+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
4 Июнь 2021, 15:05

Шаҡмаҡ ҡояш

Хикәйә– Һаумыһығыҙ, минең атайым бында йәшәйме? – Ҡураныс ҡына кәүҙәле, күҙлекле ҡыҙ өйгә ингәс тә шулай тип өндәште. Эйелеп иҙән йыуып йөрөүсе Зөләйха ишек асылып-ябылыуын ишетмәне лә, ә тауышҡа тертләп китте.Ишек төбөндә аҫмалы сумкаһын иҙәнгә ҡуйырғамы, юҡмы тип аптырап, боҫланған күҙлегенең өҫтөнән һөҙөргә әҙер бәрәс кеүек ҡарап торған баланы шәйләп, «Былай ҙа шөҡәтһеҙ, йәмһеҙ ҡыҙ булыр икән» тип уйлап алды тәүҙә. Йыуғысын иҙәнгә шап итеп төшөрҙө лә ҡулдарын бөйөрөнә таянды.

– Өйҙөң башына «Атайҙар йорто» тип яҙылғанмы ни? – оҡшаманы уға был үҫмер. – Беҙҙә ҡай саҡ тәртип өсөн ишекте шаҡып инеүселәр ҙә була.
Сепрәген һыуға тығып һығып алды. Боҫланған күҙлеген ҡулъ­яу­лығы менән һөртөп маташҡан таныш түгел ҡыҙға тағы әйләнеп баҡты:
– Беҙҙә артыҡ атай юҡ, исем-заты кем?
Ҡыҙ «эшкә яҡыныраҡ килгән­гәме», бер сама теремекләнеп китте, хатта күҙлеге аҫтындағы күҙҙәрендә ниндәйҙер сатҡылар сәсрәп киткәндәй булды.
– Сәғитов Йомаҙил. Ошо адрес­ты биргәйне әсәйем. Мин Дүртөй­лөнән килдем.
Йыраҡ ине Дүртөйлө. Төҫ-башына, кәүҙә торошона ҡарағанда, 12–13 йәштәрҙәге үҫмерҙе хәтерләтһә лә, бер нисә пересадка аша ул тиклем араны үтерлек булғас, ҡыҙ, күрәһең, ҙур ғына. Тик ҡатындың уйында ул түгел ине. Ун ике йыл йәшәйҙәр, ә буй еткергән ҡыҙы бар икәнен әйтмәгәйне ире. Ысвулыч! Ысынлап та иренең исем-затын атаны бит.
– Йомаҙил бында йәшәй, тик уның ситтә балаһы юҡ, – тине Зөләйха. Йомшаҡ итеп әйтте. Балаға тишерҙәй ҡараны. Унда иренең йөҙ-ҡиәфәтен сырамытырға тырышты. Таба алманы. Бер генә ере лә оҡшамаған. Был бигерәк йәмһеҙ.
Ҡыҙ ҡыйыу ғына, ахыры. «Ултырырға мөмкинме?» – тип һораны тәүҙә. Яуапты көтмәй, ишек янындағы трюмоға терәлде.
– Әле үҙе ҡайҙа икән минең атайым? – «атайым» һүҙенә ныҡлы баҫым яһап өндәште.
– Әйттем түгелме, уның ситтә балаһы юҡ, Дүртөйлөлә лә.
– Шулай ҙа, әгәр ҙә Сәғитов Йомаҙил бында йәшәһә, уны күрергә ине. Ҡасан ҡайта? – Юлда арып килгән ҡыҙ ҡапыл ғына сығып китергә йыйынманы. Ныҡышлығын күрһәтте. – Уны ҡайҙа ултырып көтөргә була?
Хужабикә бер аҙға албырғап ҡалды. Сығып кит, тип тә әйтеп булмай, саҡырырға ла күңел тартмай. Шулай ҙа миһырбанлығы еңде.
– Аяҡ кейемеңде сис тә үт, – тине лә, ҡулын баяғыса биленә таянып, ҡыҙҙың яйлап сисенгәнен ҡарап торҙо. «Шулай ҙа һын тигән генәһе лә юҡ, оҡшамаған», – тип ҡуйҙы эстән. Ҡыҙ бүлмәгә инеп ултырғас, иҙәнен тиҙ генә һөртөп бөтөрөп ҡуйҙы. Ҡулдарын йыуып, сәй ҡуйҙы. «Кем булһа ла юлдан килгән. Һәр юлсы пәйғәмбәргә тиң, һыйыңды йәлләмә, тип өйрәтте әсәйем. Асыҡҡандыр, бахыр», – тип уйланы.
Нисек инде, ун ике йыл йәшәп, ҡыҙы бар икәнен әйтмәне икән ире. Беренсе ҡатынынан айырылып ауылға ҡайтҡанын белә. Үҙе лә йәше үтеп барғанға күрә Йомаҙилға сыҡты. Улдары тыуҙы. Беренсе бисәһен дә, әгәр ҙә булһа, ҡыҙын да һис иҫенә төшөрмәне бит әле. Ысынлап та ҡыҙы булһа, нисек йөрәге түҙгән? Ауыҙ тултырып бер тапҡыр өндәшһә ни булған. Хәҙер ҡапыл… йөрәккә яра һалып. Ә былай алдан күрер, танышыр инек, каникул-фәләндә килгеләп йөрөһә лә. Үткәндәренән көнләшеп маташманым. Кәрәкмәй ҙә ул миңә, ҡасандыр кемделер ҡосағына алған тип, юҡҡа нервы бөтөрөргә. Тик бына баланы улай бөтөнләй етем итергә… тере килеш, үлмәгән дә инде. Ун ике йыл, ҡуй инде. Ысвулыч.
– Юлда һыуһап, асығып килгәнһеңдер, сәй ҡайнаны, – ни тиклем мөләйем булып өндәшергә уйлаһа ла, Зөләйханың тауышы ҡоро һәм ҡәтғи сыҡты. Диван мөйөшөндә ҡуҙғалмай, ҡулдарын боттарына ипле генә һалып ултырған ҡунаҡҡа ҡарап алғас, ҡыҙ уға йәл булып китте. Юҡҡа ғына килмәгәндер, хәсрәт йөрөтәлер, тип ҡуйҙы. Аҡса-фәлән һорап килһә, нишләрбеҙ? Хәҙер йәштәрҙе белеп булмай, ғүмер буйы алимент түләмәгән Йомаҙилды төрмәгә алып китмәһендәр тағы. Ярай ҙа өйҙө үҙ исеменә яҙҙырған, уныһына ла дәғүәләшеп йөрөмәҫтәр тимә. Шул арала әллә нисә уй килде башына. Эй мәғәнәһеҙмен дә инде, тип ҡуйҙы эстән.
Ҡыҙ ҡуҙғалғандай итте лә:
– Бәлки, атайым ҡайтырын көтөргәлер, – тигән булды.
– Исемең нисек әле?
– Ғәлимә тип йөрөтәләр.
– Ҡасан ҡайта әле ул Йомаҙил. Ул ҡайтҡас, тағы ла эсербеҙ, Ғәлимә, – тип көсләп йылмайҙы.
Өндәшмәй генә сәй һемерҙеләр. Ҡыҙҙың артыҡ асыҡҡанын ҡал­тыранған ҡулдарынан тойҙо ҡатын, тик шулай ҙа үҙен ипле тотоуы, аскернә кеүек ташланып китеп ашамауы татлы хистәр ҙә уятты. Икмә­генең өҫтөнә майҙы яғылыр-яғылмаҫ ҡына һылауы ла, өҫтәлгә төшкән икмәк валсығын усы менән килештереп кенә һыпырып алып ауыҙына ҡабыуы ла, артыҡ ҡыҫтатмай икенсе сынаяҡ сәйҙе эсеүе лә оҡшаны уға.
– Һөтлө сәй башҡасараҡ шу-ул, – тип ҡуйҙы йөҙөнә алһыулыҡ сыҡҡан ҡыҙ. Йылмайҙы ла шикелле. Һе, йылмайһа улай уҡ ҡотһоҙ ҙа түгел икән, тип уйланы хужабикә. Шулай ҙа йәмһеҙ.
– Һөтһөҙ сәй – һурпаһыҙ аш ул. Һыйырығыҙ юҡмы ни? – Йәнләнеп китте үҙе.
– Һыйыр түгел, кәзәбеҙ ҙә юҡ. Ҡала ерендә ни, – тигәс тағы аптыраны. Ҡала ерендә ниндәй мал, шуны ла белмәйһең, тип көлөүе булдымы?
– Магазинда барҙыр бит?
– Һыйырмы ни?
Күҙе шар булды ҡатындың:
– Һөт һуң?
– Бар ҙа ул… тик… – ҡыҙ әйтеп бөтмәне. Тынлыҡ хөкөм һөрҙө.
– Нимә «тик»?
– Магазинда бар ҙа, тик беҙҙә юҡ. Бындай тәмле һөт. Рәхмәт. Сынаяҡтарығыҙҙы йыуайыммы?
– Юҡ, юҡ, залда ултырып тор, үҙем, – тип Зөләйха ла тиҙ-тиҙ генә һыуына биргән сәйен һемерҙе лә ҡалҡынды.
«Кейгән кейеме лә бынау һыуыҡ ҡышта шыштыр-ҡыштыр ғына. Ҡыптыр тун. Әсәһе нимә ҡарайҙыр. Былай ҙа нескә кәүҙәһенә бигерәк йоҡаҡ ҡына ябындырмаһа. Атаһынан аҡса һорарға килгәндер әле. Йәлләтер өсөн шулай меҫкен генә кейенеп», – шалтыр-шолтор килеп һауыт-һабаһын йыуғанда ла төрлөһөн уйланы Зөләйха. Шунан аш һалып ебәрҙе, туҡмас ҡырҡты. Ни генә тимә, иренең ҡыҙымын, ти, ҡунаҡ всүтәки.
***
Ғәлимә дивандың шул мөйөшөндә ҡуҙғалмай ултырҙы ла ултырҙы. Журнал уҡып алды. Йоҡомһорап китте. Тәүҙә ун йәштәрҙәге малай ҡайтты. Эскә үтеп, сумкаһын бүлмәнең төбөндәге шифоньер артына быраҡтырҙы ла, диванда ултырған ят кешегә лә иғтибар итмәй, кухняға әсәһе янына сыҡты.
– Әсәй, ҡотлаһаң да була, һинең шилма улың рәсем буйынса районда икенсе урын алған.
– Маладис, шилма улым минең. Ҡайһы рәсемең еңгән һуң?
– «Сулаҡ ҡарт һәм уның эте».
– Ә-ә, теге ҡышҡы урамда таяҡҡа таянған бабай, эргәһендә эте уйнап бара. Шулмы? Шәп, мәғәнәле һүрәт ине ул. Шуға ла һин шилма бит. – Әсәһе улын ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп алды. – Ҡунаҡ менән күрештеңме әле?
– Ниндәй ҡунаҡ?
– Ана залда, бар, таныш.
Малай йүгереп тигәндәй залға инде. «Һаумыһығыҙ, мин Йәмил», – тине. Шунан, һеҙ кем әле ул, тигән булды. Йәнәһе лә танырға тырыша ла, тик таный алмай.
– Мин Ғәлимә, йыраҡтан килдем. Саҡырылмаған ҡунаҡ шунда. Йомаҙилмы һинең атайың?
– Эйе.
– Мин уны беләм. Уны күрергә килдем.
– Ә-ә… беҙгә йыраҡтан килгән кеше лә юҡ былай. Атай эштән ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта, ул фермер, әле баҫыуҙа ҡар тоталар, аҙаҡ фермаға инеп сыға. – Малай ихлас ине, эсендәге – тышында. Оҡшаны Йәмилгә был таныш түгел ҡунаҡ. Хатта күҙлегенең бер яғындағы сатнаған быялаһы ла уға килешкән кеүек. Йөҙө менән бергә күҙе лә йылмая икән, шуға матур күренә ул. – Минең дә эш күп, мал аҫтын таҙартаһы, һыу эсерәһе.
«Артығын һөйләй. Кәрәкмәгәнен дә ысҡындыра шилма малай. Был ҡунаҡтың ни уйлап килгәнен белмәй бит инде. Һе, фермер икән, үҙе алимент та түләмәй, хатта иҫкә лә алмай, хәҙер таптырам мин унан, тип һығымтаға килеп ултыралыр әле яһил ҡыҙыҡай», – теге бүлмәлә быларҙың хәбәрен тыңлаған ҡатын үҙенсә уйланды.
– Йәмил, сыҡ ашарға, – тине.
– Хәҙер, ә һин уҡыйһыңмы, эшләйһеңме?
– Уҡыйым шунда, – тине Ғәлимә теләр-теләмәҫ кенә.
– Нисек, әле каникулмы?
– Каникул түгел дә, белмәйем. Яңы йылға тиклем атайым… э… э… һинең атайыңды күреп китәйем тинем, – ҡыҙ бала буталып, тотлоғоп көскә яуап бирҙе. Өндәшмәһә лә булыр ине, тик Йәмилдең саф, керһеҙ күҙҙәрендәге осҡон, үтә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, унан бигерәк уны туғаны итеп яҡын күреү теләгеме, һөйләшергә, асылырға саҡырҙы. Ҡатҡан күңеленә ышыҡ, ошо бәләкәй генә заттан йылылыҡ эҙләне ул шулай. Бер ни аңламаған малай танауын ныҡ итеп тартты ла:
– Тиҙ генә китмә, оҙаҡ бул, йәме, – тине. Ул ҡыҙҙың күҙендә серле генә бер һағыш күрҙе. Юҡ, ул уны үҙе лә аңламаны, аңлата ла алмаҫ ине. Бала аҡылы ул тиклемде күрә алмай. Шулай ҙа шәйләне. Ван Гогтың, әллә Әхмәт Лотфуллиндың карти­наһында шундай моңһоу ҡарашты күргәйне ул. Өлкәндәрсә уның ҡарашы.
Малай кейемен алыштырып өҫтәл артына ултырҙы. Ҡунаҡты был юлы саҡырыусы булманы. Саҡырһалар ҙа баш тартыр ине, әле генә сәй эсте бит инде. Ысынлап та, юлда бик асыҡҡайны ул. Әле бына йәненә йылы булып ҡалды. Йәмил менән һөйләшеп алғас, тағы ла кинәнес кисерҙе. Уның туғаны булып сыға. Бер ата балалары. Ул ошо йәшкә етеп үҙенең ҡустыһы бар икәнен дә белмәй ине. Нишләп әсәһе өндәшмәгәндер атаһының ҡайҙа йәшәгәнен? Ниңә сер һаҡларға? Ғәлимәгә өс йәш тигәндә атаһы ҡайтып киткән. Шунан бирле бер тапҡыр булһа ла килеп күренмәне. Атаһының ялбыр сәсен, оҙон кәүҙәһен, ҡара мыйығын бала сағындағы хәтер уйымынан күренер-күренмәҫ кенә шәйләгәндәй була ул. Уны өҫкә күтәреп сойорғотҡанын анығыраҡ иҫләй. Эй, шул саҡта рәхәтләнеп, бар донъяны яңғыратып, талпынып көлә ине. Атаһы ла рәхәтләнеп көлә. Шунан күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлай ҙа: «Ынйыҡайымды минең!» – тип үбергә тотона. Ә һаҡал-мыйығы сәнсә. Сәнсә, ауырта ла, үҙе рәхәт тә… Иң бәхетле осоро ана шул ваҡытта булған Ғәлимәнең. Һуңынан һағынманымы икән ни атаһы? Ғәжәп. Ул һағынды, ныҡ һағынды… Һуңынан онотто. Эйе, шулай кәрәк ине. Әсәһе онотоуын һораны. Башҡа иҫкә төшөрмә, тине. Ул үлгән, һиндә лә, миндә лә, тине. Үҫә бирә Ғәлимәнең хәтере уны һаҡ ҡына, әсәһенә белдермәй генә, терелтеп маташты. Шым ғына урамдарҙағы, магазиндағы, руль артындағы, хатта телеэкрандарҙағы ирҙәрҙең йөҙҙәренән таныш һынды эҙләне. Эйе, шым ғына, бер кемгә лә белдермәйсә, һыҡтамайса, уфтанмайса, тик үҙенсә. Хыялға бик-йоҙаҡ һалып булмай, күҙ алдына килтереү өсөн ишектең асыҡ йә ябыҡ булыуы мөһим түгел…
Йәмил тышҡа сығып китте. Тағы тынлыҡ урынлашты. Ғәлимә түҙмәне, кейенеп, уның артынан эйәрҙе. Хужабикәнең, ҡайҙа киттең, тигәненә, тышҡа сығам, тип кенә яуапланы. «Эт тешләп алмаһын үҙеңде, кеше балаһы, бәләһенән баш-аяҡ», – тип киҫәтеүе ишетелде. Шунан үҙе лә оҙаҡ ҡына күтәрмәлә ҡарап торҙо, улына өҫтәп бер нисә йомош ҡушҡан булды ла, былай ҡарап тороуҙы әҙәпһеҙлеккә һананымы, ишекте шап итеп ябып инеп китте.
Донъялары, ысынлап та, етеш. Бая килеп ингәс тә һиҙгәйне уны ҡыҙ бала. Һигеҙ босмаҡлы ҙур йорт тирә-яҡтан алма, сейә, муйыл ағастары менән уратылған. Теплицалары ла бар. Йәй бында иҫ киткестер инде. Һарай, мунса, башҡа ҡаралтылар торған яҡта трактор менән һүтелгән машина ҡарға күмелеп ултыра. Арыраҡ һыйыр, һарыҡтар көн үҙәгендә йылынып баҫып тора. Һарай эсенән Йәмилдең тауышы ишетелеп ҡала, кемделер әрләп маташҡан була. Берәй хайуандылыр.
Ауылда тынлыҡ. Рәхәт тә, ҡыйын да. Рәхәт, шундай күркәм етеш донъя. Йәмил бәхетле, атаһы ла, әсәһе лә янында. Нимә теләйһең – барыһы ла алдыңда. Ҡыйын, һин бында ят… Атаһы уны нисек ҡабул итә әле. Танымайым, белмәйем тиһә. Улай итмәҫ, ныҡ ярата ине бит. Тик былай оҙаҡ килмәүе аптырата. Әсәй менән бергә булмаһа ла, баланы йылына бер тапҡыр килеп күреп була бит.
Йәмил эшен бөтөп, маңлайын һөртөп килеп сыҡты. Үҙ эшен белеп үҫеп килә, маладис.
– Һин һүрәт эшләргә яратаһыңмы? – Ғәлимәнең уның менән һөйләшкеһе килде.
– Ҡайҙан белдең?
– Бая «конкурста еңдем» тип әсәйеңә һөйөнсөләнең дә, шилма малай.
Йәмил көлгән булды. Үҙе төймәгә баҫып ҡоҙоҡто «ебәрҙе» лә һауыттарға һыу тултырырға тотондо.
– Юҡ, улай шәп эшләмәйем. Матур килеп сыҡмай минең. Бесәйҙе нишләптер өсмөйөш итеп, этте ишек итеп күрәм. Башҡалар көлә, ә уҡытыусы, төшөр, һинең үҙ күҙең бар, ти. Шуға бик һүрәт эшләргә яратмайым да.
– Ҡыҙыҡ, ысынлап ҡыҙыҡ. Ә конкурста еңгән һүрәтең һуң? «Сулаҡ бабай менән эт»ме шул.
– Хәҙер, – Йәмил ҡоҙоҡто «туҡтатты» ла биҙрәләге һыуҙы тимер ялғашҡа алып барып ауҙарҙы. Ғәлимә икенсе биҙрәне күтәрешергә ярҙам итте. Тағы һыу тултырырға ҡуйҙы ла Йәмил һүҙен дауам итте. –Аҫтындағы яҙыуынан ғына аңлап була уны. Унда ҡояш – квадрат, юл – ҡыҙыл, ә сулаҡ бабай тишек тоҡ сүрәтендә эшләнгән, эт бәләкәй ишек итеп. Бер нәмә лә аңлашылмай. Ә мин бына шулай күрәм.
– Ҡояш шаҡмаҡ. Мин белгәне бирле ул түңәрәк.
– Квадрат булһа, минеңсә, камилыраҡ, бар яҡтан тигеҙерәк кеүек. Ҡояш барыһына ла тигеҙ ҡарай ҙаһа.
Ғәлимә серле итеп йылмайҙы. Бик үҙенсәлекле уның ҡустыһы.
– Аптыратҡыс. Ә мине кем итеп эшләр инең?
Малай ҡапыл уның моңһоу күҙҙәрен иҫләп алды ла ҡунаҡҡа ҡараны. Оҙаҡ текләп торҙо. Хатта биҙрә тулып һыу ташып китте. Балалар сыр-сыу килеп ялғашҡа тағы ла һыу һалды. Унан кәртәне асып, һыйыр менән һарыҡтарҙы ялғаш яғына сығарҙылар.
– Әйтәйемме? Болот итеп, тик ул болот ниндәй, беләһеңме?
– Зәңгәрҙер.
– Юҡ, белмәйем, – үҙенсәлекле ҡарашлы рәссам буталып китте. –Бәлки, ағас итеп… Елдә, яланда яңғыҙ ҡалған алты мөйөшлө ағас итеп.
Ҡустыһы уның был донъяла яңғыҙы ҡалып барғанын аңлаймы, әллә беләме лә икән?
– Ә нишләп алты мөйөшлө? Нишләп яңғыҙ?
– Алты мөйөшлө, ҡапланған – өшөмәһен өсөн. Яңғыҙ, белмәйем, күҙҙәрең ниңәлер шулай тип әйткән кеүек.
– Ысынлап та ҡыҙыҡ… Һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ яҙмышы, үҙ шаҡмаҡ ҡояшы… ҡыҙы-ыҡ һинең һүрәттәрең. Ингәс күрһәтерһең.

Мөнир ҠУНАФИН.

А. ВАСИЛОВ һүрәте.


Дауамы бар.
Читайте нас: