+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби балҡыш
30 Сентябрь 2020, 13:52

Әсә һөйөүе

Мәүлит ЯМАЛЕТДИНБилдәле әҙип, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәүлит Ямалетдин әсә һөйөүенән дә бөйөк хис булмауы, уның һиҙгер йөрәгенең мөғжизәләр тыуҙырырға һәләте хаҡында балладаһын бала тәрбиәләүселәргә, уҡытыусыларға, йәш әсәләргә бағышлай, уларға фәһем булыуына ышана.

Әсә һөйөүе
(Баллада)
1
Томас Альва – бар донъяға
Танылған ғалим –
Эш өҫтөндә ҡайнай ине,
Белмәй ал-ялын.
Мәшһүрлектең ул иң бейек
Үрендә бөгөн –
Уның техник асыштары
Иңләй ер йөҙөн.
Һанай китһәң, ул асыштар
Тулалыр меңгә.
Бындай тиңһеҙ зиһен көсө
Тәтей һуң кемгә?..
Уның шөғөлөн бүлдерҙе
Телефон зыңы...
«Фу, шайтан! – тине Эдисон. –
Юҡ һинән тынғы.
Әгәр белһәм ҡамасаулыҡ
Итәсәгеңде,
Һине уйлап сығармаҫ та
Инем мин мәңге...
Тыңлайым һеҙҙе». – Трубканы
Күтәрҙе ғалим.
Ә телефонда – атаһы:
«Ҙур ҡайғы, улым...
Әсәң вафат.
Һин юлға сыҡ
Ҡалмай бөгөндән.
Шулай, улым...
Фани донъя
Ҡалмаған кемдән...»
Был хәбәрҙән шаңҡып, Альва
Өн-һүҙһеҙ ҡалды;
Хатта ҡулынан телефон
Төшөп ярылды.
2
Эдисондар ғаиләһе
Кисерә матәм.
Донъя буп-буш – бер толҡа юҡ.
Йорт-ҡура етем.
Көндөҙ күҙ ҡояшты күрмәй,
Ә төндә – айҙы.
Ер менән күкте ҡаплаған
Ҡап-ҡара ҡайғы.
Үкһеҙ күңел көнө-төнө
Әрнеүҙән тынмай.
Гүйә, үткер тырнаҡлы зат
Бәғерҙе тырнай.
Томас Альваға ишелде
Үлем әсеһе.
Минут һайын иҫкә төшә
Ғәзиз әсәһе.
Ул хәтерләй әсәһенең
Наҙлап һөйөүен;
Гел уның өсөн борсолоп,
Янып-көйөүен.
Бына, ул, етәкләп, улын
Мәктәпкә илтә...
Ашҡынып, уның уҡыуҙан
Ҡайтыуын көтә.
Һәммәһен белешә – мәктәп
Хәлдәрен һорай;
Ҡыҙыҡһынып, әсбаптарын,
Дәфтәрен ҡарай.
Көҙ айҙары үтеп китте.
Килде ергә ҡыш.
Әсә күпме тикшерһә лә,
Дәфтәр бите – буш.
«Альва, ҡайҙа яҙмаларың? –
Белешә әсә. –
Өйгә ниндәй эш бирелде?» –
Төбәшә әсә;
Барыһын да бәйнә-бәйнә
Һораша әсә,
Альваға ярҙам итергә
Тырыша әсә.
Тик төбәшеүҙән файҙа юҡ –
Өндәшмәй малай;
Әсәһенән күҙ ҡасырып,
Түбәнгә ҡарай.
Шулай дүрт ай үтеп китте...
Берҙән-бер көндө
Томас уҡытыусыһынан
Хат алып килде.
Әсәһе, конвертты асып,
Хатты сығарҙы.
Нишләп йөҙө бер буҙарҙы,
Берсә ҡыҙарҙы?..
Ә ниңә ул өнһөҙ ҡалды,
Ҡағыҙға текләп?
Күрәһең, бик мөһим хаттыр –
Уҡый ентекләп.
Бына, ул иҫенә килде –
Һынын турайтты.
Тик ирен ситендә сәйер
Йылмайыу ҡатты.
Бер аҙ торғас, ул ҡысҡырып
Уҡыны хатты:
«Хөрмәтле ата-әсәләр!
Һеҙҙең улығыҙ –
Тыумыштан даһи.
Мәктәптән
Уны алығыҙ.
Беҙҙә уға ҡыҙыҡ түгел,
Сөнки был бала
Зиһен үҫеше буйынса
Ныҡ алда бара.
Өйҙә уҡытырға мөмкин
Ундай баланы;
Йә, берәй махсус мәктәпкә
Бирегеҙ уны...»
3
Әсәһенең бүлмәһендә
Ултыра Альва.
«...Һин дә киттеңме ни, әсәй,
Мәңгелек ялға?
Әсәй, әсәй!
Уҡытыусым
Булдың һин минең.
Мәңге һынмаҫтай тойолған
Терәгем инең...
Теге көндән һуң, мине һин
Уҡыттың өйҙә.
Ошо бүлмә булды миңә
Мәктәп тә, өй ҙә.
Һин дәрестәр бирҙең төрлө
Уйындар аша;
Һәр бер һабаҡ булды миңә
Хайран тамаша.
Һин байрамға әйләндерҙең
Һәр бер дәресте.
Ҡайҙан алғанһыңдыр уға
Илһамды, көстө?
Наҙлы ла, ҡатҡыл да булдың,
Һәйбәт уҡыттың;
Теүәл фәндәргә ҡарата
Һөйөү уяттың.
Улың бөгөн киң билдәле
Уйлап табыусы.
Ә ул һәләттәрҙе миндә
Һин бит асыусы.
Мин яһаған асыштарҙа –
Һинең дә хеҙмәт.
Кисер, күрһәтә алмаһам
Тейешле хөрмәт...»
Альваның йөрәген өйкәй
Юҡһыныу хисе.
Әсә юғалтыу хәсрәте
Әсе шул, әсе.
Томас Альва ҡат-ҡат байҡай
Бүлмәнең эсен:
Барыһы ла хәтерләтә
Әсәйҙең төҫөн.
Был – төш буғай.
Әсәһе лә
Үлмәгән миҫле.
Бына, хәҙер килеп инеп
Өндәшер төҫлө:
«Бәй-бәй!
Кемде күрәм?!
Һаумы!
Иҫәнме, Альва!
Ә ниңә хәбәр итмәнең,
Ҡайтам, тип, ялға?..»
Төш түгел шул, был – нәғеҙ өн,
Әсе хәҡиҡәт,
Тормош тигән хикмәтле һәм
Сәйер ғәләмәт.
Бүлмә эсе шундай бөхтә,
Барыһы йыйнаҡ.
Әйберҙәр, хужаһын көтөп
Яталыр һымаҡ.
Бына өҫтәл.
Унда ята
Төрлө китаптар.
Өҫтәл тартмаһы туп-тулы
Ҡағыҙҙар, хаттар.
Бәғзеһенең төҫө уңған –
Һарғайып бөткән.
Һарғайһа ла ғәжәп түгел –
Күпме йыл үткән!
Бына бер конверт.
Тышында
Яҙыуы таныш.
Бәй, әсәһе ул хатты ла
Һаҡлаған, имеш!
Инде онотолоп бөткән,
Иҫтәлекле хат,
Алыҫ бала саҡҡа бәйле
Ғәзиз аманат.
Томас көлөмһөрәп ҡуйҙы:
«Әсәй, моғайын,
Уҡығандыр, уңышымды
Ишеткән һайын.
Уҡып, ҡат-ҡат кисергәндер
Ғорурлыҡ хисе;
Уйлағандыр: ысынлап та,
Улым – ҙур кеше...»
Бына ул конверт эсенән
Сығарҙы хатты,
Ҡулына алғандай ифрат
Ҡәҙерле затты.
Туҡта!
Был ниндәйҙер хата,
Төптө аймылыш!
Икенсе хатты уҡыйҙыр
Томас яңылыш?..
Яңылыш түгел шул, Альва,
Һәм түгел хата;
Ошо һүҙҙәр яҙылғайны
Әлеге хатта:
«Хөрмәтле ата-әсәләр!
Һеҙҙең улығыҙ –
Аңра һәм һиңмай.
Һеҙ уны
Бынан алығыҙ.
Ул мәктәптә уҡый алмай,
Сөнки был бала
Зиһен үҫеше буйынса
Бик артта бара.
Уға ҡулай (был әйтелә
Тик кәңәш итеп)
Аҡылға бер көй балалар
Уҡыған мәктәп...»
4
Томас Альва, хатты уҡып
Бөткәндән аҙаҡ,
Ҡағыҙ битенә ҡапланып,
Иланы оҙаҡ.
Тыйыла алмай, буҫығып
Иланы Альва.
Уның ниҙәр кисергәнен
Белә тик Алла.
Сөнки һәр кемдең кисергән
Тойғоһо – интим.
Уны тик яҡынса фараз
Итергә мөмкин.
Ихтимал, ул ғәрләнгәндер
Хурлыҡлы хаттан,
Бер саҡ уға уҡытыусы
Таҡҡан нахаҡтан.
Бәлки, уны тетрәткәндер
Әсәлек хисе,
Балаһын хәүеф-хәтәрҙән
Ҡурсыр рух көсө.
Бәлки, әсенгәндер шуны
Һуңлап аңлауҙан –
Әсәгә бурысын мәңге
Түләй алмауҙан.
Ни булһа ла, булды инде.
Итәһең ни хәл?
Әсә ҡайғыһынан илау
Иргә лә хәләл.
Уға ҡамасауламайыҡ –
Илаһын, әйҙә.
Ҡайһы саҡта күҙ йәштәрен
Түгеү ҙә – файҙа.
Эдисон илар ҙа тымыр,
Кибер күҙ йәше.
Йәнендә генә мәңгегә
Ҡалыр һағышы.
Тик шуны аңлаһын ине
Ерҙә һәр бала:
Әсә һөйөүенән бөйөк
Ни бар донъяла?..
Читайте нас: