Күңелем дә, йылғанан киң,
Йөрөр өсөн һәр саҡ әҙер –
Яҙғы Танып ярһып ташҡан саҡта,
Ярҙарына һыймай аҡҡан саҡта,
Бөҙрә талдар башын эйгән ине,
Талдар тулҡындарға тейгән ине.
Хыял диңгеҙендә бергә йөҙҙөк,
Муйыл сәскәләрен бергә өҙҙөк,
Онотма һин мине, тигән инең,
Ә мин әллә ниңә көлгән инем…
Танып ярҙарына тағы ҡайта,
Муйыл тағын шашып сәскә ата,
Беҙҙең араларҙа йылға ята –
Әллә минең, әллә һинең хата…
Йылдар ҡарын, юлдар саңын
Йәштәр түкһәм, ышаныр тип,
Йәшле күҙҙәр, йылы һүҙҙәр –
Әсәйемә минең оҡшағанһың,
Баштарымды ҡулдарыңа һалып,
Булған хәсрәттәрем таратам,
Күрергә тип һине йән атам.
Күңелемдең усағында шул саҡ
Дөрләп янып китә уттарым,
Хыялдарға ҡанат үҫеп китә,
Ғаләм буйлап йөҙә уйҙарым,
Һинең ҡулдар, әсәй ҡулдарылай,
Һыйпап үтә маңлай һырҙарын,
Ҡолағымда сыңлай шул сағында
Ул йырлаған бишек йырҙары,
Юҡҡа итеп булған зарҙарым.
Һинең янда күңел тыныслығын,
Йырлап йәшәр өсөн йәм табам,
Ваҡ-төйәктән өҫкә күтәрелеп,
Әсәйемә минең оҡшағанһың,
Йыраҡтарға китһәм, осрашыуҙың
Минуттарын һанап мин көтәм,
Һағыныуҙар менән көн үтә...