-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
30 Декабрь 2020, 21:16

«Күңел монаяты туплай кеше Мәңгелеккә әйләнеп ҡайтыуға!»

Гөлнара ХәлфетдиноваҠапма-ҡаршылыҡтарҙың үҙ-ара һыйышыуы ла, аҡ һәм ҡараның, улар араһындағы һанһыҙ төҫмөрҙәрҙең дә береһе лә яҡшы ла, насар ҙа түгеллеген, ә бары тик ошо киң палитраның тормош тип аталыуын яҡшы аңлай шағирә Гөлнара Хәлфетдинова. Шуға ла ул донъяға төрлө бейеклектән, һәммә яҡтан бағып, һынсыл түгел, ә һоҡланыулы, ғәмле ҡараш менән ҡарарға ынтыла. Шағирәнең яңы шәлкеме журнал уҡыусыларын битараф ҡалдырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Көтөү һәм хушлашыу араһында
Тел осонда – тоҙло бал тәме,
Бер көн тиһәм, йылым китәме?
Бер мәл тиһәм, китә мөсәлдәр,
Бында шулай, һеҙҙә ни хәлдәр?
Шатлыҡ ауҙарынан туҡылһа ла,
Әрнеү ептәренән үрелһә лә,
Үтмәҫ кеүек кенә күренһә лә,
Етмәҫ кеүек кенә күренһә лә,
Бармаҡ араһынан аға ваҡыт,
Күҙ һал әле уға, ваҡыт табып,
Тотоп ҡара әле усҡа ябып...
Һыйҙыра алһаң устарыңа һабын,
Эйе, ҡуйған да ҡуйған инде ҡабып...
Күҙ йәштәрем балды тәмәйтә,
Аҡ һәм ҡара ҡайҙа, кем әйтә?
Ваҡыт һәм йән, ҡайһыһы сәпкә тейгән,
Кемеһе әле кемде һемәйтә,
Шатлыҡ таждарынан тумалһа ла,
Шартлатһа ла һағыш бөрөһөн,
Барыһы үтә, баһа ла үҙгәрә,
Әйтмәм тимә – булды киреһе...
Даңғыр-доңғор донъя дөмбөрөнөң
Дауынан да йөрәк моң һөҙә.
Һәр тере йән – матурҙарҙан-матур,
Батырҙарҙың да ул тиңһеҙе.
Һәр тере йән үҙ үлсәме менән
Самалап баҫа һәр бер аҙымын.
Бына мин дә – берәүҙең сасҡау ҡышы
Һәм берәүҙең мәңгелек яҙымын.
Бер йылғаның һыуы – көтөү, хушлашыу ҙа,
Үле һәм тере һыу бер шишмәнән.
Һаранланып шуны күпме эсеп,
Нисек тере ҡалған йәнең, бирешмәгән.
Һәр тере йән үҙенең ярҙарынан
Йә шаршыға баға, йә ятыуға.
Күңел монаяты туплай шулай
Мәңгелеккә әйләнеп ҡайтыуға,
Тик һыуһыны уның һис ҡасан да
Ҡанмай бер нәмәгә – яратыуға.
Тынлыҡ
Әйтелмәгән һүҙҙәр – күп нөктәләй
Теҙелешкән оҡшап муйылға,
Ул һүҙҙәрҙең хәҙер ни ҡәҙере,
Ағасынан муйыл ҡойолғас.
Бына-бына әйтәм, тип мәлендә
Муйынсаҡтай теҙеп йыйылған,
Тик ниндәйҙер ялған тыныслыҡты
Һаҡлап өндәшеүҙән тыйылған,
Шартлауҙарҙан аяп тирә-яҡты,
Тын торһон тип донъя быйылға,
Әсә кеше генә һәләтлелер
Үҙ йәндәрен үҙе быуыуға.
Әйтелмәгән хистәр, күп нөктәләй,
Теҙелешкән оҡшап муйылға.
Муйыл һөйәгеләй йөйҙәр булып
Йөрәккә ни ырып ҡайылған?
Яҡындар һәм яттар күңелен уйлап
Өндәшелмәй ҡалған һүҙҙәр ул,
Белгәнен дә, булғанын да әйтмәй
Мөлдөрәшеп ҡалған күҙҙәр ул…
Тынлыҡ үлсәмдәре – бала хаҡы,
Эстә шартлап йәнгә йөй һалған,
Моңло ҡурайҙың да тыны етмәҫ
Оҙондарҙан-оҙон көй һалған…
Шундай оҙон тынлыҡ, мең ҡурайҙың
Тыны етмәҫ тынлыҡ – бар бит ул,
Әсә йөрәгенә йәшерелгән
Сикһеҙ бәхет, тәрән зар бит ул…
Көс
Тын алырға ҡурҡып баҫып торам,
Ерме күсәренән ысҡынған,
Күҙҙәремдән уттар сәсрәй хәҙер –
Устарыма килеп күс ҡунған.
Мин үҙемде яҡлар хәлдә түгел,
Башҡаларға инде – анһыҙ ҙа…
Эй, үкенес, ирәүән булалмаһам,
Бул(а) алмаһам һеҙгә андыҙ ҙа,
Телегеҙгә бал да булалмаһам,
Тоҙ ҙа булалмаһам ашығыҙға...
Даръя алдындағы тамсы булып
Баҫып торам инде ҡаршығыҙҙа.
Хәҡиҡәттәр эҙләр заман түгел,
Тик был ҡанун миңә шундай ят,
Аҡты аҡ тип хатта яҙалмағас,
Шағир булыуҙары ни оят!
Тын алырға ҡурҡып баҫып торам,
Таралмаһын, тиеп күскәйем.
Яу булһа ла, үҙемдеке – үҙемә,
Күсем менән диңгеҙ кисәйем!
Хәҡиҡәттәр эҙләр заман түгел,
Тик хәҡиҡәт була алаһың,
Һынауҙарҙа һындырмасы, заман,
Тәбиғәттең ауан балаһын.
* * *
Еңелдең, тиһеңдер инде,
Эйе, еңелдем,
Хистәрем һеңгән яулыҡты
Сығарып элдем.
Ел тетер, ҡояш ашар, тип
Һис уйламаным,
Өнһөҙ генә өҫтө-өҫтө
Уны яманым.
Ҡатлы-ҡатлы итә торғас
Булды яҫтарлыҡ,
Һәлмәкләнә төшһә инде
Туп та яһарлыҡ.
Еңелдем, еңеләймәнем,
Артты йөгөм дә,
Тик иҫләйем яулығымды
Әле бөгөн дә.
Сағыу ғына, ебәк кенә
Елберләк тыуҙы…
…Мең ғазапҡа әйләндерҙек
Бер яратыуҙы.
Еңелдең, тиһеңдер инде,
Тыштан шулайҙыр,
Күргәнеңә ышаныуың
Миңә ҡулайҙыр.
Ялбыраған хәсрәтемде
Ҡапламай яулыҡ,
Ул хәҙер елдән ышыҡлар
Үҙе бер таулыҡ.
Читайте нас: