-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
25 Июнь 2021, 08:05

Тере таш

ХикәйәГөлзәмиә һиҫкәнде. Бәй, Йәмил түгелме! Ҡатындың йөрәге күкрәгенә һыймай дарҫлап типте, шулай ҙа үҙен ҡулға алыр өсөн бер-ике секунд етте, аяҡ осона баҫып тигәндәй, һаҡ ҡына танышына яҡынлашты.– Йәмил! Таныйһыңмы мине?Ир йөҙөн сирылтты. «Танымай», – тип уйланы ҡатын. Яманһыу булып китте.– Мин Гөлзәмиә! Хәтерләйһеңме? Музыка мәктәбенә бергә йөрөгәйнек. Ә алтынсы синыфты тамамлағас, һеҙ ҡаланан күсеп киттегеҙ.– О-о-о, эйе!Танынымы-таныманымы, ир утыҙ ике аҡ тешен күрһәтеп йылмайҙы. «Шул уҡ сихырлы йылмайыу…»

Ҡатындың йөрәгенә йылы инде.
– Хәҙер һин бындамы ни, Йәмил?
– Юҡ, юлым төштө. Юл. Ҡунаҡ ҡына мин.
Гөлзәмиәнең йөрәге тағы ла ярһыбыраҡ типте. Йәмил күсеп киткәс, уны һағынып, юҡһынып күпме күҙ йәше түккәйне ул. Эй, бала саҡ мөхәббәте… Осрашыу тураһында ғүмер буйы хыялланды һәм бына Ул – ҡаршыһында!
– ¦Үҙем уҡыған мәктәпте күреп үтәйем тиһәм, хатта синыфташты тап иттем! – Йәмил үрелде лә рәшәткә аша бер сәскәне өҙөп алды. Ҡатынға һуҙҙы. Хисле шуҡлыҡты онотоп, күптән донъя мәшәҡәтенә сумған ҡатынға был аҙым иҫ киткес тәьҫир итте. Гөлзәмиә арбалғандай матур күҙҙәргә төбәлде.
– Ә мин ошонда, эргәлә генә торам. Һин – ҡунаҡ. Берәр сынаяҡ сәйгә…
– Була! – тине Йәмил. Уның бала саҡтағы шикелле ихлас йылмайыуына ҡатындың йөрәге йәнә һағышлы шатлыҡ менән тулышты.
Тамаҡ рәтләгән, сәй яһаған арала Гөлзәмиә күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
– Кем булып эшләйһең, Йәмил? Ҡайҙа төпләндең? Беҙҙең ҡалаға нисек килеп сыҡтың?
– Юл төштө, – тип ҡабатланы ир.
– Көй яҙмайһыңмы?
– Бынан күсеп киткәндән һуң, бүтән музыка мәктәбенә йөрөргә тура килмәне.
– Ә минең яҙған бер нисә әҫәрем дә бар. Иң яҡын кешеләремә генә уйнайым. Йәмил, беҙ скрипкала ҡалай шәп уйнай торғайныҡ! Гел икебеҙҙе маҡтанылар. Диңгеҙгә лә икебеҙҙе генә ебәрҙеләр.
– Диңгеҙ! О-о-о, унда шул тиклем күңелле булғайны.
– Беҙ һәр саҡ етәкләшеп кенә йөрөнөк, – Гөлзәмиәнең күҙендә йәнә ут ҡабынды.
– Әсәйем янымда булмаһа, таныштарына гел мине етәкләп йөрөтөргә ҡуша торғайны. Шуғалыр, һин минең ҡулды эләктерә лә ала инең, Гөлсирә.
Быны беренсе тапҡыр ишеткән Гөлзәмиә баҙап ҡалды. Ләкин күңелендәге хисле кисереште юғалтҡыһы килмәне.
– Гөлзәмиә бит мин, – тип төҙәтте ҡатын. – Беҙ бит ысын дуҫтар инек, Йәмил.
Йәмил йылмайҙы. Тағы ла йөрәге әллә нимә эшләп китте. Һүнгән хистәр терелә, өмөт ҡабына…
– Күптән өйләнгәнһеңдер.
– ¤Өйләндек тә, айырылыштыҡ та.
Гөлзәмиә ялп итеп башын ҡалҡытты. Бала саҡ, йәшлек мөхәббәте бына уның ҡаршыһында ултыра. Әллә яҙмыш бүләгеме? «Әгәр ҙә мин яңғыҙмын, киттек минең менән, тиһә, бөтәһен ҡалдырып сығам да китәм. Һине һағынып, ут йотоп, күпме күҙ йәше түктем мин. Fафуанды ярата алманым. Яратмам да…» Ул тулҡынланыуын баҫырға тырышты.
– Ә нишләп… нишләп айырылыштығыҙ?
– Тәүгеһе: «Бүләк яһай белмәйһең», – тине.
«Нисек шулай тиергә мөмкин? Йәмил бит үҙе Хоҙай бүләге!» Гөлзәмиә теге ҡатынға нәфрәт менән тулышты.
– Икенсеһе: «Эшләмәйһең», – тип ҡыуҙы.
«Ул бит ҙур музыкант булыр ине! Бына алйот ҡатын. Нисек уны баһаламаҫҡа мөмкин? Ә Йәмил һаман йылмая. Сер бирмәҫ өсөндөр инде». Гөлзәмиәнең һуштарын алған үҫмер… Уны, тик уны һағынып, ут йотоуҙарын кем белә лә кем аңлай?
– Минең ир – ҡара эштә, – тине Гөлзәмиә ни өсөндөр. – Юл түшәй. Таш ташый. Шул.
– Ярар, ни хәл итәһең, – тине Йәмил. – Бөтә кеше лә министр ҡыҙына өйләнә алмай.
– Ә? – Йәмилдән ниндәйҙер мөғжизәле һүҙ көткән Гөлзәмиә сәй яһарға алған сынаяғын кире ҡуйҙы. ¦Үҙен ҡулға алды. Күҙҙәре ҙур асылды. – Шулай, һин дөрөҫ әйтәһең. Һәр кем министр ҡыҙына өйләнә алмай… Туҡта, альбом ҡарайһыңмы?
Бер-ике фотоһүрәтте күҙҙән үткәргәс, Йәмилдең ҡыҙыҡһыныуы һүнде, ул тирә-яғына ҡарана башланы.
– О-о-о, хәнйәр! Ҡармаҡ элеүле! Кемдеке? Хужаныҡымы?
– Балыҡ ҡармаҡларға яратмай ул. Шунда нисә йыл элеүле тора, – тине ғәйепле тауыш менән Гөлзәмиә. – Самурай бысағы ла бүләк.
– Улай булғас, ҡармаҡты миңә бүләк ит тә ҡуй! Мин балыҡсы. Вәт был иҫтәлек булыр исмаһам. Ә фотолар… ¦Үткән – бөткән.
– Иремә тыуған көнөнә бүләк иткәйнем шул, – тине Гөлзәмиә ғәйепле тауыш менән. Әллә бирергә кәрәк булдымы икән? Ҡармаҡ – файҙаһыҙ әйбер. Fафуан уның юҡлығын белмәйәсәк тә. Иренең үҙе генә инеп урынлашҡан, көпләнгән донъяһы бар, шунан сыҡмай ул. Юғары талаптарға, романтик рухҡа унда урын юҡ. Хатта һөйләшер уртаҡ һүҙ ҙә юҡ. Fафуан эштән ҡайта. Ашай. Диванға ултырып, бер-ике тапшырыу ҡарай. Шунан ятып йоҡлай, иртән иртүк тағы сығып китә.
– Йәмил, һин миңә бик матур бүләк эшләгәйнең. Уны һаман һаҡлайым. ¦Үҙең хәтерләйһеңме шуны?
Йәмил йылмайҙы.
– Бөтә биргән бүләкте хәтерләһәң, иҫәп-хисап иткән кеүек булыр ине.
Был һүҙ Гөлзәмиәгә оҡшаны. Моң да бүләк була ала. Гөлзәмиә скрипкаһын ҡулына алды.
– Әйҙә мин һиңә көй уйнап ишеттерәм!
– Күптән скрипка тыңлаған юҡ ине.
Ҡатын ҡул ҡалтырауығын баҫырға тырышты. Үҙен талапсан уҡытыусы алдында торған һымаҡ хис итте. Бына көй һағыш һәм шатлыҡ, наҙ һәм һөйөү булып, бүлмә эсенә таралды.
Йәмилдең шул тиклем иғтибар менән тыңлағанын күргән Гөлзәмиә тағы ла ярһыбыраҡ, дәртләнеберәк уйнаны. Бына көй тымды.
– «Саҡырыу» тип атала, – тине Гөлзәмиә.
– Саҡырыу, – тип ашыҡмай ҡабатланы Йәмил.
– Йә, нимә тип әйтерһең?
Ир яуап ҡайтарманы.
– Һин ишетмәнеңме?..
– Нимәне?
«Минең йөрәк ауазын! Саҡырыуымды!»
– Ишеттем, – тине Йәмил. – Икенсе көйҙәрҙең ноталары яңғырап ҡалды. Хәйер, тормош шулай инде. Бер-беребеҙҙән отабыҙ, оҡшағанын үҙебеҙҙеке итәбеҙ. Бикләнеп кенә ижад итеү мөмкин эш түгел.
Гөлзәмиә йылмайҙы. Аптырауҙан. Ул бала саҡ мөхәббәте менән осрашыу тураһында ғүмер буйы хыялланды. Ошо көйҙө уға арнап сығарҙы. Уға арнаған көйөн уйнап, күҙ йәше түкте һәм уны хыял ҡошона әйләндерҙе. Ауыр саҡта ошо көйҙө уйнап рухланды, үҙен йыуатты. Тыныслыҡ һәм арыныу тапты. Ҡулдарына тотоп алырын, күкрәгенә ҡыҫырын, иң татлы, йән иреткес һүҙҙәрен әйтерен көттө… Тик бындайҙы көтмәгәйне шул. Был көй менән Йәмил бер бөтөн ине. Был көй ысын йөрәк саҡырыуы ине.
– Бөтөн кеше лә профессиональ музыкант булып китә алмай, – тине Йәмил уйсан тауыш менән. – Ләкин һин музыканы ташламағанһың. Ҡайҙа эшләйһең?
– Балалар баҡсаһында. Кескәйҙәргә музыка серен төшөндөрәм.
– Бөтәһе лә аңлашылды! – Йәмилдең ҡарашы стенаға күсте. – Нишләп рам эсенә төрлө таштар йыйып йәбештерелгән икән, тиһәм. Балалыҡ һулышы йәшәй икән был өйҙә.
Гөлзәмиәнең тыны ҡыҫылды.
– Ә ул таштар һиңә бер нәмә тураһында ла һөйләмәйме?..
Йәмил, яурынын ҡороштороп, баш сайҡаны. Ҡатындың күҙендә ут тоҡанды.
– Быныһы – зәңгәр ҡояш. Ул йылы, ләкин көйҙөрмәй. Ана – ике емелдәк йондоҙ, улар мәңге айырылышмаҫ өсөн табышҡан. Быныһы – селтәр йондоҙ, – Гөлзәмиәнең тауышы ҡалтыраны. Ул туҡтап ҡалды.
– О–о–о, тотош йыһан!
– Тыңлап бөт! Ә был ҡылыс. Принцтың ҡылысы.
– Принц? – Йәмил, баш сайҡап, ихлас көлдө. – Ә принцессаһы ҡайҙа?
– Ул юҡ.
– Йәл.
– Мин һиңә был ҡылысты бүләк итер инем.
– Ҡуй. Әҙәм көлдөрмәйек. Һин миңә самурай хәнйәрен бүләк ит. Килештек! – Ҡатын бер һүҙ әйтергә лә өлгөрмәне, Йәмил хәнйәрҙе ҡулында тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндерә инде, матур күҙҙәр тәү тапҡыр бәхет осҡоно менән балҡыны.
– Рәхмәт, Гөлзада!
– Гөлзәмиә мин.
– Эйе! Гөлзәмиә! Һуғылырмын берәй саҡ, юл төшһә! Юл!.. – Ни ҡәҙәр ихлас ине был йылмайыу... Уға ҡарап торған ҡатын әкрен генә шулай тине:
– Минең ирем юл түшәй.
– Ә!? Әйттең-әйттең! Эйе, эше ауыр.
– Ауырлыҡҡа ауыр. Кешеләр өсөн юл һалыу – изге эш.
– Шулай. Таш ватыу анһат түгел. – Йәмил таштар беркетелгән картинаға ымланы. – Аңлайым. Был уның ташы… Ярай, Гөлсәриә… Fәфү, Гөлзәмиә, артабан да беҙҙе юлдар осраштырһын, юлдар асылһын, юлдар һалынһын…
– Ул үҙе юл һала.
Йәмил бер нәмә аңламаған ҡарашын уға төбәне, матур йылмайҙы.
– Кем?
– Ирем. Бүтәндәргә юл төшһөн өсөн юл һала.
– Эйе, әйттең шул, – тине ҡунаҡ.
Йәмил сығып киткәс, Гөлзәмиә кире урынына барып ултырҙы, башын һыпырҙы, шунан ташлы картинаға текәлде. Күҙ алдынан диңгеҙ буйындағы бала саҡ һөйләшеүе ялтлап уҙҙы.
…Йәмил бер ус таш алып килде.
– Гөлзәмиә, бына – зәңгәр ҡояш! Ул йылы, ләкин көйҙөрмәй. Бына был ике йондоҙ, улар мәңге айырылышмаҫ өсөн табышҡан. Минән иҫтәлек!
– Рәхмәт, Йәмил! Ә быныһы нимә?
– Ҡылыс. Күрәһеңме? Принцтың ҡылысы.
– Ә ҡайҙа принц үҙе? Нишләп уны үҙеңә алып ҡалдың?
– Мине кем тип уйлайһың?
– Йәмил, улай булғас, ҡылысты ла миңә бир. Принцессаңды алырға килерһең. Ҡылысың мине һаҡлар.
– Ярар. Тик юғалтма! Ҡара уны! – тине бойороусан тауыш.
Гөлзәмиә ҡылысты һаҡланы. «Принц» ҡына хәтерен һаҡлай алмаған. Уның ҡарауы, хәнйәрле булып, бик ҡәнәғәт һәм бәхетле булып, китеп барҙы. Икенсе принцессаһын эҙләгәндә уның кәрәге тейеүе бар. Уйынсыҡ ҡылыстың ваҡыты үткән. Уның эйәһе юҡ. Бөтөн әкиәт тә бер төрлө тамамланмай… ¦Үҙен алдап, үҙе тыуҙырған образдар, иллюзиялар менән йәшәп, заяға үткәргән ғүмере өсөн Гөлзәмиәнең күңелен үкенес ялманы. Таштар йөк булған икән. Ул һикереп торҙо ла таштар беркетелгән рамды шартлатып тартып алып, алам-һалам араһына ырғытты.
Сәғәтенә күҙ һалды. Оҙаҡламай Fафуан ҡайтыр. Нимә тураһында һорашыр икән? Ҡунаҡ тураһында әйтергәме? Ҡуй. Иренең Гөлзәмиәгә лә, донъяға ла һорауы юҡ. Йомоҡ кеше ул. Ҡайтыр, сисенер, йыуыныр. Ашар. Диванға ултырып, бер-ике тапшырыу ҡарар. Унан бүлмәһенә инеп, ятып йоҡлар. Иртәгә иртә торорға. Юл һалыу – шул иренең донъяһы, көнитмеше. Эше лә ауыр, уйҙары ла ауыр. Картинаның ғына түгел, хәнйәрҙең ҡайҙа булғанын да белмәйәсәк.
Бына Fафуан ҡайтты. Бисәһенә бер генә ауыр ҡараш ташланы ла йыуынырға инеп китте. Унан ашөйгә инеп ултырҙы.
– Бөгөн оҙаҡланың, – тине Гөлзәмиә.
– Юл бит.
– Эйе, юл ары китә лә китә. Һуҙыла саҡырымдар.
Ире өндәшмәне, ашауын белде. Торорға йыйынғас, ҡапыл һорау бирҙе.
– Ә… Һуң, ҡайҙа ул? Теге ней?.. – тауышында аптырау.
– Нимә «ней»? – Гөлзәмиә ҡаушаны, үҙе лә һиҙмәҫтән, самурай хәнйәре торған буш урынға боролдо. «Үтә лә ҡиммәткә төштө Йәмил менән күрешеү. Бала сағымдың иң матур хәтирәләрен уйып алып сығып китте ҡәһәрең…» Fафуан стенаға ымланы.
– Һуң… Бындағын әйтәм. Таш… Нимә булды?
Ҡатын еңел һуланы. ¤Өҫтән тау төштөмө ни!
– Ҡуй, әҙәм көлдөрөп. Ташланым. Таштың хәҙер кемгә кәрәге бар?
– Ней бит… Бәләкәй саҡта йылға буйында мәж килеп… Дуҫ малайҙар бөтөнөһө лә иҫән ине… Әңгемә ташы ла күп ине… Теге нителгән үле таш түгел инде.
Әйтеп бөтөрмәһә лә, Гөлзәмиә иренең нимә әйтергә теләгәнен яҡшы аңлай. «Битумға болғанып, юлға түшәлгән үле таш түгел, ә тере таш», йәнәһе…
– Таш таш инде, нимәһе уның тағы, – тигән булды Гөлзәмиә.
¦Үҙенең иҫе китте. «Ҡара сәле! Бының өсөн ҡәҙерле хәтирә булған икән дә баһа!» Fафуаны бала сағын һағына, хисләнә, күңелендә матур кисерештәр һаҡлай. Тик шул турала матур итеп әйтә генә белмәй. «Уның ҡарауы үҙенең эшен яҡшы белә».
Fафуан иртәнсәк тороп, ашөйгә ингәндә, таштарҙан яһалған картина элекке урынында элеүле тора ине.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: