+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
5 Июнь 2021, 13:05

Шаҡмаҡ ҡояш

Ишек асылып ябылыуға барыһы ла терт итте. Кәмендә ике йән һиҫкәнде. Малай тыныс ҡына дәрес әҙерләне.– Бөгөн хәтәр хәбәр ишеттем әле. Һинең ҡыҙың да бар икән! – тип ҡаршы алды ҡатыны. Сисенергә йыйынған ир ҡапыл туҡтап ҡалды. Тултырып бисәһенә ҡараны. Күҙҙәрен селт-селт йомоп та алды. Һыр бирмәне:– Булһа тағы. Шуна-ан, алимент-фәләнгә хат килгәнме? – Эйелеп һыңар быймаһын систе, уныһы көнө буйы һыуыҡта йөрөп ныҡ ҡына туңғайны. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнде.– Хат ҡына тиһеңме, үҙе килгә-ән, – ҡатындың нисек тә иренең күңеленә яра һалып еткергеһе килде был хәбәрҙе.– Ул бында? Ғәлимәме? – Эйелгән еренән Йомаҙил ҡапыл турайҙы.

– Эйе.
– Ҡайҙа ул? Ҡыҙы-ым!.. – Сисеп бөтмәгән быймаһы менән йыуылған иҙәндә еүеш эҙ ҡалдырып, бер еңенән эләккән тунын һөйрәтеп залға йүгереп килеп сыҡҡан ирҙе күреп ҡыҙ һикереп торҙо. Ҡаушап ҡалды. Уңарса булмай ир ихлас йылмайҙы ла уны ҡосағына алды. Бөршәйеп ҡалған ҡыҙ сабый ғына булып атаһы күкрәгенә һыйынды.
– Ғәлимә, ҡалай үҫкә-ән. Һаумы, аҡыллым минең! Ынйыҡайғынам…
– Әсәй ауырый, үлер, ахыры… Шуға бында ебәрҙе… килгем килмәне… сараһыҙҙан, – ҡыҙ тешен ҡыҫып йөрәгенән, бында килгәндән бирле бер кемгә әйтмәгән, әйтһә лә, аңламаған ауыр хәбәрҙе сығарҙы. Ул ғына, бына әле ҡосағына алған кеше генә, уны оло ҡайғыларҙан, ҙур ғазаптарҙан ҡурсыр тигән ышаныс һығып сығарҙы был һүҙҙәрҙе. Шым ғына әйтте. Атаһы әллә ишетте, әллә юҡ.
Йомаҙил ҡыҙының башын күкрәгенә һалып оҙаҡ ҡосаҡлап торҙо. Бик оҙаҡ. Биленән ҡосаҡлап, арҡаһына башын һалып тын ғына торған улын да шәйләмәне башта. Бисәһенең, харап, табыштылар, иҙәнде бысратып йөрөй шунда, тигәнен дә ишетмәне. Күҙенән эре йәш бөртөктәре ҡыҙының башына тамды. Оҙаҡ торҙолар шулай: атай, ҡыҙ һәм ул.
– Улым, таныш, апайың Ғәлимә, – тигән булды Йомаҙил. Шунан диванға ултырып һыңар быймаһын систе, тунын һалған ыңғай йөнлө еңе менән битен һөрттө. Кейемен Йәмилгә тотторҙо:
– Бар элеп ҡуй, быйманы ла ал. Зөләйха, табын әҙерлә, беҙгә иң ҙур ҡунаҡ килгән, ҡыҙым килгән. Ынйыҡайғынам.
Алдымда атайыммы, юҡмы тигәндәй, Ғәлимә ир кешегә текләп ҡарап торҙо, шунан уның башын, шырт сәсен һыйпаны. «Ошо минуттарҙы ғүмерем буйы көттөм» , – тине. Иламаны. Йәмил дә атаһының муйынына һырылды:
– Һүрәт буйынса икенсе урын алдым. – Атаһы уны арҡаһынан һөйҙө лә тағы ҡыҙына ҡараны.
– Ә һин нисек уҡыйһың, ҡыҙым?
– Унынсыла йөрөйөм шунда. Улай маҡтанырлыҡ бер нәмәм дә юҡ. Еңеүҙәрем дә, – бер аҙ торғас өҫтәне: – еңелеүҙәрем дә.
Ысынында ҡыҙ шәп уҡый ине. Мәктәбендә лә, ҡалала ла бер нисә фәндән әллә нисә тапҡыр еңеүсе лә булды. Өфөгә килеп биологиянан олимпиадала ҡатнашты. Телеви­зорға ла төшөргәйнеләр. Тик еңеүҙәре уға ләззәт бирмәне, шатлыҡты уртаҡлашыр ғәзиз кешеһе булманы. Әсәһе уның уңыштарына өйрәнеп бөткән, тәүге мәлдә күккә күтәреп маҡтай ине, хәҙер «ҡайттыңмы, балам»дан артыҡ һүҙ ҙә юҡ. Барыһы ғәҙәти. Хатта иртәгә иртән шаҡмаҡ ҡояш сыҡмаймы икән? Әсәһе ауырый башлағас, ул тәүҙә бик ҡайғырҙы, аҙаҡ ул сирҙән үҙенә йыуаныс та тапты. Ҡалай шәп, «әсәй ауырый» тип, бәлки, атайға телеграмма ла һуғырбыҙ? Ул килер, күрешерҙәр. Әсәй яңынан аяҡҡа баҫып китер. Тик… күрештеләр ҙә бына, оло теләге лә тормошҡа ашты, ә әсәй түшәктә һаман.
– Күптән ауырыймы? – Бая ишеткән икән атаһы.
– Хәҙер ярты йыл түшәктә, ныҡ ябыҡты. Атайыңды барып күреп кил, тип адресыңды бирҙе.
«Ҡыҙыҡ, атайыңа бар, тигән, ә үҙе миңә ебәргән бит».
– Ҡыҙ-ы-ыҡ, – тип һуҙҙы Йомаҙил.
– Нимә ҡыҙыҡ, атай? – Йәмил дә һүҙ ҡушҡан булды. – Миңә лә ҡыҙыҡ, минең апайым бар, үҙе матур, үҙе аҡыллы.
– Тормош ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Өйгә эшеңде ҡара, улым.
– Ниндәй өйгә эш, ти, әйҙәгеҙ, өҫтәлгә, ҡунаҡ килгән бит, – ҡатынының яһалма тауышы ишетелде.
Ашаған саҡта йылмайышып, берсә моңланып шым ғына аш һемерҙеләр. Ҡунаҡ һис кенә лә инәлтмәне, атаһы ла ҡыҙын һыйлап бер булды. Үҙең дә аша әле, тигән булып ҡатыны уны ҡыҫтаны. Ҡыҙға ҡарап ҡатын, ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ булмаһа ла, бер сама сибәрлеге бар икән, ҡалай тыйнаҡ йылмая, ирен ситтәрендәге соҡорҙарынан нурҙар бөркөлгән кеүек, тип уйланды. Улай уҡ йәмһеҙ ҙә түгел, әҙерәк оҡшаған да кеүек Йомаҙилға.
– Атайыңды барып күреп кил, тинеме, ә? Атайыңа тинеме? – тип Йомаҙил ихлас көлөмһөрәгән булып, ҡыҙының арҡаһынан һөйөп-һөйөп алды. Йәмил дә, бында мин дә бар ҙа инде, тигәндәй:
– Әсәй, беҙ атай менән һөйәк кимерергә яратабыҙ, иве-ет, – тип хәбәр һалды.
***
Ҡыҙҙы залға һалдылар. Йәмил үҙ бүлмәһенә бикләнде. Өй хужалары залға йәнәш йоҡо бүлмәһенә инеп ятты. Тынлыҡ урынлашты. Йоҡлай алмай тәҙрәләге яңғыҙ айға ҡарап оҙаҡ ятты ҡыҙыҡай. Таныш ай. Ул да Ғәлимәгә эйәреп бында килеп еткән. Дүртөйлөлә ҡалмаған. Сит йортта, ят урында ятамы ул, әллә үҙ өйөндәме? Улай уҡ сит тә, мендәр, юрған һыуыҡ та түгел кеүек. Хатта ай ҙа таныш, бындағы ай. Атаһының баш осонда йөрөгән ай нишләп ят булырға тейеш? Ошо көҙгө кеүек йомро ай аша күпме тапҡыр ул атаһына сәләм ебәргәйне. Атаһы ишеткәндер әле, уны онотмаған бит, хатта ныҡ һағынған, үлеп һағынған. Йылмайып, ирен ситенә ике соҡор хасил итеп, яйлап ҡына серемгә китте ҡыҙ.
Йәненә рәхәт ине Йомаҙилдың да. Күрше бүлмәлә, өйөндә йылы юрған аҫтында уның ҡәҙерлеһе ята. Ул да ошо көндө нисә йылдар буйы көттө. Ҡасан да булһа килер ҡыҙым, тип өмөтләнде. Ай тулған һайын уның йөҙөнә ҡарап күҙ ҡыҫты, ҡыҙыма тулы килеш кенә, сайпылдырмай ғына сәләмемде еткерә күр, йәме, тип өндәште. «Онотманы һине атайың, тип әйт. Уның да донъяһын, йөҙөн яҡтырт, иманлы ай», – тип теләктәр теләне. Әле лә айға ҡарап ятты ир. «Ял ит, тын ал бөгөн, ай, һин үҙ бурысыңды үтәнең, ҡыҙымды үҙеңә эйәртеп алып килдең бына, мин риза», – тип йылмайҙы.
Әрме хеҙмәтенән һуң заводҡа эшкә тип килде Йомаҙил был ҡалаға. Дөрөҫөрәге, хеҙмәттәше, ике йыл бер ҡалаҡтан, бер тәрилкәнән ашаған йән дуҫы Усман саҡырғайны. Электрик булып урынлашты. Эш оҡшаны уға, ятаҡта дуҫы эргәһендә урын да табылды. Баш баҫып, эшен еренә еткереп башҡарған егетте лә үҙ иттеләр. Һуңынан Усман заводта бер йыл эшләне лә оҙон аҡса артынан Себергә сығып китте.
Рәсимәгә, эйе, эйе, Ғәлимәнең әсәһенә, беренсе күреүҙә үк ғашиҡ булды. Үлеп ғашиҡ булды, тик был тойғоһон, оло гонаһҡа һанап, тәрәнгә йәшерҙе. Эйе, Усмандың һөйгән ҡыҙы ине ул сибәркәй. Улар бер-береһен ярата ла ине, буғай. Усман күпселектә ҡыҙ янында булды, йоҡлап та ҡала ине. Һуңынан аралары һыуынды, уңарса булмай Усман ситкә сығып китте.
Дуҫы киткәс, бүлмә лә Йомаҙилдың үҙенә торҙо ла ҡалды. Бер көҙгө эңерҙә шулай Рәсимә Усманды эҙләп килде. Иҫ киткес яңылыҡ әйтте: «Мин ауырлы, Усман белә-күрә ташлап китте». Дуҫына шылтыратты. «Ышанма уға, минеке түгел ул. Миңә тиклем ҡыҙ түгел ине», – был яуапҡа ни әйтергә белмәне хеҙмәттәше. Һе, оҙон аҡса артынан түгел, ҡыҙҙан, буласаҡ, тыуасаҡ йәндән ҡурҡып ҡасҡан булып сыҡты дуҫы.
Йышланы Рәсимә, ауыры беленгәндән-беленә барҙы. Усман йәшәгән бүлмәгә килеп күңеленә йыуаныс таптымы, башҡа сәбәп йөрөттөмө – аңламаны егет. Тик шуны һәйбәт белде: Рәсимә килеүе уға бер кинәнес ине. Үләнле тәмле сәй, кипкән емештәр менән һыйланы. Ҡыҙ ҡаршы килмәне, ҡунаҡ булды, тормошона артыҡ зар­ланманы ла. Нисек бар, шул ағышҡа йәшәне шикелле.
Бер көн, йә кейәү менән ҡайт, йә бөтөнләй ҡайтма, тип атам һүкте, тигән зар менән килде. «Мине атам-әсәм үлтерәсәк, ә мин уларға ышанғайным. Хәлемә инерҙәр, тип уйланым», – тип иламһырап та алды. Шунда изге күңелле, бер ҡатлы Йомаҙил ҡыҙҙы йәлләп, юҡ, яратып, бар ауырлығын, бар гонаһын үҙ өҫтөнә ауҙарҙы:
– Мин һине кәләш итеп алам, – тине.
– Ошо килешме?
– Эйе, ошолай күркәм, матур, илаһи килеш.
Ҡыҙ мөлдөрәп ҡараны. Ни әйтергә белмәне.
– Мине йәлләпме?
– Нишләп йәлләп, ти. Мин яратам һине, кем яңылышмай. – Ихлас әйтте егет. Тик ҡыҙ «яратам» тигән иң ҡәҙерле һүҙҙе ишетмәне.
– Кем яңылышмай, имеш. Йәшәй башлағас шулай теңкәмә тейһәң. Ә һин миңә оҡшамайһың, тиһәм.
Аңламаны уны Йомаҙил. Ул ысынлап ҡыҙҙы ярата ине, шул саҡта ла ҡосаҡлап йыуатҡыһы, сәстәрен һыйпағыһы, күҙҙәрен, ирендәренән үпкеһе килде. Тик ул баҙнат итмәне, ҡыйыулығы етмәне, бөтөнләй өркөтөрмөн, тип хәүефләнде.
– Мин ысынлап үҙ күреп, яратып тәҡдим яһағайным. Уйнап түгел, – бары шулай тип өндәшә алды.
Рәсимә риза булмай ҡайтып китте. Ике аҙнанан яңынан килде. Ҡоро ғына:
– Уйыңдан кире ҡайтманыңмы әле? Мөхәббәтең һүрелмәнеме? – тине.
– Бала Усмандыҡымы? – Етди һораны егет.
– Уныҡы булмаһа, өйләнмәй­һеңме?
– Алып ҡайтам, күтәреп, пистолет терәп булһа ла алып ҡайтам Себеренән.
– Кәрәкмәй, мин унан ваз кистем. Аңланым мин уны, үҙ балаһынан баш тартҡан мөртәт барыбер шәп атай булмаясаҡ. Көсләп астырылған күҙҙең нуры кәрәкмәй миңә. Һин кәрәк!
Һуңғы һүҙҙәргә аптырап китте Йомаҙил.
– Мин кәрәк? – Ғәжәпләнеп һораны. Көлгән булды. – Ни ғәйебем, ни батырлығым өсөн?
– Яратам, тиһең бит. Мине яратҡас, баламды ла яратасаҡһың, шулаймы? Бара-бара миңә лә оҡшай башланың, бара-бара яратып та ҡуйыуым бар.
Оҡшамай ине был һөйләшеү Йомаҙилға.
– Ярҙам кәрәкме, конкретно әйт. Бала тыуғансы кейәү булып тора алам.
Рәсимә уны муйынынан килеп ҡосаҡланы. Битенән үбеп алды.
– Юҡ, ярҙамың кәрәкмәй. Ысынлап та миңә ҡарата берәй төрлө хисең булһа, тәҡдимең кәрәк. Сөнки мин һиңә ышанам.
«Ышанам!» Ошо һүҙе барыһын да хәл итте. Рәсимәне ике көндән үҙ бүлмәһенә күсереп тә алды. Тәүҙә ҡыҙҙың ата-әсәһенә, һуңынан был яҡҡа ҡайтып йөрөп килделәр. Килендең беренсе һәм һуңғы тапҡыр килеүе булды был йортҡа. Биш айҙан ҡыҙҙары тыуҙы.
Рәсимә уны барыбер яратманы ла, ярай ҙа белмәне. Артын биш урындан ҡыҫып, үҙен дә, ҡыҙын да йәнен бирерҙәй булып яратҡан ирҙе саң ҡунмаған ергә генә ултыртыр урынға, һәр саҡ кәмһетеп ҡараны. Ғәлимәне һөйһә, уның менән бер булып шаярһа, «һе, үҙенең балаһымы ни, килештерә», тип мығырҙаны. Ҡыҙ тәртип боҙоп, артыҡ шашып китһә, Йомаҙил әҙ генә шелтә белдерһә, үҙеңдең балаңа аҡыл өйрәтерһең, йөрөһөн, сит бала тип ҡағаһыңмы, тип ғауға көҫәне. Йомаҙил был мыҫҡыллауҙарға түҙҙе, сығып китергә бер нисә тапҡыр ынтылды, тик шул сабыйҙы йәлләне.
Усманды онотманы Рәсимә. Эй, шул атаһына оҡшаған да инде, тип ҡыҙының сәсен тараны. Ирҙең түҙемлегенең сиге Усмандың отпускыға ҡайтҡан сағында һытылды. Төнөн ҡайтманы бисәһе. Иртәгәһенә унда булғанын белде. Бисәһенә ҡысҡырманы ла, ҡул да күтәрмәне. Бары: «Китһәм дә булалыр улайһа», – тине. Өндәшмәне тегеһе. Уны бында бер кем дә тотмай ҙа, уйлаһаң. Йөрәге булһа, үҙ атаһы килер, күрер. Ғәлимәгә ныҡ өйрәнгәйне, әлбиттә. Уныһы ла «әттә, әттә» тип йүгереп килеп муйынды ҡосаҡлай ҙа ебәрмәй. Бала донъяһын онотоп иҙрәп йоҡлағанда иртән сығып китте ул шуға. Уянғас таптырғандыр ҙа. Тик… бала тип башҡаса ул бисә янында ҡала алмай ине. Ауылына ҡайтҡас һағынды. Ҡыҙын да, бисәһен дә. Сабыйҙы барып күргеһе лә килде. Ни генә тимә, исемлек ҡағыҙында «атаһы» графаһына уның исеме яҙылған даһа. Кәләш алды, улы тыуҙы. Дүртөйлөнән хәбәр-хәтер ҙә килмәне, үҙҙәре лә – Рәсимә лә, Ғәлимә лә, Усман да – күренмәне.
Онотманы ҡәҙерлеләрен. Тик әсәһе ҡыҙына ысын атаһын әйткәндер, таныштырғандыр, ул беләлер, тип уйланы. Бер тапҡыр был тарафтарға юлы ла төшкәйне, ул саҡта ҡыҙына ун йәштәр тирәһе булғандыр. Ҡыҙы йөрөгән балалар баҡсаһы тирәһендә (мәктәп йәшендәге баланы шунда эҙләүе үҙе үк көлкө) уралды ла ҡайтты. Кем белә, бәлки, шул тирәлә юлда осрамаҫмы, тигән өмөтө һантыйлатып йөрөткәндер. Юҡ, йәшәгән ятаҡтарына һуғылманы. Йәл, юҡҡа инмәгән.
Был сер уның менән мәңгелеккә үҙендә генә ҡаласаҡ. Рәсимә лә шундай яҙмышҡа күнгәндер. Усмандың атайлығы, тигәндер. Йомаҙил риза быға. Ныҡ риза. Уның ҡыҙы ул. Бала табыу йортонан ул барып алды, тәпәй баҫып киткәнен иң тәүҙә ул күрҙе. Ҡыҙының беренсе әйткән һүҙе лә «әт-тә, әт-тә» ине…
Ғәлимә ойоп ҡына бара ине, күрше бүлмәлә Зөләйха менән атаһының һөйләшкән һүҙҙәре йоҡоһон бүлде. Һаҡ ҡына ҡолағын шул яҡҡа ҡарпайтты, уларҙың хәбәре өҙөк-йыртыҡ ҡына ишетелде. Күрәһең, улар ҡыҙҙы йоҡлай тип уйлайҙар.
– Нишләп ҡыҙың бар икәнен бер ҙә әйтмәнең һуң? – Тәүҙә Зөләй­ханың тыныс ҡына тауышы ишетелде. Ғәлимә ҡалҡына биреп һағайҙы. Уның үҙенә лә бик ҡыҙыҡ ине был һорау.
– Алдымда булмағас, ҡаршыңда күҙеңә ҡарап ултырмағас, нимәгә ҡыҙым бар тип ауыҙ асырға… – башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне атаһы. Ҡаты итеп әйтмәне, киске тынлыҡты боҙор-боҙмаҫлыҡ ҡына итеп шыбырҙап өндәште.
– Туң йөрәк һин! Бала һынлы баланы онотсәле.
– Мин уны бер минут та онотманым. Бер секунд та, – дивандың шығырлаған тауышы ишетелде. «Бер секунд та» – тиҫтә йылдар буйы йыйылған быуа йырылды, ҡыҙҙың ике күҙенән дә тауыш-тынһыҙ йәштәре йылға булып ағылды.
– Ә нишләп әйтмәнең миңә, бала артыҡ буламы ни? Бер әмәле сығыр, ас итмәҫ, яланғас йөрөтмәҫ инек әле, – ныҡышты үгәй әсәй.
Ир шым ғына:
– Әйтмәгәнмен шул, әйтмә­гәнмен, – тип көрһөндө. Мендәргә ҡапланып иланы ҡыҙ. Ишет­мәһендәр ҙә, белмәһендәр ҙә. «Әйтмәгән икән берәү, онотмаған да…» – нисектер үҙәккә үтерлек әсе лә, йөрәкте тетрәндерерлек рәхәт тә ине уға.
Тағы тынлыҡты боҙоп ҡатындың өнө сыҡты:
– Иртәгә икәүләшеп райүҙәккә барып ҡайтырһығыҙ. Яҙға, соляркаға тип һалған аҡсаны бер аҙ тотонмайынса булмаҫ. Кейеме бигерәк ҡыптыр Ғәлимәнең, өшөр. Йылынан кейендерергә кәрәк баланы, – иҫнәй-иҫнәй Зөләйха йоҡоға талды.
Атаһының: «Кәрәк, кәрәк, быйма, тун, эйе, йылы кәрәк», – тигән тылсымлы һүҙе тыныслана биргән ҡыҙға «бәү-бәү, бәпкәйем» ише моң кеүек ишетелде. «Иртәгә ҡояш шаҡмаҡ ҡына булып ҡалҡмаһа ярар ине», – күңел бөтөнлөгөндә, һиллектә илерә биргән аң шулай йоҡлай, онотола барҙы. Ирендәр йылмая бирҙе.
Иртән уянғанда ултырғыста сыбар һүрәт ята ине. Унда алты мөйөшлө дүрт ағас һәм үрҙә шаҡмаҡ ҡояш төшөрөлгәйне.

Мөнир ҠУНАФИН.

А. ВАСИЛОВ һүрәте.

Аҙағы.

Читайте нас: