0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
3 Февраль 2021, 15:59

«Епкә теҙәм миҙгелдәрҙе, Теҙгән кеүек мәрйендәрҙе...»

Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВАКүренекле шағирә, милләтебеҙҙең арҙаҡлы гүзәл заты Таңһылыу Ҡарамышева шиғриәт киңлектәрен ышаныслы, ҡыйыу байҡай. Халҡыбыҙҙың рухи тамырҙарынан баҙыҡ образдар табып, уларҙы аҫылташтай төрлө ҡырҙары менән балҡыта, яңынан йән өрә һәм заман һулышы менән бергә яңғырата. Әйтерһең, шағирә – мәңгелек менән бөгөнгөнө тоташтырыусы тылсым эйәһе. Уның һеҙгә тәҡдим иткән шәлкеменән дә ошо изге ипкен, күңелдәрҙе имләр йылылыҡ бөркөлә.

Мунсаҡ
Епкә теҙәм мәрйендәрҙе,
Һәр бөртөгөн сүпләп-сүпләп.
Ялғап ҡуям епте епкә,
Төймәләрем бөткәс икәс.
Төйнәгәндә осто осҡа
Мәлде мәлгә бәйләйем нәҡ.
Дүңгәләгем мәңгелектең
Мәлдәренең йәйләүе нәҡ.
Түңәрәк күл яры кеүек
Өҙлөкһөҙ ул, тамамһыҙ ул,
Башты ҡойроҡҡа бәйләүсе
Ялғамдарым ялғанһыҙ ул.
Төйнәмдәрҙе тоташтыра,
Тамамланмыш, башланмышты,
Осраштыра, ҡауыштыра
Ҡайғырмышты, шатланмышты.
Хискә хисте теҙәм гүйә
Мунсаҡ хасил иткәнемдә.
Яһаусы мин, хасилсы мин
Йән нурҙарым түккәнемдә.
Епкә теҙәм миҙгелдәрҙе,
Теҙгән кеүек мәрйендәрҙе.
Теҙеп бөткәс, йөрәгемә
Төйнәп ҡуям дәүерҙәрҙе.
Ҡалас
Ҡалас – ҡояш килеп сыҡты
Офоҡтоң мейесенән.
Баш әйләнеп китте шул саҡ
Хуш еҫле өй эсенән.
Нур аңҡышы донъя йортон
Биләп алды ҡот менән,
Сығанаҡтан килгән ипкен –
Изге булған ут менән.
Ҡот урыны – мейесебеҙ,
Йәне – күмер күҙендә.
Ҡалас кеүек бешкән ҡояш
Ҡабарҙы күк йөҙөндә.
Көн уянһа, гөрләп китһә
Имен тормош мәжлесе,
Утҡа табыныусы мин дә,
Мин дә, гүйә, мәжүси.
Сикһеҙ шатлыҡ кисерәмен
Күк усағы барлыҡҡа.
Алтын ҡалас та һуҡыр тин,
Осһоҙ әммә алйотҡа.
Ҡиммәт миңә, ғәзиз бары,
Хәләл ҡыуаныс ҡыҙыҡ,
Офоҡтағы мейесемде
Оятлы итмәҫ ризыҡ.
Туҡылыу
Буйлыҡтан, арҡаулыҡтан –
Киндерҙән, йөн, ебәктән
Туҡыла туҡымалар,
Түгел бер ҙә сүбәктән.
Ә беҙгә һуң, кешегә
Нимәнән туҡылаһы?
Аҡыл менән туҡыла
Яҙмыштың туҡымаһы!
Туҡылған-һуғылғанда
Хис янына уй кәрәк.
Буйға кәрәк арҡыры,
Арҡырыға буй кәрәк.
Еп аша еп үткәреп
Ярала биҙәгебеҙ.
Аҫыллыҡҡа өлгәшә
Зиһенле йөрәгебеҙ.
Ҡулъяулығым
Күҙ йәштәрен һөртөр өсөн
Әҙер тора ҡулъяулығым.
Һаҡлай, гүйә, юғалттырмай
Көндәремдең уяулығын.
Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла
Ҡорота ул йәштәремде,
Именлеккә, тыныслыҡҡа
Күсерә йән хәстәремде.
Өмөттәрҙең сәғәттәрен
Сәғәҙәтле итә бит ул,
Аҡтағы ҡара таптарҙы
Иренмәйсә һөртә бит ул.
Һөртә-һөртә, үтәләйгә
Еүешләнеп бөтә бит ул,
Йәш аралаш йылмайыулы
Еңеүҙәрҙе көтә бит ул.
Читайте нас: