+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
6 Апрель 2021, 10:13

«Күҙҙәрҙән йәш тамғанда ла донъя – ул һөйөү мәле...»

Айзилә МортаеваАйзилә Рәмил ҡыҙы Мортаева Белорет районы Шығай ауылында 1983 йылдың 14 ғинуарында тыуған. БДУ Сибай институтының филология факультетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһында эшләй. Тормош иптәше Ришат менән өс бала тәрбиәләйҙәр.

Донъя йәме
Их, был донъяның йәмдәре!
Йәшәп кенә туйғыһыҙ!
Йәшәһәң ине ҡайғыһыҙ,
Йәшәһәң ине уйһыҙ...
Их, был донъяның йәмдәре!
Миҙгел-мәлдәре – сыуаҡ.
Йәшәһәң ине бәхетле,
Үлемһеҙ бер йыр һымаҡ!
Их, был донъяның йәмдәре,
Һөйөлөп-һөйөлмәле!
Күҙҙәрҙән йәш тамғанда ла
Донъя – ул һөйөү мәле...
Күңел ярһыуы
Булһын ине күңел ҡаты,
Булмаһын ине нескә.
Шул сағында йөрәккәйем
Әрнемәҫ ине һис тә.
Кеше өсөн янмаҫ ине,
Һис кенә көймәҫ ине.
Нахаҡ һүҙҙәр күңелемә
Бер ҙә өйөлмәҫ ине.
Тормош! Һинең ҡатылыҡҡа
Нисек өйрәнергә һуң?
Их, күңелем, булма нескә,
Их, күңелем, булсы туң!!!
Сер
Аһ, Ҡатын-ҡыҙ!
Һин –
Ҡабатланмаҫ биҙәк!
Бер ҡараһаң – ҡамыш,
Бер ҡараһаң – тирәк.
Кемгәлер – үкенес,
Ә кемгәлер – табыш.
Берсә – һөйөү-шатлыҡ,
Берсә – көйөү-һағыш.
Аһ, Ҡатын – ҡыҙ!
Һин –
Асылмаҫы серҙең!
Һуты, йәме, йәне –
Күктең, Ерҙең, Ирҙең!
Әсәй янында
Иң матур миҙгелдәр –
Әсәйем янымда.
Рәхмәттәр уҡыйым
Һәр аҙым һайын да.
Төнөн дә, таңын да
Аллама, Тәңремә.
Әсәйем иҫән-һау.
Ул янымда булғас,
Убылмай ер һәм тау.
Әсәйем булғанға
Мин һаман иркә лә.
Тормоштоң аһ-зары
Сүп кенә эргәлә!
Әсәйем булғанға,
Мин иң бай кешемен!
Донъяға, тормошҡа
Мин шундай бешемен!
Урам буйлап яҙ йүгерә
Урам буйлап яҙ йүгерә,
Үҙе шат, көләс.
Күҙҙәрендә йондоҙ-нурҙар,
Башы – алтынсәс.
Урам буйлап яҙ йүгерә,
Тамсылар йырлай.
Гөрләүектә буҙтурғайҙар
Һыу менән уйнай.
Урам буйлап яҙ йүгерә,
Наҙын таратып.
Ошо яҙҙа бар донъяны
Ҡосам яратып!
Ҡырҡ бер сыраҡ
Аҡман-тоҡмандары менән
Уҫал Ҡыш Яҙҙы һынай.
Һынаһа ла, һынмай ул Яҙ,
Яҙ бит ул – ҡатын-ҡыҙҙай!
Илаһа ла, шатланһа ла,
Үҙ яҙмышҡайын яҙа.
Яҙмыш бурандары ҡай саҡ
Баҫтырһа уны яҙа,
Бирешмәй ул. Хыянатҡа,
Өмөтһөҙлөк, яңғыҙлыҡҡа.
Белә бит ул, ҡыштарҙан һуң
Яҙ килеүгә, наҙ барлыҡҡа.
Үҙ-үҙенән йәмдәр таба,
Ҡолағына алҡа таға.
Ҡырҡ сырағы янып бөтһә,
Ҡырҡ беренсеһен яға...
Читайте нас: