+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Май 2021, 13:35

«Күңелем дә, яҙҙар һымаҡ, Бер талпына, бер тына…»

Сәфинә Нуриәхмәт ҡыҙы Хәкимова (Фәтхетдинова) Әбйәлил районы Ярлыҡап ауылында 1961 йылдың 20 мартында тыуған. Әлеге мәлдә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. Урындағы «Аҡ ҡауырһын» әҙәби берекмәһен етәкләй. Үҙнәшер юлы менән сығарылған «Аҡман-тоҡман ҡыҙымын», «Гөлгөнәнең гөлдәре» исемле ике китабы донъя күрҙе. «Ағиҙел», «Аҡбуҙат» журналдарында шиғырҙары баҫылып тора. «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһы даими ойошторған «Әсә йөрәге» бәйгеһендә 2015 йылда өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Уйылһа күңел
Күңелдәрем уйылғанда
Ялғайым да яраһын,
Һыр бирмәйсә, сабыр ғына
Табайымсы сараһын.
Ыуалды ла күңел күгем,
Онталды ауыр һүҙҙән.
Йөрәккәйем нисек сыҙай?
Нахаҡҡа нисек түҙәм?
Семәр-семәр селтәрҙәрҙән
Үрәмен йәндә сатыр.
Көйҙәр көйләп, һыуҙар һибәм:
Гөл-сәскәм үҫһен матур.
Күк йөҙөнән китер ҡара,
Ләйсән ямғыры үтер.
Ҡояш көлөр, нурҙар уйнар,
Кеше яманы китер.
Татыу халҡым
Зәңгәр тауҙар, сал ҡаялар
Офоҡтарға тоташҡан.
Болоттары, гүйә, ҡымыҙ –
Күтәреп эс туҫтаҡтан!
Тәбиғәттән көс аламын,
Хыял өҫтәй мөхәббәт.
Һыр бирмәйсә сабырлыҡта
Кеше йәшәй – хәҡиҡәт!
Намыҫ, түҙемлек, ихласлыҡ
Ябай башҡорт халҡында.
Уралтау ҙа ҡолас йәйгән
Татыу халҡым хаҡына.
Икмәк
Икмәк, һиндә – күпме көс,
Һинһеҙ йәшәп булмай һис.
Асыҡҡанда хәл өҫтәр
Икмәкле һыйлы өҫтәл.
Һин биҙәйһең табынды,
Өйгә тула тантана.
Икмәк – донъя тотҡаһы,
Йәшәү һинән башлана.
Әй, Силәбе...
Бик йомарт та ул, бик тә бай
Әй, Силәбе, Силәбе.
Сикһеҙ йәйрәп ятҡан ере,
Зәңгәр күлдәр – биҙәге.
Аҡҡоштар яратҡан төйәк,
Ҡанат биреп осорған.
Башҡорт халҡы ауаздары
Килә үткән осорҙан.
Сәләм, Даян, Кәтибәләр,
Шағирҙар, шағирәләр!
Силәбене данлап китте
Был данлы даирәләр.
Урал арты – зәңгәр күлдәр,
Нурлы ҡалам – Силәбе.
Балҡып яныр, һис тә һүнмәҫ
Шағирҙарҙың төйәге.
Тыуған йорт
Ҡапҡалары шығыр-шығыр,
Буран аса, ел яба.
Ауыл осондағы йортом,
Тора шулай донъяла.
Ҡайҙа атай-әсәйемдең,
Гөрләп донъя көтөүҙәре.
Пар аҡҡоштай икәүләшеп
Татыу ғүмер итеүҙәре.
Тубыҡланған тыуған йорт,
Ихатаға елдәр хужа.
Хужаларын һағыныуҙан
Тыуған йортом күрә нужа...
Уңған килен
Бик тә уңған киленһең һин,
Бар яҡтан да килгәнһең.
Ҡустыбыҙға пар икәнһең,
Уны ҡайҙан белгәнһең?
Йырыңда – һандуғас моңо,
Һоҡланғыс бейеүҙәрең.
Гүйә, аҡҡош йөҙөүҙәре –
Килешле йөрөүҙәрең.
Аш-һыуың телде йоторлоҡ,
Ҡулдарың – алтын ғына.
Баһадир иттең ҡустымды,
Йөрәгең ялҡын ғына.
Һаҡла йортто, усағыңды,
Көс-дәртең һүрелмәһен.
Һинең тулы бәхетеңә
Сит ҡулдар үрелмәһен!
Читайте нас: