-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Март 2021, 16:39

«Һулҡып ята мәке – Йөрәгеләй ҡыштың...»

Айһылыу ҒарифуллинаШағирә Айһылыу Ғарифуллина Бөрйән районының «Таң» гәзитендә хеҙмәт итә. Уның ижады тос образдарға, иҫ киткес сағыштырыуҙарға бай. Әлеге шәлкемендә автор ярһыу рухлы публицист, үҙ заманының тауышы ла, рух һаҡсыһы ла булараҡ сығыш яһай.

Туң тәҙрәләр
Аръяҡ урамынан үтеп барам,
Һул тарафта – туңған тәҙрәләр.
Йөрәгемде ярып инде һағыш
Йәнде иҙыратыр йәҙрәләй...
Туң ҡараштар атманы ла инде
Ошо таныш өйҙөң йәндәре.
Барыһы ла ауыл ҡото ине,
Барыһы ла – урам йәмдәре...
Туң тәҙрәләр мине ҡаршы алды,
Туң тәҙрәләр моңһоу оҙатты.
Ҡалай ҡыйын икән ауылыңдың
Утлы тәҙрәләрен юғалтыу...
Әсирлек...
Шундай заманда йәшәйбеҙ –
Ваҡыт ағышы яман.
Бер мин түгел ул, аҙашып,
Таш быуаттарҙа ҡалған...
Сәбәләнеп, үрһәләнеп,
Тапап, йығып бөтәһен –
Өлгөрмәйсә абынаһың –
Шулай донъя көтәһең.
Шундай осорҙа йәшәйбеҙ –
Тотоп булмай мәлдәрҙе.
Донъя ҡыуып, эш-көш, тиеп,
Бөтә инде хәлдәрең...
Шундай мәлдәрҙә йәшәйбеҙ –
Ваҡыт ағышы йота.
Бәрәкәтенән яҙған да,
Беҙҙе әсирҙә тота...
Доға
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ
Һибелешеп юғалған.
Беребеҙ – уңға, икенсебеҙ
Һул тарафҡа юл алған.
Таралған болот ишебеҙ –
Берекһәк, күкрәр инек.
Эх, ҡасанғы быуаттарҙа
Ҡалҡандай күкрәк инек...
Туҙҙырылған иләүҙәй беҙ
Ҡымырйып ҡына тынған.
Рух бағанабыҙ ауғандай,
Иман терәге һынған...
Йырҙаһын юғалтҡан йылға –
Маҡсатһыҙ барған юлсы...
Эй, бер Аллам, башҡортома
Рәхмәтең менән баҡсы!
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ –
Һибелешеп ятабыҙ,
Был – беҙҙәргә тигән ҡапҡан,
Был – бик оло хатабыҙ.
Аҡыҡ саҡтарына ҡайтар
Аҫыл ғына халҡымды,
Йығылған еренән торһон,
Ятҡанынан ҡалҡынһын!
Тажлы үләт
Тажлы һынауын ебәрҙе
Кешегә Аллаһ.
Аҡсалы-аҡсаһыҙын да
Торманы һайлап.
Тажлы-тажһыҙ батшаларҙы
Ҡайғыға һалды.
Миллион-триллиондарҙы
Тартты ла алды.
Тажлы вирус – оло һынау
Тотош донъяға.
Уға бер иш бай, ярлыһы
Йәнен ҡыймаға.
Тажлы һынауҙан кем йолор?
Аптырай донъя.
Күҙгә күренмәҫ был дошман
Йәндәрҙе ҡыя.
Тәүбәбеҙгә ҡайтыр кәрәк –
Ысын асылға.
Аңды эшкә егер кәрәк,
Күҙҙе асырға.
Иман ғына йолор беҙҙе
Ошо үләттән.
Хөкөмдар – бер, ғәҙел, уяу –
Беҙҙән түләтә...
Аллаһ, Раббым, тимәй хатта,
Вирус, тиәбеҙ.
Нимәгә лайыҡбыҙ бөгөн –
Шуға эйәбеҙ.
Кем ебәргән был һынауҙы –
Ҡотҡарыусы – шул.
Эй, кешелек, аңыңа кил –
Был – берҙән-бер юл!
Читайте нас: