-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
30 Октябрь 2020, 12:28

Айғыр әбей

Зилә ПСӘНЧИНАЗилә Мәхмүт ҡыҙы Псәнчина – Әбйәлил районы Ишҡол ауылы ҡыҙы. Күгәрсен районы егетенә кейәүгә сығып, Мораҡ урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Хикәйәләре матбуғат баҫмаларында донъя күреп тора.

Айғыр әбей
Хикәйә
Туҡһан йәшкә етеп килгән әбейҙең иҫе лә дөрөҫ, күҙҙәре лә аяҡ-юллыҡ күрә, һаулығы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, зарланырлыҡ та түгел. Һәр хәлдә, ошо йәшкә етеп, дауаханала ятҡаны юҡ. Яр башында ултырған ҙур ихатаның бер ситендәге бәләкәй өйҙә йәшәй ул. Берҙән-бер улы ғаиләһе менән оло йортта. Әбейгә унда ла урын бар. Килене менән улы ла, ейәндәре лә ситләтмәй уны, киреһенсә, өҙөлөп торалар.
Эйе-эйе, уға ошонда, үҙ мөйөшөндә рәхәт тә, тыныс та. Электән яңғыҙлыҡты яратты ул. Үҙе менән генә ҡалып һөйләшкән, серләшкән, бәхәсләшкән, хатта әрләшеп-әрепләшеп киткән саҡтары йыш була. Үҙен яратмаған кеше генә үҙе менән яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа, тиҙәр. Ә ул яратамы үҙен? Йәки башҡалар уны яраттымы икән? Ғүмер буйы тиерлек яңғыҙ йәшәһә лә, үҙенән ялҡманы ла, биҙрәмәне лә. Мулла ҡушҡан ысын исеме Миңсара булһа ла, ауылында ла, тирә-яҡта ла уны «Айғыр әбей» тип беләләр. Ул бының өсөн берәүгә лә асыуланмай ҙа, үпкәләмәй ҙә. Бала саҡтан уҡ әле өләсәһенән башҡа уға бер кем дә үҙ исеме менән өндәшкәне булманы: Малайша, Ирғаҙаҡ, Айғырша…
Әбейҙең уйҙарын иртәнге сәйгә эҫе ҡоймаҡ индергән килене бүлде:
– Ҡәйнәм, Тимерйән әйтергә ҡушты – бөгөн төштән һуң райондан кешеләр килә. Миҙал бирәләр, тей, һиңә… Юбилей миҙалы. Матур ғына итеп кейенеп ҡуй инде, йәме, – ул һуңғы һүҙҙәрен, ҡәйнәһенең кейенеп-төҙәнергә яратмағанын белгәнгә күрә, бәләкәй баланы иҫкәрткән кеүек әйтеп ҡуйҙы.
– Һе, миҙал…– тип ҡуйҙы әбей, килене сығып киткәс.
Ҡайһы берҙә миҙалдарҙы уға Өфөнән Сынтимер ағаһы ебәреп ята кеүек тойола. Байтаҡ булып китте инде улар хәҙер. Берәй тантанаға йә ҡунаҡҡа һирәк кенә кейеп бара торған ҡалын йөн костюмына ҡаҙап ҡуйған, кейгәндә зыңлап китәләр. Был сың йыш ҡына әбейгә аттар муйынындағы ҡыңғырауҙар тауышы булып ишетелә…
Әле лә уйҙары, өйөр-өйөр аттар булып сабышып, туҙышып киттеләр. Ана, иң алда колхоз айғыры Ҡаран саба. Унан ҡала бейәләр, ҡолондар… Арттан Ҡарсығаморондо эйәрләгән өләсәһе Бибисара елә. Ул йәш һәм көслө. Ә теге бәләкәй генә һыбай бала кем, тиһегеҙме? Етем ҡыҙыҡай Миңсара ул. Туҡта, ни эшләп етем булһын ул? Алыҫ Себер тайгала­рының бер мөйөшөндә ата-әсәһе лә, бәлки, иҫән-һау йәшәп яталыр. Тик хат яҙырға ла, кире ҡайтырға ла ярамай ғыналыр. Ҡыҙ уларға рәнйемәй. Ике йәшенән ҡарап үҫтергән өләсәһенә сикһеҙ рәхмәтле. Юғиһә, әсәләре менән йөрөр ине башҡайҙары әллә ҡайҙарҙа ҡаңғырып! Иҫән булһа, әлбиттә…
Атаһын һәм уның бер туған ағаһын, кулак яһап, ғаиләләре менән Себергә һөрөргә булғас, ошо өләсәһе өтәләнеп килеп еткән: «Кейәү, ҡайҙа-ҡасан барып етерегеҙҙе, ҡайҙарҙа морон төртөрөгөҙҙө лә белмәйһегеҙ. Оҙон юлда нимәләр генә булып бөтмәҫ…Миңсараны миңә ҡалдырып тороғоҙ. Һеҙгә, ана, ҡалған дүртәүһе лә баштан ашҡан. Шулары иҫән-һау барып етһен. Кем белә, Хоҙай насип итеп, тиҙ арала әйләнеп тә ҡайтырһығыҙ әле, иншалла…» Нисек күндергәндер, ниндәй һүҙҙәр табып ризалат­ҡандыр өләсәһе уның ата-әсәһен, әммә НКВД кешеләре уларҙы ылауҙарға тейәп алып китеү менән Бибисара кескәй ейәнсәрен үҙенең ергә һеңеп бөткән иҫке генә өйөнә алып та ҡайтты. Ире Граждандар һуғышынан ҡайтманы, ике ҡыҙын кейәүгә биргәне бирле бер үҙе йәшәй ине ул. Колхоз аттары торған «кунидуырҙа» төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Аҙбарындағы берҙән-бер атын биреп ингәйне ул колхозға, «иренең төҫө» булған һәм ҡолонларға йөрөгән шул бейәһенән айырылғыһы килмәү сәбәплеме, әллә өйөнөң ат һарайына яҡын ғына булыуымы, Бибисара төнгө эшен дә, йылҡы малын да ныҡ яратты. Өйҙә уянып, ҡурҡып илап ятмаһын, ҡото осоп ҡуймаһын тип, ейәнсәре Миңсараны ла үҙе менән ала.
Миңсараға 14 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ауылдың ир-егеттәрен генә түгел, аттарҙы ла һуғышҡа алдылар. Малҡайҙар ҙа, уларҙың көтөүселәре лә фронтҡа китеп бөткәс, бөтә «кунидуыр»ға хужа булып Бибисара һәм уның ейәнсәре ҡалды.
Э-э-й-й, ул йылдарҙы уйлап та, һөйләп тә бөтөрөрлөкмө инде!.. Сабый сағынан өләсәһенән һәм аттарҙан башҡа нәмә күрмәгән, хайуандарҙы яратҡан, уларҙың «телен белгән» үҫмер ҡыҙ донъя йөгөнә төптән егелде. Уҡыуы ла шул 5 синыф менән ҡалды. Яңғыҙ әбей янында, атай-әсәйһеҙ, бер туғанһыҙ, гел генә мал араһында үҫкән ҡыҙҙың холҡо ла йомоҡ һәм ҡырыҫ ине. Бәләкәйҙән кеше менән аралашманы, тиҫтерҙәре менән уйнаманы ул. Малайҙарса кейенеп өйрәнгән ейәнсәренең өҫ-башына өләсәһе лә артыҡ иғтибар бирмәне. Туғаны ла, дуҫы ла, серҙәше лә шул аттар булды. Айырыуса һуғышҡа алынғанға тиклем гел өләсәһе менеп йөрөгән Ҡарсығаморондоң ҡалған ҡолоно Аҡморондо яратты ул. Уға йүгән кейҙерергә, эйәр һалырға күпме генә тырышмаһындар, берәүгә лә баш бирмәне. Йыш ҡына тибелеп, тешләнеп йә ҡолап ҡалған малайҙар аҙаҡ ҡул һелтәне уға. Миңсара быға ҡыуанды ғына. Аҡморон уныҡы ғына буласаҡ. Ул үҙе өйрәтә башланы тайҙы. Гел генә уның янына барып ялын тарай, ҡойроғон бөрмәктән таҙарта, икмәк һынығы ҡаптыра. Их-х, ҡана һуң, әҙерәк шәкәр ҙә булһа… Ҡайҙа инде ул! Халыҡ ҡына түгел, малдар ҙа ас. Ҡыҙ ипләп кенә Аҡморондоң арҡаһына шәлен йә көпөһөн һалып ҡуя. Таныш еҫ булғанғамы, тай ҡарышмай. Йүгән кейергә лә өйрәнде. Ҡыҙ быға ҡыуана, яйлап ҡына аттың һыртына ауырыраҡ әйберҙәр ҡуйып ҡарай… Һарай өйөнән ҙур ғына иҫке яҫтыҡты алып сығып һалды. Тай терт итеп ҡуйһа ла, ырғып-һикереп сапманы, уны һелкеп ташламаны. Яҫтыҡ көнө буйы уның һыртында йөрөнө. Бер-ике көндән мендәр урынына эйәр һала башланылар. Шунан инде эйәр өҫтөнә ҡыҙҙың нисек менеп ултырғанын икеһе лә һиҙмәй ҙә ҡалды. Шулай итеп, ашыҡмай, ҡабаланмай, әрләмәй-туҡмамай менгегә лә, еккегә лә өйрәтеп алды уны Миңсара. Аҡморон өҫтөндә ҡоштай осҡан ҡыҙҙы күргән малайҙар көнләшеүҙән тештәрен шығырлатты, улар телендә Ирғаҙаҡ «Сарайғыр»ға әйләнде. Атҡа атланып сапҡанда ҡыҙ үҙен сикһеҙ бәхетле хис итә, уға шул тикле рәхәт, һүҙҙәр менән генә аңла­тырлыҡ булмаған көслө һәм серле тойғолар кисерә, тайы менән бер бөтөнгә әйләнә, уның тән йылыһын ғына түгел, ә һәр мускулын тоя, һәр тын алышын, йөрәк тибешен ишетә…
Ә «Айғыр» ҡушаматын Миңсараға аҙағыраҡ, һуғыштан һуң бирҙеләр. Инде егерме йәшкә еткән ҡыҙҙың һаман кейәүгә сыҡмауы, өләсәһенең вафатынан һуң шул яр башындағы иҫке өйҙә япа-яңғыҙ йәшәүе инде бөтәһен дә ғәжәп­ләндерә һәм шомландыра ине. Уны киске уйынға йәки ҡунаҡҡа саҡырыу түгел, өйөнә йомошҡа ла инмәнеләр...

Рауил ШӘЙХЕЛИСЛАМОВ һүрәте.

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2020) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: