Саша
Хикәйә3.Ҡаҙанда ҡайнаған иттең илерткес еҫе өйҙәгеләрҙең башын әйләндерҙе, ауыҙ һыуҙарын килтерҙе.Һәр кем ғазаптан үҙенсә ҡотолорға тырышты: Раушания, башын ҡаплап, юрғанға уранып ятты; Раҡия өй ҡыйығына менеп китте. Санияның юрауы дөрөҫ булды: ямғыр төндә үк туҡтағайны. Инәһе әҙерләгән дуйын балсыҡты ҡыҙыҡай тырышып баҫты, мөрйә төбөн, түбәнең ярғыланған ерҙәрен һылап төштө. Кәзәкәйгә ҡайын япрағы, кесерткән менән бесән керетте.