Тыуған ауылымдың урамынан
Ғәзиз яҡҡа ҡайтып әйләнергә
Сит илдәрҙә күпме теләнем.
Күстәнемдең көрән еректәре
Йүгерә инем, ҡат-ҡат әйләнеп.
Теш ҡамашыр һыуын уртлай инем
Ҡарасмандың, Таштығойоноң;
Үмбәр түбә, Олотауға менеп,
Барыһы ла тик хыялда ҡалды...
Ҡайттым да бит тыуған ауылға,
Зилзиләләр үртәй күңелемде,
Гүйә, үҙем бында тыумағанмын,
Гүйә, үҙем бында үткенсе...
Тәпәй баҫҡан изге ергенәмдең
Һәр бер ташы ғәзиз йәнемә.
Баш эйәһем килә һәр ҡайынға,
Тәгәрәп йөрөп илағылар килә,
Һағыныуҙан, рәнйеү, үкенестән
...Бер әмәле булһа, үткәндәрҙе
Йүгереп уҙыр инем урамымдан...
Кешеләрҙең алсаҡ, матур сағын,
Йоҙаҡ эленмәгән йорттарҙы,
Бер туғандай, күрше-күлән менән
Аралашып йәшәгән саҡтарҙы.
Әлморонға һыуҙар һибә инем
Таштығойо тигән ҡоҙоҡтан...
Йортом нигеҙе күптән юҡҡа сыҡҡан,
Кем ҡулдары икән ҡоротҡан?!
Нигеҙ ҡоротоусы хаин бәндә
Уның исеме ҡара ҡандай ҡатҡан
Бала саҡтан хәтеремдә ҡалған
Үткәндәргә генә ҡайтып булмай,
Йәшәп кенә булмай яңынан...
Ни бары бер миҙгел генә йәшәү,
Донъялыҡтың ҡыуанысын күреп,
Танһыҡтары ҡанмай кешенең.
Иңдәренә ятҡан ауыр йөктө
Тормош ҡуя яңы һынауҙарын,
Хәсрәттәрен һала күптәргә.
Ни бары бер миҙгел генә йәшәү,
Күҙең асып, күҙең йомғансы...
Яҡты донъяларҙа йәшәүҙәре
Һәр ваҡыт та танһыҡ булһасы!..
Ҡарап торҙом уйға бирелеп.
Ваҡыт елдәренән ҡара янған,
Торбаһынан инде төтөн сыҡмай,
Тирә-йүнен алма, сейә түгел,
Булғандыр бит өйҙөң гөрләп торған
Йәнле, йәмле, йылы мәлдәре.
Берәү белмәй өйҙөң хәлдәрен.
Ә ул һыҙланыуҙан ыңғыраша,
Үткәндәрҙе һағына төндәрен.
...Хужа бында ярыҡ тәҙрәләрҙән
Иҙәндәрҙең серек таҡталары
Шығыр-шығыр илай таңдарҙа.
Эй, иҫке йорт, был мәл хужаларың
Йөрөй икән ҡайһы яҡтарҙа?..
Аҡ сәскәләр тирбәлешә елдә,
Хәтерләтеп йәшлек таңдарын.
Йылдар үткән һайын йәшлек-яҙҙан
Ҡул болғаным әле үткәнемә,
Яҙмышыма юҡ, тип үпкәләр.
Аҡ болоттан тамған күҙ йәштәрҙән
Янып-көйөп ҡалды сикәләр.
Әллә инде йылдар һалған эҙҙәр...
Ни сәбәптән моңһоу күңелем?
Аҡ сәскәләр хәтерләтте бөгөн
Был гүзәллек миңә түгелен...
Шиғырҙар шәлкеменең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.