+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Май 2021, 12:35

Ярҙамға ашыҡ!

ХикәйәИң мөһиме – эстәге ағыу уны кимереүҙән туҡтаны. Шунан бер йылдан көсөкләне. Берҙән-бер иркә көсөгөн Алина урам тормошона өйрәтергә тейеш ине. Аҡтырнағы илгәҙәк, һис кенә лә кешеләрҙән ҡурҡмай, гел улар эргәһенә ынтыла. Бала-сағаға тартыла, шулар менән уйнағыһы килә. Берәй изге күңеллеһе уға ашарға биреп торғандыр ҙа, шуны онота алмайҙыр... Алина ла бит үҙенең хужаһын һәм уның ҡыҙын онотҡаны юҡ. Ләкин улар ихатаһында, улар эргәһендә йәшәү сәғәте бөткән булып сыҡты. Быға ул күнде. Хәҙер инә эт бары тик Аҡтырнағы өсөн хафалана, сөнки әҙәмдәр араһында йомарттары ла, мәкерлеләре лә бар. Күпме берәҙәк эттәрҙе аулап алып киткәндәрен дә, туҡмағандарын да, имгәткәндәрен дә, атҡандарын да күрергә тура килде. Эт-бесәйҙе язалаусылары ла бар. Эйе, кешеләр төрлө була. Көсөгө генә шундайҙарға ышанып харап булмағайы.

Аҡтырнаҡтың үҙ көнөн үҙе күрә башлауы инә эткә тыныслыҡ бирҙе. Хәҙер ул үҙе тағы ла көсөкләргә йыйына ине. Мөҙҙәте еткәс, ташландыҡ өй мөйөшөндә дүрт көсөгө донъяға килде.
Былтырғы көсөгө балалар майҙансығында уралырға ярата, сөнки белә – ниндәй ҙә булһа бала уға мотлаҡ иғтибар итәсәк, уның менән уйнаясаҡ. Ләкин унда бит ололар ҙа була, улар хужаһыҙ эттәрҙе яратмай, ерәнәләр, ҡыуып ебәрергә тырышалар. Алина өлкән балаһына зыян эшләп ҡуймаһындар тип ҡурҡа. Бөгөн дә көсөктәре туйып, иҙерәшеп йоҡоға талғас, өңөнән сығып, шул майҙансыҡҡа табан йүнәлде.
Майҙансыҡ әле буш. Иртәрәк, уйнарға сығыусы юҡ, Аҡтырнаҡ кемдеңдер сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Бына ҡыҙыҡай күренде. Уны бығаса тап иткәне юҡ ине Аҡтырнаҡтың, танышырға кәрәк. Эргәһенә барырғамы, тип дәртләнде йәш эт. Кисә ошо тирәлә бер ҡыҙ тәмле икмәк менән һыйлағайны. Ә быныһы ниндәйерәк икән? Бәләкәстәр бит уйнарға ярата. Аҡтырнаҡ ҡойроғон болғай-болғай теге ҡыҙыҡайға табан ыңғайланы. Килгән этте күргән ят ҡыҙҙың ҡото осто, йәһәт кенә боролоп, ҡаса башланы. Уны шулай шаяра, тип уйлаған Аҡтырнаҡ артынан сапты. Ҡыҙ яман итеп ҡысҡырып ебәрҙе. Нимәгәлер эләгеп ҡоланы. Шунан йәнә тороп йүгерҙе, үҙе ҡысҡырып илай ине. Бындай хәлде көтмәгән Аҡтырнаҡ ҡапыл туҡтаны. Ә ҡыҙыҡай подъезға инеп юғалды. Бөтәһен дә ҡырҙан күҙәтеп торған Алина үҙ аллы тормош юлына баҫып та, һис аҡылға ултырмаған үтә лә бер ҡатлы улын саҡырҙы, ситкә алып китергә ашыҡты. Ул дөрөҫ эшләне. Ысынлап та, бер аҙҙан ҡыҙыҡай инеп киткән подъездан бер ҡатын яман итеп ҡысҡырып килеп сыҡты.
Тәҙрәнән бер ҡарттың башы һонолдо.
– Ул эт гел ошо тирәлә йөрөй, берәүгә лә теймәй, балалар менән уйнарға ярата. Һеҙ яңы кешеләрҙер...
– Берәҙәк эттәргә бында урын юҡ! Ҡарауһыҙ эттәрҙе ауларға кәрәк, тием! – ҡатын ҡартҡа екерә-екерә кире инеп китте.
Иртәгәһен, көсөктәрен туйҙырғандан һуң, Алина йәнә өңдән сыҡты. Тағы ла майҙансыҡҡа табан йүнәлде. Аҡтырнағының шул тирәлә икәнен һиҙемләй ине ул. Хафаланыу бушҡа булмаған – бында ике-өс ир-ат Аҡтырнаҡты аулап маташа. Алина, үҙе лә һиҙмәҫтән, алға атылды. Тормош тәжрибәһе йыйып өлгөрмәгән тәүге балаһын ҡурсып, таяҡ тотҡан иргә ярһып өрә башланы.
– Бына ул өйөрҙөң башлығы! – тине аусыларҙың береһе.
Ирҙәр кемуҙарҙан Алинаға табан ташланды. Һәм ул Аҡтырнағының шул арала ҡасып ҡотолғанын күрҙе.
Бына бер ир уға таяҡ менән килтереп һуҡты. Алина ауыртыныуҙан әсе сыйылдап аунап-тәгәрәп китте.
– Булды, – тине ир. – Кәрәгенә алды, бынан ары был тирәлә эҙе лә, еҫе лә булмаҫ. Ныҡ эләкте. Ҡырға китеп үлер.
Үҙ эшенән ҡәнәғәт аусылар бүтән тотҡарланманы. Һөйрәлеп ҡыуаҡтар араһына барып ятҡан Алина иҫен юйғандай булды. Шулай ҙа бер аҙҙан башын ҡалҡытты. Уны ояһында көсөктәре көтә. Ул әсә, ул көсөктәрен үҫтерергә тейеш. Үҫтерергә. Ошо ҙур донъяла уларҙы эт тормошона өйрәтергә һәм сығарып ебәрергә тейеш! Алина һыҙланыуын онотоп ҡалҡынды һәм кире ергә тәгәрәне. Алғы аяҡтарын нимәлер өтөп алды. Ул яман итеп сыйылданы. Ләкин уға ҡайтырға кәрәк. Тағы ҡалҡынды, тағы ҡоланы. Нимә булды? Эт күпме генә терәнһә лә, алғы тәпәйҙәренә баҫа алманы. Баҫа алмаясағын аңланы. Эйе, алғы тәпәйҙәрен эт аулаусылар һындыра һуҡҡайны. Ләкин ул ҡайтырға тейеш. Уны көтөкәйҙәре көтә. Улар әле бигерәк бәләкәй! Тубыҡланған эт үҙе генә белгән тарафҡа моронон һуҙҙы. Тубығы менән алға атланы. Аҙымдар ырамһыҙ ине. Һыҙланыуҙан тамаҡ төбөнән иңрәп сыҡты бер өн. Күҙҙән йәш аҡты. Ләкин ул көсөктәренә ҡайтырға тейеш! Ул инә эт! Һыҙланыуҙы еңер көс бар – уны көтәләр! Көтәләр...
***
Ағаслыҡтар буйлап ир китеп бара. Эргәһендә ҡулына кәрзин тотҡан ун йәштәрҙәге ҡыҙы атлай. Бәшмәкселәрҙең юлы уңды. Ҡыҙ саҡ ҡына артҡараҡ тороп ҡалды. Бер аҙҙан шат тауышы яңғыраны:
– Атай, бында циркта уйнаған эт бар!
– Аңламаным, ҡыҙым.
– Ана, күрәһеңме, тубыҡланып китеп бара.
– Һы, – атай кеше аптырап эткә ҡарап торҙо, шунан ҡыҙына боролдо.
– Мәғүзә, был эт зәғиф.
– Зәғиф, – ҡыҙҙың хәҙер тауышы үҙгәрҙе. – Мин уны юрамал шулай атлай тип уйлағайным...
Ата һүҙһеҙ генә баш сайҡаны.
– Тороп тор, ҡыҙым, мин ҡарап киләйем, ҡайҙа китеп бара икән ул эт?
Мәғүзә тыңламаны, атаһының артынан эйәрҙе. Бер емерек өй мөйөшөндә сыйылдаған тауыштар ишетелде. Ата туҡтап ҡалды.
– Инә эт. Унда көсөктәре...
Ҡыҙҙың күҙҙәре йәлләүҙән илаған төҫ алды.
– Көсөктәре-е-е...
Ата кеше, һаҡ ҡына атлап, өң янына килде. Көсөктәрен имеҙгән эт уның күҙенә тура ҡараны: «Ҡағылма беҙгә, кеше!» – тип әйткәндәй тойолдо.
– Тыныслан, тыныслан. Беҙ насарлыҡ эшләмәйбеҙ.
Эт уҫаллығын күрһәтмәне, шыңшыған тауыш ҡына сығарҙы. Инде нисәмә көндәр тубыҡланып ризыҡ эҙләгән Алина ҡаҡ һөйәккә ҡалғайны. Көсөктәре көндән-көн ҙурая, уларға ашарға күберәк кәрәк. Алинаның хәле бөтә барҙы, ул белә – оҙаҡламай һөтө лә кибәсәк. Тик бер генә теләге бар инә эттең, үҙе үлгәнсе мөмкин тиклем көсөктәрен ҙурайтып ҡалдырырға. Аҙаҡ ашарҙарына табырға үҙҙәре өйрәнерҙәр. Был көндәрҙә Алина һөт түгел, ә үҙенең ҡанын имеҙә ине кетмерҙәренә... Хәҙер ят әҙәмгә ҡаршы өрөргә лә хәле юҡ.
Сиражетдин атлы был кеше машинаһына барып япма алып килде. Башта көсөктәрҙе берәм-берәм кәрзингә һалды, уны ҡыҙына тотторҙо, ә инә этте япмаға урап, үҙе күтәреп алды.
Эттәр торағында уларға йәш кенә ҡыҙыҡай ҡаршы сыҡты.
– Көсөктәрҙе алып ҡалабыҙ. Ә этте мал табибына күрһәтергә кәрәк. Беҙ хәйриә иҫәбендә генә эшләйбеҙ, ағай.
Сиражетдин Алинаны ветдауаханаға алып китте.
– Тәнендә сыҡмаған йәне генә бар. Вәт, инә эт яҙмышы, – тип баш сайҡаны табип.
– Тәпәйһеҙ көйө көсөктәрен ҡарай алыуы ғәжәп, – тине Сира­жетдин.
– Ул тыумыштан зәғиф түгел, – тине табип эттең тәпәйҙәрен ентекле ҡарап сыҡҡас. – Аяғын һуғып һындырғандар. Дә-ә-ә, кәнтәй эттәргә еңел түгел... Аяҡҡа баҫтырырға була. Һөйәктәрен ҡабаттан һындырып, дөрөҫ тоташтырырға кәрәк. Сығымдарҙы кем түләй?
– Мин! – тине шул саҡ Мәғүзә.
Табип та, Сиражетдин да ҡыҙ балаға аптырап ҡараны.
– Атай, планшетҡа йыйған аҡсаны бирәм.
Ата кеше яуап бирергә өлгөрмәне, табип йәһәтләп әйтеп ҡуйҙы.
– Маладис!
– Эйе, түләрбеҙ, ярҙам итегеҙ, – атай кешегә шулай тип әйтеүҙән бүтән сара ҡалманы.
Бына шулай Алинаның тормошо ҡырҡа үҙгәреш алды. Операциянан һуң табип ярҙамында уны ваҡытлы тораҡҡа урынлаштырҙылар, оҙаҡ ҡына дауаланылар.
– Атай, Индигоны үҙебеҙгә алайыҡ!
– Уға ихата кәрәк.
– Мин сығарып йөрөтөрмөн. Өйрәтермен.
– Ул урамда үҫкән эт, – Сиражетдин Мәғүзәгә «ярай» тип тә, «юҡ» тип тә өндәшмәне.
Шулай ҙа эттең артабанғы яҙмышы тураһында ҡарары бар ине инде.
– Индиго – урам эте. Тимәк, үҙен аҫырар көсө лә, таһыллығы ла бар, әрәм булмаҫ, – ул ашыҡмай ғына һүҙен дауам итте. – Эйе, яңғыҙы ла бирешмәйәсәк. Мин дә, ҡыҙым да уға ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләнек. Аңлайһығыҙҙыр.
Табип ирҙе тыңлағандан һуң, башын аҫҡа эйеп, бер аҙ өндәшмәй торҙо.
– Мин аңлайым. Һәр хәлдә аңларға тырышам, – ул көслөк менән йүткерҙе. – Тик ҡыҙығыҙға нимә тиерһегеҙ икән? Бик нескә күңелле. Йәрәхәтләп ҡуймайыҡ, тиеүем...
– Уныһы өсөн борсолмағыҙ. Ә был күпте күргән эткә үҙенең шул иркен донъяһында ҡалыу хәйерле.
– Улайһа, минең бер генә үтенес: үҙе йәшәгән, өйрәнгән еренә апарып ҡалдырығыҙ. Шунда ул бирешмәҫ.
Мәғүзә атаһын саҡ-саҡ көтөп алды.
– Ә ҡайҙа Индиго?
– Ҡыҙым, уны алып киткәндәр. Эт йәнле кешеләр була бит. Иң мөһиме, уны яраталар.
Мәғүҙә моңайып ҡалды, ләкин атайҙың һүҙе дөрөҫ – эт йәнле кешеләр ҙә бар. Иң мөһиме, Индигоны ташламағандар.
***
Ағиҙел буйында бөгөн ғәҙәттә булмағанса йәнлелек. Шулай булмай тағы, балалар өсөн ҙур сара үтә бында. Әлисә лә, ике балаһын алып, шунда китте. Таныштары күп булып сыҡты, һәр береһе бала-сағаһы менән килгән. Был тирәгә һирәк-һаяҡ килеп сыҡҡылаған Алина үҙенең элекке хужаларын алыҫтан ғына күҙәтте. Хужаларының еҫен әллә ҡайҙан тойҙо, шуға ла халыҡ күп булыуға ҡарамаҫтан, икенсе тарафҡа юлланырға ашыҡманы. Ә эҙләһәң, һәр саҡ аулаҡ урын табырға була. Аяғына баҫҡандан һуң, ул күп йөрөүсән булып китте. Хужалары торған йорт эргәһенә лә барғыланы. Хужаны, хужабикәне, балаларын ҡырҙан ғына ҡарап оҙатып ҡалған мәлдәре булды. Тик береһенә лә яҡын килергә тырышманы. Ҡасандыр хужабикә йотторған ағыу, гүйә, билдәле бер алыҫлыҡты – тыйылған сикте боҙорға ҡушмай ине. Был юлы ла ул балаларҙы ҡыуанып күҙәтте. Саҡ-саҡ аяҡҡа баҫып атлай башлаған бәләкәс сабыйҙың инде ҙурайып, бер туҡтауһыҙ йүгереп, тәтелдәп йөрөүенә шатланды. Тас атаһы һымаҡ атлай, хатта ҡулын һелтәп ебәреүе лә йорт хужаһын хәтерләтә. Ә ҡыҙыҡайсы! Алинаны муйынынан ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлаған, уны яратҡан ҡыҙыҡай! Берәҙәк эт ҡыҙыҡайға табан ынтылып-ынтылып ҡуя, ләкин шул саҡ хужабикәнең уҫал тауышы ҡолаҡта яңғырап киткәндәй була, һәм ул үҙе лә һиҙмәҫтән кире ағастар араһына боҫа.
Унда ҡыҙыу тамаша бара. Кескәй балалар оҫталыҡта ярыша: кем йыр йырлай, кем шиғыр һөйләй, кем бейей. Бағымсылар төрлө-төрлө ҡыйбатлы бүләктәр менән килгән. Ә был – балалар өсөн генә түгел, ата-әсә өсөн дә ҙур дәртләндереү сараһы. Кем бүләк алырға яратмай? Кем ҡулына бушлай бол килеп инеүен теләмәй? Әлисә лә бөгөн ғаиләһенә өлөш төшәсәген һиҙенә. Барбиҙы яратҡан ҡыҙы өсөн оло табыш бар – тотош бер ҙур ҡумта алһыу мебель ҡуйылған. Ҡурсаҡ өсөн бөтә нәмәһе лә әҙер! Әлисә лә берәүҙән дә кәм түгел, шуға уның ҡыҙыҡайы иң шәп бүләкте эләктерергә тейеш!
Бына Әлисә ҡыҙыҡайын халыҡ алдына сығарып баҫтырҙы. Шау-шыуҙан ҡасырға маташҡан улы Мәргәнгә бармаҡ янаны һәм алға, урта урынға, үҙәккә барып баҫты. Шәп уның ҡыҙыҡайы, ана бит үҙе йырлай, үҙе бейей – яңғыҙы ғына ла тотош концерт бирә ала! Был тамашанан ялыҡҡан Мәргән ипләп кенә йылға буйына шылды. Сәмле ярыш эсендә ҡайнағандар уның юҡҡа сығыуын шәйләмәне лә. Ҡыҙының еңеүен теләп, сәхнәгә үҙе менеп китерҙәй булып ҡул сапҡан Әлисә улы барлығын онотҡайны. Ҡыйбатлы бүләктәр көтә уны! Дөрөҫөрәге, уларҙы! Иң елле бүләкте отоу теләге әсәнең бар зиһенен биләгән бер мәлдә Мәргән яр ситенә килеп баҫты. Уйынсыҡ машинаһы ҡулынан төшөп китте, уны тоторға ынтылған малай, яҙа баҫып, аҫҡа тәгәрәне. Йылға өйрөлтмәге баланы әйләндерә лә башланы. Шул саҡта яр буйында йөрөгән ун ике йәштәрҙәге бер малай һыу эсендә сәбәләнгән йән эйәһен күреп ҡалды.
– Һыуға бата!
Көслө музыка аҫтындағылар быны ишетмәне. Малай бейсболкаһын болғап, тегеләй-былай сапты.
– Бата-бата! Ҡотҡарығыҙ!
Уны бер генә йән эйәһе ишетте. Алина. Зирәк эт һыуҙан күренгән бармаҡтарҙы таныны, күҙ асып йомғансы һыуға һикерҙе һәм, Мәргәнде кейеменән эләктереп, ашығып-ашығып ярға табан йөҙҙө. Ҡаты ергә тәпәй баҫып, йән көсөнә ҡырғараҡ, һыуҙан алыҫҡараҡ, һөйрәне.
– Тиҙерәк килеп етегеҙ! – тигәндәй, өҫкә ҡарап ярһып-ярһып өрҙө. Шунан олоп ебәрҙе. Был тауыш бар ғәмгә барып ишетелде. Әлисә лә тертләп тирә-яғына ҡаранды.
– Улым!
Кешеләрҙең үҙенә табан йүгергәнен күргән эт хәҙер икенсе яҡҡараҡ барып ултырҙы. Мәргәнде яһалма тын алдыра башланылар. Балаһының өҫтөнә барып ауған Әлисәне ситкәрәк тарттылар.
– Һеҙ ҡамасау итәһегеҙ! Табип бар!
Бер аҙҙан малай уҡшыны, ҡыбырлай башланы.
– Кем ҡотҡарҙы? Кем күрҙе? Кем ул, рәхмәт төшкөрө! – Әлисә улын ҡосаҡлап илай ине.
Бейсболкалы малай ҡырҙараҡ ултырған Алинаға күрһәтте.
– Ана, ул алып сыҡты!
Үҙенә бүләк итеп бирелгән ҙур ҡумтаны ҡосаҡлаған ҡыҙыҡай ҙа килеп етте. Уның ҡыуаныстан балҡыған йөҙөн хәҙер ҡурҡыу алмаштырҙы:
– Мәргән!.. Нимә булды, әсәй?
– Бөтәһе лә яҡшы, ҡыҙым. Ҡотҡарҙылар, Аллаға шөкөр!
Әсәһенең шат тауышын ишеткән ҡыҙыҡайҙың йөҙөнә йәнә ҡыуаныс нуры яғылды.
– Улым, кем ҡотҡарҙы, тинең? – тип һораны Әлисә бейсболкалы малайҙан.– Ҡайҙа ул кеше?
– Ана ултыра! Кеше түгел! Шәп эт! Алып сыҡҡас, шыңшыны. Иланы шикелле, – тине бейсболкалы малай.
Әлисә эткә ҡараған килеш ултыра бирҙе. Шул саҡ тәнен нимәлер өтөп алғандай булды, ул тертләне. Эткә өндәшергә итте, тик тамағына нимәлер тығылғайны. Был сәйер ҡарашты бер нисек тә аңлай алмаған Алина, өйрәнелгән ғәҙәте буйынса, ситкәрәк атланы.
Бына яратҡан ҡыҙыҡайы ла Алинаға табан боролдо. Күҙҙәре ҙур асылды:
– Алина! – аптырап та, шатланып та ҡысҡырып ебәрҙе ул, ләкин эт яй ғына ағаслыҡтар яғына юл алды.
– Алина! – тип өндәште шул саҡ Әлисә лә. Эт был тауышта үкенеү ҙә, ғәфү үтенеү ҙә, ялбарыу ҙа ишетте. Ундағы яғымлылыҡты тойҙо. Шуға бер аҙға туҡталды. Аҙға ғына. Шунан тағы юлын дауам итте.
– Алина!
Ҡыҙыҡай ҡумтаһын атып бәрҙе лә эт киткән яҡҡа аҙым яһаны. Кемдер берәү уға өндәште.
– Уй, ҡумтаң емерелде...
– Ул миңә кәрәкмәй! – Ҡыҙыҡай ергә һибелгән алһыу тәтәйҙәрҙе аяғы менән этеп ебәрҙе. – Ул бит аҡһай! Алина, көт-көт-көт! – тип саҡырҙы ул өҙөлөп.
Эт түҙмәне, һауаға ҡарап үкенесле итеп өрҙө лә ағаслыҡтар араһына инеп юғалды.
Ул хәҙер – урам эте. Ташландыҡ өйҙәр яғында үҙ донъяһы бар. Ул ашыҡты. Шул донъяны яратҡандан түгел, үҙе яһап алған донъя өсөн иҫе китмәй эттең... Яңыраҡ ҡына ошо харабалар араһына бер нисә көсөктө аҙаштырып киткәйнеләр. Күҙҙәрен саҡ аса башлаған меҫкенкәйҙәрҙе ашатыу-туйындырыуҙы Алина үҙ өҫтөнә алды. Артабан уларҙы берәҙәк эт тормошона өйрәтергә кәрәк. Яуыз кешеләрҙән нисек һаҡланырға, нисек тамаҡ табырға, һыуыҡта туңмаҫҡа, торор урын ҡалмағанда һыйыныр-боҫор мөйөш табырға... Алина аҡһай-туҡһай ташландыҡ көсөктәр яғына ашыҡты. Уларҙы ашатыр мәл еткәйне.

Фәрзәнә Аҡбулатова.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәттәре.

Аҙағы. Башы 3-сө һанда.

Читайте нас: