-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Июнь 2021, 21:05

Һүтелделәр, апай, толомдарың

Мәүлиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы Әхмәтйәнова 1960 йылдың 8 октябрендә Мәсетле районының Теләш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһында, Мәсетле район гәзитендә, Ямал өлкәһенең Тарко-Сале ҡалаһында мәктәптә эшләй. «Атайыма аҡ эшләпә», «Хуш, пулнамуч» исемле китаптар авторы. «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдары лауреаты. Хикәйәләре төрлө йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, «Бельские просторы», «Северные просторы» журналдарында рус телендә баҫылды.

Хикәйә
Юлдан аҙ ғына юғары яңғыҙ ҡайын үҫә. Ағас туп-тура күккә үрмәләмәй, ә ҡыйыш, шуға ул башын түбән эйеп, юл эргәһенән үтеп киткән һәр кемде ҡаршы алып, оҙатып ҡалған кеүек тойола.
Бына уның янынан Хәбибә апай үтеп китте, ҡайын уға ла башын эйеп ҡалды, тик апай ян-яғына ҡарамай, ҡулына сыбыҡ тотоп, һыйыр ҡыуа. Йүгергән ыңғайға артындағы ауыр, тығыҙ толомдары, йән ингәндәй, арҡаһында ян-яҡҡа бәүелә, улар ҡамасаулап алдына килеп төшә, бындай саҡта апай сәстәрен артҡа сөйөп ебәрә һәм улар ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа, ҡанат шикелле, һауала осоп барғандай тойола, ә аҙаҡ ялпылдашып кире арҡаһына ята.
Хәбибә апай малдар ҡыуа, ә беҙ ауыл осонда, урамдың һуңғы өйҙәре артында, ҡасышлы уйнайбыҙ. Оҙаҡҡараҡ ҡалһаҡ, ул беҙҙе эҙләп тә килә, ике энемде ике яҡтан етәкләп ала, ә мин арттан эйәрәм.
– Кем инде шулай ҡараңғы төшкәнсе уйнай? Ҡасҡылар килеп сыҡһа? Бер ҙә ҡурҡа белмәйһеҙ, – тип һуҡрана ул юл буйы. – Бәрәңге лә һыуынып бөттө, һөт тә.
Мин өндәшмәйем, сөнки беҙҙе көтә-көтә һыуына ла башлаған һөт менән бәрәңге күңелде йылыта, бер кемгә лә, бигерәк тә апайыма, үпкәләйһе килмәй. Ул, ана, һыйыр ҙа һауған, туғайға ҡыуып та сығарған, бәрәңге лә бешергән.
Хәбибә апайҙың орошоуында бер тамсы ла асыу юҡ. Хатта толомдары ла ян-яҡҡа сайҡалып, мин һеҙҙе яратам, яратам бит, тигәндәй.
Һәр көн иртән ул сәсен тарай. Улар Хәбибә апайҙы башынан тубығына тиклем ҡаплай ҙа ҡуя. Инәйем үҙе үреп ҡуйһа, маҙаламай арҡаһында ғына яталар, ә апай нәҙек кенә бармаҡтарын йүгертә-йүгертә, семәрләгәндәй, үҙе үрһә, алға төшә. Шуға ҡарап бөгөн уның сәсен кем үргәнен белергә була.
Инәйем йома алдынан мунса яҡҡанда, алдан уҡ сәс йыуырға һелте әҙерләп ҡуя, ә ул үҙе кесерткән йыйып бешерә, һәм уның һыуында сәсен сайҡай. Ҡышҡылыҡҡа ла, ҡул­дарын саҡтыра-саҡтыра йыйып, мунса башына мендереп, киптерергә ҡуя.
Инәйем апайымдың толомдары менән уның үҙенән кәм ғорурланмай, һоҡлана ла, ауыр һулап та ҡуя:
– Бына һин дә еткән ҡыҙ булдың, үҙең дә үҫтең, сәстәрең дә үҫте, яҡшы ғына урын тура килеп, кейәүгә генә сығып ҡуйһаң инде. Эй, Хоҙайым, бәхет бир балама, яҡшы ғына кеше тура ит. Хәлле-көрлө генә урынға, яҡшы ғаиләгә эләкһен...
Сәсе лә әле ул тиклем оҙон булмаған Һәҙиә һеңлемә ҡарап:
– Һин дә үҫерһең, ҡыҙҙар улар ҡанатлы ҡош кеүек, ата-әсә йортонда оҙаҡ йәшәмәй, үҫәләр ҙә, осалар ҙа, – ти.
Ә беҙҙе, малайҙарҙы, ике энем менән мине, ҡаршыла ғына йәшәгән Ҡасим бабайға ебәрә. Ул салғы тимеренән ҡулдан эшләнгән бәкеһен ҡайҙандыр килтереп сығара ла үткерләргә тотона, үҙе туҙҙырап ятҡан утынға башын һелкә. Беҙ өйәбеҙ, ә ул инде иң кесе энемде эргәһенә саҡырып, уны түмәргә ултыртып, сәсен ҡырырға тотона. Бына уның интегеүҙәре башлана, ул, башын әле һулға, әле уңға бороп, муйынын ҡыҫа. Ҡасим бабай:
– Тик кенә ултыр, улайһа ҡолаҡһыҙ ҡалаһың, – тип йомшаҡ ҡына итеп берҙе сиртеп тә алһа, тик кенә ултырырға тырыша.
Тик үҙе әлдән-әле мышылдап, танауын тартып ала, ә күҙенән субыр-субыр йәштәре аға.
Уның артынан алмаш-тилмәш был түмәргә беҙ ултырабыҙ.
Дөбөр-шатыр өйгә ҡайтып инәбеҙ, инәйем шатланып туймай:
– Бына хәҙер ҙур үҫеп китерһеҙ. Ярай, һеҙ малай булып тыуғанһыҙ әле, улайһа был ҡыҙҙар менән мәшәҡәт, сәстәрен ҡарарға кәрәк. Бына, барҙығыҙ ҙа ҡырҙырып та ҡайттығыҙ. Ана, хатта ҡояш та, һеҙҙең ялтырап торған башығыҙҙы күреп, болот араһынан килеп сыҡты.
Уның уйлауынса, оҙон сәс малай­ҙарҙы үҫтермәй, ә ҡыҙҙарҙың, киреһенсә, үҫеп еткәнлеген күрһәтә. Ул:
– Уф, Алла, бигерәк ауыр тормошта йәшәйбеҙ,– тип зарланып алырға ярата.– Кейергә кейемегеҙ юҡ, аяҡҡа ботинкағыҙ юҡ, алам тиһәң, аҡсаһы юҡ. Әйбер тағы, ямайым тиһәң, ямаулығы ла юҡ әле уның.
Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәрҙең өҫтөндә матур кейем күрһәң, их, минеке лә шундай булһа, тиһең. Ҡайһы саҡта үҙең өсөн оят та булып китә, тишек-тошоҡ кейемең, кәлүштәрең... Шунан иптәштәреңә ҡарап ҡуйһаң, бер һинең генә тубығы ямаулы ыштан кеймәгәнең, башҡаларҙың да фуфайкаларының алды аҫтан-өҫкә тиклем икенсе төҫтә икәнен күрһәң, ҡул һелтәп ҡуяһың. Ә кейенеүҙән бигерәк, туйғансы бер ашайһы килә, ә ашарға юҡ. Хыялланаһың, бына ҡулыңа түңәрәк әпәкәйҙең яртыһын, ярай, яртыһын да түгел, дүрттән бер генә өлөшөн булһа ла, ике ҡуллап тотоп, ҡайырып бер тешләргә ине. Эх! Тышы кетерҙәй, ә эсендәге йомшағынан йылы килеп торған кеүек, әйтерһең, мейестеке һаҡланған.
Тешләп алаһың, сәйнәйһең, тешләп алаһың, сәйнәйһең, ауы­ҙыңда әүәләйһең, шунда нисек күҙгә күренмәгән тамырҙар буйлап уның тәменең бөтә ағзаларыңа таралыуын тояһың кеүек. Моғайын, ул ерҙән килгән көстөр, сөнки ул да бит икмәккә әйләнгәнгә тиклем, бәләкәй генә бойҙай бөртөгө булған, тамырҙарын ергә ебәреп, унан көс алған. Башың да шәберәк эшләй, йоҙроғоң да тосая, аяғың еңеләйә. Донъя ла матурайып киткән кеүек, һауа ла бейегерәк, ҡояш та көслөрәк яҡтыртҡандай тойола.
Әпәкәй тураһында шундай хыялдар менән йәшәйһең. Ә әпәкәй юҡ, йәй әле йәшәргә була, һыйырыбыҙ бөтәбеҙгә етерлек һөт бирә, урман-ҡырҙар тулы балтырған, ҡуҙғалаҡ, еләк, көҙ ҙә әле ярайһы, ә бына ҡыш аҙағында бәрәңге лә бөттө, һыйыр ҙа ташлатты.
Шуныһы яҡшы, һеңлем менән мине икенсе дәрестән һуң мәктәптә ашаталар, шуға уҡыуҙы ҡалдыр­майбыҙ. Һалма туралған һөтлө аш бирәләр. Һөттө колхоз фермаһынан килтерәләр, ә һалманы Ғәҙилә апа, беҙҙең ашнаҡсыбыҙ, тәүҙә ҡунала он иләп, ҡамыр баҫа ла, киң таҡталарҙы шаҡылдатып бик оҙаҡ үҙе киҫә.
Һәр синыфтан сиратлашып нәүбәтселәр билдәләнә, улар утын индерә, һыу ташый, аш таратҡанда ярҙам итә. Был көн шәптәрҙән һанала, дәрестә ултырмайһың, беләгебеҙгә ҡыҙыл сепрәк бәйләп, бик эре генә йөрөйбөҙ.
Ғәҙилә апай беҙгә бер ҡасан да ҡысҡырмай, тәүҙә бергәләшеп ултырып берәр шаҡмаҡ шәкәр, ҡыуырып алынған йәймә менән мәтрүшкә сәйе эсеп алабыҙ, ә аҙаҡ эшкә тотонабыҙ.
Ауылда мәктәп ете йыллыҡ ҡына, Хәбибә апайым уны тамамлағас, бер йыл инәйем менән һарыҡ фермаһында эшләне, ә яҙға сыҡҡас, уны Әртәгә торф сығарырға ебәрҙеләр. Ауылдан дүрт ҡыҙ, ҡулдарына төйөнсөк тотоп, ҡара таңдан ауылдан сығып китте. Беҙ һеңлем менән Хәбибә апайҙы шишмәгә тиклем оҙатып барҙыҡ.
Бер нисә аҙнанан ялға ҡайтты. Бәләкәй генә тоҡсайҙа он алып ҡайтҡан. Кинәнеп:
– Ике стакан! – тип, үлсәгәндәй, һелкеп күрһәтә.
Инәйем ике йомортҡа табып индерә, апайым һыу өҫтәп ҡамыр баҫа, тәтелдәй-тәтелдәй таҡта өҫтөндә йәйергә тотона, торфта нисек эшләгәндәрен һөйләй:
– Башта ағасын киҫәбеҙ. Көрәк йә балта менән тамыр соҡоп әлһерәйһең. – Ауыҙына инеп ҡамасаулаған ваҡ сәстәрен йөҙөнән артҡа һыпыра. – Ер һыулы, сабып ебәреү менән бысраҡ һыу һинең өҫтөңә сәсрәй, бысранып бөтәң. Үтмәҫ балта менән көн буйы һелтәнәбеҙ. Балта үткерҙәргә лә өйрәнеп бөттөм, – тип инәйемә йылмайып ҡарап ҡуя.
Инәйем:
– Ай, Аллам... – тийеүҙән башҡа һүҙ тапмай.
– Бер кешегә нурмы ун сутый. Нәҙегерәк ағастар үҫһә, еңел. Ҡайһы ерҙә бигерәк шырлыҡ, саба торғас, күҙең аҡая инде. Тиле кешеләй һелтәнәң дә һелтәнәң. Ай, инәй, унда шундай ҡуйы урмандар.
– Ай, Аллам...
– Норманы арттырып үтәргә тырышаң. Ун ике, ун биш сутый итһәң, әпәкәйҙе лә күбрәк алаң.
Ул йәймәне дүрт өлөшкә бүлә лә һәр береһен таҫма итеп киҫеп сыға, киҫәктәрҙе өҫтө-өҫтөнә һалып, таҡтаны шаҡылдата башлай. Уның йүгерек ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
– Ә нурмыға күпме?
– Нурмығамы? 500 грамм, ҡайсаҡта 600 ҙә булып китә. Ашарға башҡа бер нәмә лә юҡ. Хыт нишлә...
– Ә торф ул нимәгә кәрәк һуң? – тим мин аптырап.
– Һе-е-е! Кәрәк! Аҙаҡ таҙа ерҙе трактор киҫеп сыға. Аны аҡтарып алып, носилкаларға тутырып бер урынға ташып өйәбеҙ. Һыулы ер күтәргеһеҙ, эсһеҙ ҡалаң. Анһына ла түҙерейең, ул күгәүен, ул серәкәй, күҙҙе лә аҫтырмай. Баштан аяҡ һырып алалар. Томаланып эшләйең, башҡаса мөмкин түгел.
Мин түҙемһеҙләнеп һорауымды ҡабатлайым:
– Ниәҫтәгә кәрәк һуң ул?
– Ул ҡорой. Яғыулыҡ бит инде. Аҙаҡ уны вагонеткаларға тейәйһең, бәләкәй генә тимер юлы шунда. Алып китеп кенә торалар.
Инәйем, апайым ҡайтыр тип, һәр ял мунса хәстәрләй, элек йома алдынан, ҡоро көн ингән булһаҡ, хәҙер яңыса ял көнөндә яғабыҙ.
Ул ҡайтһа, уның яңғырауыҡлы тауышынан өй йәнләнә, әле ул аш бешерергә һалма киҫә, әле өй таҙартырға булып китә, иҙәнде ҡыра, тәҙрә йыуа йә мейес ағартырға тотона.
Хәбибә апайым эшләгән ерҙә торорға урын юҡ, улар шундағы кешеләрҙә йәшәй икән.
– Һаҫыҡта көнө буйы эшләйең, йыуынырға юҡ инде. Эх, мунса булһа, тибеҙ. Һыу йылытабыҙ ҙа алмашлап тышта ҡойонабыҙ, беребеҙ йыуына, икенселәребеҙ уны япма менән ҡаплап тора. Мунса түгел инде.
Инәйем бер инеп, бер сығып йөрөй, ул мунсаны томалап та килгән. Ҡыҙын беҙҙән йәшереп һаҡлаған ниндәйҙер аҙыҡ менән һыйламаҡсы була.
– Хәҙер рәхәтләнеп йыуынып сығырһың, япраҡ бешерҙем, – тип ябығып киткән Хәбибә апайыма оҙаҡ итеп ҡарап ултыра.
– Инәй, ул яҡтарҙа мунса юҡ икән, бик һирәктәрендә генә күренгәләй. Үҙҙәре мейес яға ла, һалам түшәйҙәр ҙә, өҫтәрен һалып, шунда инә лә яталар. Беҙ улай оялабыҙ.
– Өҫтәренә урман ауырға тора, ул мунса һалып ҡуйһалар һуң. Кит, инде, кит, – тип иҫе китеп тыңлай инәйем апайымды.
– Иҙән дә йыумайҙар. Беҙ ҡырып, йүкә йыуғыс менән ышҡып, эҫе һыу менән йыуып сығарһаҡ, хужабикәнең иҫе китә. Улар яғында туҡмас та киҫә белмәйҙәр икән, беҙ киҫеп өйрә бешерһәк, ай ҙа вай киләләр.
Беҙ аҙна һайын, ялға ҡаршы, Хәбибә апай ҡайтһа, эх, күңелле булыр, бәлки, ул беҙгә берәй нәмә алып ҡайтыр, тибеҙ, әйтерһең, әкиәттәге кеүек уны аҙаштырмай ғына өйгә алып ҡайтһын өсөн, юлына йомғаҡ тәгәрәтеп ебәрәбеҙ.
Беҙҙән тыш, Хәбибә апайҙың ҡайтыуын ҡаршы ғына йәшәгән Ҡасим бабайҙың кесе улы Әнүәр ҙә көтә. Беҙҙе күреп ҡалһа ул:
– Хисем был аҙнала ҡайтамы? – тип һорар булды.
Ул Хәбибә апайҙы исеме менән әйтмәй, ә асыуҙы килтереп, хисем тип йөрөтә. Мин, әллә, тип, яурын һелккәс:
– Хисем ҡайтһа, миңә һыҙғырырһың, йәме! – ти.
Ә иптәш малайҙар:
– Ҡасан еҙнәңдән бәке һорайһың? – тип көлә башлай.
Йылы тотһон өсөн, нигеҙ эргәһенә өйөлгән ҡара бураға Хәбибә апайымдың нимәлер күмгәнен күреп ҡалдым. Үҙе ашыға, үҙе алдына төшөп мәшәҡәтләгән толомдарын арҡаһына ырғытып ебәрә. Ҡыҙыҡ булып китте. Апайым нәмә йәшерҙе икән? Уның киткәнен генә көтөп торҙом да кире соҡоп сығарҙым. Ҡағыҙға төрөлгән еҫле һабын булып сыҡты. Кире урынына тыҡтым да, һиҙелмәһен өсөн ерен тигеҙләп ҡуйҙым.
Ә-ә-ә, был бүләктәрҙе уға Әнүәр бүләк итә, ә Хәбибә апайым, инәйемдән ҡурҡып, күмеп ҡуя, ә беҙгә һөйләмәҫкә ҡуша, йәшергәндә, бәлки, эшкә киткәндә, үҙем менән алырмын, тип уйлайҙыр.
Беләм инде, Хәбибә апайым йәйәү нисә саҡрымдар үтеп, мунсала йыуынырға, инәйемә булышырға ғына түгел, ә кис клубта гармунға «өсмөйөш» әйләнергә лә ҡайта, иҙәндә туҙан күтәрелә, әйтерһең, ауыл буйлап көтөү үтеп китә.
Ә ошо теләктәр араһында сәбәптәрҙең дә сәбәбе – Әнүәр. Хәбибә апайым киске уйынға йыйына башлаһа, инәйем: «Апайыңдан ҡалма, күҙ-ҡолаҡ бул!» – тип мине лә эйәртеп сығарып ебәрә. Уларҙың тыпырҙашҡандарын ҡарап, күҙ ҙә, ҡолаҡ та булып йөрөй торғас, ялҡып бөтәһең. Шунан беҙ ҡапҡа алдына еткәс, Әнүәр, ун минутҡа ғына, тип, мине күтәреп ситән аша эскә баҫтыра ла улар яңғыҙ ҡала. Мин ҡысҡырып:
– Бер! Ике! Өс! – тип һанай башлайым.
Унға еткәс, ҡапҡаны асып, апайымды индерәм.
Хәбибә апайым Әртәлә эшләй башлағас, ял көндәрен шулай үткәрҙек.
Тик уның ялға ҡайтып йөрөүҙәре шулай күңелһеҙ тамамланыр тип кем уйлаған.
Бер Хәбибә апайым яңғыҙы ғына ҡайтып инде. Инәйем борсолоп:
– Ә иптәштәрең ҡайҙа? – тине.
– Улар ҡайтманы, ял көнө лә эшкә сығырға ҡуштылар.
– Балаҡайым, ә һин ниңә ҡайттың һуң?
Хәбибә апайымдың йөҙө ағарып киткәндәй тойолһа ла, бер аҙҙан борсолоуы юҡҡа сыҡты. Ул ғәҙәттәгесә йырлап-йырлап мунсаға китте, батып барған ҡояш нурҙарында сәсен киптерҙе, киске уйынға йыйынды, ә инәйем мине күҙ-ҡолаҡ итеп, эйәртеп сығарып ебәрҙе. Улар клубта «өсмөйөш» әйләнде, аҙаҡ мин унға тиклем һананым, иртән Хәбибә апайымды шишмәгә тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ.
Ул торфта өйрәнгән йырҙарын йырлап ары китте:
Инәйҙәрҙән тыумаҫ ине,
Был бәхетле баш булһа.
Тыуған илдә ятыр ине,
Беҙ тыуғансы таш тыуһа.
Уның йыры тау төшкәнсе ҡолаҡҡа салынып килде, тора-бара ишетелмәй башланы.
Бер аҙна, икенсеһе, өсөнсөһө үтте, Хәбибә апайым ҡайтманы, уның иптәш ҡыҙҙары ла күренмәне.
Шунан егеүле ат менән шул торфта эшләгән бер ҡыҙҙы алып ҡайттылар, ул ҡултыҡ таяғында ине. Күрше ҡатын:
– Ишеттеңме? Сабирҙың ҡыҙы торф тейәгәндә аяғын вагонеткаға ҡыҫтырған,– тип һөйләп китте.
– Алла һаҡлаһын!
Инәйем, бесәндән аяҡһыҙ булып ҡайттым, тип уфтанһа ла, мал-тыуарҙы ҡаршылағас, миңә, иркәләреңде ҡара, уйынға сығып йөрөмә тип, Хәбибә апайымдың хәлен һорашырға була, Сабир бабайҙарҙың өйөнә китте.
Уның ҡобараһы осоп ҡайтып ингәнен күреп, нәмә булғанын һорашырға ҡыйманым. Ул миңә тағы йомош ҡушып, ҡараңғы төшөүенә ҡарамаҫтан, ҡайҙалыр сығып китергә йыйынды:
– Мин Әминә әбейеңә әйтеп киләйем әле, беҙҙең өйҙө ҡарап торһон. Ә беҙ, улым, апайың янына барып, уның хәлен белеп киләйек.
– Апайым иҫәндер ҙә?
– Иҫән, иҫән...
Таң атмаҫ борон сығып китеп, кискә Әртәгә барып еттек. Юлда инәйем Хәбибә апайымдың ниндәй бәләгә тарығанын ҡат-ҡат уфтанып һөйләне.
– Эй, балаҡайым, ниңә генә ҡайтырға ине? Эшкә ҡалырға ҡушҡас, ҡал! Ул бит хөкүмәт эше. Нимә ҡушҡандар, шуны эшлә. Юҡ, ҡайтып килде. Шул өсмөйөш бейейем тип, ҡайтты инде. Клуб иҙә­нендә туҙан ҡубарырға, тыпырларға. Муйыны боролғор ул клубы, ул уйыны. Бына бәләле булып ҡуйҙы.
Рөхсәтһеҙ ҡайтып, кире килгәс, Хәбибә апайымдың эшендә йыйылыш үткәргәндәр, уны барыһы алдына сығарып рисуай иткәндәр, шунан алты айға төрмәгә ултыртып ҡуйғандар.
– Ул ояты! Сабирҙың ҡыҙына ялынған булдым инде. Апайыңды ултыртып ҡуйғандарын бер кемгә лә һөйләмә тип. Ул үҙе лә, ауылда һөйләмәң инде тип, иптәштәренә ялынған.
– Сыбызғылар әйтмәҫ!
Минең мығырлауҙы ишетмәгәндәй, һаман үҙенекен һөйләй:
– Күрше-тирә, туған-тыумаса һорашһа, эштә, ҡайтармайҙар ғына, тигән булырбыҙ. Ояты ни тора.
Инәйем бер ҙә юҡҡа ҡурҡмай, берәйһе белеп ҡалһа, әтейегеҙ ҙә ултыра, апайығыҙ ҙа ултыра, һеҙ «төрөмщиктәр», тип күҙҙе лә астырмаҫ. Тик һәр береһенең ауыҙын ҡаплап буламы, ирештерһәләр ирештерәләр инде.
Тәүге көндө төрмәгә инә алманыҡ, һуң ине. Беҙҙең кеүектәр күмәк, йәлләп бер мәрйә ҡунырға алып ҡайтты. Икенсе көн иртүк тағы килдек. Был юлы төшкә тиклем көттөк, Хәбибә апайға тип алып килгән аҙыҡтан, инәйем миңә бер йомортҡаны ашатты, ә үҙе тәғәм ризыҡ та ҡапманы.
– Юҡ, аш түгел, таш булып төшөр ул, ашайһым килмәй, – тип уфылдай бирҙе.
Башында яулығы булмаһа, мин уны малай тип торор инем. Ул яулығын һалып, инәйемде ҡосаҡлап илап ебәрҙе:
– Инәй, сәсемде ҡырып алдылар...
Тап-таҡыр итеп ҡырылған башына, күҙенә тиклем төшөрөп, яулыҡ ҡаплаған, бәләкәйләнеп, ябыҡ ҡына булып ҡалған Хәбибә апайымды күргәс, шулай тәүҙә танымай ҙа торҙоҡ.
Тик бик оҙаҡ хәсрәтләнергә бирмәнеләр, инәйем алып килгән төйөнсөктө саҡ тоттороп өлгөрҙө, шалтыр-шолтор ишек асылып китте, апайымды кире саҡырып та алдылар, ә беҙгә сығырға ҡуштылар.
– Бында бер һеҙ генәме?! – тип ҡысҡырҙы форма кейгән бер оҙон мәрйә.
Инәйем ауылға ҡайтып еткәнсе бер иланы, бер һөйләнде, бер уфылданы:
– Һүтелделәр баламдың толомдары. Ҡыҙ кешенең бәхете ҡыл өҫтөндә, ҡыл өҫтөнән төшһә, тел өҫтөндә.
Мин уны үҙемсә тыныслан­дырырға тырыштым:
– Ана, Сабирҙың ҡыҙы аяҡһыҙ ҙа ҡайтҡан. Хәбибә апайымдың сәсе үҫер ул. Алты ай ҙа хәҙер үтеп китер.
Ер туңдырыуға Хәбибә апайым менән эшкә киткән ике ҡыҙ, ауылда бер кем күрмәгән бәрхәт жикеттәр, суҡлы шәлдәр, резина бутыйҙар кейеп ҡайтып килде, етмәһә, уларҙы төргәге менән ситса ла эшләп алған, тип һөйләнеләр.
Алты ай үтеп китте, Хәбибә апайым да ҡайтты. Тик асыҡ йөҙлө, осоп-ҡалҡып торған, ҡамасаула­ғанда оҙон толомдарын артына ырғытып, ҡайһы саҡта ҡысҡырып көлөп тә ебәргән, күңелсәк Хәбибә апайым урынына күҙҙәре һүнгән, ҡутырлаған таҡыр башын күҙенә тиклем төшөрөп бәйләнгән яулыҡ ҡаплаған, нәмәнәндер өрккән йән эйәһеләй, ян-яғына ҡурҡып ҡарап, тертләп торған бөтөнләй сит кеше инде беҙҙең өйөбөҙгә.
Ә күрше Ҡасим бабай улы Әнүәргә күрше ауылдан кәләш әйттерҙе. Күрше-тирә, Әнүәр өрөп тултырған кеүек матур бисә алды, тине.
Инәйем Һәҙиә һеңлемдең сәсен үргәндә:
– Бер беҙгә генә тимәгән, һин, ҡыҙым, бәхетле бул, яҡшы ғына кеше осрап, кейәүгә сыҡ. Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә атайың менән мине шатландыр,– тип теләктәр әйтте.
Әммә атайым бөтөнләй ҡайтманы.
Хәбибә апайым ишетмәгәндә, инәйем:
– Күҙ көйөгө булып һин ҡайтҡансы, әтейегеҙ ҡайтһын ине,– тип илар булды.
Ә үҙе шул хәлдәрҙән һуң оҙаҡ та йәшәмәне, һыуыҡ тейҙереп, бер аҙна ғына тын ала алмай ятты ла китеп барҙы.
Хәбибә апайым хәленән килгәнсә беҙҙе ҡараны, төрлө яҡҡа өлгөрөргә тырышты, элеккесә сыбыҡ тотоп һыйыр ҡыуҙы, ашарға бешерҙе, кер, иҙән йыуҙы, һыу ташыны, колхоз эшенә лә йөрөнө. Беҙ, мәктәпте тамамлап, сиратлашып ситкә сығып китеп торҙоҡ, ә ул беҙҙе ҡаршы алды, оҙатып ҡалды, тик оҙон толомдары ғына инде бер ҡасан да ян-яҡҡа бәүелмәне, ҡамасаулағанда ҡанат булып һауала талпынманы.

Рауил Шәйхелисламов һүрәте.

Читайте нас: