Йәш ҡатындың иркәләүҙәрен хәтерләп, Кәрим йылмайып ҡуйҙы. Ярата белә, сибәр шайтан, ете йыл йәшәп ҡатынынан эләкмәгән наҙҙы унан күрә. Осрашыуҙарына ла ике ай ғына үткән икән, ә ярты ғүмере уның менән йәшәлгән кеүек. Тик бына бөгөн иҫте китәрҙе бит әле: йортоңдо тиҙерәк һалып бөт, шунда бергә йәшәрбеҙ, тип һалды. Аңламаҫһың ҡатын-ҡыҙ затын. Ара-тирә осрашып, танһығың ҡанғансы һөйөшөүгә ни етә, ә уларға мотлаҡ бергә булырға, ғаилә ҡорорға кәрәк. Йортоңдо тиҙерәк һал, имеш, ул бер ҡайғыһыҙ буйҙаҡ та, миллионер ҙа түгел. Өй тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул, өйһәң генә өйөлә ул. Ә Кәримдең инде ике айға яҡын, ошо сибәркәй менән бәйләнгәне бирле, унда эшләү түгел, йүнләп барғаны ла юҡ. Былтыр көҙҙән бураһын күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйғайнылар, шул көйө тора. Аҡсаһы ла артып бармай, унан бигерәк, теләге һүрелеңкерәне. Ҡатыны менән аралары боҙолоп тора шул. Бер-береһен шул тиклем яратышып өйләнгәйнеләр ҙә бит, хәҙер быны матур төштәй хәтерләргә генә ҡалды. Аралары алыҫлаша барған кеүек, ниндәйҙер боҙ һалҡынлығы барлыҡҡа килде. Элек бер-береһен һүҙһеҙ аңлаған ғашиҡтар тип кем әйтер уларҙы. Әүәл, Кәримдең берәй нәмә тураһында уйлауы була, ҡатыны шунда уҡ шул хаҡта һүҙ башлап иҫен китәрә ине. Үҙе лә ҡатынының уй-теләктәрен аңлап, бер бөтөн булып йәшәгәндәр икән. Нимәнән башланды һуң талаш-тартыш? Эштән һуң еҙнәһенән бензин бысҡыһы алып тороп, төҙөлөп ятҡан йортона барып байтаҡ эш ҡыйратты. Өй мөйөштәрен тигеҙләп бысты, төҙөлөшкә яраҡһыҙ ағасты утынға тураҡланы. Бысҡыны алып барып өйҙәренә ҡайтҡанда бик һуң ине инде. «Төн уртаһында ниндәй эш булһын, ҡыҙҙар артынан йөрөйһөң инде!» – тигән һүҙҙәр менән ҡаршы алды ҡатыны. Ас кешенең асыуы яман. Ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмаған Кәрим унан яманыраҡ итеп яуап бирҙе. Китте талаш-тартыш. Тора-бара бындай талаш йәнә бер нисә тапҡыр ҡабатланды. Икеһе лә һүҙ күтәрмәй, әммә тыйыла ла белмәй. Һуңғы аҙна-ун көн тирәһе генә тынлыҡ хөкөм һөрә өйҙә. Әммә был үле тынлыҡ, бер-береһен күрмәйҙәр ҙә, һөйләшмәйҙәр ҙә. Их, бер бөтөн булып татыу йәшәүгә ни етә лә һуң? Теге ваҡыт, ул бензин бысҡыһы менән төҙөлөштә йөрөгәндә улдарының теше һыҙлауҙан кис буйы туҡтамай илап, ул ҡайтыр алдынан ғына йоҡлап киткәнен аҙаҡ ҡына белде лә бит. Бер-береңде башта тыңлап өйрәнергә кәрәк шул, күңелдәрҙе ауыр һүҙҙәр менән яралағас, һуң булып киткеләй. Өйҙә тыныслыҡ булмағас, төҙөлөшкә лә ҡулы бармай, осраҡлы рәүештә танышҡан ҡатын менән йыуана. Үҙенең йәшен менән уйнауын, был хәлдең аҙағы бик күңелһеҙ бөтәсәген дә һиҙенә ул…
Шулай ҙа бөгөн яңы өйҙө ҡарап ҡайтырға кәрәк, бәлки, күңеле бер аҙ урынына ултырыр. Осһоҙло ләззәт көҫәп ҡасып-боҫоп йөрөү ҙә тамам ялҡытты.
Район үҙәге тигән исеме генә бар инде был оло ауылдың, бер сәғәттә йәйәүләп тә теләһә ҡайһы мөйөшөнә барып етәһең. Тыҡрыҡтан боролоп бер аҙ барғас та яңы урамға килеп сыҡты. Элегерәк һабантуйҙар үткән майҙанда бер-береһе менән ярышып йорттар ҡалҡа. Уларҙың урамында көҙҙән генә Рәфил менән икеһенең өйө ҡуҡырайып ултыра ине, хәҙер ике тиҫтәләп йорт бураһы, мунса, гараж күренә. Бында ни эше, ни ашы юҡ тип тормай халыҡ, ауылдарҙан ошонда ағылыуын дауам итә. Ҡырҡ бәлә менән урын һатып алып, йорт һалып инергә тырышып ятҡан көндәре. Район үҙәгенә тоҙ һипкәндәр, тиерһең. Ауылдарҙа мәктәптәрҙе, клубтарҙы, китапханаларҙы ябыуҙы бер «мода»ға әйләндереп алғас, күсенеүселәр һаны оторо артты.
Кәрим йорт тирәһен иғтибар менән ҡарап сыҡты. Бура эсендә ятҡан бер нисә арыуыраҡ таҡтанан елдәр иҫеүен, унда-бында араҡы, һыра шешәләре ятыуын һанамағанда, әллә ни үҙгәреш тойолмай. Әллә ҡасандан бирле аяҡ та баҫмаған йорт өсөн ҡаза түгел быныһы. Йортон уратып йөрөгән ир ҡапыл нигеҙ тирәләй һалынған яҫы таштарҙың байтаҡҡа кәмегәнен күреп ҡалды. Бәй, аҫҡы имән бүрәнәләр урта һанда ғына ташҡа терәлеп тора бит. Ярай әле мөйөштәргә икешәр ҡат бетон плитәләр һалырға башы еткән. Юғиһә йорто шундай бейек итеп ҡоролған нигеҙҙән шауҙырап төшөргә лә мөмкин бит. Үҙе юҡтың күҙе юҡ, һай әттәгенәһе, ни ҡылырға һуң?
Рәфил икән. Тамам кәйефе ҡырылған Кәрим балалыҡ дуҫын күреүенә лә ҡыуанманы. Илтифатһыҙ ғына ҡулын һондо ла йәнә йорт нигеҙенә текәлде.
– Көнө-төнө төҙөйһөң, әй, йортоңдо, ниңә әҙерәк ял итмәйһең? – тип төрттөрөүен белә һаман был Рәфил. Бәләкәйҙән әсе телле булды, һаман шул ғәҙәтен ҡуймай. – Нимә, төҙөй торғас емерелә башланымы ни йортоң, күберәк сап теге ҡырҡ ир ҡалдығына, бүрәнәләрен дә йыйып ала алмаҫһың…
– Телеңде тый, тим, ауыҙыңды ҡайырам хәҙер, – Кәрим атылып килеп Рәфилдең күлдәк яғаһынан эләктереп алды.
– Ебәр, уйнатып әйткәнде лә аңламаҫ икән кеше! – Дуҫының холҡон яҡшы белгән Рәфил һүҙҙе шаяртыуға борҙо.
– Уйнап һөйләһәң дә ауыҙыңды үлсәп ас, уның тураһында тағы берәй әйтеп кенә ҡара! – Йөрәкһегән Кәрим дуҫын этеп ебәрҙе лә сүкәйеп ултырҙы.
– Үәт, мөхәббәт нишләтә кешене, быуып үлтерә яҙҙың бит, – муйын тирәһен һыпырғылаған дуҫы алыҫтараҡ тороуҙы хуп күрҙе.
Тынлыҡты яҡында ғына ҡапыл выжлаған бензин бысҡыһы боҙҙо. Тауыш килгән яҡҡа күҙ һалған Кәрим, Рәфилдең йортон яңы шәйләп, шаҡ ҡатты. Бәй, кәрниз-фронтоны ла сынъяһау итеп эшләнгән, нигеҙе нығытылған, тәҙрәләре бар. Рамдары ла буялған хатта, бөгөндән күсерлек тәһә.
– Ҡайһы арала өлгөрҙөң ул? – тип ғәжәпләнде Кәрим, асыуын онотоп.
– Ике ай тырышабыҙ инде атай менән, икәү ҡулалмаш төҙөрбөҙ, тигәйнек тә, һин «күңеллерәк эш» менән булышаң шул, – Рәфил һаман төртмә телен тыймай.
– Атай менән? Бәй, ул ҡайттымы ни?
– Ҡайтмай ҡайҙа барһын? Өйгә индермәйек, тигәйнем дә, әсәй йәлләне бит, – Рәфил йәмһеҙ итеп һүгенеп ҡуйҙы.
– Улай тимә. Атайым булһа, мин уны күтәреп кенә йөрөтөр инем, – Кәримдең йәнә төҫө боҙолдо.
– Һинең атайың үлгән, ә минеке малай саҡта, иң кәрәкле ваҡытта ташлап һыҙған – айырмаһын һиҙәһеңме? Ташлап кит һин дә ғаиләңде, улың үҫкәс рәхмәт әйтер тиһеңме? – Рәфил артығыраҡ ысҡындырғанын аңлап, йәнә ситкәрәк китте. Әммә Кәрим өндәшмәне. Уртын ауырттырғансы тешләп тора бирҙе.
– Атай ишараты хәҙер аҡылға ултырған, ғәйебен юйыр өсөн йүгереп йөрөй, әсәйҙең дә, минең дә күҙгә генә ҡарап тора. Тик һуң инде, күңел ҡатҡан, күргем дә килмәй, бынау өйҙө генә һалышып бөтһә, әйләнеп тә ҡарамаясаҡмын, – Рәфил асырғанып тағы нимәлер һөйләргә иткәйне, кеҫә телефоны шылтыраны. – Эштә юғалтҡандар, – тип ашығып китеп барҙы.
Кәрим дуҫы күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалды. Әле ҡасан ғына бәләкәй малай инеләр бит, уйнауҙан башҡа бер ҡайғылары юҡ ине. Күп булһа биш йәштәрҙә Рәфилдең атаһының эштән ҡайтыуын икәүләп көтөп алалар ине. Урам осонда Бәкер ағайҙың күренеүе була, Рәфил «Атай, атай!» тип ҡаршыһына йүгерә. Кәрим дә «Атай, атай!» ти ҙә унан ҡалышмаҫҡа тырыша. Баһадир кәүҙәле Бәкер ағай алыҫтан уҡ ҡосаҡтарын йәйеп көтөп тора ла икеһен ике ҡулына күтәреп ала. Кәрим, бына мин ниндәй бейектә, тип маһайып ҡараштары менән әсәһен эҙләй. Тик әсәһе урамда йәки баҡсала эш менән булашып йөрөһә, был тамашаны күреп, күҙ тирәләрен һөрткөләй башлай. Эй, ҡыҙыҡ та инде өлкәндәр, ҡыуаныр саҡта ла илайҙар. Фермала эшләгәс, Бәкер ағайҙан тир, тиреҫ еҫтәре сыға. Әммә был еҫ Кәримгә һурғыс кәнфит кеүек татлы тойола. Ирис кәнфите һәр ваҡыт Бәкер ағаһының түш кеҫәһендә ята. Атаһы күтәреп алыу менән Рәфил унан ике ирис килтереп сығара ла береһен Кәримгә һона. Башта кеҫәлә бер генә ирис була торғайны. Кәрим илар сиккә етеп дуҫының тәмләп кәнфит һурғанын күҙәтә ине, тора-бара улар икәүгә әйләнде. Бәкер ағайҙың тупаҫ, көрәктәй ҙур ҡулы башына ҡағылғанда уның кескәй йөрәге шундай ҙур ҡыуаныс менән тула. Ҡайһылай рәхәт атайлы булыуы!
Ә Рәфил, эт, гел шуны хәтергә төшөрә. Атаһы яһап биргән машина, мылтыҡ менән уйнатмай, ярышта еңелһә йәки бәхәс уның файҙаһына тамамланмаһа: «Ә һинең атайың юҡ, белдеңме?» – тип ҡысҡыра ла ҡаса. Был йән өшөткөс хәбәр Кәримде сығырынан сығарыуын, үҙ-үҙен белештермәҫ хәлгә еткереүен яҡшы белә, тик туҡмалғыһы килмәй. Бәкер ағай ҡаланан тәмлекәс алып ҡайтһынмы, шашка уйнарға өйрәтһенме, урманға барғанда юлдарын ҡуян ҡыйып үтһенме – ниңә бөтә ҡыҙыҡлы хәл шул атайлы кешегә генә тәтей икән? Улар былай ҙа бәхетле бит. Бына шуныһына төшөнә алмай ыҙаланы Кәрим.
Әллә икенселә, әллә өсөнсөлә уҡығанда Рәфилгә лә ҡара көндәр килде. Атаһы бер мәрйәгә әүрәп сығып киткән, тинеләр. Бытылдаҡ, шаян дуҫы өндәшмәҫ, ҡырағай малайға әүерелде лә ҡуйҙы. Уҡытыусылар менән әрләшә, уйнарға ла сығарып булмай. Атайһыҙ йәшәп ҡара әле, күп көлдөң минән, тип башта ҡыуанған Кәрим дә дуҫын йәлләп бошона башланы.
– Ҡайтыр әле атайың, үлмәгән дә һуң, – йыуатҡандай итеүенә Рәфил ҡотороноп китте:
– Ҡайтһа, үҙем үлтерәм уны, мин кәрәкмәгәс, ул да миңә кәрәкмәй, – тип күҙ йәштәренә төйөлөп ҡысҡырҙы.
Тик атаһы ҡайтманы. Күп тә үтмәй, әсәһе Рәфилде алып район үҙәгенә күсенде, бер аҙҙан Кәримдәр ҙә ауылдарын ҡалдырып, ошонда төпләнделәр. Бына бит нисек тиҙ үтә ғүмер, хәҙер үҙҙәре ғаилә ҡороп, донъя көтәләр. Атайһыҙ йәшәргә лә өйрәнделәр. Хәйер, Кәримдең һаман атаһын хәтергә алмаған көнө лә юҡ, буғай. Ошо йортто күтәреп башын япҡансы, их, атайым иҫән булһа икән, бүрәнә күтәрешмәһә лә, бер мөйөштә өйрәтеп ултырһа ла ниндәй бәхет булыр ине, тигән уй башынан китмәне. Ялланған оҫталарға аҡса еткерә алмағанда ла, төҙөлөш материалдары артынан сабып хәлдән тайғанда ла гел уны уйланы. Тик атай кире ҡайтырлыҡ ерҙә түгел ине шул, Кәрим бер йәшлек сағында уҡ ул һыуға батып үлгәйне.
Ә Рәфил, иҫәр, тере атаһын һанға һуҡмаған була. Кәримдең атаһы ҡайтһын әле бына, ысынлап та, күтәреп кенә йөрөтөрҙәй булыр ине. Бәкер ағайҙы күреп сығырға кәрәк, ҡыҙыҡ, танырмы икән?
Кәрим Рәфилдең яңы йортона йүнәлде. Өйө әллә ҡайҙан балҡып тора шул, тәҙрә ҡапҡастарын да семәрләп эшләргә өлгөргәндәр, нигеҙен дә нығытып цементҡа ултыртҡандар. Ҡайҙа баҡһаң да, оҫта ҡулы һиҙелә.
Ишектә сал сәсле, төпөш ҡарт күренде. Быныһы кем тағы?
Бәкер ағай мөһабәт кәүҙәле, көсө ташып торған бәһлеүән ине бит! Хәйер, сөм-ҡара күҙҙәре уныҡы, тик ҡараштары үтә һағышлы.
– Бәкер ағай, тиһәм? – Кәрим ике ҡуллап күреште. Ҡарттың ҡулдары ҡатҡыл, тимәк, кәре бар әле.
– Үҙе! Ә һине танып етмәйем бит әле, ҡустым.
– Кәрим мин. Самат менән Фирузаның улы.
– Бәй, шулаймы ни? Баһадирҙай ир булғанһың, шулай инде, йәштәр үҫә, ҡарттар сүгә, – Бәкер ҡарттың ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡайны. Ул ихластан донъя, ғаилә хәлдәрен һорашырға тотондо, үҙе ваҡыт-ваҡыт йүтәлләп ала. Байтаҡ һөйләшеп ултырҙылар.
– Йортоңдо яңыраҡ ҡына ҡарап киткәйнек Рәфил менән, – ҡарттың йөҙө уйсанланды. – Нигеҙеңдең рәте китә башлаған, тиҙ арала нығытырға кәрәк. Беҙҙе лә саҡыр, ярҙам итербеҙ, ҡулдан эш килә былай.
– Йортоғоҙ ни, күсерлек булған даһа, иҙәне лә, түбә таҡтаһы ла түшәлгән, – Кәрим һоҡланыуын йәшермәне.
– Эше етерлек әле, – ҡарт бармаҡтарын бөкләп һанай башланы. – Газын, һыуын үткәрәһе, бүлмәләр бүләһе бар…
– Ҡайтыуығыҙ һәйбәт булған, – тине Кәрим хушлашыр алдынан. – Рәфилгә яңғыҙына өй һалыуы бик ауырға төшөр ине.
– Тыуған яҡты, улымды бер күрәйем дә үлермен тип уйлағайным, бында эш күп булғас, ашыҡмаҫҡа булдым, – тип мәрәкәләне Бәкер ҡарт. Уның Кәримде эргәһенән бер ҙә ебәргеһе килмәй буғай, ихлас ҡына хәбәрен һөйләүен дауам итте. – Йәш саҡта ғүмер нисек тә үтә ул, ҡустым, ҡартайғас ҡыйын. Барыһына ла түҙеп була, тик балаңдың нәфрәтенә, әсе һүҙҙәренә түҙеп йәшәүе иң аяныслыһы икән. Ғәйептең башы үҙеңдә булғас, ҡалайтаһың. Мөхәббәттең ғүмере өс йылдан артмайҙыр ул, ҡустым, тик ата-әсәңә, балаңа булған мөхәббәт мәңгелек. Ә балаһын ташлап киткән уның мөхәббәтенән мәхрүм ҡала. Әле һин йәш, ҡустым, быны васыят итеп әйтәм…
Кәрим үҙҙәренең урамына боролоу менән улын күреп ҡалды. Һай, шилма малай, өйгә ҡасан ҡайтһа ла, уны ҡаршыларға тырыша улы. Ана бит, ауыҙын йырып, әллә ҡайҙан йүгереп килә. Һуң бит инде, йәйге оҙон көн дә тамамланып килә.
– Һай, минең үҫкәнемде! – Кәрим алты йәшлек улын күтәреп ҡосағына ҡыҫты ла ары атланы. Малай шунда уҡ уның кеҫәһенән һурғыс кәнфит сығарып, ҡыуанысынан ҡосаҡта килеш һикергеләне. Ҡағыҙын йәһәт кенә әрсеп, тәмлекәсте ауыҙына оҙатты.
– Атай, әсәй билмән бешерҙе, ныҡ тәмле, беҙ ашаныҡ, һиңә лә ҡалдырҙыҡ. Атай, нейә оҙаҡланың ул, һине көтәм дә көтәм, ә һин ҡайтмайһың да ҡайтмайһың?
– Бына ҡайттым бит, улым!
Өйҙә, ысынлап та, тәмле билмән еҫе таралған. Ҡатыны аш бүлмәһендә булаша.
– Атай, әйҙә, шәшке уйнайыҡ.
Тиктормаҫ улының шәплегенә иҫең китер. Атаһының ҡосағынан һыпырылып та төштө, шашка фигуралары һалынған ағас ҡумтаны йүгертеп тә килтерҙе. Отҡор булмаҡсы, әле яңыраҡ ҡына өйрәткәйне, апаруҡ уйнай хәҙер.
Кәримдең ихласлап уйнарға теләге юҡ ине, шуға күрә тиҙ генә фигураларын оттороп бөтөрөргә тырышты.
Һай был хәйләһеҙ, бер гонаһһыҙ ҡараш! Бөгөнгө көсөргәнешле ауыр уй-тойғолар, хәл-ваҡиғалар «һә» тигәнсе күҙ алдынан үтте. Ошо саф ҡарашты күрмәйенсә артабан нисек йәшәр һуң? Аралар боҙолһа, ошо бала һатыулашыу ҡорбаны буласаҡ, араларға кәртәләр ятыр бит. Уның хаҡына барыһын да яңынан башлап ҡарарғамы? Кәримдең хәле бөттө, ике күҙенән субырлап йәштәре тамды.
– Атай, атай, илама, – ни эшләргә белмәгән сабый үрһәләнде. – Атай, тағы уйнайыҡ та мин еңелермен, йәме!
Кәрим һулҡылдап илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, улын ҡосағына ҡыҫты:
– Һин бер ваҡытта ла еңелмәйәсәкһең, улым!
Тамағындағы төйөрҙө көс-хәлгә йотто ла инде тынысыраҡ тауыш менән ҡабатланы:
– Бер ваҡытта ла еңелмәйәсәкһең, улым! Әйҙә, сәй эсергә сығайыҡ та иртәрәк ятырбыҙ. Иртәгә мәшәҡәт күп, яңы өйҙә эш көтә беҙҙе!
Улы аш бүлмәһенә йүгерҙе:
– Әсәй, атайымды еңдем, әсәй, иртәгә яңы өйгә барабыҙ!
Ҡатыны улын күтәреп залға килеп сыҡты. Кәрим күҙҙәренән шатлыҡ бөркөлөп торған улына ҡарап йылмайҙы, унан ҡатыны менән ҡараштары осрашты ла һиҫкәнеп китте.
– Әйҙә, ашап ал, асыҡҡанһыңдыр!
Ҡатынының тауышында һалҡынлыҡ һиҙелмәй, ҡараштарында ла ятһыныу тойолмай. Кәримдең өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй булды.
«Ғәфү ит мине, һинең алда, юҡ, һеҙҙең алда ғәйебем ҙур, кисерә алырһыңмы икән?»
«Бала хаҡы бар, Кәрим, уны етем иткем килмәй, үҙем дә гонаһһыҙ түгелмен».
Кәрим, сәй тулы сынаяғын өҫтәлгә кире ҡуйҙы ла ҡатынына төбәлде. Бәй, яңынан һүҙһеҙ генә аңлаша башланылар түгелме һуң?
«Өйҙөң нигеҙен нығыта башлайым иртәгәнән, таштары төшөп, емерелә башлаған әтеү».
Кәрим берсә иркәләнеп ниҙер һөйләгән улына, берсә уны йылмайып тыңлаған ҡатынына ҡараны. Тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотоп ебәрҙе лә тәҙрә аша тышҡа төбәлде. Ҡояш ҡыҙарып офоҡ артына инеп бара. Тимәк, көндәр аяҙға тарта, тимәк, йорт нигеҙен нығытыу өсөн ҡулай мәл етә.