҡайтты… Асыулы икәне күренеп тора Зина-Хужабикәнең. Компо­тыңды эсеп бөт, ҡыҙыҡайым. Мин дә йүгерҙем!.. Юғиһә, эттәй өрөп таптыртасаҡ...
Ысынлап та, нимәгәлер ярһығайны мөдир. Кемделер ҡысҡырып әрләргә тотондо. Миҙхәт ҡыҙына торорға ишара яһаны. Тик Гөлназ ҡуҙғалманы, компот эсеүен дауам итте.
Зина Мөрсәлимовнаның кемгә ҡаҙалыуы билдәле ине. Бөтә ашхана эсендә, трибунала торған ярһыу оратор кеүек, уның ғына тауышы яңғырап торҙо.
– Һиңә күпме әйтергә мөмкин! Ниңә балаңды һаман бында алып киләһең?! Ҡайҙа нянькаң? Ҡыҙбикәне әйтәм!
Тулҡынланған йомшаҡ тауыш йәнәшә ҡушылды.
– Үҙегеҙ беләһегеҙ бит, балалар баҡсаһында ремонт, ә Ҡыҙбикә апайҙар кисә Ырымбурға туйға китте. Минең, һуң, ғаризам бар: Артурға йәш ярым тулмаған бит әле... Риза булмаһам да, ашығыс эш бар, тип үҙегеҙ саҡыртып алдығыҙ ҙа баһа…
Ләкин тегенеһе Марфаның әйткәнен ҡолағына ла элмәне шикелле.
– Миңә көн дә эшләгән кеше кәрәк! Ҡайҙа медсправкаң? Ниңә һаман бирмәйһең?! Әллә берәй ауырыу йоҡторҙоңмо?! Бөгөн үк эштән китһәң дә була, барыбер һиңә әле приказ яҙмағанмын! Нюркаң әйткәнсә, ана бара юлың – дүрт яғың ҡибла – көсләү юҡ! Башҡаса бында ике аяғыңдың береһен баҫма балаң менән!
– Декретҡа тиклем һеҙҙә эшләнем бит…
– Эшләһәң һуң! Әгәр ваҡытлыса ҡалырға теләһәң, фермала йөрөгән теге әрмәндәрҙең ашарына ташы! Тик балаңды унда ла һөйрәтеп йөрөтмә! Ишет: бикләһәң – биклә, ауыл буйында ҡалдырһаң – ҡалдыр, әммә эшеңде күрһәт! Әрмәндең күҙен ҡыҙҙырһаң – уныһы һинең эшең, башҡа ебәрер кешем юҡ! Һине, былай ҙа, Трофимдың һөйәркәһе тиҙәр! Ана, бөтә ауыл шаулай!
– Зина апай, һеҙ нимә һөйләйһегеҙ? Ялған бит был.
– Етте, һинең урыныңа кеше алғанмын! Хәҙер эшһеҙҙәр менән быуа быуырлыҡ. Балаңды ҡайҙа ҡуйырға белмәгәс, теләһә кемдең аҫтына ятмаҫ инең! Етмәһә, апай, тип торған була!.. Зина Мөрсәлимовна, тип өндәшәләр миңә хатта түрәләр ҙә!.. Тапҡан туғанын!
Артурҙың илаған тауышы ишетелде.
– Әйҙә, атай… – Гөлназ ҡабаланып урынынан торҙо. – Тиҙерәк булайыҡ, Марфа апай менән Артур ҡайтып китмәһен...
Ат янына сыҡҡас, Гөлназ да, Миҙхәт тә ишектән күҙен алманы. Зина-Хужабикә һаман тыныслана алманы, көр тауышы ашхана урамына уҡ бәреп сыҡты:
– Бала күтәреп, аяҡ аҫтында буталып йөрөгәнсе, малайыңдың атаһының салғыйына булһа ла йәбешеп китер инең, сит ир һәпрәһе булып, Нюрканы алмаштырып, төноҙон йөрөгәнсе!.. Эшкә лә барымың юҡ, йоҡлап йөрөйһөң!
– Ҡайһылай оятһыҙ был Зина-Хужабикә… Артурҙы ҡурҡытып бөтә инде… – Ололарса ауыр итеп уфтанып ҡуйҙы Гөлназ. – Бигерәк йәл Марфуша апай.
– Марфа… Марфуша… Ауыр хәлгә ҡалғанһың икән шул, Марфуша…
Марфа күренгәс, Гөлназ улар янына ашыҡты:
– Артурҙы кейендерергә ярҙам итәйем әле…
Миҙхәт ныҡ тулҡынланды, аты аша ҡарай-ҡарай, арба өҫтөндәге балаҫ-түшәктәрҙе рәтләп һалды. Малайҙы коляскаға ултыртып, ашхана һуҡмағынан юлға төшкәстәре, ул да ҡуҙғалды.
– Ә хәҙер, ҡыҙҙар, минең арбаға ултырығыҙ…
Әллә бошоноуҙан, әллә уңайһыҙланыуҙанмы икән, Марфа Миҙхәт менән баш ҡағып ҡына иҫәнләште, уның кем булыуына ла иғтибар итмәйсә, балалар урынлашҡас, үҙе лә арбаға менде.
Ашхана тәҙрәһенең зәңгәрһыу ҡорғаны аҫтыртын ғына елпелдәп асылды, унан ҡыҙыҡһынып ҡараған ҡатын-ҡыҙ йөҙө күренеп ҡалды. Марфа бер генә тапҡыр ҙа артына әйләнеп, ул яҡҡа күҙ һалманы, үҙ эсенә бикләнде. Болоҡһоп килгән Миҙхәт йәш әсәнең билдәһеҙлек араһында, сабыр йөрәгенә һис тә һыйҙыра алмаған, таш булып ятҡан ауыр уйҙар эсендә япа-яңғыҙ төңөлгәнен яҡшы аңлай ине. Уның да йәнәшәлә генә типкән йөрәге хәсрәт эсендә ҡубып барған кеүек тойолдо.
Миҙхәт уйнап ултырған балаларға ҡарап йылмайҙы, атын яйлата төштө. Гөлназ мәле-мәле менән ҡысҡырып көлөп ебәрә, йә шиғыр һөйләп сәпәкәй һуға, йә малайҙың йомшаҡ ҡулдарынан һыйпай, арҡаһынан тупылдатып һөйөп ала. «Марфуша ла быны һиҙә торғандыр… – тип көрһөндө Миҙхәт. – Нимә уйлап бараһың һин, яңғыҙ әсә? Ярай, хәҙер төшөп тә ҡалырһығыҙ. Малайыңды коляскаһына ултыртып, ары китерһең…» Миҙхәткә, ниңәлер, ҡурҡыныс булып китте. Шоморт күҙҙәрҙең моңһоулығы үҙәккә үтеп, йөрәкте әрнетте, маңлайында һалҡын тир бөртөгө ялтыраны. Марфаны ул, нишләргә белмәй аптырағандан ҡаңғырып, оя ҡора алмай бәпкәһен эйәртеп йөрөгән яңғыҙ инә аҡҡошҡа оҡшатты… Гөлназы менән үҙе хаҡында ла уй сайҡалып үтте. Улар ҙа яңғыҙ бит… Ана, бәпкәләр бер-береһенә һыйынған, сутылдашалар… Нисек хәҙер уларҙы айырып алырға, Артурҙы арбанан төшөрөп ҡалдырырға?..
Ат матур һүрәттәр төшөрөлгән ҡапҡа алдына туҡтаны. Ҡапыл тертләп киткән Марфа, йөҙө ҡараңғыланып, башын ҡырҡа сайҡаны.
– Бында Трофим ағайҙар йәшәй… Ә мин картуф баҡсаһы эсендәге өйҙә торам. Беҙгә аҫтағы урамға төшөргә кәрәк. Баҡса буйында йәшел ҡапҡа бар, шунан йөрөйбөҙ. Тимербай ағай яңыраҡ асып биргәйне – үҙҙәре яғынан…
Марфа хәсрәт тулған ҡарашын арбаның икенсе яғында торған, үҙҙәрен алып килгән кешегә – ҡыҙҙың атаһына төбәне. Уның алдында таҙа кәүҙәле, ҡарағусҡыл йөҙлө, ҡалын ҡара ҡашлы, тыныс ҡарашлы, онотолмаҫ һоро күҙле… Миҙхәт тора ине.
– Эй, Хоҙайым… Был һеҙме?..
– Эйе, Марфуша… Мине онотманығыҙмы әле?..
Марфа тулҡынланыуҙан бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Һалҡын көсөргәнештән өшөп килгән ҡулдары аша барлыҡ торошона йылылыҡ йүгереп үтте, хәсрәт-ҡайғыларҙы емерерҙәй һулыш-яҡлау көсө эргәһенә йәнәш баҫҡандай тойолдо. Ғәжәп, ул быны һиҙҙе.
Шул саҡ өй янындағы баҡса рәшәткәһе артынан бер ҡатын әсе тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
– Һин нимә, ирҙәр емтеге! Бында торған ҡапҡаны ҡайҙа иттең?!. Картуф баҡсаһын да тартып алырға булдыңмы әллә?! Бел – ул ер ҙә беҙҙеке!!!
Миҙхәт алдында Марфа ныҡ уңайһыҙланды, тиҙерәк өйгә инеп китергә ашыҡты. Бындай тартҡылашты ишеттерергә теләмәне ул.
– Трофим ағайҙың ҡатыны… Көн һайын беҙҙең эштән ҡайтҡанды көтөп тора ла аҡыра башлай… Аяҡ баҫырға ла ирек бирмәй…
Ҡапыл аяҡ аҫтына буш араҡы шешәһе килеп төштө, уның артынан тағы әшәке һүҙҙәр ябырылды. Миҙхәт өр-яңы ғәйбәткә сәбәп булды.
Асыуы сикә тамырҙарын ҡалҡытҡан ир түҙмәне, ҡатын яғына атланы.
– Шым, ҡысҡырма, телеңде оҙаҡ сарлама! Мин икенсе бисәнең ире түгел! Марфа – минең ҡатыным! Артур – улым! Бөгөн ғаиләмде алырға килдем! Марш үҙ яғыңа!
Хәлдең былай боролоуына аптыраған ҡатын күҙҙәрен аҡайтып ҡарап торҙо ла, кейеп сыҡҡан калушын шапылдата-шапылдата, оло йорт яғына йүгерҙе.
– Ә һин әҙерлән, Марфуша, беҙгә китәбеҙ! – тине Миҙхәт кире ҡаҡҡыһыҙ тауыш менән. – Ошоға тиклем нисек итеп был аждаһалар менән йәшәнең? Нисек аҡылыңдан яҙманың? Бөтә документтарыңды ал, иң кәрәкле нәмәләреңде йый… Ишегеңде биклә. Ҡалдырмайым мин һеҙҙе бында!
…Бер урында торған күк көмбәҙе алыҫтарға һуҙылған офоҡҡа тоташып, иркенлек ҡосағы йәйелгәс, иҫ китмәле рәхәтлек бар булмышты солғап алды. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡуна башлаған тыныслыҡты тойоп, аңына яңы килә башлаған Марфа ҡаушап ҡалды, үҙенең ҡайҙа барғанын аңлағас, дилбегәне әкрен генә тулҡынландырып, үҙе менән йәнәшә ултырған Миҙхәткә уңайһыҙланып, хәсрәт тулған күҙҙәре менән тилмереп ҡарап алды, сикәһе алһыуланды. Әгәр ҙә ошо мәлдә малайы иҙерәп йоҡлап ятмаһа, арбанан һикереп төшөр ҙә ҡалыр ине. Эйе, эйе, бындай хәл булмаҫ ине. Ояты ни тора! Эй, Марфа-Марфуша, аҡылың ҡайҙа һинең?.. Ярай, Миҙхәтте танының да, ти… Ултыр ҙа китсе… Оят бит, оят!..
– Миҙхәт ағай… – Ҡатындың тауышында хәсрәт ауазы уйылып китте, күҙҙәренә ҡапыл килеп тығылған күҙ йәшен йәшерергә теләп, ситкә ҡараны. – Һеҙ мине алйот, аҡылға бер төрлөрәк, тип уйлайһығыҙмы?.. Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, зинһар, был минең өсөн бик мөһим… Ҡаушаным да ҡалдым шул – башым әйләнде төрлө йәберләүҙәрҙән… Бөтә шауҡым бергә ҡушылды – түҙгеһеҙ.
Миҙхәт үҙ итеп йылмайҙы, уның яғына әҙ генә шылып, боролоп ултырҙы.
– Бер ваҡытта ла үҙегеҙҙе кәмһетмәгеҙ. Мин беләм: һеҙ түҙемле, эшсән, күркәм холоҡло ҡатын. Ә инде кешенең битенән алғандар, ғәйбәтсе холоҡһоҙ бисәләр, үҙҙәренең кем икәнен белгертмәҫкә тырышып, үҙ бысрағын башҡаларға ырғытырға тырыша. Мин – пак, ә ул – әшәке, йәнәһе. Һин уның кеүектәргә ҡарама ла, Марфа, ҡурҡма ла… Үҙеңә бирелгән көсөңдө бушҡа исраф итмә, бөтөрөлмә. Яҡшы кешеләр күп.
– Атай, беләһегеҙме? – Гөлназ шатлығынан көлөп ебәрҙе. – Беҙ бөтәбеҙ ҙә бөгөн бер арбала ултырабыҙ – Миҙхәт атайым арбаһында, шулай бит, Марфа апай? Бер арбала ултырғас, бөтәбеҙҙең дә башы бергә әйләнә.
Миҙхәт Марфаның ҡулдарын һыйпап алды, ҡыҙының һүҙенә ҡеүәт бирҙе.
– Дөрөҫ әйтә ҡыҙыбыҙ… Алйотмо беҙ, аҡыллымы – бер арбала барабыҙ, тимәк, бер бөтөн ғаилә. На, малҡай, борол Сейәле түбәгә!..

Айһылыу Йәғәфәрова.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: