-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
12 Ноябрь 2020, 13:57

Тәүге ҡар

Тәүге ҡарХикәйәОҙон тәнәфестә уҡытыусыларҙы биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙылар. Йома көн директорҙар семинарында үткәреләсәк асыҡ дәрестәрҙе һәм шуға бәйле һорауҙарҙы яңынан ҡарап сы­ғыр өсөн. Дәрестәр теҙмәһе үҙгәрмә­йәсәк, тәүгеһенә инмәҫтәр, икенсе сә­ғәткә тура килер, тигәйнеләр. Йома минең дәресем 3-сө сәғәттән башлана. Шуға тыныс ултырам. Уҡытыу буйынса директор урынбаҫары асыҡ дәрескә кластарҙы билдәләй башланы. 7-сене өндәшмәй үтте. Мөһабәт кәүҙәле Илнур Фәнил улы, ҡулдары менән һорғолт бөҙрәләрен артҡа һыпырып, былай тине:– Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, 7-селәр – көсһөҙ класс. Расписание буйынса – математика. Өҫтәүенә, математика уҡытыусыһы Гөлгөнә Рәсил ҡыҙы сентябрҙән генә эш башланы. Шулай булғас, ул көндө 7-се кластың икенсе дәресе бер нисек тә математика була алмай. Нишләйбеҙ?

Тынлыҡ урынлашты. Ысынлап та, вуз тамамлап ҡына килгән йәш белгес директорҙар талабына яраш­лы асыҡ дәрес бирә алмай – уныһы аңлашыла. Тик бер уҡытыусы ла 7-сене алырға теләмәй. Күпме пед­советтарҙа улар хаҡында бәхәсләшеү, һөйләшеү булды – ни өсөн «көсһөҙ класс»? 2-3-сө кластарҙа 3-4-селәр менән бергә уҡыу һөҙөмтәһе ине ул. Ике кластан байтаҡ бала йыйыла – уҡытыусы ниндәй генә яҡшы булмаһын һәм тырышып уҡыт­маһын, тейешле белемгә өлгәшә алмай уҡыусылар. Тиҙҙән башланғыс мәк­тәптән дүрт класс бергә уҡығандар килһә, унда ни булыр?!
Береһе лә өндәшмәгәс, Илнур Фәнил улы:
– Ул көндө 7-селәргә Башҡорт­остан тарихы һәм мәҙәниәте лә инә бит. Бәлки, икенсе дәресте һеҙ алыр­һығыҙ, Әлфирә Баязитовна? – тип ипле генә миңә ҡараны. Бөтә зал боролоп миңә төбәлде. Күптәрҙең йө­ҙөндә – кинәйәле йылмайыу. «Шәп уҡытыусы исемен йөрөткәс, әйҙә, «көсһөҙ класс» менән шәп булып ҡара әле!» – тигән уйҙы уҡырға була.
Мыҫҡыллы ҡараштарға иғ­тибар итмәнем, өйрәнеп бөткәнмен инде.
– Ярар, алырмын, – тинем.
...Ҡыңғырау шылтыраны. Тап шул 7-се класта дәрес үткәрергә тейешмен. Бөгөн теманы яҡшы үҙләштерһәләр, һынатмаҫтар әле, тигән ышаныс менән класҡа индем.
***
Яңы теманы аңлатып бөткәс, үҙ аллы эш бирҙем. Үҙем журналға теманы яҙып ҡуйырға тип, инде генә ултырғайным, бер уҡыусым ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе:
– Тышҡа ҡарағыҙ әле! Ниндәй матур ҡар яуа!
Уға башҡалар ҙа ҡушылды:
– Ҡар яуа! Ҡар яуа!
Балаҡайҙар, тыштан күҙҙәрен алмай, тотош стенаны биләп торған ҙур тәҙрә янына йыйылды. Мин дә ирекһеҙҙән уларға эйәрҙем.
Ергә тәүге ҡар күҙе төшөүе! Яба­лаҡлап ҡына яуған ҡарға һоҡланып, иҫебеҙ китеп ҡарап торабыҙ. Ҡара ергә төшкән аҡ ҡар бөртөктәре иреп юғала барһа ла, тәүге булыуы менән күңелдә күпме кисереш уята!
Тәүге ҡарҙар яуа! Тимәк, ап-аҡ тынын бөркөп, ҡыш миҙгеле аяҡ баҫа Ергә! Ҡышты балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә көтөп ала шул. Бәлә­кәйҙәр саңғы, коньки, сана шыуып кинәнһә, ололар йәй, көҙ буйы бөт­көһөҙ мәшәҡәттәрҙән бушап, яҙға сыҡ­ҡансы бер аҙ ял итеп ала. Һәр хәлдә, ауыл кешеһе өсөн ҡулай ҡыш миҙгеле. Шулай һоҡланып күпме торғанбыҙ­ҙыр?! Уҡыусыларым тиҙ генә ысын­барлыҡҡа ҡайтарҙы:
– Апай, ә директорҙар килгәндә беҙгә ниндәй дәрес була ул?
Һүҙҙе башҡалар элеп алды:
– Бүтән кластар асыҡ дәрескә әҙерләнә, ә беҙ белмәйбеҙ ҙә...
– Шулай инде. Беҙ – иң насар класс...
Бына бит, тәбиғәттең иң мөғжи­зәле мәлен күҙәткәндә лә, уларҙа – тормош ғәме. Ниңә улар насар класс булһын инде?!
Дәрескә ингәс тә, яңылығымды ни­сек, ҡасан әйтергә, тип баш вата инем, бына бит форсаты үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Иң кәрәкле һүҙҙәр табып, урындарына ултырышҡан уҡыусыла­рыма өндәшәм:
– Балалар, ярай әле иҫкә төшөр­ҙөгөҙ, һеҙгә асыҡ дәрес Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән була.
Класс тынып ҡалды.
– Беҙ иң насар класс булғас, бел­мәйҙәр, наҙандар, тип әрләп китһәләр, һеҙгә эләгә инде, – тине «осоҡ» ҡушаматлы Дилә.
Бына бит, иң тәүҙә мине ҡай­ғырталар... Юҡ, баштағы «беҙ насар» тигән уй менән уңышҡа ирешеп булмаясаҡ. «Атака»ға күсәм.
– Үҙегеҙҙең республикағыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен белмәй, оятҡа ҡалырға уйлайһығыҙмы? Һеҙ бына бәхетлеһегеҙ, киләһе йылғы етенселәр ФГОС буйынса Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтен өйрәнә алмаясаҡ, уларҙы йәлләргә кәрәк, – тинем. Өн­дәшмәйҙәр. Күҙҙәре ҙур асылған. Һүҙҙәремде әйтеп бөтөргә тырышам. – Ингән кеше һеҙҙең барығыҙҙың да ата-әсәһен белә. Дә­рестән сыҡҡас: «Шул партала ултыр­ған кемдең балаһы ине, уҡымай икән» йәки «Бынау уҡыусының бөтөнләй дәрестә эше юҡ», – тиһә, яҡшымы, әллә «Анау егет ҡайһылай шәп яуап бирә, атаһы кем?» – тиһәләр?! Әлегә әҙерләнергә ваҡыт бар. Мин һеҙгә ышанам, – тигән булам.
Ҡыңғырау шылтыраны. Журналыма баһалар ҡуйған арала балалар геүләшеп асыҡ дәрескә нисек кейенеү тураһында һөйләшә ине.
– Илнар, һин сәсеңде алдыра­һыңдыр ул?
– Айназ, йомаға салбарыңды үтекләп кил!
– Бөтәбеҙгә лә форма кейергә, егеттәр аҡ күлдәктә, ҡара салбарҙа!
Еңел һулап ҡуйҙым. Тимәк, боҙ ҡуҙғалды. Былай барһа, эштәр хөрт түгел! Артабан дәресем юҡ ине. Ҡайтырға сыҡтым. Саф һауала тын алыуы ла рәхәт. Таш мәктәптә нисек тынсыу икәнен урамға сыҡҡас ҡына аңлайһың.
Өйөрөлөп-өйөрөлөп ҡарҙар яуа! Юл ситендәге таҙа ерҙә аҡ мыйыҡтай аҡ һырҙар һуҙылған.
Ошо тәүге ҡар яуыуына бәйле бала саҡ хәтирәһе мине ғүмерем буйы оҙата килә. Был күңелһеҙ хәл иҫкә төшкән һайын мин уны уйымдан тиҙерәк ҡыуырға теләйем. Ләкин ул, бәйләнсек себен кеүек, тәүге ҡар яуыу менән, күҙ алдына баҫа.
***
Бишенсе класта уҡып йөрөйбөҙ. Беренсе-икенсе класта бәхетле бул­ғанбыҙ – бик мөләйем уҡытыусы – Бикә Ғәл­ләм ҡыҙы уҡытты беҙҙе. Ә өсөнсөлә төрлө кеше белем бирҙе. Бикә апай Ҡәһәрмән ағайҙан айырылып, бәләкәй генә ҡыҙы Розаны алып, Учалыһына ҡайтып китте. Беҙҙе генә түгел, шаян малайҙарҙы ла баштарынан һыйпап, яратып ҡына уҡытҡан Бикә апайы­ быҙҙы шул тиклем һағын­дыҡ. Мин әсәйемдән уның ниңә ҡай­тып китеүен ипләп кенә һораштым. Әсәйем:
– Йүнһеҙ кеше булып сыҡты Ҡәһәр­мән. Шул тиклем матур, уңған, аҡыллы ҡатынды тота алманы. Балалар уҡытыу­сыһыҙ ҡалды, – тип үҙенең дә ҡайғыры­уын белдерҙе. – Яҡшы ҡатынды тотоу өсөн үҙеңә лә аҡыллы ир булыр кәрәк шул, – тип өҫтәп ҡуйҙы һуңынан.
Шуға мин эсемдән генә Ҡәһәрмән ағайҙы әрләп йөрөнөм. Ни өсөн халыҡ уны Ҡәһәрмән тип атаған? Ҡаһарман – баһадир булһын тип ҡушылғандыр бит исеме?! Ә бында Ҡәһәрмән – «ҡәһәрле кеше»...
Дүртенселә яңы фәндәрҙән төрлө уҡытыусы һабаҡ бирә башланы. Математиканан Сәнә апай уҡыта. Уны «йүкә телефон» аша «уҡытыусыға уҡымаған, ун класс белем менән генә йөрөй», тип ишеттек. Беҙҙең класта ла «йүкә телефон»лы ҡыҙҙар бар. Тү­бәнге остан Вәғиәне хатта «белеш­мәләр бюроһы» тип йөрөтәбеҙ. Нимә һораһаң, һәр саҡ белә, бөтә нәмә хаҡында хәбәрҙар. Бына шул «йүкә телефон» «математика уҡытыусыһы һө­нәрһеҙ көйө уҡытып йөрөй» тигән хәбәр еткерҙе. Әйтәм беҙҙең шуҡ малайҙарҙы тыя алмай. Улар дәрес ва­ҡытында шаярып та, хатта һуғышып та алырға өлгөрә. Ә мин математиканы яратам. Сәнә апай таҡтаға яҙған ми­ҫалдарҙы иң алдан эшләп бөтәм. Китаптағы мәсьәләләрҙе лә тиҙ сисәм. Шулай байтаҡ ҡына уҡып, Сәнә апайға өйрәнә лә башлағайныҡ...
Бер көн дәрестә, ғәҙәттәгесә, таҡтаға яҙылған миҫалдарҙы дәфтәргә күсереп ултырабыҙ. Ҡапыл тәҙрә аша тышта ҡар яуғанын шәйләнем. Нисек итеп:
– Ҡарағыҙ әле, тышта ҡар яуа! – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Китте шау-шыу! Бөтәһе лә тәүге ҡар яуыуына шатлана, «Ура!» ҡысҡыра, сә­пәкәйләй. Шуҡ малайҙар тәҙрәгә ябы­рылды. Аҡбур тотҡан Сәнә апай­ҙың таҡта янында албырғап ҡалғанын абайлап, миҫал эшләүемде дауам ит­тем. Ҡапыл Сәнә апайҙың сәрелдәүенә терт итеп ҡалдым.
– Сығып кит кластан!
Миҫалымды эшләп бөтмәй, башымды күтәреп, уҡытыусыға ҡараным. Ә ул һаман сәрелдәй:
– Бер нимә булмағандай ултыра бит әле үҙе! Юғал күҙемдән!
Класс тынып ҡалған. «Ура!» ҡысҡырып тәҙрәгә ябырылған балалар ҙа урындарында ултыра. Сәнә апай ғына сыйылдап ҡысҡыра:
– Сығып кит, тиҙәр бит һиңә!
Кемде әрләй икән тип, тирә-яғыма ҡарайым. Бөтә күҙҙәр ҡурҡышып миңә төбәлгән. Шунда ғына уҡытыусы күҙҙәренең нәфрәтле уғы кемгә тоҫ­ҡалғанын абайланым.
Ул да булмай, уҡытыусы иңемә килеп йәбеште:
– Әллә һаңғырауһыңмы, сығып кит тиҙәр бит һиңә!
Үҙем дә һиҙмәҫтән:
– Сыҡмайым! – тинем дә партаға сат йәбештем. Бер киреләнә башлаһам, ныҡ тиҫкәре мин. Сәнә апай, урынымдан ҡуҙғата алмағас, сә­релдәп, партанан айырмаҡ булып, тарта башлағайны, парта урынынан шылып ишек төбөнә килеп етте. Бөтә балалар ҡурҡышып бер-береһенә ҡа­раны. Сәнә апай көсө етмәгәс, кластан сығып китте.
Класс тып-тын. Берәү ҙә һүҙ ҡатмай. Күп тә үтмәне, Сәнә апай Сирғәле ағай менән килеп инде. Сирғәле ағай физиканан уҡыта. Ул – пенсия йәшенә етеп килгән ҡыҫҡа ғына буйлы йыуан бер ағай. «Йүкә телефон» аша уның тураһында «насар тәртибе өсөн ялан яҡтарынан беҙгә, йәғни урман яғына һөрөлгән бәндә» тигән хәбәр таралған. «Башта ыңғай ғына йөрөһә лә, тиҙҙән бында ла «төшөрә» башланы, тол ҡатындар менән сыуалып, типтереп йәшәй» тип тә өҫтәйҙәр. Шуғалырмы, Сирғәлин фамилиялы был кешене олоһо ла, кесеһе лә Сирғәле тип кенә йөрөтә.
Сәнә апайҙың дәресендә шаулаш­ҡан шуҡ малайҙар Сирғәлелә ҡыл ҡыбырлатырға ла ҡурҡып ултыра. Төп­тән гөрөлдөк тауышы, ҡара ҡыҫыҡ йүгерек күҙҙәре менән Сирғәле әллә кемеңде өркөтөр! Шым ғына ултыр­һаҡ та, физика фәне серҙәренә төшөнә алмай интегәбеҙ. Ул дәрестең темаһын аңлата-аңлата ла дәреслектә яҙылғанды күсерергә ҡуша. Үҙе ҡайҙалыр сығып юғала. Дәрес тамамланыр алдынан ғына инә лә күсереп өлгөрмәгәнде өйгә бирә. Кем дәфтәренә яҙып килә, икенсе дәрестә уға «5» ҡуя, кем яҙмай – уға «2».Физиканан мин гел «5» алам. Ләкин нимә күсергәнемде аңламайым. Яҙғанымды аңларға тырышып, ҡат-ҡат уҡығаным да бар, барыбер төшөн­мәйем. Ә башҡа фәндәрҙән «5»-кә, «4»-кә уҡыйым, уларҙы аңлайым.
Сирғәле ағай минең яныма килеп баҫты:
– Тор, әйҙә, сығайыҡ!
– Юҡ, сыҡмайым!
Ул мине беләгемдән тотоп ҡуҙға­тырға уйлағайны, мин тағы партаға йәбештем. Сәнә апай, яҡлаусыһы бар кешеләй, сәрелдәп:
– Ә, бер ҙә сыҡҡың килмәйме, кеше ҡотортоп ултырырға шәп инең бит, сыҡ кластан! – тип, боҙоҡ пластинка кеүек, бер һүҙҙе тәҡрарланы.
Сирғәле аптырап торҙо ла сығып китте. Шул саҡ ишек асылды ла директор менән завуч күренде. Завуч – рус теле уҡытыусыһы:
– Что происходит? – тип һораны.
Директор партаға йәбешеп ултыр­ған миңә һәм ишек төбөнә күскән партаға ҡарап, эштең ниҙә икәнлегенә тиҙ төшөндө, Сәнәгә ымлап:
– Сәнә Сабир ҡыҙы, кабинетымда көтәм һеҙҙе! – тип сығып китте.
Икенсе көн Сәнә апай уҡытырға килмәне. Бер аҙҙан һуң ул клубта иҙән йыуыусы булып эшләй башланы.
***
Йома көн еткәне һиҙелмәй ҙә ҡал­ды. «Беҙҙе бер уҡытыусы ла алғыһы килмәй» тип йөрөгән етенселәрем бөтәһе лә ыҫпай кейенгән, өйгә эш­тәре әҙерләнгән ине. Дәрестә нимә ҡушыла, шуны үтәп, әүҙем ҡатнаш­тылар. Һәр береһенең күҙҙәре яна, ярышҡа сыҡҡан аҡ­буҙаттармы ни – барыһы ла эшләне. Бик ҡәнәғәт ҡал­дым балаларҙан! Директорҙар алдында ятҡан 10 талап буйынса ла иң юғары баһа ҡуйылған ине дәресемә!
Өҫтән оло йөк төшкәндәй ҡайтыр­ға сыҡтым. Өс көн туҡтамай тиерлек яуған ҡар бөтә донъяны аҡҡа буяған. Йәш ҡар һыуығы быға тиклем иҙелеп ятҡан аяҡ аҫтын да шыҡырлатып туңдырған. Ошо донъяның аҡлығына кинәнеп, өйгә ашығам.
Асыҡ дәрескә әҙерләнеп, уның өсөн борсолоп, ошо арала әсәйем ме­нән дә һөйләшмәгәнмен икән. Эштә­рем уң барһа ла, кәйефем төшһә лә уға шылтыратып алырға ғәҙәт­ләнгәнмен. Әле лә телефон һандарын йыйҙым. Сымдың икенсе осонда әсә­йемдең тауышы ишетелде, йөрәккә йылы йүгерҙе. Әсәйем тәүҙә өйҙәге, ауылдағы хәлдәрҙе һөй­ләй. Унан үҙем­дең яңылыҡтар менән бүлешәм – шулай өйрәнгәнбеҙ. Әле лә ҡәҙерлем өй тирәһен барлап сыҡҡас, ауыл хәбәр­ҙәренә күсте. Терт итеп ҡал­дым, яңы ғына иҫләп алған Сәнә апай хаҡында ине һүҙ.
– Пенсияға сыҡҡас, Сәнә аҡылға еңеләйҙе. Һуңғы йылдарҙа ауылда йә­шәмәне, әле оло, әле кесе ҡыҙында булды. Сирләй башлағас, яңғыҙын ғына ҡалдырмай, гел бикләп йөрөр булған­дар. Был юлы янында ете йәш­лек ейән­сәре ҡалғас, ишекте биклә­мәгәндәр. Ҡыҙы ла, кейәүе лә эштә ваҡыт. Ейән­сәре күршеләренә уй­нарға киткән. Сәнә өйҙән сыҡҡан да кит­кән. Балалары эштән ҡайтһа, әсәләре юҡ. Башта өндәшмәй генә эҙләгәндәр. Төнгә тиклем таба алмағас, полицияға хәбәр иткәндәр. Төндә ныҡ һыуытты. Кистән баш­ланған тәүге аҡ ҡарҙа Сәнәнең эҙҙә­рен, сисеп ырғыт­ҡан кейемдәрен күреп, үҙен дә тапҡан­дар. Бер ҡайын төбөндә ­бөршәйеп кенә туңып ултыр­ған. Бик алыҫҡа кит­кән шул. Бәлки, ауылға ҡайтырға уйла­ғандыр. Ошо тәүге ҡар яумаһа, уны таба алмаҫтар ине, тип һөйләй халыҡ, – ти әсәйем.
Телефонды һалғас, оҙаҡ ҡына шаң­ҡып йөрөнөм. Йәл ине Сәнә апай...

Земфира Аҡбутина.

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Читайте нас: