+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
28 Декабрь 2020, 13:49

Тауыҡ һурпаһы

Флүрә НИЗАМОВАФлүрә Усман ҡыҙы Низамова 1951 йылда Баймаҡ районы Билал ауылында тыуған. 1978 йылдан Әбйәлил районының Хәлил ауылында йәшәй. Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Юғары категориялы уҡытыусы, хеҙмәт ветераны. Бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Үҙнәшер юлы менән сыҡҡан «Әбйәлил батыры», «Ҡыҙыл буйы ҡыҙырым», «Күңел дәфтәре» китаптары авторы. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының (2003 йыл), «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Яҙыусылар берлеге менән булдырған Ҡол-Дәүләт исемендәге премия лауреаты.

Тауыҡ һурпаһы
Хикәйә
Октябрь байрамы ине. Фәнүр класташы Данил менән урамға сығып йөрөп килергә булды. Ул – ҡарт буйҙаҡ, ә дуҫының ҡатыны менән аралары боҙолошоп торған мәл.
Майҙанда халыҡ йыйыла башлаған. «Әйҙә, туғандарым менән таныштырам», – тип, Данил балалар коляскаһы тотоп торған ир менән ҡатын янына алып килде уны. Фәнүр уларҙы бер аҙ таный. Ире милицияла эшләй, өйҙәре эргәһенән эшкә үтә. Ҡатыны уҡыта, шикелле. Ә бына эргәләрендә торған ҡыҙ таныш түгел.
Күҙҙәре моңһоу күренгән һылыу уның иғтибарын йәлеп итмәне башта. Данил туғандарса шаярып һөйләшә башлағас, ҡыҙыҡай ниндәйҙер шаян һүҙгә сыңғыратып көлөп ебәрҙе. Фәнүр уның күҙҙәренә ҡараны ла ҡатып ҡалды. Шундай ҙа матур күҙҙәр булыр икән! Әйтерһең, ҡояш болот араһынан сыҡты ла тирә-яҡҡа алтын нурҙарын һипте. Егет, уның нурына ҡойоноп, ят йөҙгә текәлеп тик торҙо. Данил еңенән тартҡас ҡына ҡайҙа­лығын иҫенә төшөрҙө. Бер аҙ ситкә киткәс, дуҫы:
– Һеңлемә күҙең төштөмө әллә? Телһеҙ ҡалдың, – тип көлдө.
– Таныштыр һеңлең менән? – тип сат йәбеште уға Фәнүр.
– Ярай, улайһа, төшкө сәйҙәренә барайыҡ һуң, – тип килеште уныһы.
Ҡыҙҙың исеме Рәмилә икән. Улар барып ингәндә өйҙә байрам табыны әҙерләнә ине. Ҡыҙ, нәҙекәй биленә алъяпҡыс быуып, өҫтәл менән аш-һыу бүлмәһе араһында йүгереп йөрөй. Ҡайнар билмәндәр ташый. Уға еҙнәһе өҫтәл әҙерләшә. Апаһы бала менән була.
Ашанымы Фәнүр, әллә юҡмы, нимә һөйләштеләр – береһен дә иҫләмәй. Ул Рәмиләнән күҙен ала алманы. Йөҙөндә моңһоулоҡтоң эҙе лә юҡ. Үҙе көлмәһә лә, күҙҙәре көлөп тора. Табын тәрбиәләргә лә өлгөрә. Еҙнәһе менән апаһының һөйләгән хәбәренә сыңғыратып көлөп тә ебәрә. Данил ағаһына ла һүҙ ҡушып ала. Тик Фәнүргә генә: «Ағай, ашап ултырығыҙ», – тип бер өндәште лә ҡабат һүҙ ҡушманы.
Ошо көндән Фәнүрҙең яйлы ғына барған тормошо юҡҡа сыҡты. Ятһа ла, торһа ла сыңғыратып көлөү тауышы йә моңһоу ғына ҡараш күҙе алдында тик тора. Ай күрҙе, ҡояш алды булды шул осрашыуҙары ла. Рәмилә күрше райондан булғас, тиҙ генә күрешеү ҙә мөмкин түгел. Улай тиһәң, ҡыҙ уның донъяла барлығын да онотҡандыр инде.
Аңҡы-тиңке йөрөгәндә мәсьәлә үҙенән-үҙе хәл ителде. Данил систе уны. Ике туған ҡустыларының өйләнеүен, туйға Рәмиләнең дә саҡырылыуын әйтеп ҡыуандырҙы. Тимәк, Рәмилә үҙе киләсәк Оҫҡонға!
Район үҙәгенең Оҫҡон тип аталыуы оҡшап етмәй Фәнүргә. «Боҫҡон» һүҙенән алынманымы икән ул? Булыуы ла мөмкин, сөнки бик уңайлы ғына ике тау араһында урынлашҡан. Боҫоп ҡына ятып, дошманға ташланырға һәләк уңайлы урын. Әллә инде тау итәгендә күпләп үҫкән оҫҡон йыуаһынан алындымы икән ауыл атамаһы? Хәҙер инде, күпләп үҫкән, тип әйтерлеге лә ҡалманы. Ә элек, бала сағында, тауға уйнарға сығып, ҡосаҡ-ҡосаҡ оҫҡон йыуаһы алып ҡайта ине Фәнүр. Йыуанан әсәһе бешергән аштың тәме һаман теле осонда.

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: