+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
21 Июнь 2021, 14:23

«Төңөлмәгән әле күңелдәрем офоҡтарҙан өмөт һөҙөүҙән...»

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева шиғриәте, һәр кемгә яҡын көндәлек тормоштан, үҙенең йән иңрәүҙәренән этәренеп, күңелде яңы бейеклеккә сойорғоторға, йыуатырға, тетрәндерергә һәләтле. Шуға ла ул һыуһынды ҡандырыр, им булыр көскә эйә. Ысын-ысындан халыҡсан, яҡты шиғриәт!Бөгөн билдәле шағирә үҙенең етенсе тиҫтәһен түңәрәкләй, һиммәтле мәленә аяҡ баҫа. Тамара апайға һаулыҡ, оҙон ғүмер, илһамлы ижад теләйбеҙ!

Сәскә еҫтәре
Бер мендәрем һәр саҡ артыҡ була,
Урын йәйгән саҡта кистәрен.
Ҡушарлайым берсә, алып ҡуям.
Һыпырып-һыпырып сәскә төҫтәрен.
Йоҡоларым хәҙер бик һаҡ минең,
Гел буталсыҡ инә төшөмә.
...Әллә мине алдаштырҙың инде,
Мин ышанам бит ул кешегә.
Мин ышанам бит ул һүҙгә, телгә,
Төшөнмәйем хәйлә асылын.
Йөрәк менән йәшәгәнгә микән
Һуң уяна төпкө аҡылым.
Аңғарғас та әле хаталарҙы,
Эй, йонсойом һағынып хистәрҙе.
Ғәйепле юҡ, тигән булам, бары
Яҙмыш ағыштары тиҫкәре.
Һуңғы осор яратмайым никтер
Көн һүрелгән эңер, кистәрҙе.
Күңелемде генә йылыта бер аҙ
Мендәрҙәге сәскә төҫтәре.
Бысаҡ
Затлы һауыт-һаба шул көйө ул,
Һин булмағас, ҡунаҡ йыш килмәй.
Бысаҡ үтмәҫме ни? Шулайҙыр шул...
Был арала эш күп. Ҡул теймәй.
Элеккеләй былай сымыры мин,
Юҡты бар итергә беләмсе.
Етеш кенә йәшәп ятам шунда,
Донъя көтөп ҡулдан килгәнсе.
Икәү алған ҡаҙан йәтим түгел,
Шөкөрана, ризыҡ-тәғәмле.
Һин ташлағас ҡойолоп төшкәйнем дә,
Шунан асып күңел пәрҙәмде
Донъяларға баҡтым үҙем булып,
Дауа булды йәнем көйөүгә.
Йәшәп була һинһеҙ, йәшәп була!
...Бысаҡ ҡына үтмәҫ был өйҙә...
Ал елкән
Диңгеҙ менән зәңгәр күк араһын
Аҡсарлаҡтың үлсәй ҡанаты.
...Бер ҡатынды гел тап иттем ярҙа,
Никтер тартыр булды ҡарашты.
– Оҡшай, ахыры, һеҙгә аҡ ҡоштарҙың
Уйнаҡлауы киреп ҡоласын,
Гел ошонда күрәм. Таныш кеүек...
– Ябай ҡарсыҡ шунда.
Мин Ассоль.
Бынау ярҙар, диңгеҙ киңлегенә
Эҫендем дә ҡуйҙым электән.
Ал елкәнле карап була, тиҙәр,
Шуны күрмәмме тип мин көтәм.
– Хыял ғыналыр ул...
– Ысын булһа?
Күрмәй китерменме был ерҙән?
Төңөлмәгән әле күңелдәрем
Офоҡтарҙан өмөт һөҙөүҙән.
...Ал елкәнле өмөт...Барҙыр, тиеп,
Үҙемдең дә булды. Һемәйҙем.
...«Грэй бар ул!» – тип аҡһыл сәстәренән
Елдәр тарай Ассоль инәйҙең.
Ҡыр ҡаҙы
Үҙәк өҙҙөрөрлөк моң тыңланым,
Был донъяның сикһеҙ моң-наҙы.
...Күл өҫтөндә,
Аҙаштымы икән,
Йөҙөп йөрөй яңғыҙ ҡыр ҡаҙы.
Талды микән әллә ҡанаттары,
Ҡайырылды микән юғиһә.
Ыҡ-ышыҡты табыр ҡайҙан ғына
Ыжғырҙарын егеп көҙ килһә.
Яңғыҙаҡ ҡаҙ, ерҙә аяуҙар аҙ,
Кем яҡлар һуң ишһеҙ генәне?
Минең дә бит үкһеҙ күңелдәрем
Күкте һөҙөп шәфҡәт эҙләне.
Төңөлмәне әле, төңөлмәне,
Арбай әле ерҙең моң-наҙы.
Күңелем – ҡышты йәнә күрәйем, тип
Бында тороп ҡалған ҡыр ҡаҙы.
Төн
Ҡәләм остарында зар һулҡыймы,
Бәхет микән тулай? Кем белһен!
Аулай кемдер йыһан ауаздарын,
Төнгә асып күңел өлгөһөн.
Доғалыҡ та булмаҫ ятлап алыр,
Сер тылсымы сатлы Асмандың.
Моң да һуғылыр, зар ҙа күкрәгенә
Иҙеүҙәрен шаран асҡандың.
Шығыр-шығыр килә күге төндөң,
Ҡәләм тауышымы? Кем яҙа?
Шаңдауҙары ғаләм эстәренең
Ни шыбырлай икән шағирға.
Шаңдауҙарын күңеле өндәренең
Аулар бер саҡ халҡым, тиеүме?
...Йомарланған ҡағыҙ биттәреләй,
Һулҡый күктә болот өйөмө.
***
Бейегәйә күктәр.
Сөм зәңгәрлек.
Офоҡтары ла киң хыялдың.
Мин бер осор юҡҡа хафаландым,
Тарая тип эсе донъямдың.
Булмай торалыр шул йән көйөүҙәр,
Төңөлөүҙәр, бирелеп һағышҡа.
Хыял арбай ҙа ул. Дарман сикле.
Үжәтләнеп ниәт ҡарыша.
Тарайғандай була донъяларың,
Ҡарайғандай ҡаның тамырҙа.
Яй табырға тиеп ингән саҡтар
Һис ауаздаш түгел ағымға.
Барыһы ла үтә. Ана, ҡара!
Ғәләмәт саф күктәр, салт аяҙ.
Мин ул тиклем ебек түгел дә ул,
Ә күңелем тула ихлас яҙҙан
Йәндәремә иңгәс яҡты наҙ.
Барометр
Халҡың күҙенә баҡ – барометр!
Хаҡ-дөрөҫлөк – аңы, күңелендә.
Ҡабул итер йәки инҡар итер,
Ҡамыт ҡына булма ил иңендә.
Бауланма һин ауыр таш һынында
Үңәсенә әре сифатында.
Сабыр күтәрер ул, һыҙланһа ла,
Кисерә белер имгәк йоратын да.
Халҡым күҙе миңә – барометр,
Аҙаштырмаҫ компас, яҙлыҡтырмаҫ.
Зиһенегеҙ, күңелегеҙ – маяҡ,
Ҡиблаларым минең тайпылышһыҙ,
Йәнегеҙҙән илһам алып торғас.
Һағындым
Өнһөҙ түгел дә ул...
Йәй йәйрәй ҙә...
Гармундарҙың моңо ҡайҙа һуң?
Дөңгөрләгән музыка бар. Ә ул
Күңелдәрҙең ҡылын нескәрткәнсе
Ғәмдәр һалып нисек сарлаһын.
Булды ғашиҡ йәрҙәр. Дуҫ, серҙәштәр,
Бөгөнгөләр әллә дарманһыҙ.
Их, әллә беҙ моңдоң аһаңдәрен
Тотондоҡмо икән самаһыҙ?
Их, әллә беҙ үтә нәфсе һуҙып,
Йоҡо төҫө белмәҫ йәй төнөн,
Йондоҙҙарҙың һанһыҙ көтөүен,
Һеңдерҙек тә күңел эсебеҙгә
Ҡалдырҙыҡмы һағыш төтөнөн.
Беҙ ғәйепле микән, тигән уй-ғәм,
Бәрелә-һуғыла һыҡтай. Юҡ йоҡо.
Нишләп улай булды? Киләсәккә
Һалып булмаған бит ойотҡо.
Кисеп сығайыммы, йөҙөп микән
Аръяғына ғүмер ярымдың.
Йәшлегемдең йәшерен серҙәрен дә,
Бер-берәүҙең ихлас һүҙҙәрен дә,
Гармун телдәрен дә һағындым.
Читайте нас: