Һәр әҙиптең – үҙ ҡиблаһы,
– Йөҙөң балҡый, лоторейға
Оттоңм(о)әллә бер шәп әйбер?
– Эйе, оттом, шәп йыр оттом,
Ун һигеҙҙәр тик бер килә,
Етмеш йәш тә берәү ҙә ул,
Был хисте ихлас тоймаһаң,
«...Йәшәү беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ».
Мостай ағай, ошо һүҙҙәреңдең
Һин бит ергә махсус ебәрелгән
Әүлиәләй бөйөк зат һымаҡ.
Яҡты итә рухың донъябыҙҙы,
Мостай Кәрим – телдә, йырҙарҙа.
Планета булып балҡый күктә,
Күкрәк киреп карап йөҙөп үтә
Диңгеҙ-океан кеүек һыуҙарҙа.
Мостай Кәрим йәшәй, йәшәйәсәк,
Был инаныу, ағай, хаҡ һымаҡ.
Һин бит мәңгелектең юлдарынан
Осоп барған толпар ат һымаҡ.
Улар алға теҙеп ҡуйылған.
Шуныһы ҡыҙыҡ: бурыстарҙың күбе
Беҙ тыуғанға тиклем йыйылған.
Мотлаҡ ошо ерҙә тыуған өсөн
Сикһеҙ бурыслыбыҙ яҙмышҡа;
Йәшәү өсөн көрәшеүҙәр – бурыс,
Әллә ҡайҙа китеп барышта.
Бурыслыбыҙ атай-әсәйҙәргә,
Улар һыны – беҙҙең булмышта.
Бурыслыбыҙ үткән замандарға,
Бөгөн йәшәп ятҡан тормошҡа...
Оса ваҡыт, уҙа ғүмеркәйҙәр,
Йылдар хәҙер көнгә торошло,
Беҙ һаман да илгә, ейәндәргә
Һәр йәһәттән өлгө булырға ла,
Түҙәбеҙ ҙә, юҡ та, тип әйтмәйбеҙ,
Зарланмайбыҙ, беҙ бит – ҡоростар.
Тик ғәжәп бит: йылдар үткән һайын
Маҡсатың – аҡ, хеҙмәтең – хаҡ,
Йәшә, китап, йәшә, китап!
Йәшлеккә тиң йондоҙ эҙләп,
Тормош бит ул: булды инде
Рәхмәтлемен: бай булғанға
Беҙҙән һуң да йылы донъя,
Билдә – ҡайыш. Кирза итек,
Их, йорт булып ҡалҡманы шул
Ҡышын ниндәй мөхәббәт, ти,
Ҡартлыҡҡа ла күп ҡалманы,
Ҡайҙа һин, көткән йәрем?!