Тыуған көнөнә атаһы бүләккә көсөк алып ҡайтҡас, ҡыҙыҡай шатлығынан нишләргә лә белмәне. Ихатала ырғый-һикерә:
– Ур-ра! – тип һөрән һалды. Ҡулындағы алһыу күлдәкле Барбиға өндәште: – Әйттем бит, атайым һүҙендә тора тип!
Тупһаға ҡурсағын һалды ла көсөктө күтәреп алды. Шул саҡ өй ишеге шар асылды, ихатаға әсәһе килеп сыҡты.
– Бына күрҙеңме, атайым бүләк итте!
Ҡыҙының ҡулындағы көсөктө күргәс, ҡатындың йөҙө томрайҙы, хәҙер ул иренә боролдо:
– Әнғәм, – тине ул янаған тауыш менән. – Мин һиңә әйткәйнем, Әнғәм! Иҫкәрткәйнем, уйынсыҡ эт, тип...
– Ҡыҙыбыҙға вәғәҙә бирҙем бит. Баланы алдарға ярамай, Әлисә.
– Яр-р-рай, – тине Әлисә тағы ла янаған һалҡын тауыш менән. Шунан ҡыҙына бармаҡ янаны: – Өйгә индерәһе булма, ишетһен ҡолағың!
– Юҡ, ояһы бар бит уның! Әйҙә, көсөк, ояңды күрһәтәм! Ана, ҡыйығында ал таҫма эленгән, күрҙеңме?
– Ниндәй исем бирерһең икән, ҡыҙым? – тине Әнғәм.
Ҡыҙыҡай болдорҙағы Барбиға күрһәтте.
– Уның бөтөн-бөтөн нәмәһе ал төҫтә. Күлдәге, өйө, мебеле.... Эт ояһында ла ал таҫма! Ал...ал... Алина була исеме!
– Кем? – тип ишетмәгәндәй һораны Әлисә.
– Нимә, әллә кәнтәй эт алып ҡайттыңмы? – Әлисәнең йөҙө ҡарайҙы. Әнғәм уны тынысландырырға тырышты.
– Ул көсөк кенә. Әле белеп булмай.
– Һы, моңһоҙ! Белешмәгәнһең инде! Арланмы, тип һорар инең, хет! Һиңә барыбер, үгеҙ үлһә – ит, арба ватылһа – утын...
– Арлан булһа, Алин була!.. – тине ата-әсәһенең тиктән тиккә талашҡанынан ялҡҡан ҡыҙыҡай, шулай әйтһә, әсәһе тынысланыр һымаҡ тойолдо уға.
– Алин... Һы... Мәғәнәһеҙҙәр...
Әлисә һөйләнә-һөйләнә кире өйгә инеп китте. Уның бер ҡасан да этте лә, бесәйҙе лә яратҡаны булманы. «Иң файҙаһыҙ йәнлектәр», – тип кенә ҡуя. Шул-шул, йәнлектәрҙе үҙһенмәгәнен белә тороп, ҡыҙҙарының тыуған көнөнә ирҙең көсөк тотоп ҡайтыуы йәнде ныҡ көйҙөрҙө. Балаҡай маъмай теләй, имеш. Биш йәшлек бала бөгөн – быны, иртәгә тегене һорай, ялҡһа, иң ҡиммәтле уйынсыҡты ла атып бәрә. Уйынсыҡ эт ал, тине лә, юҡ, еңмешләнеп көсөк тотоп ҡайтҡан. Йүнле аҡса эшләй белһә, ни асыу. Ҡаланың ситендә бер иҫке өйҙә көн итәләр. Әнғәм бит ике бала атаһы. Улдары хәҙер ай-тай баҫа, оҙаҡламай йүгереп китәсәк. Инде ғаиләгә арыу фатир кәрәк, ә иҫке-моҫҡо түгел! Кетмер ҡайғыһымы ни? Ире, байғош, донъяға һаман балалар күҙенән баға. Бик шәп, бай кешеләргә кейәүгә сығып бөткән әхирәттәрен ҡала ситендәге ярым емерек өйгә ҡунаҡҡа саҡырыуы ла оят. Ниндәй эт, ти ул? Әрәмтамаҡ артты.
Әлисәнең бынан һуң эткә бер тапҡыр ҙа күтәрелеп ҡарағаны булманы. Маъмай ҙа уны үҙһенмәгәнен аңлай ине, шикелле, Әлисә өй ишегенән күренеү менән йәһәтләп ояһына боҫор булды. Уны ашатыу, ҡырға сығарып йөрөтөү тулыһынса хужаның үҙенә тороп ҡалды. Ҡыҙыҡай иһә эте менән туйғансы уйнай, шуның менән эш бөтә. Тора-бара эттең Алин түгел, ә Алина икәнлеге асыҡланды. Әлисә тағы туҙынды: «Ир түгел, хәстрүш! Этте лә һайлап ала белмәй бит эшкашмаған!»
Әнғәмдең яратҡан шөғөлдәренең береһе – балыҡ ҡармаҡлау. Шуға ла буш ваҡыты булдымы, этте машинаһына ултырта ла ҡырға сығып китә. «Ялҡауға сәбәп табылды. Уға лишь бы бер нәмә лә эшләмәҫкә!» Ҡатынының әсе теленә өйрәнеп бөткән Әнғәм яуап биреп тормай. «Алина, балыҡҡа!» – тип ымлай. Зирәк эт шундуҡ салонға инеп китә. «Ике әрәмтамаҡ. Береһен эшкә өйрәтермен, икенсеһенән ҡотолормон, шулайтмаһам, исемем Әлисә булмаҫ!»
Ысынлап та, өгөтләй торғас, Әлисә ирен Себергә эшкә китергә күндерҙе. Бәлки, Әнғәм дә ҡатынының туҡтауһыҙ мыжыуынан арығандыр, ризалашты. Вахтанан бер ҡайтҡан сағында, этте көйҙөртөргә кәрәк, тигәйне, ире, иртәрәк, көсөк кенә бит әле, тине лә ҡуйҙы. Алйот, бер әйткәнде тыңлаһасы!
Ана шул көндәрҙән Алинаның хәле ауырлашты. Сөнки уны ашатҡан кеше ҡалманы, тиергә була. Эт ҡарауҙы хужа ҡыҙыҡайына ҡушып киткәйне, ләкин әсә кешенең уй-ниәте икенсерәк булып сыҡты.
– Ҡыҙым, нимә тотоп сығып бараһың?
Хужабикә шулай тип алдаша. Ҡатын этте ҡарау тураһында түгел, ә унан нисек итеп ҡотолоу хаҡында ғына баш ватты. Быны тиҙерәк эшләргә кәрәк, сөнки кәнтәй эт ҡасан да булһа көсөкләйәсәк. Тимәк, йәһәтерәк ихатаны бушатырға! Ҡыҙына ла, атлай башлаған Мәргән улына ла йәне көйҙө Әлисәнең. Улары ла ошо эт, тип йығылып баралар. Ишегалдына сығыу менән, иң тәүҙә Алинаға, йәғни бер файҙаһыҙ хайуанға табан йүгерәләр! Бына әле Мәргән тупһанан төштө лә тәнтерәкләп эткә табан атланы. Маъмайы ла ҡойроғон болғап, тегеләй-былай эргәһендә һикерергә тотондо.
– Мәргән, теймә, ҡағылма. Эт бысраҡ!
Бала аңлаймы ни инде, ҡулындағы бишенйәһен һуҙа.
– Ам-ам итә, һинең үҙеңде ашай! – тип ҡурҡытырға итте. Улы иһә әсәһе әйткән һүҙҙе ҡыҙыҡ күреп, эткә ҡарап, көлә-көлә «ам-ам», тип ҡысҡырҙы һәм тегене ҡосаҡларға итте. Фу, ерәнгес!
Әлисә улын етәкләп алып китергә иткәйне, илай башланы. Һаман эткә ынтыла. Тегенән нисек кенә ҡотолорға һуң?
Бер көндө Әлисә үҙҙәренең өй эргәһендә күп кенә эттәрҙең йыйылып китеүен күрҙе. Был хәл түҙемлеккә сик ҡуйҙы. Әлисә ҡустыһына шылтыратып, тиҙ генә килеп етергә ҡушты.
– Апай, мин – эш кешеһе. Ваҡытым булыу менән килермен.
– Бөтмәҫ һинең йомошоң... – тип Мәлих ҡустыһы телефонын һүндерҙе.
Икенсе аҙнала туғаны тупһа аша үтеү менән Әлисәнең ҡәтғи бойороғо яңғыраны.
– Алинаны, Әнғәмдең маъмайын, бөгөн үк алып китәһең, аҙаштыраһың! Анау көнө эттәр был тирәлә өйөгөшөп йөрөнө. Бер нисә айҙан көсөкләйәсәк! Эҙе лә булмаһын был тирәлә! Ишеттеңме?
Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2021) һанында уҡығыҙ.
Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.