+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
2 Февраль 2021, 14:45

Ҡоштар китә

Мирас ИҙелбаевҒалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев үҙенең данлы 75 йәшенә аяҡ баҫты. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Артабанғы ижадында уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

Ҡоштар китә
Хикәйә
Әле генә ҡуҙғалып киткән һары «Жигули»ҙың нисек күҙҙән юғалғанын Марат күрмәне. Уның ҡарашын ҡара ҡурғаш төҫөндәге ҡалын болоттар менән ҡапланған күк йөҙө йәлеп итте. Алыҫ офоҡта, кескәй генә ҡара нөктәләр булып теҙелеп, йылы яҡҡа юл тотҡан ҡоштар һибелгәйне. Ҡара ҡарғалар...
Ә «Жигули»ға ултырып, Мараттың һеңлеһе китте. Берҙән-бер туғаны, яратҡан һеңлеһе Зөлфиә. Уның өсөн Марат күпме күҙ йәше түккәндер, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәндер – хәтерләп, һанап бөтөрлөк түгел.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үҫтеләр. Аталары яу ҡырынан алып ҡайтҡан яраларынан ыҙа сигеп үлде. Төҙ ҡарағай, ҡайындар оҙонлоҡҡа ярышып үҫкән урман төпкөлөндә ултырған Әлимсат ауылы кешеләре, иген сәсмәгәс, һуғыштан һуң оҙаҡ ҡына икмәккә ҡытлыҡ кисерҙе. Ҡарап торған ризыҡ картуф та һөт булды. Әсәләре ауырыуҙан бөгөлөп, түшәккә йығылғас, ун ике йәшлек Марат менән туғыҙ йәшлек Зөлфиәнең аҫрарға хәленән килмәҫ, тип, Ҡуңырасты ап-арзан хаҡҡа тотондортто. Йомортҡа һалырға ғәжәп ялҡау дүрт-биш тауыҡ ҡына тороп ҡалды.
Әсәләре йыл буйы ятты. Алыҫта, ялан яғындағы ауылда йәшәгән ҡустыһы Ғаяз уны йәй көнө район үҙәгенә дауаханаға алып барҙы. Ә әсә берәр айҙан, Марат менән Зөлфиәне һағынып, түҙмәй ҡайтып килде лә аяҡтан йығылды. Әсәләренең көн-төн түшәктә ятыуына балалар күнегеп бөттө.
Ғинуарҙың сатлама һыуығында Зөлфиә мәктәптән ике ҡулын өшөтөп ҡайтып ингәндә, өй эсе тулы кеше ине. Әсәһе урынында юҡ. Әллә ҡапыл һауығып тороп киткәнме, шуға йыйылғандармы, тигән уй үтте баланың башынан. Улайһа, ни эшләп бөтәһе лә тып-тын? Мәктәпкә төштән һуң барырға тейешле Марат бер мөйөштә һығылып илап ултыра. Бер әбей уның арҡаһынан һөйҙө. Үҙҙәренең ауылынан килеп еткән Ғаяз, ниҙәндер ҡурҡҡандай, уға шым ғына өндәште:
– Йыуатма баланы. Илаһын. Әҙерәк еңеләйеп ҡалыр.
Шул саҡ Зөлфиә урындыҡтың ситендә буйлай һуҙылған, аҡ тауар менән ябылған нәмәне күрҙе.
Һеңлеһе ҡайтып ингәс, Марат тағы үкһеп ебәрҙе. Зөлфиә ни эшләргә лә белмәне. Иламаны.
Өс-дүрт көндән Ғаяз, ҡайтып китер алдынан, Марат менән Зөлфиәне ике яғына ултыртып кәңәшләште.
– Әйҙәгеҙ, балалар, беҙгә. Күмәк булһаҡ та, һыйырһығыҙ әле. Бүтән ағай-энебеҙ юҡ бит бында. Ауыр булыр.
– Ә нисек уҡырбыҙ, ағай? – тине Марат. – Һеҙҙә бит рус мәктәбе. Әсәйһеҙ ҡалдыҡ, инде тыуған ауылдан да айырылабыҙмы?
Оҙаҡ уйлаштылар. Балалар ҡапыл ғына китергә теләмәне.
– Ярай инде, улай булғас, – тип көрһөндө Ғаяз. – Уҡыу йылы бөткәнсе йәшәп ҡарағыҙ. Йәшәй алабыҙ, тиһегеҙ бит. Ә мин балалар йортона урын юллай торормон. Эргәгеҙгә килеп-килеп йөрөрмөн.
Балалар тороп ҡалды. Ауылдың оло кешеләре, алмаш-тилмәш ингеләп, хәл белеп, кәңәш-төңәш биреп кенә сыҡҡыланы. Марат менән Зөлфиә күбеһенсә картуф та сәй менән көн итте. Ҡош-ҡорттан ни бары оҙон муйынлы аҡ тауыҡ ҡына тороп ҡалды. Ауылдаштары һирәкләп алюмин тәрилкә йә ағас сеүәтә менән индереп биргән ондан Зөлфиә тәмле итеп майһыҙ ҡабартма бешерергә өйрәнде. Утҡа ҡыҙған ҡоро табаның көйөк еҫе балаларҙың күңелен күтәреп ебәрер ине.
Ысын байрамға торошло шатлыҡтар ҙа булғыланы. Март аҙаҡтарында Әлимсатҡа кино килде. Марат менән Зөлфиә генә түгел, бөтә ауылға ҙур байрам ине. Ул турала ишеткәс тә, Мараттың йөрәген жыулатып бер уй үтте: ҡайҙан булһа ла ике билетҡа етерлек аҡса табырға. Күршенән күршегә йөрөп, көн буйына эҙләне. Зөлфиә өйҙә йөрәге сығырҙай булып көтөп ултырҙы. Ағаһы ҡайтып ингән һайын ишеккә йүгерҙе:
– Тапманыңмы әле, ағай?
– Юҡ әле, юҡ, туғаным. Хәҙер тағы бер ағайҙарға инеп сығам, һәйбәт күңелле ул. Бер көн хәлде лә һорашып торғайны...
Ҡараңғы төшөп, кино башланыр мәл еткәндә генә, Марат тыны бөтөп йүгереп килеп инде.
– Һиңә таптым, аҡыллым. Бар, йүгер!
– Ә һин, ағай?
– Йүгер, тиҙәр һиңә! Һуңлайһың, хәҙер башлана!
Зөлфиә, ағаһын йәлләп, саҡ ҡына икеләнеп торҙо. Ләкин, үҙенең усына көмөш тәңкәләр килеп ятҡас, һуңлап ҡуйыуҙан ҡурҡып, тиҙ генә сығып китте.
Һеңлеһенән әҙерәк артҡараҡ ҡалып, Марат үҙе лә клуб яғына ашыҡты. Яҙҙың тәүге ҡояшында боҙо иреп, үтә күренә башлаған тәҙрә быялаһы аша киноны тыштан ҡараны ул. Тауышын йүнләп ишетмәне, әммә Чапаевтың тачанкала ғәскәрҙең иң алдында барыуын, дошмандарҙы баҫтырыуын, киң йылға аша һыңар ҡул менән йөҙөүен асыҡ күрҙе. Кино бөткәс, өйгә Зөлфиә артынан ҡайтып инде.
– У-у, шундай кино! – тине Зөлфиә, онотолоп.
– Мин… Мин дә ҡараным, – тип, күгәргән ҡулдарын ыуа-ыуа, теше тешкә йоҡмай өндәште ағаһы.
– Ҡараныңмы ни? Күренмәнең бит.
– Артта ултырҙым мин. Ҙур ағайҙар артында.
Көндөҙҙән ҡалған ҡабыҡлы картуфты япмаһыҙ өҫтәл уртаһына ултыртып, кино тураһында һөйләшә-һөйләшә ашанылар. Күберәк Зөлфиә тәтелдәне. Марат үҙенең абайламай ҡалған урындарын тыңланы.
– Ҡурҡыныс итеп теҙелеп килгән аҡтарҙы беҙҙекеләр нисек ҡырҙы!
– Эйе-е...
– Эй, ҡурҡаҡтар икән немецтар, Чапаев сабып килгәндә, ҡайһылай ҡурҡалар!
– Немецтар түгел ул, аҡыллым, аҡтар...
– Тик Чапаев йөҙөп сыға алманы шул. Батҡанда, оло апайҙар ҙа илап ултыра ине. – Зөлфиә маҡтанған кеүек өҫтәп ҡуйҙы. – Ә мин иламаным!
Марат яртылаш әрселгән һары ярмалы картуфты ауыҙына ҡапҡан ерҙән кире алды:
– Баттымы ни?
Зөлфиә лә аптырап китте:
– Ни эшләп, шуны күрмәнеңме ни?
– Юҡ, – Марат, күҙҙәренә эркелгән йәште һеңлеһенә күрһәтмәҫ өсөн, ишек төбөндә эленеп торған бүркенә йүнәлде. – Алда бер ағай ҙу-ур бүрек кейгән дә, ышыҡлап тик ултыра...
Ғаяздың алыҫтағы ауылдан бер килеп урауы ла ошо киноға торошло байрам булды. Ундай саҡта һыуыҡ өй эсе нур өҫтәлеп, йылынып китә ине. Тик Ғаяз улар янында оҙаҡ тора алмай – кисләтеп кенә килеп, балаларға әҙ-мәҙ күстәнәс, бүләктәр ҡалдыра ла иртә менән ҡабат юлға сыға. Марат менән Зөлфиә уны тау буйына саҡлы оҙатып бара.
– Тағы кил, ағай!
– Тиҙерәк кил...
– Килермен, балалар, бөтөнләйгә килеп алырмын. Күп ҡалманы инде хәҙер. Балалар йортонан саҡырыу булғас та. Көтөгөҙ!..
Апрель уртаһы етеп, ҡар ныҡлап ирергә тотонғас, түбәнән иҙәнгә һыу тама башланы. Ҡыйыҡтағы ҡарҙы көрәп төшөрөп булмаҫмы икән тип, бер көндө Марат менән Зөлфиә өй башына менделәр. Ҡыйыҡта йөрөгән саҡта Зөлфиә ярты кәүҙәһе менән тупраҡта күмелеп ултырған аҡ тауыҡты күреп ҡалды. Ҡыҙыҡай яҡынлашҡас, тауыҡ ҡапыл урынынан тороп, ҡытаҡлай-ҡытаҡлай түбәнгә осто. Ул яһаған соҡор эсендә ап-аҡ йомортҡа ятып ҡалды. Зөлфиә ғәжәпләнеп, шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе.
– Йо-морт-ҡа... Ағай, йомортҡа!
– Ниндәй йомортҡа тағы?
– Аҡ тауыҡ йомортҡа һалған, ағай!
– Кит әле, ысынмы?
Марат ашығып Зөлфиә янына килде. Ғәҙәттәгенән бәләкәйерәк, йып-йылы йомортҡаны алмашлап һаҡ ҡына тотҡолап ҡарағас, икәүләп һикерештеләр:
– Йомортҡа-йомортҡа...
Ошо минутта уҡ уларҙың бешереп ашағылары килде.
Зөлфиә урынында сыҙап тора алмай, тыпырсынып, ағаһын ҡабаландырҙы:
– Әйҙә, быныһын мин ашайым, ағай, икенсеһе һиңә булыр.
– Юҡ, маяға ҡалдырайыҡ, иркәм, – тине Марат, бер аҙ икеләнеп торғас. – Ояһында йомортҡа ятһа, тауыҡ шул урынға тағы һала ул. Икәү булғас ҡына, береһен алырбыҙ.
Икенсе көндө Зөлфиә, сәғәт һайын тиерлек өй башына менеп, ояны ҡараны: аҡ тауыҡ йомортҡа һалырға ултырманымы икән? Юҡ, ишек алдында йылы ҡояшҡа кинәнеп йырлап тик йөрөй. Бер мәлде ҡыйыҡ башында ҡарға ултыра ине. Ҡыҙыҡай тиҙ генә юғарыға күтәрелде. Соҡор эсендә йомортҡаның ватыҡ ҡабыҡтары ғына сәселеп ятып ҡалған. Урлашҡан ҡарғаны Зөлфиәнең тотоп алып өҙгөләп ташлағыһы килде. Ләкин ҡарға осоп китеп күҙҙән юғалды. Ҡыҙыҡай, үҙенең көсһөҙлөгөн тойоп, илап ебәрҙе. Марат, өй башына менеп, ватыҡ ҡабыҡтарҙы күргәс, һеңлеһен йыуатты:
– Тыныслан, туғаным. Бына күрерһең, иртәгә тауыҡ тағы һаласаҡ.
Ул ҡарғаны ҡурҡытырға ҡарасҡы эшләп ҡуйҙы. Иртәгеһен аҡ тауыҡ, ысынлап та, шул уҡ ояға йомортҡа һалды. Йомортҡалар икәү булғас, береһен бешерергә булдылар. Шул көндө күрше апай Зөлфиәне өй йыуышырға өмәгә саҡырҙы. Марат йомортҡаны ашамайынса һеңлеһе ҡайтҡанын көтөп ултырҙы. Зөлфиәнең инеп килгәнен күргәс тә, әрсеп ҡуйылған йомортҡаны бысаҡ менән тип-тигеҙ ике өлөшкә бүлде.
– Апай ҙа йомортҡа бешергәйне. Мин уларҙа икене ашағайным, – тип Зөлфиә үҙ өлөшөнә үрелде. – Донъяла иң тәмлеһе йомортҡамы икән, ағай?
– Юҡ, алма унан тәмлерәк. Мин йәй көнө бер малайҙың ашағанын күргәйнем.
– Ни эшләп гел йомро ашамлыҡтар тәмле икән? Их, алма ла булһа... Ә ул беҙҙең яҡта үҫәме, ағай?
– Үҫә, тиҙәр бит. Беҙҙең ауылда үҫтерә белгән кеше генә юҡ.
– Ҙурайғас, үҙем үҫтерергә өйрәнермен әле. Кү-үп итеп. Шунан бөтә ауылды алма менән һыйлармын.
– Миңә лә бирерһеңме икән? – тип шаяртты Марат.
– Һо-о, һиңә!.. Үҫтергән алмаларымдың ҡап яртыһын бирермен...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: