...Тағы баҫлыҡҡан икән. Әллә ниндәй төштәр бимазалап уята, йөрәккә ял юҡ. Һеңлеһенең өтөп барған берәй хәбәре бар әллә, һуғылмай булмаҫ. Самауыр тигәндән, һөртөргә кәрәк әле уныһын, тоноҡланып ҡалғандай юғиһә. Ҡала фатирында йәшәһә лә, аш бүлмәһендә үрҙә самауыры тора Сәрүәрҙең. Тамырҙарың ауылға тоташһа, бала саҡтарың шунда үтһә, өләсәйҙәреңде самими балаларса ысын һөйөү менән яратһаң, шундай бер ҡомартҡы булырға тейештер өйҙә.
Матур ҙа инде! Ун литр һыу һыйҙырышлы, һиммәтле уҙамандай дәү ҡорһаҡлы, олпат, ялтыр... Заманында оло табындар йыйылыр ине уның янында. Өләсәһе, олатаһы, уларҙың дүрт улы, ике ҡыҙы, килендәре, ейәнсәрҙәре... Ике тиҫтәнән артып китәләр. Самауырҙы бер-ике бушатып, ҡабат шыжлатмайынса, һөйләшеп хәбәрҙәре лә бөтмәҫ, уйын-көлкө лә тынмаҫ. Сәрүәр кеүек бала-сағаларға сират тейгәнсе, емештәренән һығылып ултырған алмағастарҙы әллә нисә уратып баҫтырышын да, йәшенмәген дә уйнап-ҡыуышып сырҡылдаҡтары сығыр. Уйын менән мәж килһәләр ҙә, олаталарының мыҡты, һалмаҡ кәүҙәһенең ҡуҙғалғанын шәйләй һалалар, уның артынан башҡалары ҡыбырлағанын түҙем генә көтөп алып, өҫтәл тирәләй теҙелешәләр. Өләсәһенең һыйы шәп шул – йөҙөмө-күрәгәһе, балы-ҡаймағы, ҡоймағы-ҡорото... Сәрүәр гел самауыр янына йылыша. Сәй эскәндә күҙен алмай самауырҙың ялтыр һыртына текләп күҙәтеп ултыра. Үҙе бер серле донъя асыла бит уның биҙәктәренә сағылып! Табындағылар ниндәй генә сүрәткә инмәй: йә баштүбән ултырған кеүектәр, йә танауҙары оло, күҙҙәре ҡыҫыҡ, ауыҙҙары бәлшәйгән, әкиәти иргәйелдәр, әйтерһең. Мәҙәк тә инде, телевизорың ары торһон. Әлегеләр ни, әллә ниндәй хан һыйы торһон алдарында, күҙҙәрен планшет-телефон экранынан айыра алмай. Сәрүәрҙең бала сағындағыса ҡаршыларында ошондай самауыр ултырмағанғалыр инде. Күрәһең, бала күҙе туҡтауһыҙ нимәлер күҙәтергә тейеш...
Ҡапҡасын тызып ултырып онотолоп киткәнсе. Былай ҙа яп-ялтыр! Әҙ ышҡығанмы ни уны Сәрүәр, ҡулына ҡабат килеп юлыҡҡас. Олатаһы менән өләсәһен яратҡандай, самауырын ҡосаҡлап, оҙаҡ ҡына буҫығып иланы. Ҡәҙерһеҙләнеп, төҫһөҙләнеп, бәҫһеҙләнеп ҡалғаны өсөн үҙен ғәйепле тойоп ғәфү үтенде... Бигерәк оҙаҡ ваҡыт үткәйне шул «күрешмәгәндәренә».
...Сәрүәр үҫеп еткәнсе таралды шул самауыр тирәләй ултырыштар. Иң тәүҙә табын йәме – олатаһы китеп барҙы баҡыйлыҡҡа. Артынса һис тауыш күтәрә белмәгән, самауырҙай бер тигеҙ гөжләп кенә йөрөгән өләсәһе... Улар ҡорған донъя туҙҙы, усаҡ һүнде. Атай йортонда дүрт улдың береһе лә ҡалмағайны, һәр береһенең үҙ нигеҙе. Нигеҙ тип ни... Бер ағаһы ғаилә ҡороп та өлгөрмәне, олатаһы менән бер ҡатарҙан тиерлек яман ауырыуҙан вафат булды – Чернобылдә хеҙмәт итеү касафаты. Икенсеһе заман сиренә юлыҡты – ҡатынын башҡа менән тотоп, ғәрлегенән башын боғалаҡҡа тыҡты. Өсөнсөһөнөң өҫтөнә ағас ауҙы, урманда яңы нигеҙгә буралыҡ әҙерләгәндә. Береһе... Шул береһе генә иҫән. Туған итеп күрешкәндәре лә, осрашҡандары ла юҡ хәҙер, ҡатынының һүҙенән сыға алмай. Сәрүәрҙең әсәһе ошо самауырҙы ғына алып китте атай йортонан, башҡа энәһенә лә теймәне. Шуны еңгәһе ауыл тултырып һөйләгән.
– Самауырына тиклем тейәп алып киттеләр! Беҙгә, ҡарттарҙы ҡарағандарға, бер ни ҡалдырманылар, – ти икән.
Ғәрлегеңдән ятып үлерһең, билләһи. Айҙар буйы ҡараны әсәһе олатай-өләсәйҙе. Фатир тарлығына ла бошманы, дауалау ҡиммәт, тип тә. Ҡыҫынҡылыҡтан, мәшәҡәттән ялҡыпмы, ире икенсегә сығып киткәс тә ыңһырламаны, күндәм ат кеүек, күпме йөгө булһа ла, һыр бирмәне, яңғыҙы лайыҡлы тартты. Сабырҡай ғына, изге йәнле әсәһе!
Сәрүәр башбаштаҡланып, ер аяғы ер башына кейәүгә сығып китте. Олоғара бирнә менән төшкәйне, самауырын ғына ла ала алмай ҡайтып инде ҡәйнә йортонан. Бәлки, алыр ҙа ине – үҙе лә самауыр хәтле ҡорһаҡ менән, балаҡайының тыуыр мәле еткәйне. Шул китеүҙән ҡабат аяҡ баҫманы төшкән еренә. Үҙәгенә үткәне кеше һүҙенән дә, ояттан да, хатта иренә ҡарата кисергән йылы хистән дә өҫтөнөрәк булып сыҡты. Әсәһе бахыр үртәлгәндер инде. Өлкән ҡыҙың ҡайтып инһен йөклө көйө, ике йыл да йәшәмәй. Кесекәйе кейәүгә йыйынған, ҙурҙан ҡубып туй табыны ҡорҙормаҡсы. Бирешмәнеләр, уныһын да туйлап оҙаттылар. Бирнәһенә үҙенең биш литрлы самауырын ҡуйҙы әсәһе. Сәрүәрҙең күңелендә юшҡын ҡалды инде. Интегеп сығып киткән еренә кире йүгереп барып, самауырын эләктереп кенә ҡайтырҙай булып аҙарынды. Әммә... Имсәк баланы үҫтерәһе бар әле, үҙ көнөңдө үҙең йүнләйһе... Әсәйҙең арыҡ елкәһендә ятып булмай, эш кәрәк, торлағы, балаһына баҡсаһы, ашы-кейеме – күпме хәстәр! Илдә сыпсыҡ үлмәй, кешенән ҡалғанды ла кейҙерергә тура килгеләне, күҙ йәштәре лә түгелде, кәмһенеү тойғоһо ла, яңғыҙлыҡ ғазабы ла – барыһы кисерелде. Кемдер, сәүектәй тәскелдәп, ғәйбәтен сәйнәп торһа ла, күпме ҡаршылыҡтар ҡалҡһа ла, бирешмәне.
Хәҙер инде улы ла буй еткерҙе, фатиры ла бар, «Самавар Фарвазовна» тип күҙенә ҡарап торған хеҙмәткәрҙәре лә. Исеменә өйрәнә алмай тәүҙә шулай әйткеләйҙәр ҙә аҙаҡ күнегәләр ул. Һүҙе үтемле, ҡушҡаны үтәүле, артынан ғәйбәт ишеттергәндәре юҡ – шул етмәйме!
Ҡәйнә йортонан самауырын килтерткәнсе тиҫтә йылдар үтте. Кемдәр аша ғына хәбәр юлламаны. Ейәндәрен күрергә лә атлығып торманы, улдарына ла атайлығын раҫларға хут бирмәне ҡәйнә-ҡайныһы. Үҫеп, ҡул араһына инерлек булғас, саҡ иҫтәренә төштө. Йәй атай туғандарында була хәҙер улыҡайы, шөкөр инде. Йөҙ һыуын түгеп инәлә торғас, бер заман самауырҙы ла ебәргәндәр. Дөрөҫөрәге, бер танышы инеп алған, командировкаға барғанында. Өләсәһе иҫтәлеген, ниһайәт, ҡайтара алғанына һөйөндө, әлбиттә, әммә уның ташландыҡ һәм меҫкен рәүештә ҡалғанына ғына әрнене. «Өләсәйем аслыҡты йырып сыҡҡан, һинән яҙмаған, ауыр һуғыш осорон кисергән, һатмаған да, юғалтмаған да... Ә мин! Тып-тыныс заманда һаҡлай алманым!» – тип һамаҡлап-һамаҡлап иланы. Иларһың да! Бысраҡ-саңды йыуып төшөрөп була, йәнселгәнде төҙәтергә, ярыҡты ямарға мөмкин. Ҡәйнәһе биреүен- биргән самауырҙы, ә иң кәрәкле әйберен – һемәкте алып ҡалған! Һемәкһеҙ самауырға һыу һалып та, бороп сәй ағыҙып та булмай! Ниңә улай ҡыланырға инде оло кешегә? Ошо самауырҙы шыжлатып, үпкә йөҙҙөргәнсе хуш еҫле сәйен эсһә, китек күңеле төҙәлер, ҡәйнәһенә, иренә булған рәнйеүе йыуылып төшөр һымаҡ ине, булманы. Бесән өҫтөндәге эт һымаҡ, үҙҙәре лә бәхет тәтемәне, башҡаларға ла ирек бирмәне. Самауырҙың ғына һыуы бөтә, ә ҡояш нуры һәр кемгә лә тигеҙ төшә бит, ниңә айырырға һуң бәндәне бәндәнән?
Эй самауырҡайы – хазинаһы, буйтым хәтирәләр-иҫтәлектәр һандығы, иң ҡәҙерле ҡомартҡыһы! Файҙаһыҙ шул. Баҡсаға алып барып, алмағас күләгәһендәге өҫтәл тирәһенә нәҫел-ырыуҙы, күрше-күләнде йыйып һыйлаһаң ине ул! Күңел асып гәпләшеп ултырыу ҙа – үҙе бер ғүмер! Кешегә күп кәрәкме ни? Асыҡ йөҙ ҙә йылылыҡ инде. Самауыр кеүек... Күп эҙләне Сәрүәр самауырына ярарлыҡ һемәкте. Дуҫ-белештәренең башын ҡатырып бөттө. Сирле сирен һөйләр тигәндәй, бер сиргә әйләнде был уй. Әллә сығарып ташлап, яңыны ғына һатып алайыммы, тип тә ҡаңғырҙы. Юҡ инде, ҡулы бармай. Әллә нимә көтә, әллә ниндәй мөғжизәгә ышана...
Тауыҡ төшөнә тары инә, тип көлә торғайны әхирәттәре, «төшөмдә самауыр күрҙем» тип һүҙ башлаһа. Бер заман түҙмәне, төш юраусы апайҙы юллап китте. Шәмгә һөйләйем, тип төшөнөң бар нескәлеген бәйән итте. Имеш, сүплектән самауыр тапҡан. Башындағы кәнфәркәһе яп-ялтыр. Бар яҡлап та оҡшай инде, сүплектән алған тимәҫһең дә. Тик шуныһы асыҡланды: һемәге аға! Тамсылап та түгел, супырлап!
– Яңғыҙһыңмы? – тип һораны башта юраусы. Ыңғай яуап алғас, төҫө ҡараңғыланып, шымып торҙо. – Һуңғы осорҙа ир-ат килеп сыҡтымы ғаилә ҡорорҙай? Ҡатынынан яңы айырылған, үҙе хәрби кеше, олораҡ?
Сәрүәрҙең иҫе китте. Төшөн генә һөйләгәйне, тормошон теҙҙе лә сыҡты, әйтерһең. Ысынлап та отставкалағы полковник ҡыялата башлағайны янына. Оҡшағандай ҙа һымаҡ, асылырға торған бәхетенә күҙ тейҙереүҙән ҡурҡып, бер әхирәтенә лә был турала өндәшмәйерәк торғайны.
– Туғанҡайым, – тип яҡын итеп әйтте апай. – Күңелеңә ауыр алма берүк. Үҙең күргән төш, мин юраусы ғына. Өмөтләнгән кешеңдең күңеле яралы, һин лайыҡ һөйөү-иғтибарҙы бирә алмаҫ. Йәне менән дә, һәм һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, тәне менән дә. Башыңды уттан алып һыуға һалма, эҫенешмәҫ борон өҙ ҙә ҡуй арағыҙҙы, икегеҙгә лә шулай уңай булыр...
Бер аҙҙан юрауҙың әрәсәһенә төшөндө Сәрүәр. Һемәге юҡ ни, булып та ағыҙа икән, һөҙөмтә бер – самауырҙың рәте юҡ. Ир бәхете өләшкәндә ҡайҙа ғына йөрөп ҡалдым икән тип, үҙен битәрләп иланы ла, тәҡдиренә күнгәндәй, артабан ғүмер кисерә.
Самауырының эсен-тышын сайып, ялтыратҡансы һөртөп, үргә мендереп ултыртты ла, семәрле-биҙәкле һемәк тотҡаһын иҫенә алып, йәнә йәне көйҙө. Шуны ипләп кенә бороп, сәй яһап ултырған өләсәһе ҡулында булғандыр бәхет тотҡаһы! Ҡандай донъя таралды ул киткәс, ҡарағайҙай улдар киҫкән шикелле ауҙы... Сәрүәр ҙә инде, бер йыбытҡы. Һемәк тотҡаһын һаҡлап тота алмағас, самауыр йылыһына ла тейенә алмай, эй Аллам...
Ярай, үҙ-үҙеңде төйгөләүҙән ни файҙа? Хәтирәләрҙән елләнеп, һеңлеһенең хәлен белеп ҡайтһын әле. «Ҡала ҡыҙымын» тип торманы уныһы, ауылға кейәүгә сыҡты ла шартлатып донъя көтөп алып китте. Бер нисә ҡала фатиры һыйырлыҡ йорт һалдылар, Сәрүәргә эләкмәгән ишле бала бәхете татый. Ирен ир итеп тота, үҙе лә йөҙөк ҡашындай балҡый.
Ҡапҡанан уҡ сығып ҡаршы алды һеңлеһе. Үҙе ихлас йылмая, апаһы килеүгә шатланыу ғына түгел, күрәһең. Эсенә йыймай һеңлеһе бер нәмәне лә. Ҡыуанысын да, асыуын да, хәбәрен дә – барыһын асып-ярып әйтеп бара.
– И-и-и апый, килеп йәтеш иттең әле! Аръяҡ күмере менән Таш башы ҡойоһоноң һыуын ҡайнатҡан самауырым йырлап ҡына ултыра өҫтәлемдә, и-һа-һа-һай!..
– Таш башына хәтле һыуға бармаһаң, урамыңдағы ҡойоң һайыҡҡанмы ни? Аръяҡтың күмере бирьяҡтыҡынан ҡарараҡмы ла ҡуҙы эҫерәкме? Ҡалай шырҡылдығың асылған, ай-һай!
– Ҡатырағын ҡайнатаңдыр тиңме, апый, һа-һа-һа... – уның һайын көлә һеңлекәше. – Ҡатырағы булһа, күрше Шупыр самауырымды урлар инеме лә аръяҡ Сырурға бер «полторашка сәмәй»гә алмашыр инеме? Бығаса газда сәйнүк ҡайнатып эскәнемде, бөгөн самауыр сәйен тәмләгем килде. Уны тапмай донъяны пыр туҙҙырҙым. Ярай әле күрше Мәймүнә әбей Шупырҙың беҙҙән сыҡҡанын күргән. Баҡса утарға ла ишеккә йоҙаҡ элеп йөрөп булмай бит. Кемгә һаттың, тип боғаҙынан алдым теге иҫерекбаштың. Өндәшмәй ҡырталаша, партизан аламаһы. Өҫтәп ярты бирәм, тип саҡ әйттерҙем. Ыңғайына сығып йүгерҙем, малай! Аяҡта – иҫке галуш, башымда – төҫө уңған яулыҡ, вәт килештерҙем әй! Сырурҙар урам тултырып ҡунаҡ йыйған, минең самауырымды өҫтәлгә ҡуйып ҡына торалар. Һыпыра тартып алдым да шул ярһыуым менән күтәреп ҡайттым. Артымдан илай яҙып йүгерә теге, киленемдең йыуасаһына кеше алғайным, ниңә улай хаяһыҙ ҡыланаһың, ти. Беҙҙең заманда килендәр үҙ самауыры менән төшә торғайны, тим, нечего кешенекенә ауыҙ һәлберәтергә. Иҫләйһеңме, күпме ҡанымды боҙҙо шул бисә. Күпме ғәйбәт сәйнәп аптыратты, үҙ ире өҫтөнән минекенә шиҡандап наһырымды ҡоротто. Белмәй икән, йыуаш икән, тимәһен! Үҙемдекен ситтәргә тотторҙом ти, шиш башына!
Сәрүәр һеңлеһенең саялығына һоҡланыуҙан шаңҡып торҙо. Ҡара әле ниндәй! Самауырҙай балҡый аҡ йөҙө, эргәһендәгеләргә бөркөлөп тора йөрәк йылыһы, һыйынғы, яратҡы ғына килә үҙен, и-и-и бәхетле инде! Ҡайнап торған самауырҙы оло ҡунаҡ йыйылған табындан йолҡоп алған бит ул, ҡуҙҙан да, һүҙҙән дә ҡурҡмаған. Сәрүәр нисә йыл асығауыҙланып йөрөй. Быуын быуынға күскән ҡомартҡы хаҡына бер ни эшләмәй? Күңел бөтөнлөгөнән мәхрүм, етмәһә, шуға күнеп ғүмер һөрә. Ул ғына ла түгел. Үҙенең, оло кешенең, ҡулынан килмәгәнде үҫмер генә улына йөкмәтеп маташа бит әле. «Өләсәйеңдән самауыр һемәген таптыр», имеш... Бар ҙа аҫтын-өҫкә килтереп үҙең эҙләп ал! Һинең тормош, һинең бәхет хәл ителә ләһә! Эҙләйһе лә юҡ ул һемәкте. Килен-ейәндәрҙән тәм-томдо бер мөйөштә бикләп, йәшереп тота торған ғәҙәте бар ҡәйнәһенең. Шунда ғына яталыр. Төрлө ризыҡ көҫәп йонсоған йөклө сағында шул мөйөштө ватырға ҡәһәтләнгәйне, йөрәге етмәне. Әмәлгә ҡалғандай, үрмәксе килеп сыҡты. Ә хәҙер ҡурҡырға сәбәп юҡ. Ҡәйнәһе үҙе ҡурҡһын, барырға ла туҙҙырырға, мөйөш-һәйеш һайын йөрөмәһен, ғәйбәт ауын үреп. Ә шунан? Ә шунан тыжлатып самауыр ҡайнатыр, томһайып йөрөгән теге еңгәһенә тиклем саҡырып ҡунаҡ йыйыр, бер ҡыҙыҡ булыр! Үҙе инде самауыр төбөнә ултырыр, ситтән түгел. Ҡасандыр өләсәһе тотҡанды, Сәрүәр тотор донъя тотҡаһын.
Шул уйҙарҙан Сәрүәрҙең эсенә ҡуҙ төштөмө ни, сырайы яҡтырып, күңеле йылынып китте.